Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
15 Октябрь , 09:50

Ғәли-Ғәлиә Мәрйәм БУРАҠАЕВА

Йәй көнө япраҡтар йыйып мендәр тултырып алып ҡал. Ҡыҙ бала кәрәк икән — ҡайын, еләк-емеш япраҡтарынан яһалған мендәр һалып ят баш аҫтына. Ир бала кәрәк икән, рәхим ит — имән, ҡомалаҡ япраҡтарынан яһалған мендәрҙә йоҡла.

Ғәли-Ғәлиә                    Мәрйәм БУРАҠАЕВА
Ғәли-Ғәлиә Мәрйәм БУРАҠАЕВА

Бик татыу йәшәгән йәш ғаиләлә бер-бер артлы дүрт ҡыҙ бала тыуа. Ир кеше, ғәҙәттә, тәүге баланан башлап малай көтә. Был тәбиғи. Нәҫел дауам итергә, уның шәжәрә ебе юғалмаҫҡа тейеш. Атай кеше тағы ҡыҙы тыуыуға, имен булыуына шатланһа ла, ир бала булмағас, күңеле төшөп йөрөй. Шунан бишенсеһен мотлаҡ малай итергә яйын эҙләй башлай. Өлкәнерәк таныштары менән кәңәшләшә, шым ғына тәжрибә уртаҡлаша башлайҙар.

Күрше ауылда бер ғаиләлә бик ҡыҙыҡ хәл күҙәтелә: балалар гел алмаш тыуа, бер малай, бер ҡыҙ, өсөнсөһө — тағы малай, дүртенсеһе — тағы ҡыҙ, бишенсеһе — малай, алтынсыһы — ҡыҙ бала. Ошо ғаиләгә барып тәжрибә уртаҡлашырға тәҡдим итәләр. Китә атай кеше кәңәш алырға. Тәжрибәле ғаилә башлығы бик мут булып сыға:
— Аптырағанһың икән! Күптән киләләр уны! Ана, өйөлөп ятҡан мендәрҙәрҙе күрәһеңме? Береһе лә тауыҡ йәки ҡаҙ мамығынан яһалмаған. Бөтәһе лә япраҡтан. Ҡыштырлап тора! — ти.
— Шунан?
— Йәй көнө япраҡтар йыйып мендәр тултырып алып ҡал. Ҡыҙ бала кәрәк икән — ҡайын, еләк-емеш япраҡтарынан яһалған мендәр һалып ят баш аҫтына. Ир бала кәрәк икән, рәхим ит — имән, ҡомалаҡ япраҡтарынан яһалған мендәрҙә йоҡла.
— Йыл буйы йоҡларғамы?
— Юҡ, йыл буйына бармай ул, ике-өс ай етә.
Кәңәш кенә биреп ҡалмай теге тәжрибәле ир, хатта япраҡ мендәр ҙә ҡосаҡлатып ҡайтара.
— Әйткәнең раҫҡа сығып, ир бала тыуа ҡалһа, һинең исемеңде ҡушырмын.
— Исеме лә әҙер булғас, әйҙә “Ғәли, Ғәли” тип ҡабатлап йөрө. Бала әсәһенең ҡорһағында ятҡан саҡта уҡ бөтәһен дә тойоп, ишетеп йөрөй. Мин ҡатыным ир балаға буйға ҡалһа, гел “Урал”, “Ел, ерәнем” кеүек йырҙар йырлайым, ә ҡыҙҙарыма иһә “Сәлимәкәй ҡыйғас ҡаш”ты һуҙам. Бөгөндән үк ҡыҙҙарыңа ир бала ҡурсағы алып бир. Ир бала итеп уйнатһындар. Йырлай беләһеңме?
— Аҙ-маҙ һупалайым.
— Көйҙәр бер-береһенән айырылып торорлоҡ йырлаһаң ярай. Әйҙә, ҡорҙаш, уңыш теләйем.
Урау булһа ла, район үҙәге аша ҡайтып, магазиндарҙан ир бала ҡурсағы таптыра атай кеше. Юҡ, ҡайҙа барма — ҡурсаҡтар гел ҡыҙ бала. Ниһайәт, баш бармаҡтай ғына шыр яланғас итеп эшләнгән сабый ҡурсаҡтар табып ала. Ир бала ҡурсағы табыуҙан төңөлөп бөткән ерҙән быларға юлыҡҡас, атҡа менгәндәй шатлана. Ул ҡурсаҡтарҙы бәләкәй ҡыҙҙар ни өсөндөр “помпас та помпас” тип атайҙар, яратып уйнайҙар.
Шулай итеп, тәжрибәле ир кәңәштәренең һәр бер ҡағиҙәһе теүәл үтәлә.
— Быныһы малай, быныһы малай! — тип шатланып көтә атай кеше, япраҡ мендәрҙән, ысынлап та, ҡомалаҡ еҫтәре аңҡып торғанына ҡыуанып. Өҫтәүенә “Ел, ерәнем”де лә мөңгөрләп йөрөй. Әсәй кеше лә, ниһайәт, ирен шатландырасағына, дуҫтарының да ирен “бракодел” тип үртәмәйәсәгенә эстән ҡыуанып, өмөтләнеп көтә баланы. Ҡыҙҙары ла ошо уҡ өмөттә була. Тик ҡатыны яғынан ҡайынеңгәһе генә бикәсенең һыйыр һауырға сүгәләп ултырған саҡта һул яғына көс төшөрөңкөрәгәнен абайлап ҡалып:
— Ай-һай, кейәү, улай бик ымһынмағыҙ әле. Бикәс бер ҙә ир бала табырға оҡшамаған. Борон тәғәйен бала көтөргә рөхсәт итмәйҙәр ине, — ти.
— Һин беләһеңме, силсәүит беләме, тигәндәй, ҡайҙан алып әйтәһең, ҡайынеңгә? Малай тигәс, малай! — тип үпкәләй кейәүе.
Ә үҙе тыуасаҡ ир балаһы тураһында шул тиклем хыяллана, ат менергә өйрәтеүе лә, балыҡ тота барыуҙары ла, хатта һунарға сығыуҙары ла күҙ алдына килә. Ҡайһы саҡта хатта күҙ алдына килгән күренештәргә ҡыуанып йылмайып ҡуя. Ҡатыны менән икәүләшеп хыялдарға бирелеп китәләр.
Ҡайынеңгәһе башҡаса ул фекерен ҡабатламай. “Улайтып, миңә ышанмағас, әйҙә, балаһы тыуғансы булһа ла малай атаһы булып йәшәһен”, — ти ҙә ҡуя.
Туғыҙ айға һуҙылған хыял ҡапыл селпәрәмә килә — бишенсе бала ла ҡыҙ булып тыуа.
— Ғәли тип исем әҙерләгәйнем, Ғәлиә тип ҡушайыҡ инде. Ярай, минең ҡыҙҙар кәләшкә оҡшап уңған улар. Ҡайһы берәүҙәрҙең малайҙарына биргеһеҙ, — ти биш ҡыҙ бала атаһы, кинйәкәйенең тас үҙе булып үҫеп килеүенә ихлас шатланып.
Бер аҙҙан бөтә бошоноуҙары юҡҡа сыға, Ғәлиә атаһынан бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөй, уға ярҙамлаша, ат та менә, балыҡҡа ла эйәреп бара, урман ҡырҡырға ла, бесәнгә лә атаһы менән бергә китә. Ҡалын ҡуйы сәсле, оҙон толомло, килешле кәүҙәле ҡыҙ булып үҫеп килһә лә, кәлебе менән ир балаларға тартыбыраҡ тора. Малайҙар менән футбол уйнай, саңғыла йөрөгәндә уларҙан ҡалышмай.
Класташ ҡыҙҙары менән ярышҡан саҡта гел беренсе урынды алғас, улар хатта: “Ғәлиә малайҙар менән ярышһын, барыбер беренсе урынды ала ул,” – тиҙәр уҡытыусыға. Ҡыҙ мәктәптә малайҙар араһында ла икенсе-өсөнсө урынды ала. Хатта Өфөгә лә саңғы ярышына ебәрәләр. Тик унда малайҙар менән ярышырға рөхсәт итмәйҙәр, ә ҡыҙҙар исемлегенә индерелмәгән була. Юҡҡа-барға бошонмай торған Ғәлиә, Өфөнө күреүенә лә шатланып, тыныслана. Шунан ярышҡа килгән сит райондан бер малай, туңдырманы күп ашап ауырып киткәс, малайҙар кейеме кейеп уның урынына ярышҡа сыға ла бөтөнләй икенсе район мәктәбенә еңеү яулай.
Ғәлиә һигеҙенсе класта ваҡытта күрше ауылдан килгән уҡыусылар араһында тыныс ҡына холоҡло Ғәбит тигән малай менән дуҫлаша. Тегеһе ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килгән. Өлкәндәре лә ир балалар. Ғәбитте әсәһе лә, башҡалар ҙа ҡыҙ бала булыр тип көткәндәр, сөнки әсәһенең ғоманлы саҡта ҡойҡа ашағыһы килгән. Әсәһе ҡыуана-ҡыуана ҡойҡа бешергән: “Хәҙерге заман ҡыҙҙары әллә ниңә ирҙең әсәһе менән бергә йәшәү яғында түгел, ҡартайған көнөмдә килен ҡулына ҡарап ҡалғансы, исмаһам, ҡыҙым түшәгендә ятырмын”, — тип хыялланған, ҡыҙ бала булырына өмөт итеп. Әммә ҡуйы ҡара сәсле ир бала донъяға килә. Сабыйға Ғәбит тип исем ҡушалар. Ғәбит бәләкәйҙән әсәһе тирәһендә урала, хатта бәйләм бәйләргә лә өйрәнә, ҡамыр баҫа, икмәк бешерә, туҡмасына тиклем киҫә.
Ошо ир бала менән Ғәлиә сентябрҙең тәүге көнөндә үк бер-береһен яҡын күреп дуҫлашып китәләр. Аҙаҡ өйләнешәләр ҙә совхоз үҙәгенә йәшәргә китәләр. Татыу йәшәйҙәр. Тик улар хаҡында әленән-әле лаҡап-мәҙәктәр сығарып ҡына торалар.
* * *
...Ғәбит бесән тейәп ҡайтып килә, ти. Ғәлиә ҡапҡа асырға сыҡҡан да:
— Ни эшләп арҡалығын күтәреберәк бәйләмәнең? Атты ҡара тиргә батырғанһың! — тип асыуланған.
— Үҙең әйтеп ебәрмәнең бит. Алдына бесән һалғанда бушатҡайным. Күтәреп бәйләргә самаһын белмәнем, — тип аҡланған, ти, Ғәбит.

* * *
...Ғәбит менән Ғәлиә ҡунаҡҡа барған. Итле туҡмас бешергәндәр. Аш бик оҡшаған Ғәбиткә.
— Еңгәй, туҡмасың бик тәмле булған. Нисә йомортҡа һыттың? — тип һораған, ти, Ғәбит.

...Үҙ-ара татыу йәшәгәс, бындай лаҡаптарға иҫтәре китмәй Ғәбит менән Ғәлиәнең. Лаҡап-маҙар ишетһәләр:
— Уныһын да белгәндәр. Әллә беҙҙе тыңлап, аҙаҡ лаҡап һөйләп йөрөр өсөн кеше яллағандар инде! — тип кенә ҡуялар ҙа үткәрә лә ебәрәләр. Әммә береһенән-береһе матур балалары үҫеп, иҫ белә башлағас, урамда уйнағанда әсе телле өлкәнерәк балалар мыҫҡыл итеп төрлө һорау бирә:
— Айнур, атайың туҡмасҡа нисә йомортҡа һыта?
— Айгизә, әсәйеңдән ат егергә өйрәндеңме әле?
— Һеҙҙә кем икмәк һала ул?
Ошондай һүҙҙәрҙе ишетеп ғәрләнеп ҡайта башлай балалар.
— Былай булмай, ил ауыҙын иләк менән ҡаплап булмай, — тигән һығымтаға килә Ғәлиә менән Ғәбит. — Берәй ҡалаға китәйек. Унда кемдең кемдә эше бар. Балаларҙың күңеле китек, йомоҡ булып үҫмәһен, — тип, нисә йыл йыйған йорт-ҡаралтыларын һатып, Стәрлетамаҡҡа күсеп китәләр.
Мәсьәләне дөрөҫ хәл итә Ғәбит менән Ғәлиә.
Был ваҡиға аша әйтәһе һүҙҙең әрәсәһе шул: әсә ғоманлы саҡта ла, балаһын имеҙгән ваҡытта ла үҙенең уй-тойғолары менән сабыйының эске донъяһын бар итеүҙә иҫ китмәле ҙур тәьҫир яһай ала. Тәрбиә бына ҡасан башлана!

Автор:
Читайте нас в