Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
15 Октябрь , 11:45

НИМӘ ТУРАҺЫНДА УЙЛАЙҺЫҢ, ШУНЫ БИРЕР

Бары иртән торғас та доға ҡылып, теләк теләргә генә кәрәк. Дүрт һүҙҙән генә тора...

НИМӘ ТУРАҺЫНДА УЙЛАЙҺЫҢ, ШУНЫ БИРЕР
НИМӘ ТУРАҺЫНДА УЙЛАЙҺЫҢ, ШУНЫ БИРЕР


...Иртә торған кеше үҙен бәхетлерәк тоя, сөнки Аллаһ Тәғәлә лә үҙ ниғмәттәрен иртәнсәк өләшә. Был көндән кем нимә көтә – ҡояш ҡалҡҡан мәлдә үк фәрештәләр ошоларҙы яҙып алып йөрөй. Ҡояш ҡалҡыу менән “оперативка” башлана (аңлайышлыраҡ булһын өсөн шулай тип атайым) – һәр фәрештә кемдең ниндәй эштәр ҡыйратыуы, кемдең нимә һорауы тураһында Аллаһ Тәғәләгә еткерә. Йоҡлап ятаһың икән, тимәк, бөтәһе лә һәйбәт, бер нәмә лә кәрәкмәй. Уянып ҡайҙалыр йыйынаһың икән, тимәк, нимәлер тураһында уйлайһың, нимәлер теләйһең…

Бары иртән торғас та доға ҡылып, теләк теләргә генә кәрәк. Дүрт һүҙҙән генә тора: “Аллаһүммә фтәхли (фтәхләнә) әбүә бәрәхмәтикә”. Йәғни, “Эй, Аллам, миңә (беҙгә) үҙеңдең рәхмәт ишектәреңде ас!” Һәр кемебеҙҙең ихтыяжы бар: берәүгә аҡса етмәй, икенсегә – һаулыҡ, өсөнсөгә – башҡаһы. Шуларҙы Аллаһ Тәғәлә бирер, иншаллаһ.

Позитив ҡараш бик мөһим. Ысынлап та, уйҙарыңдың бер мәл ысынбарлыҡҡа әүерелеү ихтималлығы юғары. Ислам университетын тамамлаған, Мысырҙа, Төркиәлә, Иранда шәйехтәрҙә белем алған дин әһеле булараҡ, мин дә быны инҡар итмәйем. Борон-борондан халҡыбыҙ ҙа ошо турала әйтеп ҡуйған, Ҡөрьәндә лә, пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә лә бар был. Кешенең позитив булыуы Аллаһ Тәғәләнең “Хәсбүналлаһу үәниәл мәл вәкил” тигәненә тура килә. Йәғни, “беҙгә Аллаһтың ҡурсалауы ла етә”.

“Бер эште лә бисмиллаһыҙ башлама”, – тиҙәр ололар. Әммә нимә ул “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим”? Ул “Рәхимле һәм рәхмәтле Аллаһ Тәғәләнең исеме менән башлайым” тигәнде аңлата. Ә нимә һуң ул рәхимле һәм рәхмәтле? Нимә тураһында уйлайһың, хыялланаһың, Аллаһ Тәғәлә һәр ваҡыт шуны бирә. Рәхимле һәм рәхмәтле – ул беҙгә аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, йәшәү өсөн торлаҡ, хәрәкәт итеү өсөн машина, һаулыҡ-сәләмәтлек, балалар, йәғни бөтә ниғмәтте биреүсе. Шуға ла бөтә эште ошо һүҙҙәрҙән башларға кәрәк. Әгәр көнөңдө “бисмилла” менән башланың икән, һин шул ыңғай, позитив көйгә күсәһең. Ғәрәптәр был һүҙҙе асылына төшөнөп әйтә, ә беҙ ғәҙәткә ингән өсөн генә. Әммә уның төбөндә иҫ киткес тәрән мәғәнә ята.

 

Фото:Pinterest

Автор:
Читайте нас в