Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
26 Октябрь 2022, 20:25

Әүештау әүлиәһе Лира ЯҠШЫБАЕВА

Ул шишмә май уртаһынан июнь уртаһына тиклем генә сыға ла аҙаҡ һыуы бөтә, ти; насар уйлы кешеләр килһә, һыуы буйраҡланып, эсеүгә яраҡһыҙға әйләнә икән. Быны ишетеп, миндә был төбәккә ҡыҙыҡһыныу уянды. Мотлаҡ был хикмәтле шишмәне барып күрергә уйланым.

Әүештау әүлиәһе     Лира  ЯҠШЫБАЕВА
Әүештау әүлиәһе Лира ЯҠШЫБАЕВА

Учалы яҡтарында бик хикмәтле бер тау бар, уның итәгенән зәм-зәм һыуына бәрәбәр шифалы шишмә ағын сыға, хаҡ мосолман үҙ ғүмерендә бер булһа ла шунда барып, һыуын эсһә, изге әүлиә рухына аяттар бағышлаһа, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында мең сауаплы булыр; ул шишмә май уртаһынан июнь уртаһына тиклем генә сыға ла аҙаҡ һыуы бөтә, ти; насар уйлы кешеләр килһә, һыуы буйраҡланып, эсеүгә яраҡһыҙға әйләнә икән. Быны ишетеп, миндә был төбәккә ҡыҙыҡһыныу уянды. Мотлаҡ был хикмәтле шишмәне барып күрергә уйланым.
Апрель айҙары ине. Әүештауға барыу тураһында көн дә уйлап хыялланып йөрөй башланым. Унда барыу өсөн күңелдең саф, хистәрҙең ихлас, уйҙарҙың изге булырға тейешлеген иҫләп, Аллаһы Тәғәләмә һыйынып, доғалар уҡып ҡына йөрөйөм. Әүлиә тураһындағы яҙмаларҙы эҙләп ҡарайым. Әлбиттә, еребеҙгә сама менән бынан мең ярым йыл элек килеп киткән рухани тураһында мәғлүмәт бик аҙ. Шулай ҙа күңел күҙе һиҙгер кешегә күп нәмә асыҡлана. Шәйх Мөхәммәт Миһнән Рамаҙан Алйүши, минеңсә, алтынсы- етенсе быуаттарҙа башҡорт халҡына ислам динен таратыр өсөн Ғәрәп илдәренән ебәрелгән изге зат була. Үҙенең Аллаһы Тәғәләгә бирелгәнлеге, ислам диненә инанғанлығы, йәшәйеше, холоҡ-фиғеле, әҙәп-тәҡүәлеге менән ерле халыҡ алдында тәрән ихтирам ҡаҙана. Быға дәлил – халыҡ хәтере. Уның маҡсатына ирешә алыуына тарих шаһит. Юҡҡа ғынамы ни Учалы ерлеге бөйөк әүлиә Әлйүши Рамаҙандың эштәрен дауам иттереүсе йәнә бер арҙаҡлы затты халҡыбыҙға бүләк итә?! Ул – мәшһүр шәйх Зәйнулла Рәсүлев. Мең ярым йыл арауығында халыҡ хәтерендә йәшәһен, иҫләһендәр өсөн, әлбиттә, кәмендә йә пәйғәмбәр булыу, йә Аллаһы Тәғәләгә бик яҡын торған илаһи зат булыу кәрәктер.
Тәғәйенләнгән ерендә тейешле изге эштәрен башҡарып бөтөргәс, Рамаҙан Алйүшигә Аллаһы Тәғәлә хозурына барырға ла ваҡыт етә. Ул үҙенең кәүҙәһе мәңге ятыр урынды Иҫке Байрамғол ауылы янындағы тауҙан һайлай. Риүәйәттәргә ҡарағанда, ул ауыл эргәһендәге ҙур тәрән күлдең уртаһынан батмайынса атлап үтә лә тау башына күтәрелә. Шунда йән бирә. Аҙаҡ ислам донъяһында билдәле дин әһеле, суфый Мөхәммәт Миһнән Рамаҙан Алйүши ошо тауҙың башына ерләнә.
Йылдар үтә, әммә башҡорт иленә ислам динен таратырға килгән миссионерҙы халыҡ хәтере ҡәҙерләп һаҡлай. Бында килеүсе һәр кеше борон-борондан әүлиә ҡәберенә зыярат ҡылғанда өс таш алып килеп һала. Тора- бара был мотлаҡ йолаға әүерелә. Мең ярым йыл буйы һала торғас, таштарҙан бейек кенә тау хасил була. Ана шуны бөгөн халыҡ Әүештау тип атап йөрөтә. Был тау һары йәшмәнән тора, тик әүлиә рухы уға тейергә рөхсәт итмәй икән, тигән фараздар ҙа бар.
Май урталары етеүгә минең менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хәлдәр булды.
Йоҡо менән өн аралаш ошоларҙы күрәм: урман, күл, тау эйәләренең рухтары йыйылып килгәндәр ҙә Әүештау итәгендә намаҙ уҡыйҙар. Бер саҡ күрәм, улар йыйын үткәрә. Һәр береһенең кейемдәре үҙенсәлекле. Күл эйәһе үтә күренмәле- йәшкелттән, урман эйәһе – йәм-йәшелдән, тау эйәһе йәшмә төҫлө быҫтауҙан кейенгән. Улар яп-ябай һөйләшә, ни тураһында әйтеүҙәре күңелгә бирелә. Күл эйәһе әйтә:
– Бында килгән һәр кешенең күңеленә иман нуры яғырға тейешбеҙ.
Урман эйәһе:
– Аллаһы Тәғәләнең барлығын, берлеген танырлыҡ мөғжизә күрһәтеү кәрәктер, -ти.
Тау эйәһе:
– Рамаҙан Әлйүши юлынан барһындар, -ти.
Изге шишмә эйәһе:
- Минең Шишмәм һыуын эсеп, бәндәләр күңелдәрен сафландырһын. Кешеләр ер-һыу ҡәҙерен белһендәр.
Әүештауға тура бармай, беҙ, бер төркөм сәфәр ҡылыусылар, Межозерный ҡасабаһына туҡтаныҡ. Унда Фәниә тигән диндар ҡатын мәсет һалдырған икән, шуны инеп күрҙек. Унда йоҡларға һәм иртәнсәк Фәниә мәсетенә намаҙға йөрөгән кешеләр менән Әүештауға бергәләп юлланырға булдыҡ. Таң алдынан уянып китһәк, күк йөҙөн ҡара болотттар баҫып алған. Силәкләп ҡоялармы ни, шабыр - шобор ямғыр яуа. Юлдаштарымдың кәйефе боҙолдо:
– Былай булғас, Әүештауға барып булмаҫ,- тине улар.
Мин ниндәйҙер өмөт менән тәҙрәнән тышҡа ҡараным һәм Әүештау итәгенә йыйылған теге рухтарҙы күрҙем.Улар миңә:
– Борсолмағыҙ, иртәгә көн аяҙ, йылы булыр. Һеҙ килеү хаҡына унда тирә- яҡтың көслө диндарҙары йыйылыр, – тине. Мин юлдаштарыма:
- Иртәгә көн аяҙ, йылы буласаҡ, – тинем. Улар ышанманы. Беләбеҙ, бындай баҫып алған ямғыр бер аҙнаһыҙ тыммай ул, тип өмөтһөҙлөккә бирелделәр. Юлдаштарыма:
- Әйҙәгеҙ, иртәнгә намаҙҙарыбыҙҙы уҡыйыҡ та, иртәнге сәғәт һигеҙҙәргә тиклем ятып ял итәйек, – тинем дә кире ятып йоҡланым.
Беҙ иртән тороуға көн ышанмаҫлыҡ булып үҙгәргәйне. Ҡояш йомарт итеп алтын нурҙарын һибә, дымлы ерҙән боҫ күтәрелә, көн шундай йылы, япраҡ һелкенерҙәй ел юҡ. Ағас ботаҡтарында сутылдашып ҡоштар һайрай. Әйтерһең, бөтә тәбиғәт, үләндәр, сәскәләр, ағастар ғөсөл һыуы ҡойоноп, Әүештауға барыусыларға фәтихаһын бирергә әҙерләнгән. Бөтәбеҙгә лә сикһеҙ күңелле булып китте. Беҙ дәртләнеп юлға сыҡтыҡ. Барып етһәк, ни күрәбеҙ, әйтерһең һабан туйы, тау буйы туп- тулы кеше. Берәүҙәр тау башына үрмәләй, икенселәре тау итәгендәге Әүлиә шишмәһенән шифалы һыу ала, өсөнсөләре шифалы һыуҙан самауыр ҡайната. Кемдәр генә юҡ бында! Балалары етәкләп алып килгән йөҙйәшәр ҡарттарҙы күреп хайран ҡалдыҡ. Улар, текә тип тормай, башҡалар менән бер рәттән бейеклеге 620 метр булған тауға үрмәләй. Йәштәре лә, бала- сағалары ла иҫәпһеҙ. Күңелдә шатлыҡ уяна: ошо тиклем халыҡ Аллаһы Тәғәләне танып, иман юлына баҫа икән, иманым камил, тиҙҙән халҡыбыҙ асылына ҡайтыр. Заман елпеүҙәренән ҡотолоп, хаҡлыҡ юлына баҫыр, иншалла.
Тау башына менһәк, таш менән өйөлөп уратып алынған ҡәбер тирәләй муллалар теҙелеп ултырған. Бөгөн бында Силәбенән мөфтөй хәҙрәттәре лә килгән, тинеләр. Бөтәһе лә әүлиә рухына бағышлап Ҡөрьән уҡый. Һәр кем үҙендә икһеҙ- сикһеҙ рухи күтәренкелек һиҙә. Ошондағы тәбиғәт, Рамаҙан Әлйүши рухы, барлыҡ килгән кешеләр менән үҙенде бер бөтөн итеп тойоу хисе уяна күңелдә. Әүештауҙың ожмахтай хозурлығынан илһам, изге шишмәнән һыу алып, рәхмәттәр әйтеп, ҡайтыр юлға сығабыҙ. Әүештау эргәһенән бер- нисә саҡрым үткәйнек, яңы ғына яуып үткән ямғыр эҙҙәре ярылып ята. Беҙ быға тағы хайран ҡалдыҡ. Бәй, тегендә хатта ямғырҙың еҫе- еле лә һиҙелмәне, ә бында ҡойоп һалған. Шул саҡ юғарынан күңелгә бирелә:
- Унда бит һеҙҙе шәйех Рамаҙан Әлйүши рухы үҙе ҡурсаланы!
Бер аҙ барғас, артыбыҙға боролоп, тау яғына ҡарайбыҙ. Ни күрәйек, Әүештау башын ҡап-ҡара болоттар солғап алған, унда ҡойоп ямғыр яуа.
Кәрәк саҡта ямғырын яуҙырып, кәрәк булмағанда туҡтатып, ысынлап та, шәйех рухы үҙе беҙҙе шулай ҡәҙерләп ҡаршыланымы икән ни? Булыуы бик мөмкин. Кем белә, Аллаһтың хәбибтәре булған әүлиәләр, ишандар тураһында яҙыуым бәрәкәтенә, бәлки, был хәл Ғаләмдәр хужаһының рәхмәтелер. Әмин, шулай булһын.
Мин хәҙер Әүештауға йыл һайын барам. Юлдарым үҙенән-үҙе асылып тора. Килгән һайын Аллаһ миңә гел шулай бер хикмәтен күрһәтеп тора. Башҡаларға ла, бәлки, күрһәтәлер ул мөғжизәләрен. Тик быны аңлау өсөн күңел күҙең күреү генә кәрәктер.

Фото: kitaplong.ru

Автор:
Читайте нас: