Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
20 Ноябрь 2022, 20:30

Һорауҙарҙы күп бирмәгеҙ, ҡайһы берҙәрендә гонаһ була...

Ике ауылға бер һыйыр һатып алып салырға бойорола. Бер кешегә нисә һум тура килә?

Һорауҙарҙы күп бирмәгеҙ, ҡайһы берҙәрендә гонаһ була...
Һорауҙарҙы күп бирмәгеҙ, ҡайһы берҙәрендә гонаһ була...
Муса ғәләйһис-сәләм ваҡытында бик тә диндар ике ауыл араһында мәйет табып алалар. Кем үлтергәне билдәһеҙ. Муса бәйғәмбәр эргәһенә киләләр: «Әй, Муса! Мәйет табылды, әммә кем үлтергәнен белмәйбеҙ. Ауылдарыбыҙға Аллаһтың ләғнәте төшөүҙән, Аллаһтың ғазабы килеүҙән ҡурҡабыҙ. Беҙгә нишләргә?» - тиҙәр.
Муса ғәләйһис-сәләм доға ҡылып, Аллаһтан һорай: «Нишләргә?» – ти. Шунан һуң Муса халыҡҡа Аллаһтың һүҙҙәрен еткерә: «Аллаһ һеҙгә бер һыйыр боғаҙларға бойора. Бер һыйыр боғаҙлағыҙ һәм шул һыйырҙың ҡойроғо менән мәйеткә һуғығыҙ. Аллаһ хикмәте менән мәйет терелер ҙә кем үлтергәнен әйтер», – ти.
 
Ике ауылға бер һыйыр һатып алып салырға бойорола. Бер кешегә нисә һум тура килә? Былар Аллаһтың әмерен ауырға һанап: «Әй, Муса! Һин беҙҙән көлмә, беҙҙе мәсхәрәгә ҡалдырма», – тиҙәр. «Аллаһ менән ант итеп әйтәм, был – әмер. Аллаһ әмере – һеҙ һорағанға яуап», – ти Муса ғәләйһис-сәләм.
 
Кеше бит ул Аллаһтың бер әмере килгәс, «Бының берәр еңелерәк юлы юҡмы икән?» – тип, еңеллек эҙләй башлай. Ғибәҙәттә лә еңел юл эҙләй. «Намаҙҙы берәр 150 доға менән алмаштырып булмаҫмы икән? Саҙаҡа биреп кенә ураҙанан ҡотолоп булмаҫмы?» – ти ул. Аллаһы Тәғәлә үҙ динен кешегә еңеллек булһын, тормошо еңеләйһен тип бирә. Был осраҡта ла Аллаһ бойорғанды үтәмәй ҡалыу юлдарын эҙләп: «Әй, Муса! Был ниндәй һыйыр? Быҙау ғына булһа, ярамаҫмы икән?» – тип төпсөнәләр, быҙау ҙа ярай, тигән яуап алһалар, һарыҡ ҡына һуйыу юлдарын эҙләй башлай инде ул. Ярай, тиһәң, әтәс кенә салып ҡотолорға теләй. Ул да ярай тиһәң, себеш менән сикләнә.
«Әй, Раббым! – ти Муса. – Ҡәүемем һыйырҙың ниндәй булырға тейешлеге хаҡында һорай. Ул ниндәй һыйыр?» – ти.
 
Аллаһтың әмеренән еңеллек эҙләһәң, Аллаһы Тәғәлә уны ауырайта башлай.
«Белһәгеҙ, белегеҙ, – тиелә аяттарҙа. – Ул һыйыр ҡарт та, йәш тә түгел, икенән артыҡ быҙауламаған урта йәштәрҙәге һыйыр булһын», – ти.
 
Китәләр эҙләп. Бындай һыйырҙар күп икән. Кире әйләнеп ҡайталар: «Әй, Муса! Йөрөнөк беҙ. Ундай һыйырҙар бигерәк күп, әйтеп бир әле: был һыйырҙың төҫө ниндәй?». Муса Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәрен еткерә: «Был һыйырҙың төҫө һары, башҡа бер төҫ ҡатнашмаған, ҡарау менән күҙҙәрең һөйөнөрлөк».
Китәләр эҙләп, буталып бөтәләр: бындайҙары ла күп икән. Тағы ла Мусаға киләләр: «Әй, Муса! Эҙләй-эҙләй ғажиз булдыҡ. Буталып бөттөк. Аллаһ һыйырҙың бөтә сифаттарын аңлатып бирһен: болонда үлән уртлап йөрөүсеме, әллә ер һөрөүсеме? Бөтәһен дә асыҡ итеп аңлатып бирмәһә, тура юлды беҙ һис тә таба алмаҫбыҙ».
Аллаһ һүҙҙәрен килтереп Муса әйтте: «...Ул ер һөрөп, ер һуғарып мәшәҡәт сикмәгән, бер ниндәй кәмселеге булмаған сәләмәт һыйыр».
Ҡәүем аңлап ала: «Еңеллек һораған һайын хәл ауырая бара, тағы ла һорау менән килһәк, осона сығып булмаҫ, һыйырҙы табырға кәрәк».
Барып табалар, был төбәктә берҙән-бер һыйыр икән. «Аллаһ һинең һыйырҙы салырға бойорҙо», – тиҙәр мал эйәһенә. Теге лә түңәрәк башлы булып сыға. «Салығыҙ!»
 
«Әммә был һыйырҙың баһаһын беләһегеҙме һуң? Уның баһаһы – үҙ ауырлығындағы алтын», – ти.
 
Иҫәпләп ҡарағыҙ: тәүҙә ике ауылға ниндәй булһа ла һыйырҙы һатып алып салыу менән эш бөтә ине. Быларҙың хәле хәҙер бөтөнләй мөшкөлгә әйләнә. Алмай сығып китһәләр, ундай һыйыр башҡа юҡ. Төпсөнә-төпсөнә үҙҙәре тапты бит. Боғаҙламаһалар, Аллаһтың ләғнәте төшөп, ғазап килеүе бар, ауыл бөтөнләй юҡҡа сығырға мөмкин.
 
Һыйыр ауырлығындағы алтынды йыя башлайҙар. Ике ауылға бер нәмә лә ҡалмай. Һыйыр салыуҙан бер бәрәкәт, бер рәхәтлек, бер ҡәнәғәтлек таба алмайҙар.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: