Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
22 Ноябрь 2022, 20:34

Үҙеңдән башла

Һәүкәшенән уңды, шөкөр. Һөт тиһәң һөтө тәмле, артыҡ күп булмаһа ла, ҡуйы, холҡо ла тыныс. Бер яғы бар – елен еткермәй быҙаулай. Шуға, иренмәй, кистән дә иртәнсәк тә йүгереп сыға һала Зәкирә.

Үҙеңдән башла
Үҙеңдән башла

Гөлйемеш Хажиева

Үҙеңдән башла...

Зәкирә йылы түшәгенән шыуып ҡына төштө. Аяғы менән йомшаҡ тәпешкеләрен ҡапшап кейеп, ишеген шым ғына ябып, аш бүлмәҺенә сыҡты. «Бөгөн өҫтәлгә нимәләр ҡуяйым , нимәләрем бар әле», тигәндәй, бер тын торғас, тиҙ генә бит-ҡулын сайып алды. Газ плитәһенең кранын бороп, шылт итеп кенә төймәһенә баҫты – ут ҡабынды. Сәйнүгенең иҫке һыуын түгеп, яңыһын ағыҙып, сәй ҡуйҙы. Һыуытҡыстан төрлө тәм-томдарын алып, өҫтәлгә теҙҙе. Икмәк телде. Йәтеш кенә бәләкәс кәстрүленә һоло бутҡаһы бешерергә ҡуйҙы. Тоҙон, шәкәрен һалды. Һөтөн бешеп сығараҡ һалһа, тәмле булыр.

Әле тышта ҡараңғы. Яңы көн башланыуға өс сәғәтләп ваҡыт бар. Һыйырына күҙ һалып керһен тиҙ генә, сәйе ҡайнап, бутҡаһы бешкәнсе. Юл ыңғайы ишек янында ғына эленеп торған фонарҙы эләктереп алды. Тышҡа сыҡҡас, саф һалҡын һауаны күкрәк тултырып һуланы. Күккә ҡараны. Ҡыштың селләһе тиҙ генә бөтмәҫ әле – меңәрләгән йондоҙҙар һибелгән күк көмбәҙе серле зәңгәрһыу ҡаралығы менән арбай. Көмөш табаҡ кеүек ялтыр ай бер ситтән йондоҙҙарын күҙәтә. «Бер – берһе юғалып ҡуймаһын тиҙер, йәнәһе» Ерҙә һәм күктәрҙә аллаһ әмеренән тыш бер ней ҙә юғалмай һәм бер ней ҙә бар булмай ул, айҡайым. Тыныс ҡына тор һин дә урыныңда. Үҙ һүҙҙәренән үҙе ҡыҙыҡ табып көлөмһөрәне лә һарайға табан атланы.

Һәүкәше хужабикәһен танып, башын бора биреп, сәләмләне.

- Нимә, ваҡытың етмәйме әле? – тип өндәште. Һыйырының быҙаулар мәле етеп килгәнен белдергән билдәләренә иғтибар менән ҡарап тора бирҙе. Һәүкәшенән уңды, шөкөр. Һөт тиһәң һөтө тәмле, артыҡ күп булмаһа ла, ҡуйы, холҡо ла тыныс. Бер яғы бар – елен еткермәй быҙаулай. Шуға, иренмәй, кистән дә иртәнсәк тә йүгереп сыға һала Зәкирә.

* * *

- Зәйетнур, тораһыңмы әле?

- Торам – торам, уянғайным инде. Һыйырҙы ҡарап керҙеңме әллә? – беренсе һорауы шул булды.

– Эйе, ҡараным, оҙаҡламаҫ инде...

Ире яуап биреп торманы. Йыуынып алды ла әҙер өҫтәл артына үтте. Ҡатыны тәрилкәгә боҫрап торған ризыҡты һалып өҫтөнә аҡ май киҫәге төшөрҙө. Ире алдына ҡуйҙы. Үҙенә лә һалып алды.Сәй яһаны.

– Ярай, - тип һуҙҙы ире. Бөгөн дә иҫән-һау таң аттырҙыҡ, аллаға шөкөр.

Ашыҡмай ғына тамаҡ туйҙырғас, бергәләшеп ниәт алдылар. Тиҙ-тиҙ ҡыбырлай һалып, өҫтәлен йыйыштырып бөтөүгә Зәйетнуры кәштәһенән китап -дәфтәрҙәрен, төрлө төҫтәге ручка ҡәләмдәрен килтереп һалды.

- Бөгөн рамаҙандың 26 - сы көнө. Ҡарап – ҡарайыҡ әле, нимәләр яҙҙылар икән... Дини календарҙың кәрәкле битен эҙләп табып, уҡый башланы: «Йә әййүһәл -ләҙинә әмәнү күтибә ғәләйкүмүс -сийәмү кәмә күтибә ғәлә -ләҙинә миң ҡабликүм ләғәлләкүм тәттәҡууун - һеҙҙән алда булған өммәттәргә фарыз ителгән кеүек, һеҙгә лә ураҙа ғибәҙәте фарыз ителде, бәлки һеҙ ҙә дингә кәмселек килтермәй, тәҡүә кешеләрҙән булырһығыҙ”

Зәкирәһе иренең ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙҙең мәғәнәһен аңлап, ҡайһы берҙә һүҙ ҡыҫтырып, тыңлап ултыра.

«Күркәмлек сифаты – дүртәү, әммә уларҙан да күркәмерәк тағы ла дүрт нәмә бар: ирҙәрҙең оялсан булыуы күркәм, ҡатын –ҡыҙҙарҙағы оялсанлыҡ – тағы ла күркәмерәк. Ғәҙеллек – һәр кемдәге күркәм сифат, әммә әмирҙәрҙең ғәҙел булыуы – күркәмерәк.Ҡарттарҙың тәүбә итә белеүе – күркәм, йәштәрҙең тәүбә итә белеүе тағы ла күркәмерәк. Байҙар йомартлығы күркәм, фәҡирҙәр йомартлығы тағы ла күркәмерәк» Хәләленең тыныс, тигеҙ генә ағылған бәрхәт тауышы ҡайҙандыр, йыраҡтан ишетелгән кеүек тойолоп, үҙ уйҙарына сумғанын һиҙмәй ҙә ҡалған. «Аллам, мең- мең рәхмәттәр уҡыйым, шөкрәнә ҡылам һиңә! Минең ялбарыуҙарымды ишеткәнең өсөн, ҡабул иткәнең өсөн. Берүк ошо бәхетемдән айырма...» Күҙҙәренә йәштәр килеп тығылғанын ире һиҙеп ҡуйманымы икән тип, уға ҡараны.Ә иренең унда эше юҡ. Алдындағыһын бирелеп уҡыуын дауам итә. Ҡатынының уға текәлеп ҡарағанын да һиҙмәй. Ә ҡатыны уның көрәктәй оло устарына, көслө беләктәренә , киң яурындарына күҙ йүгертә. Ер йөҙөндә берҙән-бер булған ғәзиз кешеһенең һынын, һөйөү һәм ихтирам тулы күҙҙәре менән тәү күргәндәй байҡау яһай. Ә бит ошо яҡты көндөң булмауы ла мөмкин ине. Эй-й, хоҙайым, әлдә генә, әлдә... Эйе, әле уның тормош иптәшенә ҡарап « был кеше ҡасандыр эскесе булғандыр» тип, белмәгән кеше бер ваҡытта ла әйтмәҫ. Эсте, ныҡ эсте Зәйетнур. Өйләнешеүҙәренә өс –дүрт йыл тирәһе ине. Бер -бер артлы ғына тыуған улдары менән ҡыҙҙары бар . Уны ҙур ғына совхозға баш механик итеп тәғәйенләнеләр. Туҡһандар ине. Ил эсендә булып ятҡан үҙгәрештәр, хужаһыҙлыҡ ирмен тигән ир заттарын, быға тиклем үҙ яйына ғына барған юлдарынан быраҡтырып ырғытты. Элек күҙ алдында ғына торғандай тойолған аныҡ маҡсаттар, хыялдар юҡҡа сыҡты. Кем өсөн эшләйем мин, нимә өсөн тир түгәм, алда мине, ғаиләмде нимә көтә, тигән һорауҙарҙы үҙенә бер генә ир бирмәгәндер. Эш хаҡы түләнмәй. Балаларға нимә ашатайым, кейҙерәйем, ниндәй аҡсаға уҡытайым, тип үрһәләнеп, түрәләргә хәләл аҡсаларын һорап барған ҡатындар дорфа яуаптар ишетеп кире боролорға мәжбүр булдылар.Ул саҡтарҙа үтеп булмаҫтай күренгән ауырлыҡтар күп кенә ҡатын-ҡыҙҙы ла эскелек һаҙлығына тартып алды бит.

Зәкирә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булды ғүмер буйы. Бюджетта тороусыларға әҙме –күпме эш хаҡы түләнә әле. Дүртәр һыйыр тотоп, сусҡа аҫырап, ҡош –ҡорт үҫтереп, мәктәбенә лә йүгереп, донъяһын көттө, ғаиләһен ас итмәҫкә тырышты. Совхоз эше тип, ҡара таңдан китеп, төндә генә лыҡа иҫерек ҡайтып ингән иренән ярҙам өмөт итеү урынһыҙ ине.

Башта ҡатынының ипләп әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, төрлөсә аҡланырға тырышҡан ире, тора –бара ялбарыуҙарға ла, балаларҙың атай, ”эсмә” тейеүҙәренә лә иҫе китмәй башланы.Уның айныҡ ҡайтҡан көндәрен кесе ҡыҙҙары стенала торған календаргә билдәләп ҡуя торғайны. Иҫәпләп ҡараһаң, улары бер ҡул бармағына ла тулмай ине ай буйына.Эсеүе бер хәл. Кис етеп, эш бөтөрөп, йоҡларға ла ятмай дер ҡалтырап, бөгөн ни күрермен, тип көтә ине уның ҡайтыуын ҡатыны.

Эсһә ире бик холоҡһоҙ булды. Ҡайтып ишек асып инеү менән күҙенә ен булып күренә тийерһең, юҡтан сәбәп табып, бәйләнеп, тауыш сығарыр ине. Нисәмә тапҡырҙар бешкән аштары ҡаҙаны- нейе менән тышҡа осто икән...Нисәмә тапҡырҙар балалары менән өйҙән ҡыуылып сығып, ишек астыра алмай тупһа төбөндә ҡундылар улар... Ә күҙе бите күгәреп коллегаларына күрһәтмәҫкә тырышып, эшкә барыуҙар. Был кәмһетелеүҙәрҙе һөйләп тә, иҫләп тә бөтөрөрлөк түгел шул. Иҫенә төшөрә башлаһа, тамағына төйөр, күҙҙәренә йәш тығыла. Был хәтирәләрҙән ҡотолоу өсөн ул үҙенә берәй шөғөл таба һала.

Оҙаҡ йылдар дауамында төрлө ауырлыҡтар кисерһә лә Зәкирәнең балаларын атайһыҙ иткеһе килмәне. Айырылырға тигән уй инмәне түгел, күп тапҡырҙар инде уның башына. Тик айырылып ҡайҙа бараһың, балаларың менән кем ҡолас йәйеп көтөп тора ул ауыр йылдарҙа. Өҙмәне өмөтөн ҡатын, ғаиләһе, һөйгән кешеһе өсөн көрәшеүҙән туҡтаманы. Бүтәндәрҙең мыҫҡыллап көлөүенә лә иғтибар итмәй, иренең етәкселәренә лә барҙы ярҙам һорап, әшнәләренән дә айырып ҡараны, төрлөсә ҡыланды, тик файҙа булманы. Айныҡ саҡтарында: ”Зәйетнур, балалар үҫеп килә, ниндәй өлгө күрһәтәбеҙ, оят бит, туҡтайыҡ”, - тип үҙен дә ҡушып әйтер булды. Ауыр мәлдәрендә аллаһҡа ялбарҙы: «Эй, аллам,минең балаларымдың атаһын тура юлға күндер, шайтан ҡотҡоһонан арала” - тип зарығып һораны. Яйлап ҡына үҙе лә ҡөрьәндән сүрәләр өйрәнә, ятлай башланы. Башына яулыҡ ябынмаһа ла, аллаһтың бар һәм бер икәнен танып, дини китаптар өйрәнеүен дауам итте. Тора -бара ирен , ғаиләһен һаҡлап ҡалыуҙың берҙән- бер юлы – дин юлы икәненә инанды. Яйы сыҡҡанда иренә үҙе белгәндәрҙе һөйләштерә, аңлата башланы.Ул быны «өркөтөп ҡуймайым» тигәндәй һаҡ ҡына эшләргә тырышты.Ҡайһы бер әсбаптарын уның күҙ алдына ҡалдырып киткеләне.Ире тома наҙан, аңһыҙ түгел дә һуң. Үҙ мәлендә уҡып, белем алған, зиһенле. Ҡасан да булһа бер аңлар, шайтан ғына өмөтһөҙ.

Зәкирә үҙе йәштән эскене үҙ иткән кеше түгел. Ҡунаҡтарҙа эсмәй түгел, ҡыҫтатып бер-ике йотом булһа ла эсә ине эсеүен. Тик уныһын да организмы үҙләштерә алмай, ҡоҫоп, башы ауыртып бер була ине. Тирә –йүнеңде үҙгәртәм, тиһәң – үҙеңдән башла, тигәнме әле бер аҡыл эйәһе...Зиһене асылып, ирен эскелектән ҡотҡарыуҙың берҙән -бер дөрөҫ юлын тапҡас, ауыҙына тамсы ла алмай башланы. Кешенән теге -был эштәр эшләткәндә кәрәк була тип, самогонын да , балын да ҡуя ине элек. Туҡтатты уныһын да. Улай ғына ла түгел, туғандары, дуҫтары, иренең әшнәләре - кем генә килһә лә, өҫтәлгә менеп ултырған ялтырбаш, ҡайҙан сыҡһа кире шунда инеп ятты Зәкирәнең талабы менән. Әлбиттә, был күптәргә, Зәйетнурҙың үҙенә лә оҡшамай. «Беҙҙе һанламайһың, туған итмәйһең, әллә кем булдың меней, үҙең ҡасан айнының, хәйерсе балаһы, ярай, беҙгә лә йомошоғоҙ төшөр әле... » Ошондай һәм башҡа төрлө әр -мыҫҡыллауҙарҙы ишетеүе еңел булманы ҡатынға. Иренең, үҙенең дуҫтары биҙҙеләр, килмәҫ булдылар. Тик Зәкирә бирешмәне. «Ҡасан да булһа килерҙәр, аңлаһалар» - тине.

Яйлап балалары үҫеп, ҡул араһына инде. Зәйетнур ҙа эсеүен кәметеп, ғаиләһенә йөҙө менән боролдо. Оло улдары менән ҡыҙҙарын бер -бер артлы колледжға уҡырға индереште. Ҡулдан булһа ла машина алып ебәрҙе. Ай һайын тийерлек аҙыҡ -түлеген тейәп Өфөгә – балалары уҡыған ергә барып күренә, йыйылыштарына йөрөй башланы. Зәкирә ауыл мәсетенә ғәрәпсә уҡыу -яҙыуға өйрәнергә йөрөй ине. Бер барырға йыйынғанында Зәйетнур: -Ҡайҙа әле кәләш, мин дә барып ҡарайым әле, кеше өйрәнә ала торған ғилемдер, моғайын. Беҙ кемдән кәм? – тип кейенә башлағас, шатлығынан ни эшләргә белмәне. Әкренләп, ирендә ҡасандыр үҙе ғашиҡ булып, яратып кейәүгә сыҡҡан кешене таный башланы шулай итеп. Ике тиҫтәгә яҡын бергә йәшәгән кешеһе уға яңынан -яңы ыңғай яҡтары менән асыла барҙы. Иренең ҡулынан килмәгән эше юҡ икән дә баһа. Уның ағас эшенә оҫталығы бура һатып алып өй һала башлағас асылды. Өйҙө һалып бөткәс, электр утын да үҙе үткәрҙе. Өй һалыуҙың нейе бар - сутлайһы ла мүкләйһе, тигәндәй, төҙөлөштөң бөтмәҫ -төкәнмәҫ ваҡ һәм эре эштәрен ҙур түҙемлек менән башҡарып сыҡтылар. Зәкирә лә, ҡулынан килгәнсә, иренә ярҙамлашмай ҡалманы. Бөтөрөп, ҡайныһынан ҡалған иҫке йорттан күсенгән көн – уның иң бәхетле көнө булғандыр. «Тигеҙлектә, татыулыҡта һәм тыныслыҡта, һаулыҡ менән ғүмер итергә насип ит, хоҙайым» - тип изге теләктәр менән йәшәй башланылар яңы өйҙә. Ҡатындың бәхете йөҙөнә сыҡты. Ул өйөндә лә, эшендә лә ҡояштай балҡып, йылмайып ҡына йөрөнө. Эске күңел торошо уның бешергән аш -һыуына, иренә, балалары һәм коллегаларына, уҡыусыларына ла – бигерәк тә, үҙенең сәләмәтлегенә йоғонто яһамай ҡалманы. Быға яуап итеп, тирә -яҡтағыларҙан да ғаиләгә ихтирам артты. Көнләшеүселәр ҙә булманы түгел. Тик, ҡатын уларға иғтибар итеп тороуҙы кәрәк тип тапманы. Киреһенсә, хоҙайҙан уларға ла именлек һораны...

Иренең: «Сәббах ингәндер ул, әйҙә...» - тигән тауышы уны сумған уйҙарынан кире тартып сығарҙы. Сәғәткә күҙ һалды, ваҡыт икән шул. Тиҙ генә тәһәрәтләнеп инде лә өҫ -башын рәткә килтерҙе. Ҙур зәңгәр яулығын сәстәрен йәшереп ябынды. Аҙан әйтә башлаған Зәйетнурының артынараҡ намаҙлығын түшәп,ҡулдарын күкрәк тәңгәленә ҡуйып, ҡарашын аҫҡа төбәне. Ирендәренә ҡунған йылмайыуы менән ире артынан ҡабатланы: «Аллаһу әкбәр, аллаһу әкбәр...»

Автор:
Читайте нас: