Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
22 Ноябрь 2022, 21:00

Сәләм бирә беләһегеҙме?

Һәр тәрбиәле кеше быны белергә һәм үтәргә тейеш.

Сәләм бирә беләһегеҙме?
Сәләм бирә беләһегеҙме?
Бер ваҡыт берәү Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең өйөнә килеп: "Инергә мөмкинме?" - тип рөхсәт һорай. Мөхәммәт (с.ғ.с.) үҙенең хеҙмәтселәренә: "Бар, сыҡ та был кешегә рөхсәт һорау тәртибен аңлатып бир. "Әс-сәләмә-ғәләйкүм! Өйөгөҙгә инергә мөмкинме, тип һораһын", - тип әйтә.

Мөхәммәт (с.ғ.с.) мосолмандарға ете нәмәне эшләргә бойорған:

*Ауырыуҙың хәлен белеп тороу;

*Мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа булышыу;

*Сөскөргән кешегә "Йәрхәмбикәллаһ!" (Аллаһы үҙеңде ярлыҡаһын!) тип изгелек теләү;

*Зәғифтәрҙе яҡлау, йәбер-золом күргәндәрҙе ярҙамыңдан ташламау;

*"Сәләм" һүҙен таратыу;

*Саҡырғанды ҡабул итеү;

*Ант иткән кешегә биргән антын үтәүҙә ярҙамлашыу.

Осрашҡан ваҡытта мосолмандар, ғәҙәттә, бер-береһе менән ҡул бирешеп күрешә. "Ике мосолман ҡул бирешеп күрешкәндә ҡулдарын бер-береһенән айырылғанға тиклем уларҙың кескәй гонаһтарының бөтәһе лә ярлыҡаныр", - тигән Мөхәммәт (с.ғ.с.).

Был йәһәттән Имам Хөсәйен әйтеп ҡалдырған һүҙҙәр бик фәһемле: "Сәләм биреү 70 сауап менән бүләкләнә. Сауаптарҙың 69-ы беренсе булып сәләм биргән кешегә, береһе - сәләмгә яуап ҡайтарғанға".

Күреүегеҙсә, сәләмләшеү ябай ғына ғәҙәт түгел. Көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатланған иҫәнләшеү һүҙҙәренең мәғәнәһе ҙур. Һәр тәрбиәле кеше быны белергә һәм үтәргә тейеш.

"Сәләм"ле, сәләмәтле булайыҡ!
Автор:
Читайте нас: