Шоңҡар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
26 Ноябрь 2022, 19:08

ХӨСӨТЛӨК, КӨНСӨЛЛӨК

Был сирҙең барлыҡҡа килеүенең үҙ сәбәптәре бар.

ХӨСӨТЛӨК, КӨНСӨЛЛӨК
ХӨСӨТЛӨК, КӨНСӨЛЛӨК

ХӨСӨТЛӨК, КӨНСӨЛЛӨК

✨“Әгәр һеҙгә яҡшылыҡ килһә, был уларҙы ҡайғырта, әгәр һеҙ насарлыҡҡа дусар булһағыҙ, улар шатлана…”✨ (Ҡөрьән, “Ғимран ғаиләһе” сүрәһе, 3:120).

Бөгөнгө көндә әҙәм балаһы үҙ күңелен бөтөнләй онотҡан, донъяуи мәшәҡәткә генә сумған, ә ысынында уның йөрәге-күңеле ауырый, һыҡрай. Һәм, ғөмүмән, бөгөн бар йәмғиәтебеҙ ҙә ауырыу хәлдә. Йәмғиәтте мал-байлыҡ менән генә төҙәтеп булмай, быға беҙ көндән-көн нығыраҡ инана киләбеҙ. Йөрәк-күңелдәребеҙҙе тәрбиәләһәк кенә, төҙәлә алырбыҙ.

Йөрәкте йонсотҡан ауырыуҙарҙың береһе – хөсөтлөк, көнсөллөк. Был сирҙең барлыҡҡа килеүенең үҙ сәбәптәре бар. Аллаһ Тәғәлә кемгәлер берәй нәмәне һеҙҙекенә ҡарағанда күберәк бирһә, мәҫәлән: ул кешегә мал килһә, уның мөлкәтен күңелегеҙ менән һөймәйсә, уның кәмеүен, бөтөүен теләһәгеҙ, хатта, әгәр мөмкинлек килеп сыҡһа, үҙ ҡулығыҙ менән уның милкенә зыян итергә әҙер булһағыҙ, был хөсөтлөк була. Был – тыйылған ғәмәл, Аллаһ алдында оло гонаһтарҙан һанала. Әгәр кеше ҡара көйөп, икенсе кешенең ниғмәтенең бөтөүен теләһә, ул көнсөллөк ҡылған була.
Ләкин тағы ла аҡ көнсөллөк тигән нәмә лә бар.

Аҡ көнсөллөк – әҙәм балаһына берәй ниғмәт бирелһә, икенсе кешенең уның ул ниғмәтенә көнләшмәй, ҡара көйөп йөрөмәй, әммә үҙендә лә шундай ниғмәт булыуын теләүе ул. Был Аллаһ тарафынан тыйылмаған. Әгәр ҙә берәй кеше иманһыҙ, боҙоҡлоҡ таратыусы булып, мал-байлығын боҙоҡ юлда ҡуллана икән (мәҫәлән, йәштәрҙе боҙоу өсөн), был кешенең малы бөтөүен теләү көнсөллөк булмаҫ. Әгәр ҙә ниәтегеҙ малға ҡарата түгел, ә боҙоҡлоҡ ҡылыныуға ҡаршы булһа, әлбиттә.

Хөсөтлөк, көнсөллөк сире Аллаһтан йырағайған, иманһыҙ һәм ике йөҙлө кешеләр араһында киң таралған. Аяттарҙы ҡарап үтәйек. Аллаһ Ҡөрьәндә әйтә: ✨“Китап әһелдәренең (насраниҙарҙың һәм йәһүдиҙәрҙең) күпселеге һеҙҙең кире көфөрлөккә ҡайтыуығыҙҙы теләйҙәр, бының сәбәбе – уларҙың эстәрендә булған хөсөтлөк...”✨ (“Һыйыр” сүрәһе, 2:109). Тағы ла: ✨“Әгәр һеҙгә яҡшылыҡ килһә, был уларҙы (ике йөҙлөләрҙе) ҡайғырта, әгәр һеҙ насарлыҡҡа дусар булһағыҙ, улар шатлана…”✨ (Ҡөрьән, “Ғимран ғаиләһе” сүрәһе, 3:120). Ә беҙҙең күңелдәрҙә бындай хистәр барлыҡҡа килмәйме икән? Әгәр берәй кешенең йорт һатып алғанын, яҡшы эшкә урынлашҡанын, матур балаһы тыуғанын, эше барғанын күреп, ҡара көйөп, беҙҙә лә көнсөллөк уты уянмаймы икән? Уларға ҡайғы-хәсрәт килһә, күңелдәребеҙҙә шатлыҡ, ҡәнәғәтлелек хистәре барлыҡҡа килмәйме? Әгәр барлыҡҡа килһә, белегеҙ: һеҙҙең күңелегеҙҙә хөсөтлөк сире бар. Һәм уны дауаларға кәрәк.

Ә һеҙҙең үҙегеҙгә ҡара көнсөллөк менән ҡараһалар, ни эшләргә? Әлбиттә, сабыр итергә. Йософ пәйғәмбәр ҡиссаһына күҙ һалайыҡ. Атаһы Яҡуб пәйғәмбәр Йософто ҡалған балаларына ҡарағанда нығыраҡ ярата ине. Йософтоң кес кенә ваҡыттан уҡ тыйнаҡ булыуы атаһының йөрәгендә шундай хис уятҡан. Ҡалған ағалары аталарының Йософҡа булған мөхәббәтен һиҙеп ҡалып, күңелдәрендә көнсөллөк хисе уяна. Улар: “Атабыҙ Йософто нығыраҡ ярата, ә беҙ уның өсөн ни бары кәсепселәр кеүек кенәлер. Беҙҙең атайыбыҙ аҙашыуҙа, - тиҙәр. – Йософто үлтерәйек йә йыраҡ юлда аҙаштырып ҡалдырайыҡ. Шунан һуң хәйерле кешеләргә әйләнербеҙ...” Был ҡиссаның аҙағы нимә менән бөткәнен яҡшы беләһегеҙҙер. Хөсөтлөк бына шулай бер туғаныңды үлтереү дәрәжәһенә лә алып килергә мөмкин.

Ер йөҙөндәге иң беренсе ҡылынған гонаһ та хөсөтлөк сәбәпле була. Әҙәм пәйғәмбәрҙең улдары Ҡабил менән Һәбил араһында булған ул хәл. Был ике туғанға иң хәйерле ҡорбан килтерергә әмер ҡылынған була. Һәм Һәбилдең ҡорбаны ҡабул ҡылынып, Ҡабилдеке тау башында ятып ҡала. “Ни өсөн Аллаһ Һәбилдекен генә ҡабул итте?”, - ти Ҡабил. Ә нигеҙҙә ихласлыҡ ята ине бит. Әгәр Ҡабил дә яҡшыраҡ ҡорбан килтерһә, Аллаһ уның ҡорбанын да ҡабул иткән булыр ине (беҙҙең дә һәр бер ғәмәлебеҙ ихлас күңелдән булһа ғына, Аллаһ уны ҡабул итер). Ҡабил ахыр сиктә Һәбилде үлтерҙе. Үлтергәндән һуң, үкенеүселәрҙән булды. Был үлтереүҙең нигеҙендә лә хөсөтлөк ята. Ҡабил үҙенең үлтереүенең сәбәбен аңлатыу өсөн хатта ялған фараз тапты: “Беләһегеҙме, ни өсөн Һәбилдең ҡорбаны янды? Сөнки Һәбил утҡа табына ине, шуға уныҡын ут алды”, - тине, үҙенең хөсөтлөгөн йәшерҙе, кешеләргә ялған хәбәр таратты. Әгәр ҙә йөрәктәрҙе был сирҙән дауаламаһаҡ, хөсөтлөктөң ниндәй ҙур һәләкәткә илткәнен белмәһәк, күп низағтар килеп сығасаҡ. Был ҡиссалар Ҡөрьәндә һабаҡ-ғибрәт алыр өсөн килтерелгән. Ҡарағыҙ, күрегеҙ был сирҙең ниндәй зыянлы икәнен!

Нәфсе ҡотороноу сәбәпле хөсөтлөк тә ҡоторона, сөнки нәфсеһен тыя алмаған кеше күңел сирҙәрен дә еңә алмаҫ. Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ әйтә: “Кешеләр хаҡында төрлө фараздарҙан тыйылығыҙ, сөнки улар – иң ялған һүҙ”, - ти. Күп саҡта кеше юҡ-бар уйҙар менән фетнә сығарыусан. Берәй ерҙә ишетеп ҡалған һүҙгә нигеҙләнеп, башында юҡ-бар фараздар тыуҙырып, шуның менән хөкөм итә башлайҙар. Бының сәбәбе – хөсөтлөк, ә ул хөсөтлөктөң сәбәбе – асыу. Шуға күрә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙистәрҙә асыуланыуҙан ҡәтғи тыя: “Бер-берегеҙҙән көнләшмәгеҙ, бер-берегеҙгә асыуланмағыҙ, асыуҙан хөсөтлөк башлана, ә көнсөллөктән – яуызлыҡ”. Икенсе хәҙисендә әйтә: “Көнсөллөктән тыйылығыҙ, сөнки ул, ут утынды ашаған кеүек, әҙәм балаһының хәйерле тойғоларын ашай”.

Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ бер мәл: “Ниндәй кеше иң хәйерлеһе булыр?” - тип һоранылар. “Иң хәйерле кешеләр шулар: кемдең йөрәге мәхмүм һәм теле төҙөк”, - тип яуап бирҙе ул. “Йә рәсүлүллаһ, теле төҙөк тигәнде аңлайбыҙ, ә йөрәге мәхмүм тигән һүҙ нимәне аңлата?” - тинеләр. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай тип яуап бирҙе: “Был кешенең йөрәге таҙа, унда гонаһ, аҙғынлыҡ, зарар һәм көнсөллөк юҡ”.
Аллаһ Тәғәлә әйтә: ✨“Аллаһ ҡайһы берҙәрегеҙҙе артығыраҡ ризыҡ менән ризыҡландырҙы. Ләкин быға хөсөтлөк ҡылмағыҙ. Аллаһтан үҙегеҙгә ниғмәт һорағыҙ. Дөрөҫлөктә, Аллаһ – һәр бер ҡылған ғәмәлегеҙҙе белеүсе”✨. Был донъяла беҙ Аллаһтың ҡунаҡтары. Уның ризығын ашайбыҙ, Уның һауаһын һулайбыҙ, Ул беҙгә бүлеп биргән ниғмәттәрҙе алабыҙ. Имандың алты терәге бар, уларҙың береһе – тәҡдиргә ышаныу. Әгәр ҙә беҙ көнләшеп йөрөйбөҙ икән, имандың шул алтынсы терәген үтәмәгән булабыҙ. Иманыбыҙҙы шулай юғалтырға мөмкинбеҙ икән, Аллаһ ҡаршыһында аҙаҡ нисек яуап бирербеҙ? Һәр беребеҙгә лә быны аңларға кәрәк. Тормошобоҙҙан риза булайыҡ. Әлбиттә, был ауыр, ләкин Йәннәт юлы ла ауыр. Бай кешенең дә байлығы уға һынау, фәҡир кешенең дә ярлы булыуы уға һынау. Әле ҡайһыһының Йәннәткә еңелерәк керәсәген белмәйбеҙ. Байлыҡ менән һынау ҙурыраҡ, сөнки һәр бер тин байлыҡ өсөн айырым яуап тоторға тура килер. Ярлы кешенең малы аҙ булғас, гонаһтарының да аҙ булыуы мөмкин. Ҡайһыһының ғәмәлдәре хәйерлерәк булғанын Ахирәттә аңларбыҙ. Сөнки беҙ был донъяла Аллаһтың бар хикмәттәрен дә белеп бөтөрмәйбеҙ.

Бер бай мөьмин менән ярлы кафыр осрашҡандар. Ярлы кафыр әйтә икән: “Пәйғәмбәрегеҙ: “Был донъя мөьминдәр өсөн төрмә, ә кафырҙар өсөн Йәннәт кеүек”, - тигән. Был һүҙҙәрҙе нисек аңлатырһың? Һин бай, Йәннәттә кеүек тораһың, ә мин – ярлы йәһүд, тормошом ауыр”. Бай мосолман былай тигән: “Ысын Йәннәт менән сағыштырғанда минең был тормошом – төрмә. Ләкин Йәһәннәм менән сағыштырғанда һинең был тормошоң – Йәннәт кеүек”. Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүд Ислам ҡабул иткән.

Ҡыҙығыу ҙа төрлөсә булырға мөмкин. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: “Әгәр Аллаһ бер кешегә мал йәки ғилем бирһә, ул уларҙы Аллаһ юлында ҡулланһа, икенсе кеше лә быға ҡыҙыҡһа һәм Аллаһтан шуны һораһа, икеһе лә бер әжерҙә булырҙар”. Әгәр ҙә теге кеше малын йә ғилемен гонаһ юлында сарыф итһә, ә икенсеһе шуға ҡыҙыҡһа, икеһе лә бер үк гонаһта булырҙар.
Аллаһ беҙҙе һынай. Ләкин шул һынауы менән беҙҙе тағы ла бөйөгөрәк, сауаплыраҡ итергә теләй. Хөсөтлөк-көнсөллөктән йыраҡ булығыҙ!

"Ваҡыт!"

Автор:
Читайте нас: