Сәййидүл-истиғфәр (ғәфү һорауҙың иң яҡшыһы)

     Әҙәм балаһы көнөнә күп гонаһтар ҡыла. Ҡайһыларын үҙе лә белеп еткермәй. Был гонаһтар йыйылып, кешене тамам һәләкәткә килтереүе мөмкин. Кеше шулай рухи бысраҡҡа батып бөтә. Риүәйәттә әйтелгәнсә, тәүбә-истиғфарҙың иң өҫтөнө — Сәййидүл-истиғфарҙыр:
عن الغبي صلى الله عليه وسلم : (سيد الاستغفار أن تقول اللهم أنت ربي لا إله إلا أنت خلقتني وأنا عبدك وأنا على عهدك ووعدك ما اسطمت أعوذ بك من شر ما صفعت أبوء لك بنعمتك علي ؤبوء لك بذنبي فاغفر لي ذإنه لا يفغر الذنوب إلا أنت قال ومن قالها من النهار موقنا بها فمات من يومه قبل أن يمسي فهو من أهل الجنة ومن قالها من الليل وهو موقن بها فمات قبل أن يصبح فهو من أهل الجنة
 

     «Кем ошо сәййидул-истиғфарҙы ышанып көндөҙөн әйтһә үә ошо көн кис төшкәнсе үлеп китһә, ожмахҡа керер. Кем ошо доғаны ышанып төндә уҡыһа, үә таң атҡансы үлеп китһә, ожмахлы булыр:

„Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иллә әнт, халаҡтәнии үә әнәә ғәбдүкә үә әнәә ғәләә ғәһдикә үә үәғдикә мәстәтағт, әгүуҙү бикә мин шәрри мәә санәғт, әбүү-ү ләкә би ниғмәтиҡә ғәләййә үә әбүү-ү ғәләә нәфсии би зәнбии, фәкад ҙаләмтү нәфсии үәғтәрафтү би зәнбии, фәғфир лии ҙүнүүбии мәә ҡаддәмтү минһәә үә мәә әххартү, фә иннәһүү ләә йәғфируҙ-ҙүнүүбә илләә әнт“.

     (Аллаһым! Һин минең Раббым, Һинән башҡа илаһ юҡ. Мине Һин яралттың. Мин Һинең ҡолоң. Мин көсөм еткәнсе Һиңә биргән һүҙемде тотам. Ҡылынған насарлыҡтарҙан Һиңә һыйынам. Беләм, биргән ниғмәттәреңә ҡаршы кәмселектәрем булды, үҙемә-үҙем золом иттем. Гонаһтарымды үкенеп иҫкә алам, уҙған һәм киләсәк гонаһтарымды ғәфү итеүеңде Һиннән үтенәм. Мине кисер, Аллаһым! Сөнки, гонаһтарҙы Һинән башҡа бер кем дә ғәфү итә алмаҫ.)

 Ильшат Хафизи