– 30 йәштәмен, әле өйләнмәгәнмен. Барыһы ла: "Ҡасан өйләнәһең?" – тип ҡыҙыҡһына. Дин буйынса ир-аттың өйләнергә тейешле берәр ваҡыты бармы?
Һорауҙарға Алмаз хәҙрәт яуап бирҙе.
– Өйләнеү, кейәүгә сығыу – һәр кешенең бурысы. Пәйғәмбәребеҙ (с.г.в) ла: "Өйләнеүҙә бәрәкәт бар, ниғмәттәр", – ти. Кеше ниндәйҙер сәбәптәр буйынса өйләнмәгән икән, ваҡыты еткәс, өйләнер. Сит кеше иһә бындай һорауҙар менән аптырата алмай. Был – әҙәпһеҙлек.
Фото: https://yandex.ru/images/search?text=парень%20%20идет%20один&from=tabbar