Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
6 Декабрь 2022, 17:18

Ислам дине йыр-моңдо тыямы?

Бөгөн, диндә музыка хаҡында тулыһынса мәғлүмәт белмәгәндәрҙән тыйыуҙар күбәйҙе. Шул хәҙистә шулай тиелгән, был хәҙистә былай тиелгән тип халыҡ башын ҡаңғыртыусылар күп.

Ислам дине йыр-моңдо тыямы?
Ислам дине йыр-моңдо тыямы?

 "Музыка" һүҙе мәжүсилек замандарындағы боронғо Грецияның Мауза-Муза исемле алиһәһенә бәйле. Музыка — милләттәрҙең инаныу-ышаныуҙарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ныҡлы үтеп ингән тауыш сығарыу сәнғәте. Музыка ҡоралының иң тәүҙә ҡайҙа ҡулланыла башлауы тураһында мәғлүмәт юҡ. Шулай ҙа, фәнни эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә, донъяның төрлө төбәктәрендә төрлө музыка ҡоралдары булғаны билдәле.

Бөгөн, диндә музыка хаҡында тулыһынса мәғлүмәт белмәгәндәрҙән тыйыуҙар күбәйҙе. Шул хәҙистә шулай тиелгән, был хәҙистә былай тиелгән тип халыҡ башын ҡаңғыртыусылар күп. Тыйылған тип, үҙҙәре шул ваҡытта машинала китеп барғанда ла, өйҙәрендә телевизор ҡараһа ла, кеҫә телефонын тотһа ла, йәиһә Ютуб каналынан берәй дини мәғлүмәт алам тиһә лә, музыка тауышы яңғырай. Бөтә ерҙә музыка! Шуны ишетмәҫ өсөн был бәндәләр нимә эшләй икән?! Әллә шул музыка тауыштарынан ҡасып, суфыйҙар һымаҡ зекерҙә генә ултыралар микән?! Әллә страус һымаҡ баштарын ҡомға тығалармы?! Беҙҙең менән уртаҡлашһындар ине...   
 Элекке замандың дин белгестәре, әлеге мәсьәлә уңайынан, үҙ фекерҙәрен әйтеп ҡал­дыр­ған. Р. Фәхретдин, Ш. Мәржәни, Г. Бая­зи­тов, Һ. Килдебәков хеҙмәттәрендә диндә музыкаға яҡшы мөнәсәбәт күрһәтелһә лә, ябай халыҡ араһында, дини наҙанлыҡтандыр, күрәһең, музыкаға ыңғай мөнәсәбәт булмаған. Ҡумыҙ уйнаған йәш ҡыҙҙарҙың башын бағанаға ҡуша һуғып үлтергән саҡтар булғаны ла мәғлүм. Әлеге көндәрҙә лә ҡәтғи тыйыуҙар тураһында хәбәрҙарбыҙ. Был – дини фанатизм!     
Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә: “Күңел асығыҙ, уйнағыҙ, динегеҙҙә ҡатылыҡ күреүҙе һөймәйем”, – тиелә. Ә бына Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә: “Донъя тормошо — ул  уйын һәм күңел асыу ғыналыр...” – тигән. (47. 36.) Ҡайһы бер мосолмандар: “Уйын тыңлау тыйылған, янында ултырыу әҙәпһеҙлек, уның менән ләззәтләнеү көфөрлөк”, – тип әйтә. Был һүҙҙәрҙе улар ҡайҙан алып әйтә торғандарҙыр – ысынында бындай хәҙис юҡ. Әгәр ҙә ошо хәҙис булһа, алдан күрһәтелгән “Күңел асығыҙ...” хәҙисенә һәм Ҡөрьән аятына ҡаршы килер ине.   
 "Әд-дин әл-әдәб" журналында 1913—1917 йылдарҙа һорауҙарға яуаптар килтерелгән. Унда: “Уйын тауыштарын тыңлау башҡа гонаһ нәмәләр ҡатыш булғанда ғына гонаһ үә хәрәм булып, хәрәм нәмәләр ҡатышмағанда, ҡоро уйын тауыштарын тыңлау хәрәм түгел, тейеү булыр... Фикһ ғалимдарының был мәсьәләлә ҡарашы һәм аңлатмалары ошо нәмәләрҙән аң­ла­шылалыр: уйын, йыр тауыштарын тыңламаҡ – дөрөҫ ниәт менән, мәҫәлән, күңелде рәхәтләндереп, хәйерле ғәмәлдәргә дәрт үә теләк ҡуҙғатыр өсөн булғанда — мөстәхәб, боҙоҡ ниәт менән (боҙоҡлоҡҡа этәреүсе булырҙай хәләттә) булғанда, хәрәм булалыр, һис бер төрлө ниәт булмағанда, мөбах хәленсә ҡалалыр”, – тигән юлдар килтерелә.   
 Ризаитдин Фәхретдинов (1859—1936) “Җәвамигъ әл-кәлим шәрхе” китабында, шиғыр һөйләү һәм көйләүҙе тыйыусы хәҙистәрҙә сөннәт һәм Ҡөрьәндән тыйыусы дәлил юҡ, тыйыусы фәтүә яҙыусыларҙың һүҙҙәре дәлил була алмай, фәлән кеше шулай тигән һәм былай тигән кеүек хәбәр-риүәйәттәр дөрөҫ түгел, тигән.     
Ф. Исламов “Ризаитдин Фәхретдинов – мәшһүр мәғрифәтсе» тигән мәҡәләһендә “Мин үҙем музыка тауышын бик яратам, бәғзе бер көйҙәрҙе оҙағыраҡ тыңлағаным һуңында хатта илайым, күңелем шул тиклем нескәрәлер һәм, донъяға килеүем мәсьәләләренә батып, бөтөнләй юғалам. Үҙемдең барлығымдан һис нәмәм ҡалмай”, – тигән.      
Рәсүлулла хәҙрәттәренең ғәйет көндәрендә, туй ваҡыттарында уйын уйнауҙан тыймағанлығы билдәле... Бындай уйын тауыштары инсандарҙың ҡайғыларын кәметәләр, йәндәренә рәхәтлек үә сабырлыҡ бирәләр, был заман табибтары күңел ауырыуҙарына уйын тауыштары менән дауаланыуҙы васыят ҡылалар. Һандуғас тауышы менән скрипка ҡылдарынан сыҡҡан тауыш араһында ниндәй айырма бар? Әүәлгеһен тыңлау мөбах үә һуңғыһын тыңлау ниңә хәрәм булһын?!     Риза ҡазый Фәхретдин ҡурай, гармун, флейта, скрипка уйнаусыларҙы тыңларға әүәҫ булған. “Һаҡмар һыу“, “Зиләйлүк“, “Тәфтиләү“, “Урал“, “Һандуғас“ кеүек халыҡ йырҙарын яратҡаны ла мәғлүм.   “Бәләкәй саҡтан ҡурай уйнарға өйрәнергә теләгем ҙур булды. Өлкән йәштә лә был хыялым тынғы бирмәй. Ҡурай уйнауға ислам диненең ҡарашы нисек? “, – тигән һорауға  элекке мөфтиебеҙ Нурмөхәммәт хәҙ­рәт Ниғмәтуллин “Ҡурай моңо өҙөлмәһен“ тигән вәғәзендә былай тигән:    
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!     “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрән", — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ә белем ифрат күп тармаҡлы. Араларында музыка ғилеме лә бар. Шуныһы айырыуса ҡыҙыҡлы: аҙна көндәре, йәйғорҙоң төҫтәре кеүек үк, ноталар ҙа етәү — бына хикмәт!     Моңға әҙәм балаһы ғүмер буйы ғашиҡ булып йәшәй. Иң тәүге көйҙәрҙе ул әсә ҡарынында уҡ ишетә. Донъяға килгәс, башҡа сихри моңдарҙы күңеленә һала, улар аша йәшәүгә көс ала, рухын байыта. Беҙҙең төбәктең тәбиғәте лә гелән йырлап торғандай — күпме аһәң, мөғжизә бар унда!     Шишмәләрҙең сылтырап ағыуы, тауҙарҙағы шаңдау, күбәләктәрҙең ҡанат елпеүе, күл буйындағы ҡамыштар шауы... Ә йырҙарҙа данланған һандуғас моңо һуң! Бәләкәй генә булһа ла, күпме кешенең рухын уята, сәнғәт, әҙәбиәт кешеләренә илһам, ҡөҙрәт бирә бит был ҡош!     Ҡурайҙың үҫкән урыны ла — Урал тауҙары. Ябай ғына көпшә үләндең моңон башҡа бер ниндәй музыка ҡоралы ла алмаштыра алмай. Ҡурай элек-электән халҡыбыҙҙың айырылмаҫ юлдашы, йырсыһы, шатлығын уртаҡлашыусы, ҡайғыһын баҫыусы дуҫы булған. Заман алға барыу менән, әл-хәмдү лил-ләһ, уға ҡарата ихтирам, иғтибар арта барыуына һөйөнәбеҙ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарих милли уйын ҡоралын ситкә тибергә тырышҡан мәлдәргә лә шаһит. Мәҫәлән, бәләкәй сағымда уҡыған “тальян моңонда күмелеп ҡалды ҡурай” тигәнерәк мәғәнәле шиғыр һаман да иҫемдә.     Ә ислам дәүерендә бер ғалимыбыҙ ҙа ҡурайға ҡарата кире фекер әйтмәгән. Әле иһә ҡайһы берҙә динебеҙҙе тарайтып ҡарау осраҡтары булып ҡуя. Мәҫәлән, “Ислам йыр-моңдо тыя” тигән фекерҙе ишеткән бар. Ошо уңайҙан үҙем менән йәш саҡта булған ваҡиғаны һөйләп уҙайым. Бохаранан белем алып ҡайтҡан сағым ине. Ауыл­дағы бер ҡарт миңә ниндәйҙер һорау бирҙе. “Дө­рөҫ түгел, олатай, исламда был төшөнсә юҡ”, — тип яуапланым. “Яңылышаһың, улым, — тип ҡаршы төштө атайым. — Һин бөтә дини китапты уҡып, барлыҡ ғилемде өйрәнеп бөттөңмө һуң?” “Юҡтыр”, — тим. “Шулай булғас, өйрәнгән ғилемем буйынса әлегә был мәсьәләгә тап килгәнем юҡ, тип әйтергә тейешһең”, — тип аҡыл бирҙе атай.     Аллаһы Тәғәлә белемде киң, иге-сиге булмаған даръяға тиң итеп яратҡан. Океан ярына ҡунып, бер нисә тамсы һыу эскән ҡошто күҙ алдына килтерегеҙ: ғилем ошо һыуҙай мул, ә әҙәм балаһы уны тамсылап йотҡан ҡош кеүек. Исламды төрлө фекер менән тарайтырға ярамай, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ә белемде арттырырға ынтылыу мөһим. Әлбиттә, һәр кемдең шәхси ҡарашы була. Уны башҡаларға көсләп тағырға теләгәндәр ҙә осрай. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр театрға йөрөмәҫкә саҡыра, ундағы тамашаларға дәғүә белдерә. Улайтып йөрөгәнсе, иң тәүҙә репертуарға күҙ һалып, үҙеңдең ҡарашыңа тап килгән спектаклгә генә барыу дөрөҫөрәк түгелме?! Ни тиһәң дә, хәҙер бит театрҙарҙа тәрбиә мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бирелә башланы.     Ҡурайға әйләнеп ҡайтҡанда, ата-бабабыҙҙан ҡалған моң дауам ителергә тейеш. Миңә һорау биргән ҡәрҙәшемә рәхмәт белдерәм, уңыштар теләйем. Ҡурайҙа уйнарға теләгегеҙ ҙур икән, мотлаҡ өйрәнегеҙ, иншаллаһ. Милли ҡоралыбыҙ — халҡыбыҙҙың рухи аҙығы, байлығы. Аллаһы Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ошо ҡиммәтебеҙҙе, тотош мәҙәниәтебеҙҙе һаҡларға, өйрәнергә, үҫтерергә, йәш быуынға еткерергә насип ҡылһын. Шулай икән, иншаллаһ, тамырҙарыбыҙ ныҡлы, рухыбыҙ көслө булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин...”   
Өфөнөң «Ихлас» мәсете имам-хатибы Мөхәммәт хәҙрәт Ғәлләм фекере:     
– Ҡөрьәндә музыка ҡоралдарында уйнауҙың, уларҙың тауыштарын тыңлауҙың хәрәм булыуы хаҡында һүҙ юҡ. Рәсүлуллаһ хәҙрәттәренең ғәйет көндәрендә, туй ваҡыттарында уйын уйнауҙан тыймағанлығы билдәле. Был турала хәҙистәр өйрәнеүсе ғалимдарҙың иң мәшһүрҙәренән булған Сәхих Бохари күп яҙа.     Башта уҡ хәрәм булған нәмә нисек итеп ғәйеттә һәм туйҙа ғына хәрәм булмай ҡалһын, ти? Уйын ҡоралдарының моңло тауышы кешеләрҙең ҡайғы-хәсрәтен кәметә, йәндәренә тыныслыҡ, рәхәтлек һәм сабырлыҡ бирә тибеҙ. Йәҙитселек хәрәкәтенә тиклем башҡорт-татар халҡында музыкаль әҫәрҙәрҙе башҡарыу һәм аңлау, уларҙы етди өйрәнеү түбәнге дәрәжәлә торған. Күпселек дин әһелдәре был шөғөл дә ислам диненә ҡаршы килә тип иҫәпләгән. Октябрь боролошона тиклем төрлө уйын ҡоралында уйнау, уға ҡушылып йырлау күп осраҡта ҙур байрамдарҙа ғына башҡарылһа ла, музыка тураһында ыңғай фекерҙәр әйтелмәгән. Гармун, ҡумыҙ, ҡурайҙы, ғәҙәттә, аулағыраҡ урындарҙа ҡасып уйнағандар. Шулай булһа ла, башҡорт-татар халҡы моңһоҙ, йырһыҙ, музыкаһыҙ йәшәмәгән. Ҡасып уйнаусыларҙы музыканы аңлауҙан алыҫ торған бәндәләр һағалап тороп туҡмағандар, йәиһә уйын ҡоралдарын иҙәнгә һалып тапағандар. Быны күберәк иҫке фекерле, фанатик дин әһелдәре шәриғәт хөкөмдәре буйынса һәм уның тәртиптәрен белмәгән наҙан кешеләр башҡарған.     Илаһи диндәрҙең һуңғыһы булған ислам, инсанды Аллаһы Тәғәләне һөйөүгә килтергән рухҡа хис-тойғо, ләззәт биргән гузәл тауыштарҙы тыңлауҙы яһаҡ итмәгән йәки һис кенә лә тыймаған. Киреһенсә, кешеләрҙе аҙғынлыҡтан ситләштереп, уларҙың рухтарын ҡәнәғәтләндергән һәм йөрәктәрендә Аллаһ һөйөүен арттырырға ярҙам иткән тауыштарҙы тыңлау, был гүзәл тауыштан ләззәт алыу, ҡоштар тауышын тыңлау – ағыр һыуҙарға, йәшеллеккә һәм сәскәләрҙең матурлығына ҡарап һөйөнгән кеүек булыр. Кешеләрҙең аҙғынлыҡ эшләүенә сәбәбсе булмаған, уларға зарар килтермәгән, уларҙың рухтарын туҡландырған һәм йөрәктәренә Аллаһты һөйөүен арттырыуға ярҙам иткән миҡдарҙа, музыка тыңлау хатта сауаптыр.   
 “Ғаилә” мәсете имам-хатибы Рөстәм хәҙрәт Хәйруллин:   
 – Музыка тыңлау күпселек ислам ғалимдары тарафынан хупланмай. Ни өсөн тигәндә, музыка төрлө була бит. Күңелдә шәһүәт, агрессия уята, нәфсене арттыра йәиһә күңел төшөнкөлөгөнә килтерә торғандарын тыңларға ярамай. Көйө, һүҙҙәре Аллаһҡа, пәйғәмбәребеҙгә, ата-әсәгә, Ватанға мәхәббәт хистәре уята, рухи яҡтан байыта торған йырҙарҙан зарар булмаҫ, иншаллаһ. Пәйғәмбәребеҙ дөңгөрө (бубен) кеүек уйын ҡоралдарында уйнап, күңел асыуҙы тыймаған. Ләкин һәр нәмәлә саманы белеү кәрәк. Фарыз ғәмәлдәрҙе үтәмәйенсә, донъяны онотоп, мөкиббән китеп музыка тыңлау йүнлегә килтермәй.
Ғәйет байрамдары хаҡында... Сахих Бохари үә Сахих Мөслим дә риүәйәт итә: – Хәҙрәти Ғәйшә әйтте: “Бер ваҡыт хәҙрәт Әбү Бәкер минең өйөмә килеп инде. Өйҙә ике йәриә ҡол барабандар һуғып уйнап йырлайҙар ине. Рәсүлулла кейеме менән ҡапланып тора ине. Хәҙрәт Әбү Бәкер йәриәләрҙе ҡыуа башланы: “Пәйғәмбәр хозурында шайтан уйындары!” – тине. Шул ваҡыт пәйғәмбәребеҙ йөҙҙө асты ла хәҙрәт Әбү Бәкергә әйтте: “Ҡуй, һин уларҙы ҡыума! Был уларҙың ғәйет көндәре бит!" – тине.     Һәм дә хәҙрәти Ғәйшә әйтте: “Ғәйет көндәренең беренсе көнөн дә сауҙагәр хәбәшиҙәр мәсеттә төрлө уйындар уйнай инеләр. Рәсүлулла миңә: “Ҡарайһың киләме?" – тине. Мин: “Килә”, – тинем. Шунан һуң мин уның янынан урынлашҡас, Рәсүлулла хәбәшиҙәргә әйтте: “Әйҙә, уйнағыҙ, Әрфәд балалары!" – тине. Улар уйнанылар, мин туйғансы ҡарап торҙом".     Туйҙа булһа, Рәсүлулла: “Туй-никах­та­рығыҙҙы асыҡ (бөтәһе лә бел­һен) ҡылығыҙ. Барабандар һуғығыҙ!" – тигән. Бала үә сөннәт туйҙары шул уҡ мәғәнәлә хөкөмдә булаларҙыр.     
Имам Ғазали раҙый Аллаһы йырлауҙы рөхсәт ителгән тип һанай: әгәр шиғыр һөйләү рөхсәт ителгән булғас, ул ваҡытта көйләү ҙә рөхсәтле булырға тейеш тигән. Рөхсәт ителгән бер нәмәне икенсеһенә ҡушыу уны яраҡһыҙ сиктәренә сығармай. Ғәрәптәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәрендә юлда йырлап барыу каруан хужаһы ҡатнашлығы менән пәйғәмбәр һәм сәхәбәләре осоро ваҡытында бар ине. Был шул шиғырҙы матур көй менән йырлап барыу ине. Һәм сәхәбәләрҙең береһе лә быға кире ҡарашта булманы. “Бәлки, ки­реһенсә, хужалары йырлағыҙ тип, үҙҙәре һо­рап – юлдарын еңеләйтер өсөн, /сәхәбәләр/ – йыр тыңлау менән ҡәнәғәт инеләр", – ти имам газали.     
Һади Килдебәк (1881–1949) тигән хәҙрәт:
– Ысынында Ҡөрьән Кәримдә музыканы хәрәм ҡылған аяттар юҡтыр. Рәсүлулланың хәҙистәрендә лә аҫыл музыканы хәрәм ҡылған һис бер хәҙис юҡ. Бәлки, уның мөбәхлеген дәлил ҡылған хәҙистәр күп. Шуларҙан берәүһе  –Бөрәйҙә исемле бер сәхәбә риүәйәт итә: “Рәсүлулла бер нисә һуғыштарға йөрөп ҡайтҡас, бер ҡара ҡол килеп, “Йә Рәсүлулла, һине иҫән-һау күрһәм, алдыңда дәф (музыка) һуғып йырлар инем тип нәҙер әйткән инем", – тине. Рәсүлулла ла: “Ярар, нәҙер әйткән булһаң, һуҡ, әйтмәгән булһаң, маташма", – тине. Ҡатын дәф һуғып йырлай башланы. Шул ваҡыт Әбү Бәкер керҙе, туҡтаманы, Ғәли инде, туҡтаманы, Ғосман килде, туҡтаманы, Ғөмәр генә килеп кергән ине, ҡатын уйын ҡоралын аҫтына ташланы ла, ултырҙы. Рәсүлулла ла: “Шайтан һинән ҡурҡа бит, Ғөмәр! Былар ингәндә туҡтамаған ине, һин килеп ингәс дәфен күтәреп бәрҙе", – тине. (Әлбиттә, бында шаяртыу ҙа бар һәм ул ваҡытта бөтәһе лә Ғөмәрҙән ҡурҡа торған булғандар.)
Дүртенсе хәлиф Ғәлиҙең раҙый Аллаһу һүҙҙәре менән тамамлайыҡ: “Донъя тормошонда уйын-көлкөләр аштағы тоҙ кеүек булырға тейеш”. Йәғни, аш-һыу тоҙһоҙ булһа ла, йәки шыр тоҙло булһа ла ашап булмай. Шуның өсөн музыка, йыр тыңлау рөхсәт ителгән, тип көндәр буйы тыңлап ултырыу ваҡытты исраф итеү була. Ә исраф — оло гонаһтарға инә.   

Аллаһы Тәғәләнең беҙгә фарыз ҡылған ғәмәлдәрен ваҡытында үтәп, динебеҙҙе ауыр ҡылмай, күңел асыуҙарҙың самаһын белергә кәрәк.
 

Нәзир САБИТОВ, имам-хәҙрәт.

Автор:
Читайте нас: