Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
11 Декабрь 2022, 19:47

Тынмаһын моңло аҙан

Әгәр ауыл халҡытмәсеткә йөрөй һәм дини байрамдарҙа ҡатнаша икән - тимәк ул иманға ҡайта.

Тынмаһын моңло аҙан
Тынмаһын моңло аҙан

Әгәр ауыл халҡы мәсеткә йөрөй һәм дини байрамдарҙа ҡатнаша икән - тимәк ул иманға ҡайта. Әбүбәкер ауылында ауылдаштар ил тыныслығы, һалдаттарыбыҙ именлегенә йәнә аят бағышларға мәсеткә йыйылды.
Ауылдың имам-хатибы Булат Назаров үҙ сығышында мәсеттең тышын тимер менән көпләүҙә ярҙам иткән оҫталарға, ауыл биләмәһе башлығы Наталья Семен ҡыҙына, ауылдаштарына рәхмәттәрен белдерҙе.
Федоровка ауыл биләмәһе башлығы үҙ сиратында ауылда эшһөйәр, тырыш, әүҙем халыҡ йәшәүен билдәләп шулай уҡ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм мәсеткә ололар менән бер рәттән күберәк йәштәрҙең дә йөрөүен теләне.
Ауылдың күркәм ерендә әллә ҡайҙан балҡып, күренеп ултырған иман йортонда, ысынлап та, бер ваҡытта ла моңло аҙан тауышы тынмаһын, киләсәккә өмөт биреп, яҡшылыҡҡа өндәп ултырһын!

Автор:
Читайте нас: