Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Иман нуры
4 Февраль 2023, 15:25

Исрафҡа юл ҡуйғанды Хоҙай һөймәй

Исраф иң хөрмәтле ғаиләләрҙе лә боҙа, иң бай өйҙәрҙе лә юҡҡа сығара, иң бөйөк урындарҙан түбән төшөрә һәм иң шөһрәтле исемдәрҙе харап итергә мөмкин.

Исрафҡа юл ҡуйғанды Хоҙай һөймәйИсрафҡа юл ҡуйғанды Хоҙай һөймәй
Исрафҡа юл ҡуйғанды Хоҙай һөймәй

Динебеҙ тарафынан тыйылған насар ғәҙәттәрҙең береһе – исраф. Уны хатта йәмғиәтте хәйерселеккә, бәхетһеҙлеккә этәреүсе ҡурҡыныс бер афәт тип тә атап була.
Кешелек донъяһын бәхет-бәрәкәткә, камиллыҡҡа, муллыҡҡа өндәгән динебеҙ исрафты, байлыҡтарыбыҙҙы ваҡытһыҙ, урынһыҙ сарыф итеү йәки уны самаһынан артыҡ ҡулланыу ҡәтғи рәүештә тыйған.

Исраф – Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән аҡса, мал һәм ниғмәттәрҙе сәбәпһеҙ туҙҙырыу йәки әрәм итеү. Уның киреһе – һаранлыҡ. Исраф та, һаранлыҡ та Ислам динендә хәрәмдән һанала. Сөнки быларҙың беренсеһе ризыҡты, аҡсаны һәм малды әрәм-шәрәм итеү була, икенсеһе, киреһенсә, был ниғмәттәрҙе үҙенән һәм башҡаларҙан ҡыҙғанып, кәрәгенсә файҙаланмау. Был ике яҡтың уртаһы иҡтисадтыр, йәғни ризыҡ һәм малды дөрөҫ һәм һаҡсыл ҡулланыу. Ислам дине бөтә эштәрҙә урта юлды хуплай. Пәйғәмбәребеҙ ҙә бер хәҙисендә былай ти: “Эштәрҙең хәйерлеһе – урта юлдыр”.
Мәҫәлән, бер кешелә бер нисә костюм йәки аяҡ кейеме булып та, ул бик күп яңы кейемдәр алып, уларҙы һис ҡулланмаһа, был исраф ҡылыу һанала. Ашхана йәки ресторанда ике һауыт аш менән туҡланырға мөмкин булып та, биш-алты төрлө аш килтерергә ҡушып, шуларҙың бер өлөшөн ашамайынса ҡалдырыу ҙа исрафлыҡҡа инә. Тәһәрәт алғанда һыуҙы артыҡ ҡулланыу, өйҙә, эш урынында уттарҙы буштан-бушҡа яндырыу, аштарҙы түгеү – шулай уҡ исраф, гонаһ. Пәйғәмбәр ундайҙар хаҡында былай ти: “Шик юҡ, артығы менән туҙҙырыусылар – шайтандың ҡәрҙәштәрелер”.
Ашау-эсеүҙә, кейемдә, өй кәрәк-яраҡтарын алғанда ла исрафтан тартынырға, артығын әрәм-шәрәм итмәҫкә кәрәк. Шәриғәт буйынса кеше өҫтәл артынан тамағы туймайынса торорға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ былай тигән: “Әҙәм балаһы тултыра торған ҡапсыҡтар араһында ҡорһаҡтан да насар ҡапсыҡ юҡ. Уның донъяла тороуына бер йотом һыу етә. Әгәр ҙә ашау зарур булһа, ул ҡарынын өскә бүлһен: бер өлөшө – аш, икенсеһе – һыу, өсөнсөһө һауа өсөн”. Туйғандан һуң ашау ҙа исрафтан һанала. Күп ашау аҡылға, әҙәпкә лә кәмселек килтерә. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: “Өммәтем өсөн ҡурҡыныстың да ҡурҡынысы: ҡорһаҡтың самаһыҙ ҙурлығы, йоҡоноң оҙаҡҡараҡ һуҙылыуы, ялҡаулыҡ һәм иман­дың зәғифлеге”, – тигән. Аяттарҙа әйтел­гәнсә арыу, пак ке­йенергә, хәләл аш­а­м­­лыҡтарҙы теләгән ҡә­ҙәр ашарға, эсергә ярай, ләкин бер ҡасан да исраф ҡылырға ярамай.
Аҡса тотоноу мәсь­ә­­ләһе лә шулай. “Та­ма-тама күл була” тигән халыҡ мәҡәле һәммә­беҙгә билдәле. Айҙар, йылдар да­уа­мында йыйылған аҡса­лар, ваҡыты еткәс, берәр эшкә ярарлыҡ миҡ­дарҙа туплана ала. Шуның арҡаһында яңы ҡаҙаныштарға ирешеү мөмкинлеге асыла.
Әммә хаҡ мосолмандар Раббыбыҙ ҡушҡанса, хәләл көс менән тапҡан байлыҡҡа ғына ынтылырға, йәғни алыш-биреш, сауҙа юлы менән аҡса эшләүгә өҫтөнлөк бирергә тейеш. Ә хәрәмдән – рибасылыҡ йәки аҡсанан күп проценттар менән керем йыйыу, хаҡын арттырып һатыуҙан тыйыла белеү шарт. Юғиһә матди байлыҡ артынан ҡыуып йәшәгән, булғанының ҡәҙерен белмәгәндәр киләсәктә зарар күреүе ихтимал.
Байлығыбыҙҙың исраф булыуынан һаҡланған кеүек, ваҡыттың, замандың да ҡәҙерен белергә тейешбеҙ. “Ваҡыт – аҡсалыр”, “Ваҡыт – ҡылыстыр, һин уның ҡәҙерен белмәһәң, дөрөҫ бүлмәһәң, дөрөҫ киҫмәһәң, ул һине киҫер” тигән әйтемдә оло ғибрәт бар. Пәйғәмбәребеҙ көнөн өс өлөшкә бүлгән. Бер өлөшөн халыҡ эштәре менән үткәргән. Ниәттәрен атҡарыу өсөн әлеге ваҡыты етмәһә, ғаиләһе өсөн бүленгән ваҡытты ҡулланған. Ә ғибәҙәт өсөн бүленгәнен ул бер ҡасан да кәметмәгән.
Кеше ғүмеренең ҡиммәте йәшәгән йылдар менән түгел, эш-ғәмәле менән үлсәнә. Беҙгә бирелгән ғүмер үтә лә сикле, уны вайымһыҙ, файҙаһыҙ үткәреү аҡыллылыҡ күрһәткесе түгел. Аллаһы Тәғәлә иҫ киткес ғәҙел – тәүлек оҙонлоғо һәр беребеҙ өсөн теп-теүәл 24 сәғәт. Әҙәм балаһы үҙенә тәғә­йенләнгән ва­ҡытты лайыҡлы һәм һө­ҙө­мтәле итеп ҡул­лана ала, тайм-ме­недж­мент тигән өлкә нәҡ әлеге маҡ­сатҡа ире­­шергә ярҙам итә.
Ҡөрьәндә Ал­лаһы Тәғәлә: “За­ман менән ант итәм”, – ти. Ә ул, белеүебеҙсә, иң бөйөк, иң мөһим нәмәләр менән генә ант итә. Пәйғәмбәребеҙ бер сүрәһендә бы­лай тигән: “Ике ниғ­мәт бар, кеше­ләрҙең күбеһе бы­ларҙың ҡиммәтен аңламайынса ҡа­ла. Беренсеһе – һау­­лыҡ, икенсеһе – буш ваҡыт”. Ти­мәк, буш ваҡытын файҙаһыҙ үткәргән кешеләр ваҡытты исраф ҡылып, гонаһ эшләгән булып һанала. “Әғрәф” сүрәһендә “Эй, әҙәм балалары! Ашағыҙ, эсегеҙ, ләкин исраф итмәгеҙ, сөнки Аллаһ исраф ҡылыусыны һөймәҫ”, – тигән. Ҡиәмәт көнөндә кеше мотлаҡ ғүмерен нисек һәм ниндәй эштәр менән үткәргәне тураһында яуап бирәсәк.

Исраф иң хөрмәтле ғаиләләрҙе лә боҙа, иң бай өйҙәрҙе лә юҡҡа сығара, иң бөйөк урындарҙан түбән төшөрә һәм иң шөһрәтле исемдәрҙе харап итергә мөмкин. Планлы кешенең генә малы бер ҡасан да аҙаймаҫ, һаран кеше ас ҡалыр, исраф итеүсе ауырыр, фәҡиргә әйләнер тип өйрәтә динебеҙ. Шуның өсөн аҡса сарыф итеүҙә һаран дәрәжәһенә төшмәйек, әммә әрәм-шәрәмдән дә һаҡланайыҡ, әҙәпле булайыҡ, ҡәрҙәштәр.

Филүзә ӘХМӘТОВА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас