

Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндең «Бүлмәләр» сүрәһендә: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Күп уйҙарҙан һаҡланығыҙ, сөнки ҡайһы бер уйҙар гонаһлы…» – тип әйтә. «Төндә күсереү» сүрәһенең 36-сы аятында: «Ул турала белемең булмаған нәмәгә эйәрмә! Ҡолаҡ, күҙ һәм йөрәк – ошолар барыһы ла был турала һораласаҡ», – тиелгән, йәғни Аллаһы Тәғәлә беҙгә теләһә ниндәй фараздарға эйәрергә ярамай, ти. Фараз иткән кеше ваҡиғалар үҫешен үҙе теләгәнсә уйлап сығара. Шулай итеп, теге йә был мосолмандың ҡылығында насар яҡты күрергә тырыша. Ошо уй-фараздар – хаталы.
Әлбиттә, хатта ҡайһы бер мосолман илдәрендә лә күҙәтеү, фаразлау, мәғлүмәт эҙләүгә йүнәлтелгән эштәр алып барыла. Улар менән махсус кешеләр генә шөғөлләнә, һәм йәмғиәттә зина, фәхишәлек, шымсылыҡ, сектантлыҡты туҡтатыуҙы, кешеләрҙе иҫкәртеүҙе, һаҡлауҙы төп маҡсат итеп ҡуйған. Әгәр ҙә ябай кешеләр бер-береһе тураһында насар уйҙа булһа, фараздар ҡорһа, яман уйҙырмалар тыуҙырһа һәм былар барыһы ла ниндәйҙер билдәле маҡсат һәм дәлил менән эшләнмәһә, был гонаһ һанала. Мәҫәлән, бер кеше икенсеһен хәмер магазины эргәһендә күреп, моғайын, араҡы алалыр, тип уйлаһа, ошо – фараз итеү, уйҙырмаға инә. Әгәр ул үҙенең уйҙарын бүтәндәргә һөйләһә, улар нигеҙендә фекер йөрөтһә, тимәк, ул – алдаҡсы. Ә мосолман кешеһенә алдаҡ һүҙ йөрөтөү бөтөнләй килешмәгән эш. Аллаһ рәсүле кешеләрҙе: «Һеҙҙе фараз уйҙар тураһында иҫкәртәм. Дөрөҫлөктә, уйҙырмалар – иң ялған һүҙҙәр», – тип тыйған.
Пәйғәмбәр заманында кешеләр Аллаһы Тәғәләнән килгән һүҙ буйынса мөғәмәлә иткән. Йәғни кешеләрҙең күңелендә ни ятҡанына ярашлы теге йә был кешегә ниндәй мөнәсәбәттә булыу кәрәклеген пәйғәмбәргә үҙе хәбәр иткән. Ул насар уйлыларҙы исемләп белгән, ләкин кешеләргә теймәгән.
Бер сахих хәҙистә өс сәхәбә – Мурара ибн Рабиғә, Хиләл ибн Үмәййә һәм Кәғб ибн Мәлик – тураһында һүҙ бара. Улар Тәбүк һуғышына барыуҙан тороп ҡала. Бынан һуң башҡа мосолмандар улар менән оҙаҡ ваҡыт һөйләшмәй йөрөй. Ләкин Аллаһы Тәғәлә «Тәүбә» сүрәһенең 117–119-сы аяттарында ошо өс кешегә аҡлау төшөрә. Баҡһаң, улар походтан тороп ҡалһа ла, йәндәре менән улар ихлас мосолман булған.
Ғүмәр шулай тигән: «Беҙгә килгәндә, беҙ кешегә уның тышҡы хәленә ҡарап мөнәсәбәт ҡылырға тейешбеҙ: әгәр ҙә ул яҡшылыҡ күрһәтһә, уға ышанасаҡбыҙ һәм уны яҡынайтасаҡбыҙ; әгәр ҙә ул яуызлыҡ күрһәтһә, уға ышанмаясаҡбыҙ һәм үҙебеҙҙән алыҫ тотасаҡбыҙ». Шуға күрә беҙ ҙә ошо рәүешле мөғәмәләгә таянып эш итергә тейешбеҙ. Әммә беҙҙең заманда бик күп нәмәләр буталған һәм кеше күп яҡшылыҡ ҡылған ҡәрҙәшен күрһә лә унда ниндәйҙер бәләкәй генә етешһеҙлек табырға тырыша. Йәки, киреһенсә, күп яуызлыҡ ҡылыусыны: «Күңеле менән яҡшы кеше бит ул барыбер!» – тип аҡлап маташа. Ислам буйынса улай ярамай. Кешенең яҡшылыҡ эшләгәнен күрәбеҙ икән, беҙ уға яҡшы мөғәмәлә күрһәтергә тейешбеҙ.
Әлбиттә, хаталарҙан бер кем дә азат түгел, көн дауамында әйткән һүҙҙәребеҙ араһында ла яңылышлыҡтар осрай. Әммә һәр әҙәм үҙ гонаһтары өсөн үҙе яуап бирәсәк. Шуға ла кемдер тураһында насар уйҙар ҡорғансы, «хүснү ҙанн»ды алғараҡ ҡуяйыҡ, үҙебеҙҙең күңелдәребеҙҙе сафландырайыҡ, ҡәрҙәштәр!