

Бөгөн – Бәрәат кисе – күберәк доға -истиғфарҙа булайыҡ!
Беҙ бәрәкәтле Шәғбан айында йәшәп ятабыҙ. Бәрәат кисе Шәғбан айының ҡап уртаһында була һәм Рамазанға ике аҙна ҡалғанлыҡты хәбәр итә. Алла бирһә, ураҙаға ла күп ҡалманы (23 мартта башлана).
“Бәрәат” һүҙе “ таҙарыныу”, “бурыс һәм язанан ҡотолоу” тигәнде аңлата. Ошо төндә кешенең гонаһтары юйыла, бәхет-бәрәкәт яуа, Аллаһтың рәхмәте-мәрхәмәте төшә. Шуға был төндө доға-истиғфарҙар ҡылып үткәреү хәйерле.
Муғаз ибн Джәбәлдән еткерелә, Аллаһ унан риза булһын: “ Мүхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте:
- Аллаһ Шәғбан айының уртаһында үҙенең ҡолдарына мөрәжәғәт итә һәм бөтәһен дә ғәфү итә (күп иләһтәргә (многобожник) табыныусынан, һәм кемгәлер асыу һаҡлаусынан тыш).
Шуға мосолмандарға кешене күрә алмауҙан, кемгәлер асыуланыуҙан,асыу һаҡлауҙан, тәкәбберлектән, эгоизмдан арыныу шарт. Бәрәат кисендә күберәк тәүбәгә ҡайтып, Аллаһтан ғәфү итеүен, гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауын һорар кәрәк.
“ Әстәғфируллаһал ғаҙыймә үә әтүбү иләйһ”, ( Йәә Аллаһ, беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы ғәфү ит, беҙҙе гонаһтарҙан һаҡла һәм тәүбәләребеҙҙе ҡабул ҡыл”).
Үҙ телеңдә тәүбә-истиғфар ҡылһаң да була: “ Йәә Раббым, минең оло һәм кесе гонаһтарымды, бәндәселек менән белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарымды ғәфү ит, тәүбәләремде ҡабул ҡыл, мине ярлыҡа һ.б.” тип.
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
Фото: интренет селтәренән.