

Рамаҙан айында бөтә төндәрҙән дә бөйөгөрәк булған Ләйләтүл-ҡадр төнө бар. Был төндә Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылған кешенең сауабы мең айҙар дауамында ҡылынғанға тигеҙ.
"Ләйләтүл ҡадр" - "Бөйөк Төн" тигәнде аңлата. Ғалимдар ошо турала:
-"Был төндөң бөйөклөгө-Ҡөръән Кәрим китабының ошо төндә төшөрөлөүендә".
-"...ошо сәбәп менән был төндә бик күп һанлы фәрештәләр Ергә төшә".
-"...Аллаһ Тәғәләнең бәрәкәте, рәхмәте, гөнаһтарҙы ғәфү итеүе - был төндә башҡа төндәргә ҡарағанда күпкә әһәмиәтлерәк";
-"...мосолман булған кеше был төндө ғибәҙәттә үткәрһә, Аллаһтың рәхмәте менән, йәшәү көсөнә эйә булыр".
"Әл-ҡадр" һүҙе "Тығыҙлыҡ" тип аңлатылырға мөмкин. Дин белгестәре был турала:" Был төндә шул тиклем күп фәрештәләр төшәсәк, хатта ерҙә тығыҙ буласаҡ"-тип аңлата.
Тағы ла был һүҙ "сикләнеү" тигәнде аңлата. Ҡәҙер кисенең ҡайһы төндә булыуын белә алмайбыҙ. Мөхәммәд ﷺ сөннәте буйынса был төндөң тик яҡынса билдәләре генә бирелгән.
Ғалимдәр әйтеүе буйынса "Был төндә ҡылынған доғаларҙың, теләктәрҙең алдағы йылдың нисек үтеүенә ҡағылышының әһәмиәте бик ҙур".
"Ләйләтүль-ҡадр мең айҙарҙан да бөйөгөрәк".
Был төндә ҡылынған изге эштәр, хатта әйтелгән йылы һүҙ-башҡа төндәрҙәгенә ҡарағанда күпкә сауаплыраҡ.
Был Аллаһ Тәғәләнең беҙгә булған киң рәхмәтелер.
Был төн ҡояш байыу менән инә һәм иртәнге намаҙ башланыу менән тамамлана.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте:" Кем был төндө ғибәҙәт ҡылып үткәрә, элекке гөнаһтары ғәфү ителәсәк".
Абу Хурайра;аль-Бухари, Абу Дауда, ан-Насаи и ат-Тирмизи.
Аиша (Аллаһ риза булһын) еткереүе буйынса:
" Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Рамаҙан айының аҙаҡҡы ун төнөн башҡа төндәргә ҡарағанда оҙағыраҡ ғибәҙәттә үткәргән һәм ғаиләһен дә уятып намаҙға саҡырған. Үҙ-үҙенә тағы ла талапсаныраҡ булған".
аль-‘Аскаляни А. Фатх аль-бари би шарх сахих аль-бухари.