Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
18 Апрель 2023, 20:20

Фытыр саҙаҡаһын ҡасан бирергә?

Саҙаҡа тәү сиратта ярлы йәшәгән, аҙ тәьмин ителгән мосолмандарға бирелә, йәиһә хәйриә эшмәкәрлегенә, урындағы мәсеткә тапшырыла.

Фытыр саҙаҡаһын ҡасан бирергә?
Фытыр саҙаҡаһын ҡасан бирергә?

ҠАСАН? Фытыр саҙаҡаһы Ураҙа ғәйете (быйыл — 21 апрель) намаҙына тиклем һәр ғаилә ағзаһы исеменән түләнергә тейеш.

НИСӘЛӘ? Байрам намаҙы, ғәҙәттә, иртәнге сәғәт 8-ҙә йә 9-ҙа уҡыла. Һәр мәсеттә төрлөсә булыуы мөмкин, шуға алдан белешеп ҡуйыу зарур. Ошо намаҙ башланғансы фытыр-саҙаҡаны биреп өлгөрһәң, тотҡан ураҙаңдың Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡабул ителеүенең һуңғы шартын үтәгән тип һаналаһың. Әгәр был ғәмәлде байрам намаҙынан һуң үтәһәң, ул осраҡта ябай хәйер биргән кеүек иҫәпләнәсәк.

КЕМГӘ? Саҙаҡа тәү сиратта ярлы йәшәгән, аҙ тәьмин ителгән мосолмандарға бирелә, йәиһә хәйриә эшмәкәрлегенә, урындағы мәсеткә тапшырыла.

КҮПМЕ? 2023 йылда Башҡортостанда фытырҙы аҙ тәьмин ителгәндәр – 150 һум, уртаса килемлеләр – 300 һум, хәлле кешеләр 800 һум күләмендә бирә.

КЕМ? Был сумманы ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа, балалар ҙа тапшыра. Ғәҙәттә, ғаилә башлығы ҡатыны, балалары өсөн түләй. Байрам көнөнә ҡарата етеш йәшәгән, кәрәк-яраҡ менән тейешенсә тәьмин ителгән һәм фытыр-саҙаҡа түләгәндәй (йәиһә ризыҡлата биргәндәй) хәле булған һәр ғаилә түләргә бурыслы. Фәҡәт аҡсалата бирергә кәрәк, тигәнде лә аңлатмай был. Был ғәмәл мотлаҡ тип ҡабул ителгәндә сүллектә көн иткән халыҡ, башлыса, финик, арпа, бойҙай, йөҙөм менән түләгән, сөнки әйләнештә аҡса түгел, тауар булған. Ошонан сығып, бөгөн беҙ ҙә, мәҫәлән, мохтаждарға ризыҡ менән ярҙам итә алабыҙ.

НИ ӨСӨН? "Кеше ураҙа ваҡытында әйтеп ебәргән яман һүҙҙәренән, башҡа яңылышлыҡтарынан таҙарынһын өсөн һәм мохтаждарға ярҙам күрһәтеү маҡсатында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ фытыр-саҙаҡаны мотлаҡ ғәмәл иткән", — тиелә Ибн Ғәббәс еткергән хәҙистә.

Фото: ирекле сығанаҡ. 

Автор:
Читайте нас: