Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
18 Апрель 2023, 18:54

ӨЙЛӘНЕШӘ БЕЛӘБЕҘ ҘӘ, ТИК БЫНА АЙЫРЫЛЫША БЕЛМӘЙБЕҘ БИТ

Улар үтәлмәйенсә, айырылышыу ғәмәле дөрөҫ түгел.

ӨЙЛӘНЕШӘ БЕЛӘБЕҘ ҘӘ, ТИК БЫНА АЙЫРЫЛЫША БЕЛМӘЙБЕҘ БИТ
ӨЙЛӘНЕШӘ БЕЛӘБЕҘ ҘӘ, ТИК БЫНА АЙЫРЫЛЫША БЕЛМӘЙБЕҘ БИТ

ӨЙЛӘНЕШӘ БЕЛӘБЕҘ ҘӘ, ТИК БЫНА АЙЫРЫЛЫША БЕЛМӘЙБЕҘ БИТ
Шәриғәтебеҙҙә кеше тормошоноң һәр миҙгеленә ҡарата йолалар бар: исем ҡушыу, никах, йыназа...Барыһының да тәртибен беләбеҙ шикелле. Кеше тыуһа, аҙан әйтеп исем ҡушабыҙ; ғүмере бөтһә, йыназа уҡып дәфен итәбеҙ. Никахты ла динебеҙ ҡушҡанса үткәрәбеҙ: матур кейемдәр кейәбеҙ, бүләктәр әҙерләйбеҙ, ҡунаҡтар саҡырабыҙ, матур һүҙҙәр әйтәбеҙ. Тик бына шулай шаулап-гөрләп үткән никахтарҙың ҡайһы берҙәре бик һағышлы айырылышыу менән тамамлана. Быны айырылышыу тип әйтеп буламы икән? Шәриғәтебеҙҙә айырылышыуҙың да ҡанундары үә шарттары бар. Улар үтәлмәйенсә, айырылышыу ғәмәле дөрөҫ түгел. Никах ваҡытында “мин һине кәләш итеп алам” тигән кешенең аҙаҡ кәләшен өйҙән ҡыуып сығарыуы, “мин һиңә кейәүгә сығырға риза” тигән кәләштең аҙаҡ, әйберҙәрен йыйып, ата-әсәһенә ҡайтып китеүе – айырылышыу түгел, мөхтәрәм йәмәғәт. “Беҙ айырылыштыҡ”, – тип яр һалып, бер-ике ай үткәс, яңынан бергә йәшәү ҙә ата-бабаларыбыҙ йолаһы буйынса түгел, милләттәштәр. Айырылышыуҙың ҡанундары ла ғаиләне һаҡлауға йүнәлтелгән, шуға күрә лә айырылышыу өс этаптан тора, йәғни мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ваҡыт бирелә. Шулай ҙа эш өсөнсө талаҡҡа барып етә икән, тимәк, был ИР МЕНӘН ҠАТЫН БҮТӘН БЕР ҠАСАН ДА ҠАБАТТАН БЕРГӘ БУЛА АЛМАЙҘАР. Уларҙың ҡабаттан ҡауышыуы тик бер осраҡта ғына хәләл – әгәр ҙә ҡатын ысын никах менән башҡа иргә кейәүгә сыҡһа, һәм ул ир үлһә йә унан айырылһа. Айырылышҡан кешеләр бер-береһенә яттарҙан да ятҡа әйләнә. Шуға күрә лә айырылышыр алдынан бик төплө уйларға кәрәк. Билдәле ғалим Ризаитдин Фәхретдинов айырылышыуҙы биш этапҡа бүлә: үҙ-ара мәсьәләне хәл итеү, ҡазый аша низағты бөтөрөү, беренсе талаҡ, икенсе талаҡ, өсөнсө талаҡ. Бының менән ғалимыбыҙ өсөнсө талаҡты (тамам айырылышыуҙы) милләттәштәренән алыҫлаштырырға теләй. Айырылышыуҙың ҡағиҙәләрен белмәү ғаиләләрҙең тарҡалыуына ла алып килә инде.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-53481237_173

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/married-couple-holding-hands-side-view_30591207.

Автор:
Читайте нас: