Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
21 Апрель 2023, 13:20

Яңғыҙлыҡ проблемаһы

Никах уҡытам, тип, Камил ул ҡатынды өйгә лә алып ҡайтҡыланы.  Иренең был ҡыланышы Гөлиә өсөн башҡа һыймаҫлыҡ хәл ине.

Яңғыҙлыҡ проблемаһы
Яңғыҙлыҡ проблемаһы

Ҡаршылыҡлы донъяла йәшәйбеҙ. Тормош хәҙер бар яҡтан да етеш: нимә кейергә, нимә ашарға тип ҡайғырмайбыҙ. Тик күңел тыныслығы ғына самалы. Иртәгәһе көнгә ышаныс юҡ.

Юғары белем алһаң – эшкә урынлаша алмау, аҡса туплаһаң – дефолт ҡурҡынысы, йорт төҙөлөшөнә аҡса түләһәң – аҙағына еткермәүҙәре, ауырып китһәң (Алла һаҡлаһын!) – дөрөҫ дауа бирмәүҙәре... бына шуның кеүек ышанысһыҙ яҡтары күп әле «етеш» тормошобоҙҙоң.

Сит кеше булһа, бер хәл, әле үҙ ғаиләңдә ла ышаныс кәмей. Егерме-утыҙ йыл бергә ғүмер иткән апай-ағайҙар айырылышҡан тигәндәрен ишеткәнебеҙ булдымы икән беҙ бәләкәй саҡта? Бөгөн иһә тормош юлдашым ташлап китә алмаҫ йәки ҡатыны өҫтөнә  икенсе ҡатын менән никах уҡытырға теләмәҫ тигән ышаныс юҡ.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе ғүмерҙәрен яңғыҙлыҡта үткәрергә мәжбүр. Һан яғынан ир-аттар әҙрәк, ти. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда (2010 йылғы халыҡ һанын алыу иҫәбенә һөҙөмтәһе буйынса), илебеҙҙә ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда 11 миллионға кәмерәк. Әммә йәш аралығындағы бүленешкә ҡараһаҡ, ҡыҙыҡлы ғына хәл килеп сыға. 20-29 йәштәгеләр араһында илебеҙҙә 1000 ир-атҡа 960-974 ҡатын-ҡыҙ тура килә (тимәк, 30 йәшкә яҡын ир-ат егеттәребеҙ  йәштәш ҡыҙҙарҙан күберәк), 30-39 йәштәгеләр аралығында 1000 иргә – 1002-1038 ҡатын ҡыҙ, 40-49 йәш аралығында ҡатын ҡаҙҙар күберәк – 1070-1095 кеше. Ҡатын-ҡыҙҙың ғаилә ҡороп, бала табыу осорона ир заттарыбыҙ етәрлек икән бит! Бары 50 йәште уҙғас ҡына ирҙәребеҙ кәмей бара.

Яңғыҙлыҡ проблемаһын хәл итеү юлдарын һәр кем эҙләй. Ни өсөн тигәндә, һәркемдә, һәр нәҫел, һәр милләттең киләсәге йәш быуынға бәйле. Динебеҙ дә был мөһим һорауҙы ситләтеп үтмәй.  Ислам дине ҡанундары буйынса, мосолман кешеһе дүрт ҡатын менән дә йәшәй ала. Ислам динендә рөхсәт ителә тигән булып, бөгөн икенсе ҡатын менән никах уҡытыусылар күп. Был мәсьәләгә ҡарата дин әһелдәре иҫбат итерлек яҡшы аңлатмалар бирә. Тик был аңлатмаларҙа ниндәй өсендер беренсе ҡатындың ризалығы мөһим түгел, тигән фекер алға һөрөлә.

Күпҡатынлыҡ мәсьәләһе буйынса бер генә миҫал килтерәһем килә. Мәктәптә бергә уҡыған танышым Гөлиә яулыҡ бәйләне. Дөрөҫөрәге, быға буласаҡ тормош иптәше Камилдың дини булыуы тәьҫир итә. Институтта ғәрәп белгеслеге буйынса юғары белем алғас, ул Камилға кейәүгә сыҡты. Ир – мосолман ҡанундары буйынса йәшәүсе мәртәбәле ғаиләлә төпсөк бала; шуғалырмы, бер аҙ иркәрәк. Гөлиә иренең һәр һүҙенә буйһоноп (кәрәк тиһә – эшләне, эштән кит тиһә – эшләүҙән туҡтаны), шул уҡ ваҡытта һөйкөмлө ханым булып йәшәп килде. Бына тигән ике ҡыҙ үҫтерҙеләр. Бизнес асып, сит илдәрҙә лә йәшәп алдылар. Йорт һалырға тырышып йөрөгән көндәрҙә (был ваҡытта ҡыҙҙарына уналты йәштәр самаһы инде ине), Камил  икенсе ҡатын менән никах уҡытырға теләүен белдерҙе. Гөлиә, ул ҡатындың диндән бер ҙә алыҫ булыуын, ире менән төнгө клубтарҙа кәйеф-сафа ҡороп йөрөүҙәрен белеп, «аһ» итә. Никах уҡытам, тип, Камил ул ҡатынды өйгә лә алып ҡайтҡыланы.  Иренең был ҡыланышы Гөлиә өсөн башҡа һыймаҫлыҡ хәл ине.


Мин бөтә нескәлектәрҙе белеп бөтмәйем, әммә нисек итһә итте, иренә рөхсәт тә, мөмкинлек тә бирмәне ул. Аллаһ ҡушып тимме, Гөлиә бәхетенәме (бик тә ғаиләһен һаҡлайһы килә ине уның), уларға сит илдә эш тәҡдим иттеләр. Хәҙер ике йылға төҙөлгән контракт буйынса икеһе генә (балалары Ҡаҙанда юғары уҡыу йортонда уҡый) ғәрәп илендә эшләп яталар. Ҡатын-ҡыҙҙың береһе лә үҙ ирен кем менәндер бүлешәһе килмәй. Беренсе ҡатынмы йәки икенсеме, ул барыбер өйләнгән иренең үҙенеке генә булыуын теләйҙер.

Германияла булып ҡайткан хеҙмәттәшем уларҙағы тормышның беҙҙең өсөн бөтөнләй ят яҡтарын һөйләй: «Бөтәһе лә яҡшы, мул тормош, тик әхлаҡи яғы... Туғандарым миңә: «Урамда таныш булмаған ориентациялы кешеләрҙе күрһәң, сәйерһенеп, йылмайып ҡарай күрмә. Әйләнеп ҡараған, фотоға төшөргән өсөн ҙур штраф һалалар», – тип аңлатты». Европала бер үк енес вәкилдәренә ғаилә ҡорорға мөмкинлек биреүсе закондар ҡабул ителде. Асыҡтан-асыҡ йөрөүселәре хәҙер беҙҙә ҙә етерлек. Ҡыҙым менән йылға порты эргәһендә йөрөгәндә ҡаршыбыҙға нисә тапҡыр ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ рәүешендә ҡыланыусы ир заттары осрағаны бар. Үҫеп килеүсе ҡыҙымдың менеп киткәнен күреп, балама дөрөҫ итеп аңлатайым тип аптырағаным иҫтә.

Бер үк енес вәкилдәренең ғаилә ҡороуҙарына (Алла һаҡлаһын!) ҡарағанда, мосолман ирҙең ике ҡатын-ҡыҙ менән никах уҡытыуы ҡурҡыныс түгел кеүек тойола башлай.

Ҡаршылыҡлы  донъяла йәшәйбеҙ. Үҙ өйөбеҙҙе, ғаиләбеҙҙе, халҡыбыҙҙы нисек һаҡлап ҡалырға, баларыбыҙҙы ҡаршылыҡлы фекерҙәрҙән нисек араларға?..


Гульназ ИСМАГИЛОВА.

 https://syuybike.ru/news/otkrovenie/yalgyzlyk-problemasy

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/married-couple-silhouettes-side-view_30591177.htm">Freepik</a>


 

 

Автор:
Читайте нас: