Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
22 Апрель 2023, 13:00

Ир кейеме – ҡатын, ҡатын кейеме – ир, йәғни бер-береңә кейем булып йәшәү

Быны төрлө кеше төрлөсә аңлауы мөмкин. Кемдер:

Ир кейеме – ҡатын,  ҡатын кейеме – ир,  йәғни бер-береңә кейем булып йәшәү
Ир кейеме – ҡатын, ҡатын кейеме – ир, йәғни бер-береңә кейем булып йәшәү

Аллаһы Тәғәлә “Бәҡара” сүрәһендә: «Ҡатындарығыҙ һеҙгә кейем, һеҙ уларға кейем”, – тип әйтә. Эйе, динебеҙ ир менән ҡатынды бер-береһенә кейем булып йәшәргә өйрәтә. Быны төрлө кеше төрлөсә аңлауы мөмкин. Кемдер: “Кейемде кейеп туҙҙыраһың да, сығарып ташлайһың, унан баҙарҙан яңыһын алаһың”, – тип әйтеүе ихтимал. Әлбиттә, кейем төшөнсәһен тән өҫтөн ҡаплаусы сепрәк тип кенә аңлау дөрөҫ түгел. Динебеҙҙә уның мәғәнәһе күпкә киңерәк һәм тәрәнерәк.

 Кеше тәнен хайуандарҙыҡы кеүек йөнлө тире лә, ҡоштарҙыҡы кеүек йөн-ҡаурый ҙа, балыҡтыҡы кеүек тәңкә лә ҡапламай, ул яланғас итеп ярала. Шуға ла уға шәрәлеген йәшереү өсөн айырым кейем кәрәк. “Әл-Әғраф” сүрәһенең 26-сы аятында: “Эй, әҙәм балалары! Беҙ һеҙгә оят урындарығыҙҙы ҡаплау өсөн кейем һәм зиннәттәр бирҙек. Әммә диндарлыҡ – кейемдәрҙең иң күркәмелер. Аллаһы Тәғәләнең аяттарынан, моғайын, уйланып ғибрәт алырһығыҙ”, – тип яҡтыртыла.
Әлеге аяттан сығып, иң элек Аллаһы Тәғәләнең беҙгә биргән кейем ниғмәтенең бер нисә вазифаһына туҡталайыҡ:

Кейем ғәүрәтте ҡаплай
Аллаһы Тәғәлә кейемдең тәү сиратта тәне­беҙҙәге кәмселектәрҙе ҡаплау вазифаһын үтәүен әйтә. Әммә унан башҡа кеше холҡонда ла етеш­һеҙлектәр була. Кемдер ҡурҡаҡ, кемдер һаран, бәғзеләр ҡомһоҙ, сабырһыҙ... Беҙ ул кәм­селек­тәребеҙҙе башҡаларҙан йәшерергә тырышабыҙ. Бер кем дә тирә-йүндәгеләргә: “Мин – һаран”, “Мин – ҡомһоҙ”, – тип ҡысҡырып йөрөмәй.

Ир менән ҡатын булып йәшәй башлағандар ҙа, бер-береһенең тәндә­рен­дәге ғәүрәттәрен күргән кеүек, холоҡтарындағы әлеге оят ерҙәрен дә төҫ­мөрләй. Шуға ла динебеҙ уларға кейем рәүешендә булырға, бер-береһенең кәмселектәрен башҡалар күҙенән йәшерергә саҡыра.
Бынан тыш ирҙең дә, ҡатындың да дәрәжәһенә тап төшөрөү хәрәм һанала, йәғни бер-береһе хаҡында ғәйбәт, яман һүҙ һөйләп йөрөү ҙур гонаһҡа тиң. Шул сәбәпле пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) ғаилә серҙәрен башҡаларға фаш итеүҙе ҡәтғи рәүештә тыя.

Кейем кешенең тәнен һаҡлай


Кейем ғәүрәт урындарын ҡаплап ҡына ҡалмай, кешене һалҡындан, эҫенән һәм сит күҙҙәрҙән һаҡлай. Ул тышҡы һалҡынды эскә үткәрмәҫкә, ә тән йылыһын тышҡа сығармаҫҡа булышлыҡ итә.
Ир менән ҡатын да шулай бер-береһенең изге сифаттарын, әҙәбен, намыҫын һаҡларға тейеш. Тыштан һөжүм итеүсе яман нәмәләрҙе эскә индермәй, бер-береһенең иманын, динен, намаҙын, сафлығын тәьмин итергә, яңы­лыш­һа­лар, вәғәзләп, хикмәт менән төҙәтеп торорға бурыслы.
Донъя матурлығы өсөн тышҡы кейем кәрәк булһа, әхирәт матурлығы өсөн рухи кейем, диндар булыу лазым. Шуға күрә Аллаһы Тәғәлә “Әғраф” сүрәһендә: “Диндарлыҡ кейеме хәйерлерәк”, – ти.
Тышҡы кейем кешенең матди, физик тәнен һаҡлаһа, рухи кейем уның эске донъяһын һаҡлай. Кешенең тышҡы кейеме асылып, оят урындары күҙгә ташланған кеүек, рухи кейеме һалынһа, бөтөн эске ғәүрәттәре күренә.
Атабыҙ Әҙәм менән инәбеҙ Һауа Аллаһы Тәғәлә тыйған емешкә ҡул һуҙып, эске кейемдәрен һалғас, уларҙың тышҡы ғәүрәттәре лә асыла. “Тыйылған емеште ашағас, ояттары күҙҙәренә күренде һәм улар өҫтәренә йәннәт япраҡтары ҡаплай башланы”, – тиелә “Әл-Әғраф” сүрәһендә. Был һүҙҙәр йәнә бер мәртәбә тән кейеме менән рухи кейемдең бәйләнешен, кеше өсөн икеһенең дә бер үк кимәлдә кәрәклеген һәм мөһимлеген иҫбат итә.

Был яҡты донъяла һәммәбеҙгә лә Аллаһы Тәғәлә әмерен үтәп, тыйғандарынан тыйылып, хәләл ефеттәребеҙгә кейем булып, имандарын һаҡлап, һыйындырып йәшәргә насип итһен.


Сафия ИСЛАМОВА әҙерләне.

Фото: Изображение от <a href="https://ru.freepik.com/free-photo/top-view-family-figure-with-copy-space_7413388.htm#page=5&query=%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B0%D0%BC%20%D1%81%D0%B5%D0%BC%D1%8C%D1%8F&position=39&from_view=search&track=ais">Freepik</a>

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: