Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
1 Май 2023, 10:19

Иремә ҡарата һыуындым, нимә эшләргә?

"Үҙ-үҙемде интектереп, мин уның менән йәшәүҙе дауам итергә  тейешме?"

Иремә ҡарата һыуындым, нимә эшләргә?
Иремә ҡарата һыуындым, нимә эшләргә?

«Иремде ир-ат булараҡ яратыуҙан туҡтаным. Ул миңә яҡын кеше, балаларымдың атаһы булараҡ яҡын. Өс балабыҙ бар, улар өсөн түҙәм. Үҙ-үҙемде интектереп, мин уның менән йәшәүҙе дауам итергә  тейешме?»

Асия яҙған ханымдың әлеге һорауына имам Нуршат хәҙрәт яуап бирә:

Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәәтүһ!

– Әгәр ҙә ысынлап та ҡатын ирен яратмай икән, уның асылын, сәбәбен аңларға кәрәк. Асия исемле был ҡатынға бәлкем сихыр, боҙом эләккәндер. Әлбиттә, башта ғаиләне һаҡлап ҡалыу өсөн тырышырға кәрәк. Был ханым үҙ атай-әсәйе менән кәңәшләшергә тейеш, унан һуң иренә әйтергә. Әгәр ҙә ире уны тәьмин итә, ихтирам менән ҡарай икән, балаларына яҡшы мөнәсәббәт бар икән, мәсьәлә үҙенән-үҙе сиселә. Үҙ-үҙен интектерәм тигән, шул ҡаҙәр интегәме икән ул? Бөгөнгө көндә ғаиләләрҙе боҙоу бик киң таралған. Элекке заманаларға ҡарағанда ла, сөнки сихырға өйрәнергә еңел бөгөн. Интернетҡа керһәң, рәхәтләнеп өйрәнергә була. Был мәсьәлә буйынса бик күп китаптар ҙа һатыла. Телевизорҙарҙан да күп күрһәтелә. Бына шуларҙан һаҡ булырға кәрәк. Ғаиләһен ташлап был ҡатын башҡа ерҙә бәхет таба тигән һүҙ түгел.

Бөгөн кешеләр ике категорияға бүленә, беренселәре бәхеттәрен үткән заманда күрә, икенселәре иһә киләсәк заманда эҙләй. Бөгөнгөһөндә күрмәйҙәр, ә беҙ бөгөнгө көн менән йәшәргә тейеш.

Тик торғандан нәфрәт уяна икән, был инде сихыр булырға мөмкин, шуға күрә өшкөрөлөргә кәрәк. Ҡабатлап әйтәм, ғаиләне һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә көстө ҡулланырға кәрәк!

https://syuyke.ru/news/sorau-belgech/irem-karata-suyndym-nishlrg-sorau-avap

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/portrait-of-family-with-child-breaking-up_8364898.htm#query=%D0%BC%D0%B6%20%D0%B6%D0%B5%D0%BD%D0%B0%20%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B2%D0%BE%D0%B4&position=3&from_view=search&track=robertav1_2_sidr">Freepik</a>

Автор:
Читайте нас: