Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
3 Май 2023, 08:00

Иртән торғас уҡыла торған доға

Мосолман иртәләрен уянғас, түшәгенән “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим“ тип торорға тейеш.

Иртән торғас уҡыла торған доға
Иртән торғас уҡыла торған доға

Доғаның хаҡиҡый көсө уны ихлас күңелдән уҡыуҙыр. Был доғалыҡ халҡыбыҙ өсөн, динебеҙ өсөн файҙалы булһын. Ҡыйын саҡтарыбыҙҙа ғына түгел, һәр ваҡытта Аллаһты иҫтә тотоп доғаларҙа булайыҡ. Балаларыбыҙға өйрәтәйек, тәүфиҡлы булып үҫһендәр, мәсет әһеле булһындар!

Иртән торғас уҡыла торған доға:

Мосолман иртәләрен уянғас, түшәгенән “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим“ тип торорға тейеш. Унан һуң ошо доға уҡыла: “Әлхәмдү лилләәһилләҙии әхйәәнәә бәғдә мә әмәәтәнәә вә иләйһил-бәғҫү вәннушур” (Беҙҙе үлгәндән һуң терелтеүсе Аллаһҡа маҡтау булһын! Үлгәндән һуң терелтеү Аллаһтандыр, ҡайтыу ҙа Уғаҙыр.) Был доғаны белмәгәндәргә: ”Һаулыҡ һәм сәләмәтлек эсендә тағын бер көндө башлатҡан Аллаһҡа маҡтау булһын! Беҙгә бөгөн дә хәйерҙәр һәм гүзәллектәр бирһен”,- тип тә доға ҡылырга мөмкин.

Бәҙрәфкә кергәндә уҡыла торған доға:

“Аллаһүммә иннии әғүүҙү бикә минәль-хубҫи вә хәбәә΄иҫи минәш-шәйтанирраҗиим “ ( Эй Аллаһ, бындағы ен ирҙәрҙән үә ен ҡатындарҙан Һиңә һыйынам.)

Бәҙрәфтән сыҡҡас уҡыла торған доға:

 “Әлхәмдү лилләәһилләҙии әҙһәбә ғәннии мә йүэҙинии вә әмсәкә ғәләййә мә йәнфәғунии сүбхәнәкә ғуфраанәкә Раббәнәә вә иләйкәл-мәсыйр”. (Миңә яфа биргән нәмәне алып, файҙалы булғандарын ҡалдырған Аллаһҡа маҡтау булһын. Аллаһым! Һине тәсбих итеп, мәғфирәтенә һыйынам. Әй, Раббыбыҙ! Ҡайтыуыбыҙ Һиңәҙер).

Ильшат Хафизи яҙмаларынан. 

Автор:
Читайте нас: