Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
15 Май 2023, 19:45

МӘСЕТ - АУЫЛҒА БӘРӘКӘТ

Иман йорто тарихи ҡомартҡы ғына булып ҡалырға тейеш түгел, унда йөрөүселәр һаны ла артһын. Илдәр тыныс булһын, сәләмәт булайыҡ", - ти һөләймәндәр.

МӘСЕТ - АУЫЛҒА БӘРӘКӘТ
МӘСЕТ - АУЫЛҒА БӘРӘКӘТ

Ошо көндәрҙә Мәсетле районы Һөләймән ауылында мәсет асылды.
Мәсеттәр – Аллаһ Тәғәләнең ер өҫтөндә булған йорттары. Кем Аллаһты һөйә, ул Уның мәсеттәрен дә һөйә. Мәсет бит уның Һөйөклөһөнең йорто. Шуға күрә, ул нисек тә булһа күберәк ваҡытын яратҡан Раббыһының йортонда үткәрергә тырыша, Ер өҫтөндә ҡоролған һәр мәсет Аллаһ Тәғәләгә ҡәҙерле. Шуға күрә лә Аллаһ Тәғәләнең йорттарын емереү, мәсеттәрҙең эшмәкәрлегенә аяҡ салыу, мәсетте торғоҙоусыларға ҡаршы көрәшеү иң ҡурҡыныс гонаһтарҙан һанала. Ундайҙарға Аллаһтың вәғәҙәһе бик ҡаты. Аллаһ йортон һалырға ярҙам итеү – ул үҙеңә йәннәттә өй һалыу.
Һөләймән ауылы халҡы өсөн бөгөн, ысынлап та, иҫтәлекле көн, ҙур байрам - ауылда мәсет асылды. Уны төҙөүҙә ауыл халҡы, урындағы эшҡыуарҙар әүҙем ҡатнашты.
"Мәсет булған ерҙә - иман да булыр, тигән боронғолар. Һөләймән ауылы мәсете лә ауылға иман килтерер, ҡот өҫтәр. Иман йорто тарихи ҡомартҡы ғына булып ҡалырға тейеш түгел, унда йөрөүселәр һаны ла артһын. Илдәр тыныс булһын, сәләмәт булайыҡ", - ти һөләймәндәр.

Сығанаҡ: Мәсетле районы башҡорттары.

Фото: Мәсетле районы башҡорттары.

 

Автор:
Читайте нас: