Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иман нуры
17 Май 2023, 10:22

Ул хоҙайҙан ярҙам һораны ла...

Был донъяла тулыһынса бәхетле кеше юҡтыр, сөнки уға һәр ваҡыт ниҙер етмәй. 

Ул хоҙайҙан ярҙам һораны ла...Ул хоҙайҙан ярҙам һораны ла...
Ул хоҙайҙан ярҙам һораны ла...

Был донъяла тулыһынса бәхетле кеше юҡтыр, сөнки уға һәр ваҡыт ниҙер етмәй.
Ул барыһын да иртә­гәгә ҡалдыра, ә йылдар үткәс, үткәндәрҙе һағына.


Иртән тороуға күңелең тыныс һәм бер көн ашарлыҡ ризығың бар икән – һин солтан, тигән хәҙис билдәле. Юғиһә, уянабыҙ ҙа, эшкә барырға, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәккәнгә бошонабыҙ, кәйеф булмай.
Күптәр үҙ йорто булмағанға зарлана, әммә фатир алғас та күңеле тынысланмай. Машинаһыҙлыҡтан йонсоғандар, тимер атҡа эйә сағында ла уфтана. Аҡсам күбәй­һә, шуны, быны эшләрмен, тигәндәр ҙә һүҙендә тормай. Кейәүгә сыҡһам, кәләш алһам, утыҙға етһәм, диплом алһам, ябыҡһам, эш тапһам, өй һалһам, балаларым ҙурайһа – тормошомдо үҙгәртәм кеүек үҙ-үҙеңә биргән вәғәҙә лә онотола.

Йәмиләнең сабыйы тыуғас, генетик яҡтан етди сире барлығына шик тыуҙы тип, анализ бирҙертәләр. Ике аҙна көтөргә ҡушыла. Ошо ваҡыт эсендә йәш ҡатын тәрән хәсрәткә бата. “Эй, Аллам, һау тип кенә әйтһендәр ине!” – әсә көн-төн ялбара. Башында ошонан башҡа уй юҡ. Алдағы бүтән проблемалар ваҡ ҡына булған икән! Иренең байрамдарҙа бүләк бирмәүе, ҡәйнәһенең үҙен яратып еткермәүе, ағаһының эсергә яратыуы, еңгәһе менән борсағы бешмәүе, күршеһенән үҙе тураһында ғәйбәт ишетеүҙәре, үткән төн һыйыры ҡайтмауы, аҡса етмәүе, саң һурҙырғысы боҙолоуы… “Юҡҡа ғына көйөп йөрөгәнмен – ысын ҡайғы бына нәмә икән!” – Йәмилә шундай һығымта яһаны. Һөҙөмтә билдәле була торған көн еткәс, ҡулына эш барманы. Балаһын ҡосаҡлап, йөрәге дөп-дөп тибеп, иларҙай булып тик ултырҙы. Хоҙайҙан бер туҡтауһыҙ ярҙам һораны. Хатта үҙ-үҙенә ошондай нәҙер әйтте: “Һау тиһәләр, бүтән бер нәмә өсөн дә ҡайғырып йөрөмәйәсәкмен!”
Бына ул көткән хәбәр… бәпестең бер ниндәй сире лә юҡ! Донъяла ошонан да ҙур ҡыуаныс, бәхет юҡ икән дә баһа! Ҡатын атлап түгел, ә осоп йөрөнө ул көндө. Барыһына ла йылмайҙы, йылы һүҙен өләште, тәмле ризыҡтар бешерҙе… Иртәгәһенә лә бик дәртле, ихлас баҫып йөрөнө. Өсөнсө көнгә күршеһе инде. Ул да бергә шатланды. Сәй эсергә ултырҙылар. Һүҙ артынан һүҙ сығып, кемдеңдер Йәмилә тура­һындағы алама хәбәре лә ысҡынды, тағы берәүҙең яңы эш өсөн ҙур суммала дәүләт ярҙамы алыуы асыҡланды, икенсеһенең балаһы ниндәйҙер конкурста еңгән икән…. Ҡатын эсе боша башлағанын тойҙо. Ғәйбәт кемгә оҡшаһын? Ә көнләшеү… Аҡса етмәгәнлектән, кемдәрҙеңдер сереп байырын белеп тороуы ай-һай ҡыйын икән! Күршеһе менән бигүк күтәренке кәйефтә һөйләшмәне, йәне көйөп әллә кемдәрҙе ҡуша яманлашты, етәкселәрҙе лә, сәйәсмәндәрҙе лә әрләне. Сәй яңыртылғас иренә лә “өлөш” тейҙе, эшкинмәгән, аҡса таба белмәй, бүтәндәр кеүек алдап-йолдап, урлап булһа ла байымай, тип һуҡранды. “Серләшеп” туйған ҡатындар, ҡапыл ашығыс эштәре барлығын иҫтәренә төшөрөп, табынды түңәрәкләне. Күршеһе күҙҙән юғалғас, ярһыған Йәмилә балаһын әрләп алды, бесәйен тибеп ебәрҙе лә, телефон аша ире менән талаша башланы…
Кеше барыһын да бик тиҙ онота шул. Берәй ҡайғы килһә генә, Аллаһ иҫкә төшә, оло мәшәҡәттәр ҙә ваҡҡа әйләнә, бының менән сағыштырғанда бөтә мәсьәләләр ҙә хәл итерлек тойола.

Тағы бер миҫал. Сабит исемле ир һәр ваҡыт күп уйлап тормай кредит артынан кредит ала. Берәүһен түләй алмаһа, икенсе урындан ала ла – быныһын ҡаплай. Хәҙер рәхәт бит – бер ниндәй документһыҙ ҙа аҡса тоттора ла ебәрәләр. Тик бурыс ҡына көн һайын шәп тиҙлектә арта. Ир ана шулай проценттар тоҙағына эләгә. Һис кенә лә йырып сығырлыҡ түгел. Эсеп барып эшһеҙ ҡалғас, бөтөнләй түләй алмай башлай һәм уны суд артынан судҡа йәлеп итәләр. Йоҡоһо – йоҡо, ашы – аш түгел. Көнө төнгә әйләнә. Уныҡынан да ҙур бәләгә тарығандар юҡтыр һымаҡ тойола. Арыу ғына эш табып, түләүҙәремдән ҡотол­һам, бер кредит та алмаҫмын, йәшәүҙән йәм табып, кинәнеп көн итермен, бер кемде лә рәнйетмәҫ инем, намаҙ уҡырмын тип хыяллана. Мәсеткә лә йыш йөрөй башлай, ҡулына йыш ҡына дини китап тотоп ята. Ярға сығарылған балыҡтай сәбәләнгән кешегә туғандары ярҙамға килә – ысынлап та, арыу ғына эшкә урынлаша. Банктар ризалатыла, штрафтар бөтә – артабан тормош үҙ яйы менән һәүетемсә китә. Әммә ир әйткән һүҙендә торҙомо? Юҡ, әлбиттә! Ул йәнә шул уҡ тырмаға баҫа. Кредиттар ғына түгел, кешеләр­ҙән бурысҡа ла ала һәм кире ҡайтармай, Хоҙай барлығы онотола…

Кеше тигәндең хәтере ҡыҫҡа. Әммә Аллаһы Тәғәлә уға ҡайғы-хәсрәт ебәреп, бер нәмәне лә онотмаҫҡа кәрәклеген иҫенә төшөрөп торалыр. Һынауҙар арҡаһында ғына кеше аҡыллыраҡ та, иманлыраҡ та, бүтәндәргә ҡарата иғтибарлыраҡ та, изге күңеллерәк тә булып китеүсән бит. Бер ниндәй бәлә килмәгән саҡта уҡ ваҡ проблемаларҙы тауҙай күрмәй, һәр көндән мәғәнә, йәм, тәм табып йәшәп булмаҫмы икән?

Айлина КИЛДЕБАЕВА.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас