Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
17 Май 2023, 22:40

Йоҡлар алдынан уҡыла торған доға

Ошо доғанан һуң һиңә хәүеф янамаҫ һәм бер нәмә лә зыян килтермәҫ.

Йоҡлар алдынан уҡыла торған доға
Йоҡлар алдынан уҡыла торған доға

Пəйғəмбəребеҙ Мөхəммəт (салләллааһу ғәләйһи үә сәлләм) былай типөйрəткəн:«Урынға ятҡанда: Әғүүҙү бикәлимәәтилләәһит-тәәммәти мин гадабиһи үә ғиҡаабиһи үә шәрри ғибәәдиһи үә мин һәмәзәәтиш-шәйәәтыыни үә ән йәхдуруун.”«Уның асыуынан һәм язаһынан, Уның ҡолдарының зыянынан һәм шайтандарҙың ҡотҡоһонан һәм уларҙың миңә яҡынлашыуынан Алланан Уның һүҙҙәрендә яҡлау эҙләйем», – тип әйт. Ошо доғанан һуң һиңә хәүеф янамаҫ һәм бер нәмә лә зыян килтермәҫ» (Әбү Дауыт. «Тыйб», 19-сы хәҙис; Тирмизи. «Дәғүәт», 90-сы хәҙис)

Имам Бохариҙың əйтеүенсə, Аллаһ Илсеһе Пəйғəмбəребеҙ Мөхəммəт (салләллааһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип өйрəткəн:
«Урынға ятыр алдынан намаҙға əҙерлəнгəндəге кеүек тəһəрəтлəн. Шунан уң яғыңа ят та ошолай тип əйт:
Аллааһүммә әсләмтү нәфсии иләйкә үә үәджджәһту үәджһии иләйкә үә фәууадту әмрии иләйкә үә әлджә’ту ҙаһрии иләйкә рагбәтән үә раһбәтән иләйк. Ләә мәлджә’ә үә ләә мәнджә’ә минкә илләә иләйк. Әәмәнту бикитәәбикәл-ләҙии әнзәлтә үә бинәбиййикәл-ләҙии әрсәлт.
«Эй Аллам! Үҙемде тулыһынса Һиңә тапшырам һәм йөҙөмдө Һиңә табан йүнәлтәм һәм Һинең бойороғоңа буйһонам һәм Һиндә яҡлау эҙләйем. Минең ынтылышым тик Һиңә генә һәм минең ҡурҡыуым тик Һинең алдыңда ғына, минең ышанысым тик Һиңә генә һәм ҡайтыуым да тик Һиңә генә. Һинең беҙгә биргән Китабыңа һәм Һинең беҙгә ебәргән Пәйғәмбәреңә (салләллааһу ғәләйһи үә сәлләм) ышанам». Әгәр ҙә ошо төндә һиңә үлем килһә, мосолман булып үләсәкһең. Һәм был һүҙҙәр һинең һуңғы һүҙҙәрең буласаҡ».

Хуҙəйфə раҙыйаллааһу ғəнһүҙəн ишеткəн Имам Бохариҙың əйтеүенсə:
«Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (салләллааһу ғәләйһи үә сәлләм)
йоҡларға ятыр алдынан былай тигән:
Аллааһүммә бисмикә әмүүту үә әхйәә.
Эй Аллам! Һинең исемең менән үләм һәм терелермен». (Боха-
ри. “Тәүхид”, 13-сө хәҙис; “Дәғүәт”, 6-сы, 7-се, 12-се, 15-се хәҙистәр;
Мөслим. “Зекер”, 59-сы хәҙис)

Автор:
Читайте нас: