Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Иман нуры
14 Июнь 2023, 17:35

ЯМҒЫР ҺОРАП ӘЙТЕЛӘ ТОРҒАН ДОҒАЛАР

Ошо доғаларҙы әйтеп йөрөйөк! Бигерәк тә доғалар ҡабул була торған ваҡыттарҙа һәм урындарҙа ҡылайыҡ! Бөтә был доғалар сахих хәҙистәрҙән алынған.

ЯМҒЫР ҺОРАП ӘЙТЕЛӘ ТОРҒАН ДОҒАЛАРЯМҒЫР ҺОРАП ӘЙТЕЛӘ ТОРҒАН ДОҒАЛАР
ЯМҒЫР ҺОРАП ӘЙТЕЛӘ ТОРҒАН ДОҒАЛАР

Ошо доғаларҙы әйтеп йөрөйөк! Бигерәк тә доғалар ҡабул була торған ваҡыттарҙа һәм урындарҙа ҡылайыҡ! Бөтә был доғалар сахих хәҙистәрҙән алынған.

 «Аллааһү́ммәс-ҡинәә ға́йҫән мүғииҫән мәрииьән мәрииғән нәәфиғән ға́йра дааррин ғәәҗилән ға́йра әәҗил».

.اللَّهُمَّ اسْقِنَا غَيْثاً مُغِيثاً مَرِيئاً مَرِيعاً، نَافِعاً غَيْرَ ضَارٍّ، عَاجِلاً غَيْرَ آجِلٍ

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Беҙҙе ҡотҡарыусы, яғымлы, уңдырышлы, файҙалы, зыянһыҙ, һуң түгел, хәҙер яуа торған ямғыр менән һуғара күр!»

 «Аллааһү́ммә әғи́ҫнәә, аллааһү́ммә әғи́ҫнәә, аллааһү́ммә әғи́ҫнәә».

.اللَّهُمَّ أَغِثْنَا، اللَّهُمَّ أَغِثْنَا، اللَّهُمَّ أَغِثْنَا

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Беҙгә [ямғыр менән] ярҙам итә күр! Эй Аллаһ! Беҙгә [ямғыр менән] ярҙам итә күр! Эй Аллаһ! Беҙгә [ямғыр менән] ярҙам итә күр!»

✅ «Аллааһү́ммәс-ҡи ғибәәдәкә уә бәһәәьимәкә уән-шүр ра́хмәтәкә уә әхйии бә́ләдәкәл-мә́ййит».

.اللَّهُمَّ اسْقِ عِبَادَكَ، وَبَهَائِمَكَ، وَانْشُرْ رَحْمَتَكَ، وَأَحْيِي بَلَدَكَ الْمَيِّتَ

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Бәндәләреңде һәм йәнлектәреңде һуғара күр! Һәм Үҙ рәхимлелегеңде йәйә күр һәм мәйет булған ереңде терелтә күр!»

❗ «Әстәғфирул-лааһә уә әтүүбү иләйк» («Аллаһтан ярлыҡау һорайым һәм Уға тәүбә итәмен!») тип истиғфар әйтеп, тәүбәләр ҡылып тороу хаҡында ла онотмайыҡ!

Автор:
Читайте нас