

Яуаптарҙы Бөрйән районы имам-мөхтәсибе Хәсән Әхтәм улы Зарипов бирҙе.
Һорау: Нимә ул вәджиб?
Яуап: Әбү Хәнифә мәҙһәбендә вәджиб ул шундай ғибәҙәт, үҙен мосолман тип һанаған һәр кем уны үтәргә тейешле. Үтәмәй ҡалдырыу гонаһ булып һанала. Фитр саҙаҡаһы биреү, йәстү намаҙынан һуң вәджиб намаҙы уҡыу, ғәйет намаҙҙары уҡыу кеүек, Зөлхизә айында ҡорбан салыу ҙа вәджиб (необходимо) булып тора.
Һорау: Әгәр Зөлхизә айында фәҡир мосолмандың ҡорбанлыҡ мал һатып алырлыҡ та мөмкинселеге булмаһа, ни эшләргә?
Яуап: Бөтөнләй мөмкинселеге булмаған фәҡир –меҫкен бурысҡа батып, ҡорбан салмаһа ла ярай, уның өҫтөнән вәджиблек төшә. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис сәләм: “Ҡайһығыҙ бай булһа, ул кеше ҡорбан салһын” – тигән, был хәҙистән ҡорбан салыу өсөн етеш йәшәү кәрәклеген аңлайбыҙ.
Һорау: Кемдәргә ҡорбан салыу вәджиб түгел?
Яуап: Иманһыҙҙарға, ҡолдарға, мосафирҙарға, меҫкендәргә, аҡылы теүәл булмағандарға һәм бәлиғ булмаған балаларға.
Һорау: Вәджиб ҡорбанын ҡасан салалар?
Яуап: Вәджиб ҡорбаны Һижри календарь буйынса Зөлхизә айының 10, 11, 12 –се көндәрендә генә салына. Әгәр шул ерлектә мәсет бар икән, шул мәсеттә тәүге көндә тәүҙә ғәйет намаҙы уҡыла һәм шул намаҙҙан һуң ғына ҡорбан салына. Намаҙ уҡырҙан алда салынған ҡорбан дөрөҫ булмай.
Һорау: Ниндәй хайуандарҙы ҡорбан итеп салырға ярай?
Яуап: Кәзә, һарыҡ, һыйыр малы, дөйә.
Һорау: Уларҙың нисә йәштә булыуы кәрәк?
Яуап: һарыҡ һәм кәзә 1 йәштән, һыйыр малы 2 йәштән, дөйә 5 йәштән. Әгәр һарыҡ бер йәше тулмаһа ла, кәүҙәгә бер йәшлек кеүек ҙур булһа, уны ҡорбан итеп салырға мөмкин. Тик кәзәнең бер йәше тулған булыуы мотлаҡ.
Һорау: Ҡорбанға салына торған малды һайлағанда нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
Яуап: Ҡорбанлыҡ мал күркәм, һау –сәләмәт булырға тейеш. Ауырыу, үтә ныҡ ябыҡ, ғәрип, бер күҙе йәки ике күҙе лә һуҡыр, ҡолағының йәки ҡойроғоноң яртыһы өҙөлгән,мөгөҙө төбөнә тиклем һынған, тештәренең күбеһе булмаған мал һайламаҫҡа. Ҡойроғоноң йәки ҡолағының әҙ генә өлөшө өҙөлгән, әҙ генә теше булмаған, көйҙөртөлгән малды ҡорбанға һайларға мөмкин. Төҫө, енесе мөһим түгел.
Һорау: Ашарға ит кәрәккәнлектән ҡорбан салыу дөрөҫмө?
Яуап: Юҡ. Ҡорбан фәҡәт Аллаһ Тәғәлә ризалығына һәм рәхмәтенә ирешеү өсөн салына. Хатта күмәкләп бер оло малды ҡорбанға салғанда ла бер генә кешенең ниәте яңылыш булһа ла, уның да, ҡалғандарының да ҡорбаны дөрөҫ булмай.
Һорау: Ҡорбан итен кемдәргә бирергә?
Яуап: Ибн Ғәббәс (Аллаһ унан риза булһын) еткереүе буйынса, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис сәләм салған ҡорбанының өстән бер өлөшөн үҙенең ғаиләһенә ашатҡан, тағы бер өстән берен ярлы йәшәгән күрше –күләненә таратҡан, ҡалған өлөшөн мохтаж фәҡирҙәргә таратып биргән. Икенсе яҡтан, әгәр ҡорбан салыусы кешенең ғаиләһе үҙе мохтажлыҡ кисереүсе ғаилә булып һаналһа, итте таратмай ғына үҙендә ҡалдыра ала. Һәм киреһенсә, әгәр ҡорбан салыусы кеше бай кеше булһа, итте бөтөнләй үҙендә ҡалдырмай, мохтаж кешеләргә таратып бирә ала.
Һорау: Ҡорбан итенең һөйәктәрен ни эшләтергә? Эткә, бесәйгә ашатырға яраймы?
Яуап: Беҙгә ҡарап торған, ризыҡ менән беҙ тәьмин итергә тейеш эт менән бесәйгә ҡорбандың итен дә, һөйәген дә ашатырға ярай. Тик, эт ашағандан һуң аяҡ аҫтында туҙып ятмаһын өсөн, һөйәктәрҙе йыйып күмергә кәрәк.
Һорау: Ҡорбанлыҡ мал һатып алырға аҡсаһы булмаған осраҡта, икенсе берәй кешенән үтескә аҡса алып тороп, йәки аҙаҡтан хаҡын түләрмен, тип мал алып тороу рөхсәт ителәме?
Яуап: Ҡорбанды хәле еткән кеше генә сала, хәле етмәгән кешегә хәлен ауырайтып, бурысҡа батып ҡорбан салыу кәрәкмәй. Шулай уҡ хәҙерге заманда хатта үтекте лә кредитҡа алыусылар бар, былай эшләү ҙә ярамай.
Һорау: Ҡатын –ҡыҙға ҡорбанын үҙ ҡулы менән салыу яраймы?
Яуап: Әгәр ҡурҡмаһа, уға салырға рөхсәт ителә.
Һорау: Әгәр ҡорбанға тип һатып алған мал быҙаулаһа (бәрәсләһә) ни эшләтергә?
Яуап: Бындай осраҡта 3 юл бар: а) быҙауын ҡалдырып, үҙен генә салаһың; б) икеһен дә бергә салаһың; в) икеһен дә салмайынса һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә таратаһың.
Һорау: Ҡорбан итен нисә көндә ашап йәки таратып бөтөргә кәрәклеге тураһында ни әйтелә?
Яуап: Ул турала ҡәтғи бер нәмә лә әйтелмәгән. Мәҫәлән, бер кеше үҙе исеменән генә һыйыр салып, уны йыл буйына ла ашап бөтөрә алмаҫҡа мөмкин.
Һорау: Ҡорбан итен һатырға яраймы?
Яуап: Ҡорбан итен һатыу харам. Шулай уҡ, ҡорбанды салған кешегә ҡорбан ите менән түләү ҙә ярамай. Хеҙмәте өсөн айырым түләргә кәрәк.
Һорау: Ғәйет намаҙына барыу мотлаҡмы?
Яуап: Ғәйет намаҙы –вәджиб. Ғәйет көнөндә, ҡояш ҡалҡҡандан алып, зәүүәлгә тиклем уҡыла ул намаҙ. Әгәр берәй сәбәп менән беренсе көнөндә уҡылмаһа, икенсе көнөндә уҡырға ла ярай. Был намаҙ өйҙә уҡылмай. Ғөсөл алып, байрамса кейенеп мәсеткә барыу сөннәт, шулай уҡ иртәнсәк бер нәмә лә ашамай килеү сөннәт булып һанала. Барғанда, тәҡбир әйтеп барыу яҡшы. Мәсеткә барғас та бер ниндәй ҙә нәфел намаҙҙары уҡымай, тәҡбир әйтеп ултырыу яҡшы. Ғәйет намаҙын уҡығас, берәй нәмә ашап алыу һәйбәт.
А.Ғарифуллина әҙерләне