Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иман нуры
22 Июнь 2023, 16:32

Кешенең ҡәҙере

Быны аҡса менән сағыштырырға була 1000 һумлыҡ купюра, 500 һумлыҡ һәм 100 һумлыҡ.

Кешенең ҡәҙереКешенең ҡәҙере
Кешенең ҡәҙере

Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән:
عن أَبي هريرة — رضي الله عنه — قَالَ : قَالَ رسول الله — صلى الله عليه وسلم — : تَجِدُونَ النَّاسَ مَعادِنَ : خِيَارُهُم في الجَاهِلِيَّةِ خِيَارُهُمْ في الإسْلاَمِ إِذَا فَقُهُوا ، وتَجِدُونَ خِيَارَ النَّاسِ في هَذَا الشَّأنِ أَشَدَّهُمْ كَرَاهِيَةً لَهُ ، وَتَجِدُونَ شَرَّ النَّاسِ ذَا الوَجْهَينِ ، الَّذِي يَأتِي هؤُلاءِ بِوَجْهٍ ، وَهَؤُلاءِ بِوَجْهٍ )) . متفق عَلَيْهِ .

«Һеҙ кешеләрҙе мәғдән ятҡылығы (рудник) кеүек табырһығыҙ. Жәһилийә (исламды ҡабул иткәнсе) ваҡытында яҡшыларығыҙ исламға ингәс тә яҡшы булыр, әгәр динде өйрәнеп белһә. Иң хәйерле кешенең ошоно (мөлкәтте) күрә алмауын күрерһегеҙ. Иң насар кешенең ике йөҙлө булыуын табырһығыҙ. Берәүҙергә бер йөҙ менән килә, икенселәргә икенсе йөҙ менән. Бохари 3493 и Мөслим 2526.
Расүл әкрам саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм кешеләрҙе мәғдән ятҡылыҡтары менән сағыштырған. Бер ятҡылыҡта алтын сыға, икенсеһендә баҡыр, өсөнсөһөндә ҡом. Әлбиттә алтын ятҡылығы баһалыраҡ. Баҡыр ятҡылығы ҡом ятҡылығынан баһалыраҡ. Һәр ҡайһыһында хаҡы булһа ла... Кешеләр ҙә шулай уҡ. Тырыш, аҡыллы, иманлы, яҡшы холоҡло кеше булдыҡһыҙ кешегә ҡарағанда өҫтөнөрәк. Аҡылы менән өҫтөнөрәк кеше түбәнерәктән йәки наҙаныраҡтан өҫтөнөрәк. Һәр ҡайһыһында ла хәйерле сифат булыуына ҡарамаҫтан берһе икенсеһенән яҡшыраҡ. Быны аҡса менән сағыштырырға була 1000 һумлыҡ купюра, 500 һумлыҡ һәм 100 һумлыҡ. Һәр ҡайһыһында ла хаҡы бар, ләкин 1000 һумлыҡта баһаһы күберәк. Үҙеңдең баһаңды арттырыр өсөн уҡырға, белем алырға, әхләгеңде яҡшыртырға кәрәк.
Быны эшкә алыусылар электән үк белгән. Эшселәргә разрядтар, кластар һәм башҡа бүленештәр биреп эш хаҡын түләйҙәр. Эштән китмәһен өсөн булдыҡлы эшсегә премиялар, өҫтәмә файҙалар биреп эштә тоталар. Сөнки беләләр, ҡайһы бер хеҙмәтсенән бөтөн заводтың эшләү-эшләмәүе бәйле.
Дингә килгәнсе яҡшы, булдыҡлы кеше, дингә килгәс тә шулай уҡ яҡшы, булдыҡлы булып ҡала. Хатта яҡшыра ғына. Бындай кеше үҙенең бөтөн булмышын, хәләтен дин мәнфәғәтенә ҡуллана, ислам өсөн ныҡ файҙалы мосолманға әйләнә. “Бер тырыш мең ялҡауҙы туйҙырған” кеүек, бындай кеше үҙе менән күптәрҙе алыштыра. Һуғыш барышында мосолман ғәскәре хәлиф Ғүмәр радыяллаһү ғәнһүнән ярҙамға ғәскәр һораған. Ғүмәр радыяллаһү ғәнһ уларға бер кешене – Ҡәғҡәғ исемле батырҙы ебәрә һәм: “Был кеше 1000 башҡаны алыштыра”,- ти. Ысынбарлыҡта мосолман ғәскәре ошо батыр арҡаһында яуҙы еңеп сығалар. Йәки Хәлид бин Үәлидте радыяллаһү ғәнһ алһаҡ, ул идара иткән ғәскәр еңеүһеҙ ҡайтмаған, һәр ваҡыт еңгән. Бер кешенән күп эштәрҙең нәтижәһе торған.
Әле лә шулай уҡ, бер кешегә бөтөн эштәр бәйле. Бер заводтан булдыҡлы булған етәксеһен эштән сығарһалар, шундуҡ эш туҡтала, был предприятие банкротҡа әйләнә. Йәки бер ауыл биләмәһенә, районға булдыҡһыҙ кешене килтереп ҡуйһалар, оҙаҡ та үтмәй, шул төбәктәр бөлгөнлөккә төшә. Шуға ла булдыҡлы кешенең ҡәҙерен белергә кәрәк. Улар тиҫтәләгән тонна балсыҡ эсендә ятҡан бриллиант һымаҡ. Табыр өсөн күп көс һалырға кәрәк. Тапҡас, юғалтырға ярамай. Диндәме, бизнестамы, бындай кешеләрҙе эҙләп йөрөйҙәр. Үҙҙәренә ылыҡтырып, сит яҡҡа алып китеп, эшләтәләр. Тыуған ерем тип тороп ҡалған булдыҡлы милләттәштәребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, уларҙы ихтирам итәйек, уларға һүҙ тигеҙҙермәйек. Халҡыбыҙҙың дошмандары быны яҡшы белә үә аҫыл заттарыбыҙҙы ситкә тибергә, уларҙы “бысратырға” тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халҡыбыҙҙың ахмаҡтары ла быларға ҡушылып, ил азаматтарын юҡҡа сығарырға булышлыҡ итә.

https://vk.com/public160608301

Фото: https://ru.freepik.com

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас