Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иман нуры
23 Июнь 2023, 07:54

Изге йортта үҙеңде нисек тоторға?

Рухи тәрбиә биреүҙе төп маҡсат иткән урында донъя мәшәҡәттәрен оноторға, уларҙан ситтә торорға кәңәш ителә.

Изге йортта үҙеңде  нисек тоторға?Изге йортта үҙеңде  нисек тоторға?
Изге йортта үҙеңде нисек тоторға?

Мәсеттәрҙе йыш ҡына “Аллаһ йорто” тип тә атайҙар. Шулай булғас, унан да ҡәҙерлерәк, унан да хөрмәтлерәк, унан да бөйөгөрәк йорт юҡ. Бында бөтә донъяны, барлыҡ бәндәләрҙе бар ҡылған Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылынып, әҙәм балалары рухи паҡлыҡ ала. Рухи тәрбиә биреүҙе төп маҡсат иткән урында донъя мәшәҡәттәрен оноторға, уларҙан ситтә торорға кәңәш ителә. Ғөмүмән, мәсет эсендә үҙ-үҙеңде лайыҡлы тотоуҙың күркәм ғәҙәттәре, тыйыуҙары бар, бөгөн шуларға ентекләберәк туҡталайыҡ.

Әҙәм балаһы “Аллаһ йорто”на махсус рәүештә тәһәрәт алып, ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейемдәрен кейеп килер. Ғибәҙәт ҡылып, Аллаһы Тәғәлә ризалығын алырға тырышып, зекер-тәсбихтәр әйтер, Ҡөрьән уҡыр, гонаһ-хаталарын кисереүен һорар, ғәфү үтенер. Шулай уҡ уны паҡ тотоуға һәм төҙөкләндереүгә хәленән килгәнсә үҙ өлөшөн индерер һәм үҙенә сауап алыр. Был хаҡта изге китапта төрлө хәҙистәр бар: мәҫәлән, “Берәү мәсеткә бер сыра ҡуйһа (лампочка), ул кешегә шунда яҡтылыҡ бөткәнсегә ҡәҙәр фәрештәләр истихар ҡылыр”. Йәки “Берәү мәсеттән бер сүп сығарһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең ҙур гонаһын юя”, – тиелгән.
Мәсеткә алдан уҡ ниәтләп барыу сауаплы. Уң аяҡтан атлап инергә, һул аяҡ менән атлап сығырға кәңәш ителә. Изге йортҡа “Бисмиллаһ” әйтеп ингәндән һуң түбәндәге доға уҡыла.
«Әллааһүммәфтәх лии әбүәәбә рахмәтик». (Раббым! Миңә рәхимлегеңдең ишектәрен ас!)
Унан Аллаһы Тәғәләнән шәфҡәт-миһырбанлыҡ һорала. Тәү сиратта намаҙ уҡыу – сөннәт. Был намаҙ “Тәхиййәт әл-мәсжид” тип атала. Шунан һуң мәсеттәгеләргә сәләм бирелә.
Әгәр мәсеттә эргә-тирәгеҙҙә кеше юҡ икән йәки кешеләр намаҙ уҡыһа, мәсеткә инеүсе: “Әс-сәләмү ғәләйнә мир-Раббинә үә ғәлә ғибәдилләһис-салихин” (“Аллаһы Тәғәләнән беҙгә һәм барлыҡ мөьмин-мосолмандарға тыныслыҡ булһын”) тип әйтергә тейеш.
Ә мәсеттән һул аяҡ менән атлап сыҡҡанда: «Әллааһүммә иннии әс-әлүкә мин фәдълик». (Раббым! Һинең фазыл һәм рәхмәтеңде һорайым!) тип доға ҡылыу урынлы булыр.
Шулай уҡ мәсеткә барғанда түбәндәге ғәмәлдәрҙән тыйылыу зарур:

Тәһәрәт-ғөсөлһөҙ килеш килеү, аяҡ кейемен һалмайынса инеү;
Эш кейемендә, еҫ килеүсе, бысраҡ әйберҙәр менән мәсеткә инеү;
Аллаһы Тәғәлә мәсеткә ғәүрәттәрҙе ҡаплап, бөхтә итеп кейенеп барырға ҡуша. “Кейемдәрегеҙҙең ағын һайлағыҙ, сөнки ул – кейемдәрегеҙҙең иң хәйерлеһе”, – тигән.
Ингән-сыҡҡан кешеләргә туҡтауһыҙ боролоп ҡарау;
Тәкәбберләнеп, кеше күрһен өсөн ҡуҡырайып ултырыу;
Аяҡтарҙы Ҡиблаға табан йүнәлтеү;
Оло кешеләрҙе алға үткәрмәү; уларҙы ҡыҫырыҡлап, сафҡа баҫыу;
Намаҙ ваҡыттарында сафтар тығыҙ булғанлыҡтан, ғәҙәттә, ҡулбаштар бер-береһенә тейеп тора. Мөхәммәт (с.ғ.с.) пәйғәмбәр тарафтарҙары шул ҡәҙәр тығыҙ баҫып торғандар – хатта уларҙың кейеме ҡулбаштары өлөшөндә туҙа торған булған.
Сөннәт менән фарыз араһында һөйләшеү, ҡулдарың менән уйнау, бармаҡ шартлатыу, намаҙ ваҡытында кешеләрҙең иғтибарын төрлөсә ситкә йүнәлтеү;
Йоғошло сир менән ауырыған мәлдә, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың күрем көндәрендә мәсеткә йөрөү;
Мәсеткә кескәй балаларҙы алып килеү. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.): “Мәсеттәрҙе сабыйҙарҙан, диуаналарҙан, һатыу-алыу эштәренән, низағ-талашыуҙарҙан, тауыш күтәреүҙән һаҡлағыҙ”, – тигән. Ул мәсеттең бысраныуына, сүпләнеүенә йәки Аллаһты иҫкә алыуҙан башҡа тауыштар сығыуына килтерә торған сәбәптәрҙе мәсеттәрҙән йыраҡ тоторға ҡушҡан.
Ҡорал алыу һәм ҡулланыу;
Ғәсеттәрҙе кешене рәнйетеү;
Ғибәҙәттән башҡа донъя хәлдәре тураһында һүҙ йөрөтөү.
Һуңғы тыйылыу тураһында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) әйткән хәҙис былай яңғырай: “Кем мәсеттә юҡ-бар донъя һүҙе һөйләһә, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең ҡырҡ йыллыҡ ғәмәлен юҡҡа сығара”.

Мәсет ул фәҡәт дин ғилемен өйрәнеү һәм өйрәтеү өсөн генә ҡулланыла, унда бөйөк хужабыҙ, ғаләмде юҡтан бар иткән Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып, ысын мосолман дәрәжәһенә тап төшөрмәй, балаларыбыҙға өлгө булып ҡалырға насип булһын.

Сафия ИСЛАМОВА әҙерләне.

Фото: https://ru.freepik.com

Автор:
Читайте нас