Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иман нуры
27 Июнь 2023, 04:20

27 июнь - 9-сы зөлхизә, Ғәрәфә көнө

Тик ниәт итеп тотоу кәрәк: “ Йәә Раббым, бер үҙеңдең ризалығың өсөн иртәнге таң (сәхәр) ваҡытынан ҡояш байығансы Ғәрәфә көнөнөң ураҙаһын тоторға ниәт иттем”.

27 июнь -  9-сы зөлхизә, Ғәрәфә көнө27 июнь -  9-сы зөлхизә, Ғәрәфә көнө
27 июнь - 9-сы зөлхизә, Ғәрәфә көнө

Был изге көндә  Сәғүд Ғәрәбстанына  (изге Ҡәғбәтулла тарафтарына)ислам диненең 5 терәгенең 1-еһе булған хаж ғәмәлен үтәр өсөн йыйылған миллионлаған мосолман ҡәрҙәштәребеҙ – хажиҙар Ғәрәфәт (Арафа) тауында  доға, истиғфар ҡыла (Аллаһтан ғәфү һорай, тәүбә итә), тәлбиә әйтә.

9-13-сө зөлхизә – тәшрик көндәре. Йәғни, иртәгә (27 июнь) иртәнге намаҙҙан алып 13-сө зөлхизәнең (1 июлдең) икенде намаҙына тиклем һәр фарыз намаҙҙан һуң:”Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Лә иләһә илләлллаһу үәллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Үә лилләһил-хәмд!”-тип тәкбир әйтелә.

Әбү Ҡатаданан, Аллаһ унан риза булһын , еткерелә, Пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотоуға  бәйле былай тигән: “ Ул  (ошо көндә ураҙа тотоу) үткән һәм киләһе йылдарҙың гонаһын юйыуға сәбәп булып тора”.( Мөслим).

Тик ниәт итеп тотоу кәрәк: “ Йәә Раббым, бер үҙеңдең ризалығың өсөн иртәнге таң (сәхәр) ваҡытынан ҡояш байығансы Ғәрәфә көнөнөң ураҙаһын тоторға ниәт иттем”.

А.Ғарифуллина әҙерләне.

Сығанаҡ: "Таң" гәзите.

Автор:
Читайте нас