Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Иман нуры
5 Июль 2023, 18:05

Бөйөк тә, көйөк тә, ыу ҙа, дарыу ҙа

Ауыҙҙан яңылыш ҡына ысҡынып сыҡҡан бер һүҙең мейеңде серетер мең  проблемаға әйләнергә мөмкин шул. Ә бер  өндәшмәй ҡалыуың мең бәләнән аралауы ла бар...

Бөйөк тә, көйөк тә, ыу ҙа, дарыу ҙаБөйөк тә, көйөк тә, ыу ҙа, дарыу ҙа
Бөйөк тә, көйөк тә, ыу ҙа, дарыу ҙа

Кеше һүҙе кеше үлтерә, тип белмәй әйтмәгән халыҡ – бер һүҙ менән үлергә ятҡанды терелтергә лә, өмөтө һүнгәнгә йән өрөргә лә, ҡанатланып ете ҡат күктә осоп йөрөгәнде ҡолата һуғып төшөрөп, ҡанатын ҡайырырға ла була. Һүҙҙең ҡөҙрәте ҙур, мөмкинлеге ҙур шул.
Ғибәрт-фәһем бирерлек нәмәләрҙе " Аҡыл янсығы" на теркәштереп барам - һуңынан фекер әтмәләргә.
...Бииик әүләге заманда бер бай ҡолдар баҙарында йөрөп ята икән. Бер ҡолдоң эргәһендә туҡтаған был. Тегенең хужаһы: " Ал, ал, бик шәп, егәрле ҡол, ҡулынан килмәгән эше юҡ, үҙе һауһаҡ, тик... Бер генә етешһеҙ яғы бар - ул ғәйбәтсе, ләститсе..."-тигән.
Һе, ғәйбәт тә булдымы бер нәмә, иң мөһиме, эшкә шәп булһын, тигән дә был, һатыусы һораған хаҡты түләп, теге ҡолдо һатып алған.
Бер мәл был ҡол яңы хужаһының ҡатыны эргәһенә барған да; " Эй, хужабикәм, һине ирең яратмай, икенсегә өйләнергә теләй. Ул һине элеккесә кире яратһын тиһәң, төндә йоҡлғанында бысаҡ менән һаҡалынан ике-өс бөртөк йөнөн (сәсен) ҡырҡып ал", -ти. Шунан ир эргәһенә барып:" Эй, әфәндем, ҡатының һине яратмай, икенсегә ғашиҡ, ул һине төндә йоҡлағаныңда бысаҡ менән сәнсеп үлтереп, һинән ҡотолорға уйлай, һаҡ бул,"-тип кәңәш итә.
Ир кеше, ҡолоноң һүҙен тыңлап, төнөн йоҡлаған кеше булып ята. Бер мәл, ысынлап та, ҡулына бысаҡ тотоп эргәһенә ҡатыны килә лә... иренә эйелеп, һаҡалынан ике-өс ҡылды ҡырҡып алмаҡ була. Юрый йоҡлағанға һалышып ятҡан ир, ырғып тороп, ҡатынын бәреп үлтерә...
Кейәүҙәренең ҡыҙҙарын үлтергәнен белгән ата-әсә килеп етеп кейәүҙәрен теге донъяға оҙата. Ырыу-ара һуғыш сығып, байтаҡ ҡорбандар сыға...
Кеше һүҙе кеше үлтерә, тип белмәй әйтмәгән халыҡ. Бохари хәҙистәр йыйынтығында Хузайфанан еткерелә:" Мин пәйғәмбәр саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмдең, ғәйбәтсе ожмахҡа инмәҫ, тигәнен ишеттем"-, ти.
Бәй, баяғы бай һәм беҙҙең күптәребеҙ уйлағанса, ғәйбәт, ләстит ябай ғына гонаһ түгел икән. Бушҡа ғына телдең зыяны тураһында белгән боронғолар унан дарыу тип өндәшмәүҙе иҫәпләгән, тиһегеҙме?

Һүҙгә, һинең ауыҙыңда саҡта – һин хужа, ауыҙыңдын сыҡһа, ул һиңә хужа, тип белмәй әйтмәйҙәр инде. Ауыҙҙан яңылыш ҡына ысҡынып сыҡҡан бер һүҙең мейеңде серетер мең  проблемаға әйләнергә мөмкин шул. Ә бер  өндәшмәй ҡалыуың мең бәләнән аралауы ла бар...

Һүҙ көйөк тә, бөйөк тә шул,ыу ҙа, ағыу ҙа...

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

 

Автор:
Читайте нас