Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Иман нуры
11 Июль 2023, 13:35

Был эҫе - тамуҡтың тын алыуы

Дин ғалимдары әйтеүенсә, ошондай күренештәр – бәндәләр өсөн һабаҡ һәм улар Ҡиәмәт көнөнөң һәм тамуҡтың билдәләренән. Бохариҙан килтерелә: “ Ысынбарлыҡта, томорҡа һәм эҫе Йәһәннәм утының көсәйеүенән. Тамуҡ уты Аллаһҡа зарланған: “Йәә, Раббым! Минең бер өлөшөм икенсе өлөшөмдө йотто”-, тигән. Аллаһ Тамуҡҡа ике тапҡыр тынын сығарырға  рөхсәт иткән. Береһен – ҡыш, икенсеһен – йәй.”

Был эҫе - тамуҡтың тын алыуыБыл эҫе - тамуҡтың тын алыуы
Был эҫе - тамуҡтың тын алыуы

 

Иҫ китмәле эҫе мәлдәр кисерәбеҙ. Тик был һынауҙар ниңә икән, тип уйларға ғына форсат та , ваҡыт та юҡ – эҫене һыу инеп, тәбәиғәттә ял итеп йә башҡа сара менән баҫыу юлындабыҙ.

Һәр нәмәлә – был тәбиғәт күренештәре,  катаклизмдары, яуым-төшөм һ.б. булһынмы – ошоларҙы бар ҡылыусы Аллаһтан рәхмәт, хикмәт, кешеләргә киҫәтеү, аҡыл, бәндәне ниҙәндер йолоп-ҡурсып ҡалыу һәм уйлыға уй төйөнө бар.

Әле аномаль эҫе, тинек. Күбебеҙ өсөн был термометр бағанаһындағы һандарҙың уйнауы, йәйге селлә генә, ә уйлар, һығымта яһар, тормошоңа, ғүмереңә йомғаҡ яһар, ҡылғандарыңа баһа биреп уйланыр, фекер йөрөтөр сәбәп түгел.

Һәр нәмә Аллаһтан һәм унда ниндәйҙер хикмәт һалынған.

Дин ғалимдары әйтеүенсә, ошондай күренештәр – бәндәләр өсөн һабаҡ һәм улар Ҡиәмәт көнөнөң һәм тамуҡтың билдәләренән.

Бохариҙан килтерелә: “ Ысынбарлыҡта, томорҡа һәм эҫе Йәһәннәм утының көсәйеүенән. Тамуҡ уты Аллаһҡа зарланған: “Йәә, Раббым! Минең бер өлөшөм икенсе өлөшөмдө йотто”-, тигән. Аллаһ Тамуҡҡа ике тапҡыр тынын сығарырға  рөхсәт иткән. Береһен – ҡыш, икенсеһен – йәй.”

Ошо мәлдәр инде йәйге ныҡ эҫе көндәр һәм ҡышҡы сатлама һыуыҡтар.

Икенсе риүәйәттә (Тирмизи) әйтелгән: “ Тамуҡтың ҡыш тын сығарыуы – сатлама һыуыҡ, ә йәйге тын сығарыуы – түҙеп торғоһоҙ эҫе”.

Тамуҡтың бер тын сығарыуынан ошолай йонсойбоҙ икән, шундә эләгергә Аллаһ Үҙе ҡушмаһын, тип доға ҡылырға ғына ҡала беҙгә, бәндәләргә...

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас