Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иман нуры
14 Июль 2023, 17:10

Тәсбих тә, зекер ҙә

Һуңғы ваҡыттарҙа дини тематикаға төрлө банерҙар, плакаттар килеп сыға башланы – был инде сауаплы һәм бөгөнгө көндә кәрәкле ғәмәл булып тора, сөнки кемдер берәү ул плакаттағы зекерҙе уҡый, сауап ала, ә белмәгәне инде зекер әйтергә өйрәнә, Аллаһты иҫенә төшөрә, уны данлай, бөйөкләй.

Тәсбих тә, зекер ҙәТәсбих тә, зекер ҙә
Тәсбих тә, зекер ҙә

Тәсбих тә, зекер ҙә (Аллаһты ҡат-ҡат данлау, маҡтау, бөйөкләү), мизанда  (үлсәүҙә) ауыр тартыр һүҙ ҙә

Тимер (Бөрйән) тарафтарына юлы төшкән,  йәиһә оло юлдан үтеп барышлай Тимер туҡталҡаһы яғына күҙ һалған осҡор күҙҙәр шәйләмәй ҡалмағандыр – унда “Аллаһу әкбәр!” тигән яҙыу бар.

Яңыраҡ редакцияға Тимерҙән шылтыратыу булды: “Ошо яҙыуҙың мәғәнәһен аңлатып бирегеҙ әле, юғиһә ул нимә аңлата, ни өсөн яҙып элгәндәр, тип баш ватыусылар бар”.

Динебеҙ хаҡында аҙ-маҙ ғына мәғлүмәт туплаған һәр кешегә таныш был һүҙҙәр – сәждәгә киткәндә лә ошо һүҙҙәр әйтелә, намаҙҙағы һәр хәрәкәттән алда, тигәндәй,  намаҙға ингәндә лә, мал салғанда ла (бисмилләһи , Аллаһу әкбәр), аҙанда ла бар. Ҡыҫҡаһы , “Аллаһу әкбәр”һеҙ йәшәмәйбеҙ, әлхәмдүлилләһ!

Ошо һүҙгә аңлатма биреүен редакцияға юлайҡан йомошо төшкән Данияр хәҙрәт Буранбаевтан һораныҡ:

“ Аллаһ әкбәр (Аллаһу әкбәр) – мосолман кешеһенең бик йыш әйтелә торған тәсбихе, зекере.Был зекер “ Аллаһы Тәғәлә иң бөйөк” тигәнде аңлата.Ысынлап та, тирә-яғыбыҙға күҙ һалһаҡ, фекерләһәк, Уның бөйөклөгө ғәйәт ҙур икәнен аңлайбыҙ.Ҡөрьәндә лә Аллаһы Тәғәлә әйтте бит: “Күктәге йондоҙҙарҙы ҡуйыусының дәрәжәһе ғәйәт бөйөктөр”, -тип.

Мосолман кешеһе һәр ваҡытта ла теле һәм йөрәге менән зекер әйтә, ә инде зекер әйтеү күңелде тынысландыра, рухи байлыҡ бирә.

Әлхәмдүлилләһ, динебеҙ халҡыбыҙға кире ҡайта, һәм кемдәрҙер, сауап алайыҡ тип, изге ғәмәлдәр ҡыла, дин өсөн хеҙмәт итә.

Һуңғы ваҡыттарҙа дини тематикаға төрлө банерҙар, плакаттар килеп сыға башланы – был инде сауаплы һәм бөгөнгө көндә кәрәкле ғәмәл булып тора, сөнки кемдер берәү ул плакаттағы зекерҙе уҡый, сауап ала, ә белмәгәне инде зекер әйтергә өйрәнә, Аллаһты иҫенә төшөрә, уны данлай, бөйөкләй.

Динебеҙгә ҡайтайыҡ, зекерҙә булайыҡ!”

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

Фото: "Таң" гәзите.

 

Автор:
Читайте нас