

Мосолмандың ҡалҡаны – доға, тип өйрәтә динебеҙ. Доғаны (Аллаһтан ялбарыуҙы, нимәнелер һоауҙы) үҙ телеңдә әйтһәң дә була, ғәрәпсә әйтәң дә ярай. Пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, ҡылған доғалар һәм башҡа пәйғәмбәрҙәр ҡылған доғалар менән һорау хәйерле һанала.
Шулай уҡ Ҡөрьәндә, хәҙистәрҙә телгә алынған доғалар менән Аллаһтан һорау хәйерле ғәмәл.
ЛӘӘ ИЛӘҺӘ ИЛЛӘ АЛЛАҺҮ ҮӘХДӘҺҮ ЛӘӘ ШӘРИКӘ ЛӘҺ, ЛӘҺҮЛ – МҮЛКҮ ҮӘ ЛӘҺҮЛ – ХӘМДҮ ҮӘ ҺҮӘ ҒӘЛӘӘ КҮЛЛИ ШӘЙИҢ ҠАДИИР (Аллаһтан башҡа иләһ юҡ һәм Ул бер Үҙе генә, Уның тиңдәше юҡ. Уға ғына барса батшалыҡ (хакимиәт) һәм Уға ғына барса маҡтау, һәм Ул һәр нәмәгә ҡөҙрәтле).
(Әл –Бохари, 1703 (6403): Әбү Һөрәйрәнән еткерелә: “Кем был һүҙҙәрҙе (доғаны) көнөнә 100 тапҡыр әйтһә, ул 10 ҡолдо азат иткән кеүек булыр, йәнә уға 100 изгелек (сауап) яҙыла һәм уның 100 яуызлығы (гонаһы) юйыла, йәнә был һүҙҙәр уға көн буйына (кискә ҡәҙәр) шайтан ләғиндән һаҡланыу сараһы була, һәм бер кем дә бынан яҡшыраҡты эшләй алмай, иллә мәгәр унан арттырып әйтһә генә”. (Мөслим, 2691, Тирмизи, 3464).
Бәй, шулай булғас, ошо һүҙҙәрҙе йышыраҡ әйтеүҙе ғәҙәткә индерәйек – ике донъяла ла отолмабыҙ.
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.