

Бөгөн йәштәр үҙ-ара күрешеп аралашырға атлығып тормаһа ла, бер-береһенең нисек йәшәүен, ҡайҙа эшләүен, нисә балаһы барлығын, бәхетлеме-бәхетһеҙме икәнлеген социаль селтәрҙәге сәхифәһенә бер кереп ҡарап сығыу менән үк белә ала. Шундай заманда йәшәйбеҙ, имгәкләп йөрөгән, әле һөйләшә белмәгән бала телефон, гаджеттар менән еңел идара итә. Ата-әсәһе тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Танышҡан көндәренән алып һәр осрашыуҙарын, һәр аҙымдарын кем өсөндөр фотоотчет итеп ҡуйып баралар, әйтерһең дә, махсус фотограф эйәртеп йөрөтәләр. Йөҙәрләгән туй фотоларын һалғандан һуң, әсә булырға әҙерләнгән гүзәл зат тыуасаҡ сабыйының нисә аҙналыҡ булыуы хаҡында тотош донъяға белдереп, хатта аналыҡта ятҡанын да күрһәтеүҙән тартынмай. Донъяға килеү менән үк видеоһы ла сәхифәләрендә йыш ҡына урын ала. Һуңынан бәләкәсем юҡҡа тынысһыҙлана, насар йоҡлай, тертләй, мыжый, илай, ауырыуға ла тиҙ генә бирешеп бара тип аптырайҙар. “Борон, балаға ҡырҡ көн тулғансы, уның яңғыҙын ҡалдырырға тырышмағандар, күмәк кеше араһына ла сығармағандар. Яман күҙҙәрҙән шулай һаҡлағандар. Һеҙ ҙә ошоларҙы үтәнегеҙме?” – тип һорау бирһәң, күптәр ирен сите менән генә йылмайып ҡуя.
Нимә ул күҙ тейеү? Ысынлап та, бармы ул? Ҡөрьәндә унан һаҡланыу сараһы булараҡ айырым доға бар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (ғ.с.с.) дә: "Минең өммәтемдәге күп кешеләр күҙ тейеүҙән үләсәк", – тигән бит. Ә бына күҙ тейеүҙең юлдары төрлө: һоҡланғандан, артыҡ яратып ҡарағандан, асыу-нәфрәттән барлыҡҡа килеүе мөмкин. Борон, бер ҡарашы менән үҫеп ултырған ағасты ҡоротҡан, кешене ауырыуға һабыштырып, хатта үлемгә еткерерлек яман ҡараштар булған, әле лә бар улар. Унан ҡотолоуҙың берҙән-бер сараһы – доға уҡыу. Бының өсөн, иң беренсе сиратта, тәһәрәт алып тәндәребеҙҙе сафландырырға унан һуң “Әл-Фатиха”, “Аятел-көрси”, күҙ тейеүгә ҡаршы доғаларҙы иң кәмендә өсәр тапҡыр ҡабатларға кәрәк. Баланы әллә ҡайҙағы сит мулланың өшкөрөүенә ҡарағанда, ата-әсәһе изге теләктә ҡушылғандарҙы үтәһә, күпкә яҡшыраҡ, файҙаһы ла тиҙерәк тейә. Тик бының өсөн уның яҡындары кәмендә ҡырҡ көн элек харамдан баш тартҡан булырға, төрлө этлек-яуызлыҡтар эшләмәҫкә тейеш. Әгәр ҙә юҡ икән, ҡабул булмауы ла бар. Шулай уҡ, йәш балаларҙы күп халыҡ янына алып барғансы уҡ әйтелгәндәрҙе башҡарыу зарур. Беҙҙең күҙгә күренмәҫ, әммә кире йоғонтоһо ҙур булған ҡара көстәрҙән һаҡланыуҙың төп сараһы ул.
Әлеге көндә күҙ тейеү кешегә иң беренсе сиратта интернет селтәрҙәре аша йоғонто яһай ала. Яңыраҡ сараһыҙҙан мөрәжәғәт иткән бер таныш йәш ғаиләне миҫалға килтергем килә.
Яратышып өйләнешкән ир менән ҡатын араһында аңлашылмаусанлыҡтар, юҡтан ғына ыҙғыштар бер-бер артлы сығып тороп, ғаилә мороно һыуға төртөлгән карап хәлендә ҡалған. Етмәһә, тиҙҙән балалары ла сырхауға әйләнә, туҡтауһыҙ мыжый, төндәрен йоҡлатмай башлай. Әлбиттә, йәш парҙар араһындағы низағтарҙың сәбәптәре төрлөсә булыуы мөмкин. Шулай ҙа, иң ҙур хата – ҡатын кешенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренә фотоларын бер-бер артлы һалып барыуында тип фаразларға була. Көнөнә йөҙәрләгән, меңәрләгән ҡараған күҙ хөкөмөнә нимә генә тәҡдим ителмәй. Хәләленә әҙерләгән иртәнге ризыҡ та, бер-береһенә биргән бүләктәр ҙә, яңы күлдәк эҙләп үҙенең магазиндар буйлап сабыулауы ла, балаһының беренсе тешенә арналып ойошторолған байрам да, тәпәй баҫып китеүе лә, ҡалаҡтан ашай башлауы ла, хатта кисен күмәкләшеп әүен баҙарына әҙерләнеүҙәре лә...
Уларға ҡараған һәр кем: “Аллаға шөкөр, ниндәй матур пар! Хоҙай уларға оҙон, бәхетле ғүмер биреп, тигеҙ ҡартайһындар!” – тигән теләк теләмәй бит. Киреһенсә, күптәре эстән генә түңәрәк бәхеттәренән көнләшә. Тағы ла, атай-әсәй бәхетенән мәхрүм булғандар ҙа арабыҙҙа, үкенескә күрә, бар. Уларҙың йөрәктәре әрнейәсәк. Йәки был донъяла икенсе яртыһын ғүмере буйы таба алмайынса яңғыҙ ҡаңғырғандар ҙа эстән генә һыҙланасаҡ. Ошоларҙың барыһы ла һүрәттәге шат, көләс йөҙҙәргә кире энергия булып килеп, көтмәгәндә бөтәһен дә селпәрәмә килтереп, уйламағанда ғына юҡҡа сығарыуын көт тә тор.
Шуға ла, һеҙҙең менән булып үткән теге йәки был матур ваҡиғалар тураһында бар ғаләмгә асып һалыр алдынан уйланһағыҙ ине: маҡтанып, кемдеңдер ваҡытлыса ғына булһа ла йәнен үртәп алырғамы, әллә биргәненә Хоҙайға шөкөр итеп, тормошоңдоң артабан да тыныс булыуын теләп ҡалырғамы? Ни тиһәң дә, бәхет тынлыҡты, тыныслыҡты ярата бит.
Күҙ тейеүгә ҡаршы уҡыла торған доға:
“Үә ин йәкәдүл-ләзинә-кәфәрү ләйүзликүнәкә би әбсариһим ләммә сәмиғүҙ-зикра үә йәкүлүнә иннәһү ләмәжнүн. Үә ма һүә иллә зикрүл-лил-ғаләмин. Әғүҙү бикәлимәтил-ләһит-тәммәти мин кулли шәйтанин үә һәммәтин үә мин күлли ғәйнин ләммәһ”.
Мәғәнәһе: “Бөтөн шайтандарҙан, зәһәрле хайуандарҙан һәм яман күҙ тейгәндәрҙән Аллаһы Тәғәләгә һыйынам!”
Артур хәҙрәт ҒАБДУЛЛИН,
Илеш районы.