Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иман нуры
31 Август 2023, 06:25

Рауил Үтәбай-Кәримиҙең тыуыуына - 90 йыл

Уҡытыусы, ислам белгесе, шәрҡиәтсе, тәржемәсе булараҡ ул халҡыбыҙ өсөн ғәйәт ҙур эш башҡара. 

Рауил Үтәбай-Кәримиҙең тыуыуына - 90 йылРауил Үтәбай-Кәримиҙең тыуыуына - 90 йыл
Рауил Үтәбай-Кәримиҙең тыуыуына - 90 йыл

 

Үтәбай-Кәрими (Үтәбаев) Рауил Алексей улы (30 август 1933 йыл — 4 март 2005 йыл) — уҡытыусы, ислам белгесе, шәрҡиәтсе, тәржемәсе. 1988—1992 йылдарҙа Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.

 

Үтәбаев Рауил Алексей улы (Үтәбай-Кәрими) 1933 йылдың 30 авгусында Татар АССР-ы Ҡазаҡлар ауылында тыуған.

1950—1952 йылдарҙа Мәскәү Шәрҡиәт институтында уҡый.

1956 йылда Ҡазан педагогия институтын тамамлай.

Хеҙмәт биографияһы 1956 йылда Омск өлкәһендә башлана, урта мәктәптәрҙә уҡытыусы, халыҡ мәғарифы бүлегенең милли мәктәптәр инспекторы булып эшләй.

1960—1963 йылдар арауығында һәм 1980 йылдан башлап Өфөлә Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында, 1963 — 1980 йылдарҙа Өфөлә һәм [Өфө районы] урта мәктәптәрендә эшләй.

1988 йылдан алып ТТӘИ‑лә өлкән ғилми хеҙмәткәр.

1992 — 1994 йылдарҙа Ризаитдин Фәхретдинов исемендәге мәҙрәсә мөҙәрисе, директоры.

Башҡортостанда һәм Татарстанда Ризаитдин Фәхретдин тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе еткереүсе булды. 1984 йылдың ғинуарында Башҡортстан Фәндәр академияһында сығыш яһап, күренекле шәрҡиәтсе уның исемен киң йәмғәтселеккә мәғлүм итте. Рауил Үтәбай-Кәрими уның "Жәүәмиғүл кәлим шәрхе" китабын кириллица менән сығарып, ҙур эш башҡарҙы.

1996 — 1997 йылдарҙа Төркиәлә, Истамбулдың әл‑Фәтих университетында уҡыта. Ислам тарихы, мәғрифәтселек, Р.Ф. Фәхретдиновтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһындағы һәм башҡа хеҙмәттәр авторы. Шәреҡ ғалимдары хеҙмәттәрен башҡортурыҫ һәм татар телдәренә тәржемәләй.

Үтәбай-Кәрими 2005 йылдың 4 мартында Өфөлә вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.

Фото: ba.m.wikipedia.org

Башҡортса Википедиянан.

 

Автор:
Читайте нас