

Арабыҙҙа үҙен әллә кемгә ҡуйғандар осрап тора. Эйе, һис шикһеҙ, ул бар яҡтан да килгән. Төҫ тиһәң, төҫ, һын тиһәң, һын, эшләһә, емертеп эшләй, белмәгән нәмәһе юҡ, еңмәгән, урын алмаған, премия тәтемәгән сағы һирәк, йылы урындарҙа әшнәләре күп, теләһә ниндәй кабинетта һүҙе үтә. Абруйлы шәхес! Уның алдында бөтәһе лә “ағай” йә “апай” тип кенә йүгереп йөрөй, бар яҡлап оҡшарға тырыша, кәйефен боҙоп ҡуймайым, тип борсола. Хөрмәтле кешегә йылы мөнәсәбәт, кеселекле мөғәмәләнең бер хилафлығы ла юҡ, тик…
Бындай ханым һәм әфәнделәрҙең үҙҙәрен ер күсәрен әйләндергәндәй хис итеп үтә лә һауалы ҡыланыуы, кешеләрҙе “сорт”тарға айырып ҡарауы, кемдәрҙеңдер яҙмыштарын емереүе, бәғзеләргә юл бирмәүе аяныслы. Әҙәмгә дәрәжәһе, исеме, юғарыла ултырған туған-тыумасаһы өсөн генә яҡты йөҙ күрһәтеп, “бер кем дә түгел”-гә арты менән боролғандарҙың иманы самалы. Сөнки ул үҙенең ошондай дәрәжәләргә, байлыҡҡа ирешеүендә тап Аллаһы Тәғәләнең йомартлығын онота.
Байлыҡ, бәрәкәт, юғары вазифаларҙы Хоҙай һынау өсөн дә ебәрә. Кеше рәхмәтле булырмы, бүтәндәргә яҡты йөҙ күрһәтерме, мохтаждарҙы иҫенә төшөрөрмө?
Ирекһеҙҙән Ҡарун иҫкә төшә. Башҡорт телендә был һүҙ кешенең һаранлыҡ, ҡомһоҙлоҡ, бармағы үҙенә кәкре булыу кеүек сифаттарына ҡарата ҡулланыла. Әммә ошондай исемле кеше йәшәгән. Уның тураһында Ҡөрьәндә һөйләнелә.
Ҡарун үҙ заманы өсөн сикһеҙ байлыҡҡа, дан-дәрәжәгә эйә булған әҙәм. Ул бүтәндәрҙең хоҡуҡтары һәм иркенә ҡул һуҙа, ҡыйырһыта, кәмһетә… Үҙен ер кендегеләй хис итә, барыһынан да өҫтөнөрәк тоя. Бирелгән байлыҡ, ниғмәт үә бәрәкәттәр ни бары үҙенең тырышлығы, белеме, оҫталығы арҡаһында булғанлығына шикләнмәй.
Бер саҡ халыҡ араһынан Хоҙайға ышанған, иманлылар уға былай ти: “Бөтә нәмә ҡулымдан килә, барыһына ла баш була алам, тип рәхмәтһеҙ, тәкәббер ҡыланма, Аллаһ ундайҙарҙы яратмай.
Аллаһ һиңә нимә насип иткән, шуның ярҙамында изгелектәр ҡыл. (Мәҫәлән, оҙаҡҡа сыҙарлыҡ күперҙәр, юлдар һалыу, мәсет күтәреү, мохтаждарға, ҡарауһыҙ ҡалғандарға ярҙам итеү тип аңларға мөмкин. – Авт.) Аллаһ һиңә йомартлыҡ күрһәткән кеүек, үҙең дә башҡаларға ҡарата йомарт бул. Ерҙә яуызлыҡ сәсергә ынтылма (интригалар ҡорма, араларҙы боҙма, яһил ҡыланма, матди хәлең менән маһайма, тип аңларға кәрәк – Авт.). Аллаһ бола ҡуптарыусыларҙы, рәнйетеүселәрҙе, кәмһетеүселәрҙе яратмай. Уларға иртәме-һуңмы тейешле язаһы ла ебәреләсәк”.
Ҡарун былай тип яуап ҡайтара: “Минең был байлыҡ-дәрәжәләргә тик үҙемдең белемем, аҡылым, тырышлығым, һәләтем арҡаһында ирешеүемә шигем юҡ!”
Ғәжәп, Ҡарун элгәрәк иманын юғалтҡан Аллаһыҙ халыҡтарҙың, айырым милләттәрҙең ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡанын белмәнеме икән?
Ҡарун үҙенең бар өҫтөнлөгөн күрһәтеп, халыҡ алдына сығып баҫа. Уны тән һаҡсылары, ғәскәре, свитаһы уратып алған. Йәмғеһе дүрт меңгә етәлер. Уларҙың барыһы ла зиннәтле кейем-һалымда (ебәк һәм алтындан ғына), хатта аттары һәм мулдарына ла затлы әйберҙәр япҡандар.
Ни бары ерҙә бәхеткә өлгәшеү өсөн генә йәшәгәндәр был күренештән тел шартлата, көнләшеүҙән ғазаплана: “Эх, беҙҙә лә Ҡарундыҡы һымаҡ байлыҡ, дәрәжә булһын ине! Ул ниндәй бәхетле!”
Ә был донъяның фанилығын, байлыҡ – бер айлыҡ икәнен аңлағандар, ҡылған эштәрҙең теге донъяла үлсәнәсәген, баһаланыуын танығандар былай ти: “Иҫегеҙгә килегеҙ, донъя малы – дуңғыҙ ҡаны, юҡҡа көнләшәһегеҙ. Донъяныҡы мәңге түгел!”
Һәм көтмәгәндә Ҡарундың һарайы һәм үҙе өҫтөнә ер ишелә. Уға бер әҙәм дә ярҙам ҡулы һуҙа алмай. Әгәр теләһә, Аллаһ ҡына хатта иң һуңғы мәлдә лә уның ғүмерен аяр ине.
Кеше донъялыҡта ни тиклем генә дәрәжәле, ни тиклем генә көслө, бай булмаһын, ҡасан да бер еңелә. Сөнки ни бары ябай кеше генә бит ул.
Иртәгәһенә кисә генә уның урынында булырға теләгәндәр, муллыҡта, дан-шөһрәт ҡаҙанып, башты юғары сөйөп, типтереп кенә йәшәргә хыялланғандар: “Ой-ой-ой! Баҡтиһәң, теләгән кешеһенә Аллаһ ризыҡты самаһыҙ өләшә, ә кемгәлер – үлсәп кенә. Ҡарун хәлендә ҡалмауыбыҙ беҙгә Хоҙайҙың шәфҡәте икәнлеген иҫкәртә. Эйе, иманһыҙҙар иртәме-һуңмы үҙ язаһын ала барыбер. Кем саң бөртөгөләй генә изгелек эшләй, шуға унлата артып кире ҡайтыр, тамсылай яуызлыҡ ҡылғанға язаһы ла шул сама булыр. Әгәр ысын күңелдән тәүбәгә килһә, төҙәлһә, яуапҡа ла дусар ителмәҫ”.
Бына ошондай тарих һүрәтләнгән изге Ҡөрьәндә. Ҡулыбыҙҙан килгән эште, оҫта телебеҙҙе, талантыбыҙҙы, бәрәкәттәребеҙҙе, юғары дәрәжәләребеҙҙе кем насип иткәнен онотоп, мин-минләнеп маһайып китеү, рәхмәтле була белмәүҙең аҙағы хәйерле түгел барыбер.
Айлина КИЛДЕБАЕВА.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/priest-holding-holy-book-and-bracelet_5524110.htm#query=релегия%20ислам&position=4&from_view=search&track=ais