

Беренсе бүлек
Фотоһы
...Үҙ халҡының рухи короле ине ...
(1917 йыл, “Ваҡыт” журналында баҫылған некрологтан
... Зәйнулла ишан хәҙрәт эске Русиялағы мәшһүр заттарҙың иң олоһо һәм абруйлыһы ... Ғасырыбыҙ уның ҡәҙәр мәшһүр һәм абруйлы затты күрмәгәндер тиелһә, ялғыш булмаҫтыр ... Троицкиҙағы Зәйнулла хәҙрәт эске Русияла иң мәшһүр вә иң атаҡлыларҙандыр. Заманында уның һүҙе һәр кемгә закон-шәриғәт ине. Ахыры ғүмеренә ҡәҙер һәр кем уны олуғ бер шәйех,мөхтәбәр бер ғалим һанап хөрмәт итте ...
Ризаитдиин Фәхретдиндың "Шәйех Зәйнулла хәҙрәттең тәржемәи хәле" китабынан.(1917 йыл)
Инеш һүҙ
Зәйнулла ишан хаҡында уйланыуҙар
Ер шарында фән, техника алға киткән һайын кешелек донъяһы Аллаһы Тәғәләнең барлығы, берлеге хаҡында нығыраҡ уйлана һәм уның барлығына инана. Был хаҡта бихисап ғилми хеҙмәттәр яҙыла. Ниһайәт, йөҙ йылға яҡын дәһрилектә йәшәгән Рәсәй мосолмандары ла асылына ҡайта: бар ерҙә мәсеттәр төҙөлә, мәҙрәсәләр асыла, күҙгә күренеп халыҡҡа иман ҡайта. Илебеҙҙә һәр төбәк, һәр милләт борон замандарҙа йәшәп киткән үҙенең изгеләрен барлай. Быға йөҙәрләгән миҫал килтерергә булыр ине. Башҡорттар – ишандарын, ғәрәптәр – шәйехтарын, ҡаҙаҡтар – ата, йәки бабаларын, үзбәктәр – пирҙарын иҫләй, уларҙың абруйлы исемдәрен тергеҙеп, халҡына кире ҡайтара. Бына ошондай рухи күтәрелеш осоронда күренекле башҡорт руханийы, олуғ ғилем эйәһе, атаҡлы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенә нигеҙ һалыусы Зәйнулла ишандың йәшәйешен өйрәнеү, уның хаҡында әҫәрҙәр, тарихи мәҡәләләр яҙылыуы заман талабы. Зәйнулла бин Хәбибулла әл-Шәрифи Әл –Троицки әл-Нәҡшбәнди әл-Муджаджиди әл-Хәлиди (1833 – 1917) –Башҡортостанда, Рәсәй илендә генә түгел, хатта ки донъя күләмендә танылған шәхес. Халҡыбыҙҙың бына ошо һоҡланғыс яҙмышлы ишаны хаҡында биографик мәғлүмәттәргә таянып, матур әҙәбиәт алымдарын ҡулланып, әҫәр яҙырға йөрьәт иттем. Яҙғанымда ниндәйҙер кәмселектәре булһа, алдан уҡ ғәфү үтенәм. Күңелем ихлас, ниәттәрем изге, Аллаһ үҙе күреп, белеп тора. Нийәтем менән ҡылған ғәмәлем икеһе бергә тәүәккүль булып, маҡсатыма өлгәшергә насип итһен ине. Әмин.
Йәшәйешебеҙҙең сергә сорналыуын, донъяла төрлө ғәжәйеп тап килеүҙәр барлығын белә инем, әммә 2004 йылдың яҙында күргән төшөмә һаман хайран ҡалам. Өн аралаш күргән төшөмдә ун ике дин әһеле миңә ғәмәл дәфтәрҙәрен бирҙе һәм улар барыһы ла:
- Беҙҙең турала яҙ, – тине.
- Мин бит һеҙҙе бөтөнләй белмәйем, нисек яҙырмын? - Яҙырһың, мәғлүмәт бирелер, - тине изгеләр. – Халыҡ та ярҙам итер.
Иң ғәжәпләндергәне, мин ығышыраҡ, яй ҡуҙғалыусан кеше, бер нигә ҡарамай шунда уҡ бөтә тырышлығымды һалып эшкә тотондом, райондан-районға, ауылдан-ауылға, хатта өйҙән-өйгә йөрөп, әүлиәләребеҙ тураһында мәғлүмәт туплай башланым. Мәғлүмәттәрҙе һөйләмләп түгел, һүҙләп йыйҙым. Тора-бара халыҡ араһында әүлиәләр тураһында яҙған яҙыусы тигән даным таралды. Оло быуын кешеләре:
- Лира туғаным, хәтирәләремде килеп яҙып алсы әле, ауырып торам, - тип саҡыра. Барып яҙып алам, улар еңел һулай. - Ошо күңелем хазинаһын кемгә һөйләп ҡалдырайым, тип ҡайғырып йөрөй инем, хәҙер үлһәм дә үкенмәйем, һиңә ышанам, Аллаһ бирһә, изге хәтирәләремде әрәм-шәрәм итмәй, ташҡа баҫтырып сығарырһың, - тиҙәр.
Иң башта тәүге булып ғәмәл дәфтәрен биргән Мөжәүир хәҙрәт тураһында яҙҙым, өс китап булып китте: “Мөжәүир хәҙрәт: бәйән”, “Мөжәүир хәҙрәт: хәтирәләр”, “Мөжәүир хәҙрәт: кәрамәттәр”. Инде яҙғандарҙы ташҡа баҫып сығарыу хәстәрен күрергә кәрәк. “Самиздат” менән сығар, тинеләр. Был тиклем китаптарҙы нисек сығарырға? Йөҙәр меңләп аҡса кәрәк. Ә хәтирә яҙҙырған кешеләр тәҡәт иттермәй, көн дә, китап сыҡманымы әле, ти ҙә һорайҙар. Ҡайһылары:
- Мөжәүир олатайҙың китабын күрә алмай үлеп китербеҙ инде, - тип миңә үпкәләйҙәр. – Халыҡ аҡсаһыҙ китап сығарып булмағанды аңламай шул. Бер саҡ шул тиклем ҡәһәтләндем, йәшәп ятҡан йортомдо һатһам һатырмын, Мөжәүир хәҙрәт китабын сығарырмын, тинем. Ул ваҡытта мин Сибай ҡалаһында йәшәй инем, ҡала типографияһы директоры Хәлитов Азатҡа хәлде һөйләп бирҙем. Ул хәҙер мәрхүм инде, бик арыу кеше ине, йәне йәннәттә булһын:
- Әйҙә былай итәйек, Лира апай, тине. – Мөжәүир олатайҙы яҡшы беләбеҙ, уны минең атайым, әсәйем бик ихтирам итте. Әүлиәбеҙ хаҡына китаптарыңды бурысҡа сығарам, аҡсаһын һатып түләрһең.
Дүрт мең тираж менән сығарырға булдыҡ. Китаптар яҡшы һатылды. Айырыуса Баймаҡ, Сибай китапханасыларына, китапхана мөдирҙәре Луиза Ҡаһарман ҡыҙына, Миңзәлә Мәғәсүм ҡыҙына рәхмәтлемен. Тыуған яғының арҙаҡлы шәхесенә арналған китап донъя күреүгә шатланған китапхана хеҙмәткәрҙәре ауыл һайын осрашыуҙар үткәрҙе, китаптарҙы бергәләп һаттыҡ. Өс йөҙ меңгә яҡын аҡсаны ике айҙа түләп бөттөм. Азат Хәлитов үҙе лә аптыраны:
- Ах, күберәк һорамағанмын икән, белмәнем китаптарыңдың улай тиҙ үтәрен, - тип көлә.- Эшселәргә эш хаҡы түләй алмайбыҙ. - Өҫтәп тағы ун мең бирҙем.
... Ул хикмәтле төштө күреүгә ун өс йыл ғүмер үтеп китте. Ошо йылдар эсендә Мөжәүир хәҙрәт, Ғабдулла Сәйеди, Сабир хәҙрәт, Әбйәлил ишан, Шәмсетдин хажи, Әбйәлил мулла, Ғиниәт мулла, Мөхәмәтша мулла тураһында яҙып, барыһын китаптарымда сығарыуға өлгәштем. Ниһайәт, сират Зәйнулла ишанға етте. Ниңә ул аҙаҡҡа ҡалды, тиерһегеҙ. Шул саҡлы олуғ шәхес тураһында яҙыу өсөн әҙерлекле, киң мәғлүмәтле булыуҙан тыш, уның йәне менән йәнем тоташырға тейеш ине. Мөмкин тиклем дини ғилем алыу, үҙемә фарыз ғәмәлдәрҙе үтәү, Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең йәшәйешен, башҡа бәйғәмбәрҙәрҙең тормошон, силә-силә сылбырына ингән шәйехтар хаҡында өйрәнеү, суфизм нигеҙҙәре менән танышыу -- быларҙың барыһын белергә, йыйып әйткәндә, Зәйнулла ишан тураһында яҙыр өсөн иң башта үҙем киң белемле һәм мәғлүмәтле булырға тейеш инем. Иллеләгән китапты ентекләп өйрәнергә, Зәйнулла ишандың тәриҡәт юлына баҫҡандағы, хаж ҡылғандағы, туғыҙ йыл буйы төрмәлә ултырғандағы барлыҡ кисерештәрен йөрәгем аша уҙғарырға, уҡыусыма асып һалырға тейеш инем. Миңә ишанымдың йөрәгенә үтеп инеү, ул ниндәй уй-хистәр менән йәшәгән, Аллаһҡа ниндәй юлдар менән яҡынайған, кешеләрҙе дауалағанда ниндәй алымдар ҡулланған, төрмәләрҙә ултырғанда ниҙәр кисергән, һ.б. барыһын белеү кәрәк ине. Шулай итмәһәм, мин тарихи факттарҙы теркәүсе, йәки крайҙы өйрәнеүсе генә булып ҡалыр инем.
Ун ике йыл элек күргән төшөм тураһында һаман уйланам һәм барыһын бер епкә теҙгәс, халҡыбыҙ изгеләре тураһында яҙырға юғары көстәр мине, әйтерһең дә, бөтә аңлы ғүмерем буйына әҙерләгән, тигән фекергә киләм. Уҡытыусы булып эшләгән йылдарымда, совет заманында дини тема тыйылған булыуға ҡарамаҫтан, интуициям әшкәрткәндер, исмаһам, бер тапҡыр ҙа уҡыусыларым алдында динемә, Аллаһы Тәғәләмә тел тейгеҙгәнем булманы. Аллаһ мине күреп торалыр төҫлө тойолдо. Яңлыш һүҙ ысҡындырып, көфөр булыуҙан ҡурҡтым. Кемгәлер минең изгеләр хаҡында яҙыуым анһат ҡына һымаҡ тойолғандыр, әммә үҙем генә беләм күпме хеҙмәт һалынғанын, ниндәй һикәлтәле юлдарҙы, ҡаршылыҡ, һынауҙарҙы үтеүемде. Ун ике йыл буйы һәр яҙылған мәҡәләне, китап, брошюраларҙы йыйып, туплап, уҡып, өйрәнеп йөрөнөм. Киң мәғлүмәт тупланды. Зәйнулла ишандың ташҡа баҫылған исемен тәүләп Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр” китабында тап иттем. Шунан бирле был серле исем күңелемдә йәшәне. Бер ваҡыт мәсеттә 1989 йылда Учалыла сыҡҡан (мөхәррире Рәсих Лоҡманов) “Зәйнулла ишан” тигән кескәй брошюраға тап булдым. Шунда уҡ ултырып уҡып сыҡтым да ул китапты үҙемә алдым, әле лә эргәмдә йөрөтәм һәм был изге китап өсөн һаман учалыларға рәхмәт әйтәм. Бәлки ишан рухы ошоларҙы белеп-күреп, миңә үҙе тураһында яҙырға фатихаһын биргәндер. Ни тиһәң дә, ошонан һуң халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе тураһында материал йыйыла башланы. Гәзит биттәрендә, китаптарҙа сыҡҡан һәр бер материал хәҙер миндә ҡәҙерләп һаҡлана. Бигерәк тә ишандың яҡташтары Спартак Ильясовҡа, Рәүеф Насыровҡа, “Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы” китабын әҙерләп сығарыусыларға, ғалимдарҙан М.Н. Фархшатовҡа, Калифорния университеты профессоры Хәмит Алғарға, Илшат Насыровтарға рәхмәтлемен. Ғөмүмән, Зәйнулла ишанды иҫләп, ололоҡлап яҙыусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Уларҙы ҡат-ҡат уҡып сығам, өйрәнәм, йөрәгем аша үткәрәм. Хәҙер миңә күп нәмә асыҡланды: ихлас күңелдән тикшеренеп яҙғандарҙы ла, хаталы мәғлүмәттәрҙе лә күрәм, тик фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу осон формаль яҙылған мәҡәләләрҙе лә айырам. Ныҡлап тикшеренгән кешегә барыһы ла ап-асыҡ күренеп тора икән ул.
Тәҡдирем мине бөтә аңлы ғүмерем буйы изгеләребеҙ тураһында яҙырға әҙерләгәндер, тип тағы ҡабатлайым. Бала саҡта етемлекте лә үттем, тормоштоң уттан алып һыуға һалған саҡтары ла булды, яҡшыһын да, яманын да күрелде. Яҙмышыма рәхмәт, ул мине халыҡ бағымсыһы изгебеҙ Мөжәүир хәҙрәт ғүмер иткән төбәккә алып килде. Тормош тәжрибәһе туплап, изгебеҙ хаҡында яҙа башлағайным, Зәйнулла ишан исеме гел алдан йөрөнө. Фирдәүес апайҙан әсәһе Нәзиләнең һөйләгәндәрен түкмәй-сәсмәй яҙып алдым. Мөжәүир хәҙрәт Нәзилә инәйҙе бик ихтирам иткән, серҙәрен әсәһеләй күреп, йәшермәй уға һөйләр булған. Туғыҙ йәшлек Мөжәүирҙең өҫтөнә йәйғор төшөүен, шул көндө үк Зәйнулла ишандың Манһырға килеп төшөүен, өлөшлө малайҙы табыуын, көтөү көткән еренән ҡайтартып алыуын, эргәһенә ултыртып, арҡаһынан һөйөп, башынан һыйпап, үгәй әсә ҡулында мәхрүм булып йәшәгән баланы һыйлауын, аҙаҡ үҙе менән мәсеткә алып барыуын, Ғабдулла Сәйедигә уны уҡытырға ҡушыуын Олатай (баймаҡтар Мөжәүир хәҙрәтте исеме менән һирәк атай, үҙ-ара һөйләшкәндә лә уны гел ололоҡлап “Олатай” тип әйтә) үҙе Нәзилә инәйгә һөйләп ҡалдырған. Был ғәжәйеп хәлдәрҙең барыһы дөп-дөрөҫ көйө үҙгәртелмәй яҙылды.
Башлап Мөжәүир хәҙрәт тураһында яҙҙым һәм бағымсының яҙмышы Зәйнулла ишан менән тығыҙ бәйләнгән булыуын күрҙем. Кем менән һөйләшһәм дә Баймаҡтың оло быуын кешеләре Зәйнулла ишан исемен айырым бер ихтирам менән телгә алды. Ғабдулла Сәйеди тураһында яҙа башлағайным (Зәйнулла Рәсүлев менән уның йәш айырмаһы биш йәш кенә булып сыҡты) ике шәйехтең яҡын дуҫтар булыуы асыҡланды. Сабир хәҙрәттең тормош юлын өйрәнгәндә ейәнсәре Асия апай Валиева олатаһының Зәйнулла ишан исемен теленән төшөрмәүен әйтте. Артабан тикшеренә башлағайным Зәйнулла ишан менән Аҡмулланың яҡын дуҫтар булыуы асыҡланды. Ахырҙа шул мәғлүм булды, Мифтахетдин Аҡмулла (1831 – 1895) Зәйнулла Рәсүлев( 1833 – 1917) Ғабдулла Сәйеди (1836 – 1914) үҙ заманының өс тағаны булған.
Артабан минең юлдар гел Зәйнулла ишан эҙенән барҙы: йыл һайын Троицк ҡалаһындағы мазарға барып ишан ҡәберенә зыярат ҡылдым, мәсетенә инеп намаҙ уҡыным, ҡоҙоғонан алып һыу эстем. 2008 йылда Өфөлә үткән Зәйнулла ишандың 175 йыллығында, 2013 йылда 180 йыллығына арналған ғәмәли-практик конференцияла ҡатнаштым. Зәйнулла ишандың рухи етәксеһе, мөршите Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы Сарҙаҡлы ауылында йәшәгән (хәҙер Айбат тип йөрөтәләр) Ҡорбанғәлиев Ғәбделхаким Сарҙаҡлы (1809 – 1872) ишан йыйынында ҡатнаштым, ҡәберенә барып, зыярат ҡылдым. Баймаҡ, Хәйбулла райондарында күп йыйындар үтте, унда сығыштар яһаным. Раббием хаж ҡылырға, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең эҙҙәренән йөрөргә, тыуған йортон күрергә насип итте. Суфыйҙар тәриҡәтен өйрәндем, Самарканд, Бохара яҡтарына булып, ундағы изгеләр ҡәберенә зыярат, Зәйнулла ишанды ныҡ ихтирам итеүсе Дағстан яҡтарына сәйәхәт ҡылдым. Хәйбулла районы Вәлит ауылы йылдың-йылы Зәйнулла ишан менән бер юлдан йөрөгән Ғатаулла ишандың йыйынын үткәрә, унда ҡатнаштым. Бер үкенесем ҡалды, Турцияға барып, Зәйнулла ишандың остазы Зияйетдин Көмөшханауиҙың ҡәберен табып, рухтарына арнап, доға ҡыла алманым. Шулай итеп, төшөмә инеп, ғәмәл дәфтәрен биргән, үҙе тураһында яҙыуымды һораған ишаныбыҙ Зәйнулла хәҙрәт тураһында яҙырға бына ошондай әҙерлек менән килдем һәм тупланған мәғлүмәте анализлауға өлгәштем. Ниһайәт, динебеҙгә яҡынайып, әҙме-күпме ғилем туплағас, халҡыбыҙ изгеләрен яҙып, бер нисә китап авторы булғас, рухи королебеҙ тураһында яҙырға йөрьәт иттем. Мөхәммәт бәйғәмбәрҙә булған барлыҡ матур сифаттарҙы үҙендә туплаған был шәхес минең бөтә уйымды, хисемде биләне. Уның хаҡында күберәк белгән, уйланған һайын олуғ шәхесебеҙгә йөрәгемдә оло мөхәббәт уянды. Ишандың тыуғандан алып гүргә ингәнгә тиклемге бөтә ғүмере минең күҙ алдымдан үткәндәй булды. Ниһайәт, ҡәләмгә тотондом. Конференцияларҙа, йыйындарҙа ғалимдар, ғәҙәттә, үҙҙәренең конкрет темаһы буйынса ғына сығыш яһаусан. Ә минең әҫәрҙәрем архив материалдарына, ғалимдарҙың хеҙмәттәренә, тикшеренеүҙәренә нигеҙләнеп, уның тормошо хаҡында эҙмә-эҙлекле, хронологик тәртиптә биреләсәк. Тыуғандан алып, изге йәне баҡыйлыҡҡа күскәненә тиклемге ғүмерен текемләп яҙырға ниәт ҡылдым.
Һуңғы ваҡытта ҡайҙа барһам да алда һанап кителгән әҫәрҙәр менән таныш китап уҡыусыларым: “Ҡасан Зәйнулла ишан китабы сыға?” – тип һорай, барыһы тиҙерәк яңы китапты ҡулына алырға теләп, доға ҡыла. Иншалла, Аллаһы Тәғәләм риза булып, әүлиәбеҙ рухы үҙе лә ярҙам итһә, тиҙҙән китабым донъя күрер. Әлегә бисмилләнән “Шоңҡар”журналында баҫыла башланы.
Шуныһы ла мәғлүм булһын, бар яҙғандарым китап булып сығып, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре исемлегендә тора һәм “Башҡортостан энциклопедияһы” китаптарына инеп китте.
Әүлиәләр тураһында тикшеренеп яҙыша торғас, миңә тағы бер сер асылды: ғалимдар фаразлауҙар аша нисек асыштар яһауын аңланым. Мәҫәлән, мәктәптә уҡытҡанда, әҙәбиәт уҡытыусыһы булараҡ, мине гел бер һорау ҡыҙыҡһындырҙы: нисек итеп Зәки Вәлиди сит илгә, Турцияның Истамбул университетына барып эшкә урынлаша алды һәм бөйөк ғалим булып танылыу яуланы икән? Һәр кем аңлай, сит илдә танылыу табыу анһат түгел. Зәйнулла ишан тураһында яҙа башлағас, миңә барыһы ла асыҡланды. Ул былай булған: 1870 йылда, беренсе тапҡыр хаж ҡылғанда, Зәйнулла ишан Истамбулда мөршите Көмөшханауи янында туҡтай. Ҡырҡ көн буйы ханакала хәлүәтлектә була. Аҙаҡ мөршитенең мөриттәре менән бергәләп хажға китә. Улар бергә Ҡара диңгеҙҙән Урта диңгеҙгә сығып, Ҡыҙыл диңгеҙенән Джидда ҡалаһы киләләр, артабан етмеш-һикһән саҡрым араны йәйәүләп үтеп, Мәккәгә барып етәләр. Оҙон юл, бергә мосафир булып йөрөүҙәр уларҙы айырылмаҫ рухташ дуҫтар итә. Икенсе тапҡыр 1882 йылда бер туған ағаһының улы Муса менән ошо уҡ юлдан хаж ҡыла. Әлбиттә, шул юлдарҙа йөрөгәндә Зәйнулла хәҙрәт төрөк суфыйҙары менән ныҡлы дуҫлаша, улай ғына түгел Нәҡшбәндиә тәриҡәте уларҙы туғанлаштыра. Ошо һалынған юл менән аҙаҡ мөрите Зәки Вәлиди Турцияға килеп урынлаша һәм уны бында үҙ туғандары кеүек ҡабул итәләр. Тик ниңәлер был турала бер ҡайҙа ла яҙылмаған, күрәһең, Ҡара диңгеҙ өсөн төрөктәр менән һуғыш барыуын күҙ уңында тотоп, сер итеп һаҡланғандыр.
Тәүге тапҡыр, 1870 йылда, хаж ҡылып ҡайтҡас, Зәйнулла ишанды төрмәгә ултыртыуҙары билдәле. Уны өс йүнәлештә ғәйепләйҙәр: политик яҡтан, йәнәһе, рөхсәтһеҙ хажға бара, төрөк солтанына һатыла, китаптар алып ҡайтып, мосолмандарҙы туплап, урыҫтарға ҡаршы һуғышырға ҡоторта; дини яҡлап ғәйепләйҙәр, йәнәһе, зекер әйттерә, тиҫбе тартырға, Мәүлит байрамын үткәрергә ҡоторта; нахаҡ бәлә яғыусылар иҡтисади йәһәттән дә сәбәп таба, йәнәһе, кешеләр уға күпләп саҙаҡа бирә, үҙҙәренә эш эшләйһе урынға зекер әйтеп, Аллаһҡа табынып ваҡыт уҙғара һәм матди яҡтан үҙҙәренә зыян килтерә. Туғыҙ йыл үткәс кенә быларҙың барыһы ла төрмәлә ултырыуға сәбәп була алмауы, нахаҡ булыуы иҫбатлана. Зәйнулла ишан белә: таң алдынан ҡараңғылыҡ ҡуйыра, әммә ул ҡояш ҡалҡыуын тотҡарлай алмай. Шулай итеп, үҙенең илаһи ҡөҙрәте менән шәйех һынауҙарҙы үтә һәм үҙ иленә ҡайтып, Троицкиҙағы мәҙрәсәлә эшләй башлай.
Учалылар сығарған “Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы” китабында әйтелгәнсә, беҙгә Зәйнулла ишандың тормошон өйрәнәһе лә өйрәнәһе бар. Донъя халҡы “Ҡотоп джиһан” (Полюс вселенной) тип ҙурлаған шәхесебеҙгә туған башҡорт халҡы битараф ҡалмаҫ, тип ышанам. Киләсәктә кинофильмдар сығарыу хаҡында уйларҙар. Мосолман донъяһы ҙурлаған шәхесебеҙҙе, халҡыбыҙҙың рухи королен ислам байрағы урынына күтәрербеҙ, иншаллаһ, үҙебеҙҙең Башҡортостан илебеҙҙә. Изгеләребеҙ тураһында яҙыуым, халҡыбыҙ онотмаһын уларҙың эштәрен, хеҙмәттәрен. Һынауҙар аша үтеүен белһендәр. Имандарының ныҡ булыуын күрһәтеү өсөн Тәрбиәләү Аллаһы Тәғәләм мин яҙғандарҙан риза булһынн ине. Кто чтит прошлое, ценит настояшее, верит будущее. Тот может заручится поддержкой сверху.
Аллаһтың барлығына, берлегенә ышаныу, Унан ҡурҡыу мине хаҡ юлдарҙан әйләне. Хоҙай мине дошмандарҙан, көнсөлдәрҙән, зыян килтереүселәрҙән үҙе һаҡланы, уларҙан һаҡланыу юлдарын әшкәртте. Үҙемә кәрәкле белем алыуҙа еңеллектәрен бирҙе. Яҙған темалар буйынса кәрәкле белем даирәһен киңәйтеү өсөн кәрәкле материалдар юлыма сығарып торҙо. Ни ашайым, ни кейәйем тип баш ватманым. Әммә китаптарымды сығарыу буйынса күп тапҡырҙар матди ауырлыҡтарға дусар булдым. Китаптарымды сығарырға аҡса таба алмайынса өйөмдө һатыр сиккә еткән саҡтарым булды. Әммә бер ыңғайы сығып, китаптарым донъя күрә торҙо. Аллаһ миңә, ошо китаптарым аша элек хыялланырға ла баҙнат итмәгән танылыу, халыҡ һөйөүен насип итте. Улай ғына түгел, әйткән һүҙем, яҙғандарым кешеләр йөрәгенә үтеп инер ҡөҙрәткә эйә икәнен аңланым. Минең яҙған китаптарымды уҡып, меңәрләгән кеше хаҡ дин юлына баҫты. Яҙған китаптарым халыҡҡа барып етһен өсөн көсөмдө йәлләмәнем. Йыйындарҙа ҡатнаштым, осрашыуҙарға йөрөнөм. Һаулығымды ла бирҙе Раббым. Әйткәндәрем меңдәрҙең йөрәгенә үтеп инерлек ҡөҙрәт һалды зиһенемә, телемә, иншалла. Аллаһы Тәғәләм үҙенә башҡа белем бирҙе.
Мөбәрәк булһын ҡорбан байрамы.
Малай Муйнаҡ ауылынан кеше ҡарап ҡайтып килгән Уау Вәхит диуана һыу көйәнтәләгән Мәлихә абыстайҙы, уның ауыр биҙрәләрҙән һығылып төшкән йөклө кәүҙәһен күреп, йөрәге ярыла яҙҙы:
- Ни ҡыланыуың был, килен?! - тип үҙе лә һиҙмәҫтән ғауғаланып әсе тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. - Ҡорһағыңда бит ишан була торған бала ята!
Башҡа саҡта сабыр холоҡло, баҫалҡы ғына күренгән, йыуаш бабай үҙе лә һиҙмәҫтән, дыуамал кешеләй булып йүгереп килеп, етешкән ҡорһаҡлы ҡатындың һыулы биҙрәләрен һелкетә тартып алды ла буш көйәнтәһен Мәлихәгә тоттороп, Хәбибулла хәлфәләр өйөнә табан атланы. Тыуасаҡ баланың атаһын күргәс, уны ла шелтәләне:
- Көйәнтә күтәртеп тайғаҡ юлдан ауыр аяҡлы ҡатынды йөрөтөргә ярай тиме ни, улым?! Ҡара, юлда ниндәй боҙлауыҡ!
Әҙерәк тынысланғас, атай кешегә лә белгәнен әшкәртте:
- Килендең бит ҡорһағында буласаҡ ишан хәҙрәттәре ята! Ҡолағыңа киртеп ҡуй, тыуасаҡ баланы күҙ ҡараһындай һаҡлау кәрәк! Аслан абыстайҙан ауыр нәмә күтәртмә! Аллаһ бирһә, тиҙҙән киленебеҙ беҙгә үҫкәс бар мосолман донъяһын үҙенә ҡаратыр сер ғилеме эйәһе, әүлиә уғлан табып бирәсәк.
Заманында Бохара яҡтарында уҡып ҡайтҡан, Аҙнасура ишанда ғилем эҫтәгән Вәхитте ауылдаштары ил гиҙеп, донъя күреп йөрөргә яратҡаны өсөн дәрүиш, бер ҡатлыраҡ ҡыланыштары өсөн Аллаһ бәндәһе, диуана тип, алдан күреп әйткәндәре дөрөҫкә сыҡҡаны өсөн күрәҙәсе, кешеләрҙе шифалы үләндәр менән дауалай белгәне өсөн бағымсы тип йөрөтә. Уау ҡушаматын уға остазы Аҙнасура ишан ҡуша. Вәхит үҙен: “Беҙ Күк бүре нәҫеленән”, - тип йөрөтә, кистәрен ҡырға сығып, үҙе лә бүре булып олой, уға эргә-тирәләге урманда йәшәгән бүреләр ҡушыла. Көҙгөһөн бүре көсөктәре үҫеп етә башлаһа, халыҡ малын ҡырға сығарырға ҡурҡа, ә Вахиттың муйынына бау бәйләнгән һыйыры иркенләп йөрөй бирә, бүреләр уның малына яҡын да килмәй.
- Күк бүреләр менән дуҫ булғас, Уау Вәхит булырһың, - ти Аҙнасура ишан. - Ҡөрьәндең һәр өн-хәрефенең үҙ сере бар. Уау өнөнөң хәсиәте бигерәк ҙур. Һин фәҡирлек, сабырлыҡ аша, барына риза булып, ошо өн бәрәкәтендә Аллаһҡа яҡынайырһың. Аллаһ һиңә кәрамәт бирер: ни булырын алдан уҡ белеп, күреп торорһоң.
Уау Вәхит остазы әйткәндәргә инде илле йылға яҡын тоғролоҡ һаҡлай. Ул мал йыйманы. Төпләнеп-мүкләнеп донъя көтмәне. Муллап саҙаҡа биреүсе булһа, шунда уҡ уны етем-еҫергә таратып бирҙе. Бурысын илдән-илгә йөрөп Аллаһтың барлығын, берлеген танырға өндәүҙә күрҙе. Кәрәк саҡта никахын, йыназаһын уҡыны, балаларға исем ҡушты, һораған кешеләргә Ҡөръән сыҡты.
Уау Вәхит, ысынлап та, бөгөн Мәлихә абыстайҙың март аҙаҡтарында тыуасаҡ улын, уның бөтә киләсәген ап-асыҡ күҙалланы. Был бала үҫеп еткәс, ислам диненең терәге, ерҙә Мөхәммәд бәйғәмбәрҙең изге эштәрен дауам иттереүсе буласаҡ. Бөгөн төшөндә лә быға ишара булды. Имеш, Хәбибулланың улы үҫеп еткән, ир ҡорона тулған. Ирәмәл тауының иң бейек түбәһенә менгән дә ҡиблаға ҡарап, Ҡөрьән уҡый. Төштө тоғро күрә Уау әүлиә. Тау башына менеү - ҙур дәрәжәгә өлгәшеү булыр, иншаллаһ. Үҙенең белгән-күргәндәренән арғымаҡҡа атланған малайҙай ҡыуанған бабай аласыҡтай ғына өйөнә ҡайта һалды ла хәжәт намаҙы уҡырға тотондо: "Лә иләһә илләллаһуль-хәлимуль-кәрим. Сөбхәналлаһи раббиль-ғаршиль-ғазым". Йә, Аллам, әшкәрткәндәрең хаҡ булһын!
Мәлихә абыстай өйөнә ингәс, һыулы биҙрәләрен ҡаҙанға бушатты ла ауырайып киткән кәүҙәһен ял иттерергә теләпме, әллә уй-хистәрен бер епкә теҙер өсөнмө төпкө бүлмәгә үтеп, урындыҡҡа ятып торҙо. Күҙҙәрен йомоп, Уау әүлиә әйткәндәр хаҡында уйланды, һуңғы ваҡытта күргән төштәрен барланы. Төшөндә ул гел, ниңәлер, Шәрип ауылынан биш саҡрымда ятҡан Әүешкүл тирәһендә йөрөй. Ҡыҙыл ҡырсыны үтә күренеп ятҡан ап-аҡ таҙа һыуҙы кисә. Ҡай саҡ йөҙөп йөрөгәнен дә күрә ул. Һыу күрһәң, мораҙыңа ирешәһең, ти Уау Вәхит бабай. Йә, Раббийым, әүлиә әйткәндәр алдына килеп, тыуасаҡ балаһы Аллаһтың хәбибе үә үәсиле булһын ине. Бөгәсә лә бер ҡыҙыҡ төш күрҙе абыстай. Имеш, ул Әүештау башына менгән дә бынан туғыҙ-ун быуат самаһы элек ислам динен таратып йөрөгәндә вафат булған, аҙаҡ ошо тау башына ерләнгән Рамаҙан Әл-Оши ҡәбере янында баҫып тора. Өҫтөнә йәшел бәрхәт елән кейгән, башына аҡ сәллә ураған мөһабәт кәүҙәле, урта йәштәрҙәге шәйехтең ҡулында Ҡөрьән китабы һәм тиҫбе икән, ти.
- Ал, Мәлихә абыстай, былар тыуасаҡ улыңа аманат, -ти көньяҡ кешеһенә оҡшаған ҡалын ҡара ҡашлы, ҡара сәсле. нур сәсеп торған сибәр йөҙлө дин әһеле.- Улың бер саҡ килеп, ырып яҙып, минең ҡәберемә таш ҡуйып китер, Аллаһ бирһә.
Эйе, төштәре серле уның. Барыһын белеп, үтә күреп тороусы әүлиә бабай: "Төш фәрештәһе йоҡлаған кешенең йәнен бер мәлгә генә осортоп алып барып, Аллаһы Тәғәлә менән тоташтыра ла яҙмыш таҡтаһында яҙылған яҙыуҙы уҡытҡас, кире алып ҡайта, шулай итеп, кешегә ни булырын әшкәртә. Тәбәшшир төштәрҙе күргәс (һөйөнөс төштәрен ул шулай тип атай) Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтеп, мотлаҡ саҙаҡа биреү кәрәк," - ти. Мәлихә абыстай бөгөн күргән төшөнөң саҙаҡаһын мотлаҡ Уау ҡартҡа бирергә теләп, иртәгә үк уны саҡырып алырға ниәтләне.
Уау Вәхит саҡырылған йортҡа көттөрмәй килеп етте. Абыстайҙың төшөн тыңлап бөткәс:
- Килен, төштәрең мин күҙаллағанды раҫлай. Аслан уны сит- яттарға һөйләй күрмә. Дуҫ бар, дошман бар, изге төштәреңде юрый насарға юрауҙары ихтимал, - тип киҫәтеп ҡуйҙы.
Был хәлдәрҙән һуң Мәлихә тағы ла нығыраҡ уйланды. Ҡорһағында ятҡан кескәй йән эйәһе менән көн дә һөйләште, уға Ҡөрьән аяттарын көйләп уҡыны, Аллаһтың барлығын, берлеген тәҡрарлаған зекерҙәр әйтеп, уны хәҙерҙән үк тыуасаҡ улының күңеленә һеңдерергә тырышты.
Иртәгә Ҡорбан байрамы тигән кистә Мәлихә абыстай бил тирәһендә ауыртыныу һиҙҙе. Йә, Хоҙай, нәҡ байрам көнгә ҡаршы тулғағым башланырға итәме икән ни, тип уйланы гөманлы ҡатын, ашығып бала тыуғанда кендек инәһенә кәрәк буласаҡ әйберҙәрен барланы. Улым атаһына оҡшап, хәлфә булһын тип, Хәбибуллаһының йыуып әҙерләп ҡуйған иҫке күлдәген йүргәккә йыртып, тәңкләп һалып ҡуйҙы. Кискә табан ауыртыу көсәйҙе. Икенсегә әсә булырға йыйынған ҡатын барыһын да аңланы, ирен ашыҡтырып кендек инәһе Бибиниса әбейҙәргә йүгертте. Шәрип ауылында тыуған һәр бала уның ярҙамы менән донъяға килгәнлектән кендек инәһе бер ҡарау менән ауырлы ҡатындың хәлен аңланы. Көндөҙ генә Мәлихә абыстайҙы күреп, киленебеҙ бөгөн-иртәндән ҡалмаҫ тип уйлағайны, хаҡ булды. Саҡырыуҙы көтөп кенә торған әбей ыңғайы бала тыуасаҡ йортҡа йүгереп килеп тә етте.
Таң атыуға урындыҡта бәхетле әсә ҡосағында ыуыҙ һөтөн имеп туйынған шалҡандай ап-аҡ тәнле ир бала иҙрәп йоҡлап ята ине. Кендек инәһе улын күрергә килгән атай кешегә:
- Йә инде, сабый нәҡ Ҡорбан байрамы көнөндә донъяға килде бит әле, - тине. - Иншалла, илгә бәрәкәт килтерерҙәй ырыҫлы уғлан булһын. Әмин. Аллаһ мөғжизәһен дә күрһәтте. - Тауышы бышылдауға күсте: - Йә, Хоҙай, бала тыуғанда күк ҡабағы асылып, өй эсе йәйғор нуры менән тулды бит. Йөҙҙән ашыу балаға кендек инәһе булдым, бындай хикмәтте тәүләп күреүем.
Хәбибулла хәлфәнең шатлығының иге-сиге булманы.
Фәтхулла улыма иш тыуһын ине, тип теләгәйне, уныһы ла алдына килде. Уау әйткәндәр, кендек инәһе күргәндәр шатлығын тағы арттырҙы. Уның:
- Эй, ҡыуаҡан иле! Ер, күк, һауа! Тау, урман, ҡырҙар! Ишетәһегеҙме, минең йәнә улым тыуҙы! Мин бәхетле! - тип бар донъяға һөрән һалғыһы килде. Әммә баҫалҡы холоҡло башҡорт ире ни бары Мәлихәһенә рәхмәтле ҡарашын төбәп, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Иншаллаһ, Аллаһ ырыҫлы нәҫелен дауам иттереүсе уландар бирҙе. Мең дә мең шөкөр! Ҡайғыһын да, шатлығын да эстән генә бөтөрөргә өйрәнгән, шытынырға яратмаған хәлфә, ҡыуанысынан ни алып, ни биререн белмәй өҙәләнеп торһа ла тел сарлап, хәбәр һөйләп маташманы. Артыҡ байлығы булмаһа ла кендек инәһенең башына, дүрт осона дүрт көмөш тәңкә төйнәп, кишмер яулыҡ япты. Ҡатынының ике толомона ике көмөш сулпы әҙерләп ҡуйғайны, бүләген ҡәҙерлеһенең усына йомдорҙо.
- Бибиниса инәй, бөгөн төндә күргән серле хәлдәрҙе халыҡҡа әшкәртмәй торайыҡсы. Уау Вәхит бабай, серҙе алдан сисергә ярамай, бәрәкәте китә, ти бит. Сабыйҙы ла барыһына күрһәтеп, сосолдороп йөрөтмәү хәйерле булыр.
- Дөрөҫ әйттең, улым. Сабыйҙы тәрбиәләүҙе үҙемә тапшыр, ҡырҡы тулғансы күҙ-ҡараҡ булып эргәһендә йөрөрмөн. Һис бер ел-елпеү тейгеҙҙермәм, илаһи ҡөҙрәт менән тыуған баланы күҙ ҡараһындай һаҡлармын.
- Рәхмәт, Бибиниса инәй! Мәлихәм менән улымды һиңә тапшырам. Ашат-эсер, тәрбиәлә. Улым тыуыуға аҡ ҡорбанлыҡтар әҙерләгәнмен, мәсеткә барып киләйем дә шуларҙы салып, ашнаҡсыларға бирә һалайым.
Шул саҡ өйҙәренә байрамсылап йөрөгән бер төркөм бала-саға килеп инде. Үҙен осор ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай хис иткән, ике уланға атай булған Хәбибулла хәлфә балаларҙың устарына өрөк, йөҙөм емештәре һалып, быны ла изгегә юрап, оҙатып ҡалды.
Йөҙө ҡояштай балҡыған атай кеше йүгерә-атлай мәсеткә йүнәлде. Бөгөн мосолман халҡының иң күркәм байрамы - Ҡорбан ғәйете. Юлда барғанда үҙ алдына һөйләй-һөйләй барҙы: "Йә, Хоҙайым, биргәнеңә шөкөр, ике байрам бергә тура килде бит әле". Ҡапыл, ниңәлер, Ибраһим бәйғәмбәрҙең улы Исмәғилде ҡорбан итергә Мина тауына алып китеп барыуын күҙ алдына килтерҙе. Ибраһим бәйғәмбәр урынына үҙен, Исмәғил урынына уландарын ҡуйып ҡараны. Юғарынан ошондай бойроҡ булһа, ул ни эшләр ине икән? Әстәғәфируллаһ тәүбә, Аллаһ уға бындай ҡаты һынауҙар ебәрә күрмәһен инде! Был тарихты күптән белһә лә Хәбибулла бөгөн уны яңынан күңеленән кисерҙе. Эйе, бәйғәмбәрҙәге күркәм сифаттар, мөкиббән инаныу һәр кемгә лә бирелмәйҙер ул. Аллаһ һынауын һоҡланғыс тәҡүәлек менән башҡарған Ибраһим бәйғәмбәр менән улы Исмәғилдең ихласлығына, уларҙың Аллаһы Тәғәләгә башкөллө бирелгән булыуына ул тағы бер ҡат хайран ҡалды. Аллаһ улыма ошо бәйғәмбәрҙәр сифатын бирһәсе, тип теләне ул мәсет юлында.
Матур кейемдәрен кейеп, Шәрип ауылы халҡы мәсеткә килеп тулған. Барыһы намаҙ уҡый. Ҡорбан ғәйете уҡылып бөткәс, Хәбибулла ауылдаштарының барсаһын айырмайынса өйләнән һуң ҡорбан ите ашарға саҡырҙы. Бәхетле атай ҡорбанын салырға ҡайта һалырға ашыҡты. Өйөнә инеп алдан үткерләп ҡуйған бысаҡтарын алды ла, бер ай элгәре ҡорбан итеп салырға тәғәйенләп, айырып һимертергә ҡуйылған ике аҡ һарығы торған ҡураға табан йүнәлде. Шунда торған бер бүкәнгә терәлде лә ике ҡулын күтәреп, Рабийына ялбарҙы:
- Әй, ҡөҙрәтле, әй ғәзиз Аллаһым! Һинең ҡушҡаныңды үтәп, һиңә яҡынайыр өсөн, изге теләктәр теләп, аҡ ҡорбандар салырға нийәт ҡылдым. Байрамыбыҙҙы ҙурлап, ғәйет көндө яҡты донъяға килгән сабыйымды үҙ ҡурсыуыңа алһаңсы, мәрхәмәт-шәфҡәттәреңдән ташламаһаңсы! Исмәғил ғәләйһис-сәләм һымаҡ минең улым да Аллаһ бойроғон үтәргә һәр саҡ әҙер камил иманлы, хәлим тәбиғәтле (йомшаҡ) хаҡ мосолман булып үҫһен ине. Әмин.
Артҡы уң аяғы ҡалдырылып, өсөүһе бәйләнгән, һул яҡ ҡабырғаһы менән ҡиблаға ҡаратып һалынған, тәҡдирен көтөп ятҡан һарыҡтың боғазына үткер бысағын терәне:
- Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр! Лә Иләһә Илләл-лаһу үәл-лаһу Әкбәр!Аллаһу Әкбәр үә лил-ләһил-хәмд! - тип төҡбир әйтеп, ыңғайы салып та ебәрҙе. Һуйылған һарыҡтарҙың тиреһен тунау өсөн береһен ярҙамсыһына тотторҙо, икенсеһенә үҙе тотондо. Ҡорбан итен тунап, әҙерләп бөткәс, үҙе йәтешләп, балта менән сапмай, быуын-быуыны менән турап сыҡты һәм бешерер өсөн ярҙамлашырға килгән күрше ҡатынға тапшырҙы. Хәбибулла хәлфә өйгә инеп, ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡып, иң мөһим теләктәрен тағы бер яңыртты: “Эй, Ғаләмдәр хужаһы, бөйөк Раббием! Изге Ҡорбан байрамы көнө тыуған улыма хәйерле, бәрәкәтле ғүмер бир. Мөхәммәт Мостафа ғәләйһиссәләмдең изге эштәрен дауам иттереүсе хаҡ мосолман булып үҫһен. Уау әүлиәнең юрағандары юш килһен. Әмин.”