Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Иман нуры
10 Сентябрь 2023, 14:20

Зайнула ишан (3) Лира ЯҠШЫБАЕВА

Атаһынан биш йәшендә үк уҡырға, яҙырға өйрәнгән Зәйнулла, етеһе тулғанда Ҡөрьәндең ваҡ сүрәләрен ятлап алғайны инде. Ата-әсәһен хайран итеп малай:          - Мине мәҙрәсәгә уҡырға бирегеҙ, Ҡөрьәнде үҙ телендә уҡырға теләйем, - тине. – Ғәрәп телен белергә кәрәк миңә.

Зайнула ишан (3) Лира ЯҠШЫБАЕВАЗайнула ишан (3) Лира ЯҠШЫБАЕВА
Зайнула ишан (3) Лира ЯҠШЫБАЕВА



Малай сәйәхәттән ныҡ ҡына үҙгәреп, әйтерһең, үҙ йәшенән күпкә өлкәнәйеп  ҡайтты. Донъяның сергә сорналғанын, тәбиғәткә, изгеләр күмелгән ҡәберҙәргә иғтибарлы булырға кәрәклекте  аңланы. Уау Вәхит бабаһының ябай кеше булмауын да төшөндө малай.

Сәйәхәттән ҡайтып бер-нисә көн торҙо ла, Аллаһ ҡаршыһында үҙенә йөкмәтелгән бурысты тағы үтәгәнгә һанап, Уау Вәхит әүлиә, ғәҙәтенсә, йәнә турһығына Әүештау шишмәһенең шифалы һыуын тултырып алды ла тағы  донъя гиҙергә ил буйлап сығып китте.

         Шәрип ауылы тәбиғәттең ҡырыҫыраҡ, әммә хозур бер төбәгендә урынлашҡан. Уйташ, Нәрәле тауҙарынан саф һыулы шишмәләр ағып сығып, ауылға ҡабатланмаҫ йәм бирә. Ауылды уртаға бүлеп, уларҙың өйөнән егерме-утыҙ аҙымда Уй һыуы аға. Бабаһын юҡһынған Зәйнулла, уның һәр әйткәнен күңеленән ҡабаттан кисереп,   көндәр буйы йылға буйында ултыра. Сәғәттәр буйына ҡымшанмай ҙа ни тураһында уйланды икән сабый бала?  Тәүге уйы, ниңә йылға Уй тип аталды икән, булды.   Әллә кешеләр килеп, уйланып ултырһын өсөнмө? Малай битен, ҡулын сайып, ап-аҡ һыуҙы усына алып, эсеп ҡуя. Эх, тәмле лә һуң Уй һыуы!  Һыу... Был өс хәрефтән генә торған яп-ябай һүҙгә Уау Вәхит әүлиә әйткән йәшерен сер һалынғанын тойҙо Зәйнулла. Сабыйҙың башына ерҙә һыу булмаһа, кешеләр йәшәй алыр инеме икән, тигән ҡатмарлы уй килде. Бала үҙе үк, бер аҙ уйланып ултырғас, юҡ, йәшәй алмаҫ ине, тип ҡуя. Ҡолонсаҡтай ғына булһа ла ул ерҙәге тормоштоң нигеҙе һыу икәнлеген аңланы. Һыу эсмәй бер көн тороп булмай ҙаһа. Ҡайҙа тиклем ағып бара икән был йылға? Ниңә ул арымай ҙа, талмай ҙа, көнөн дә, төнөн дә сылтырап ағыуын белә? Һыу нисек барлыҡҡа килә икән? Йылғалар нисек хасил була? Бынау тауҙар ҡайһылай итеп барлыҡҡа килде икән? Ай менән ҡояшты күккә кем элеп ҡуйған? Ҡай саҡ Зәйнулла күктәге болоттарға ҡарап ята. Нисек йөҙөп йөрөй икән улар күктә? Ямғыр булып нисек яуа икән? Шулай уйланып йөрөй торғас, уның ҡоштар, йәнлектәр, бөжәктәр телен белгеһе килде. Улар ҙа бит үҙ-ара аңлашалар. Ҡыҙыҡ, ни тураһында һөйләшәләр икән улар? Донъя тулы сер. Ысынлап та, донъя тулы хикмәт һәм сер. Был тиклем серҙәрҙең айышына нисек төшөнөп бөтөргә?

         Әсәһенең әйткәне иҫенә төшә:

         - Донъяла һәр нәмәнең үҙ хужаһы була. Ғаләмдең, Ер шарының хужаһы - ул бөйөк Аллаһ.

 Ысынлап та бынау көмөш һыулы йылғаларҙы, бейек тауҙарҙы, матур сәскәләрҙе, хәтфә үләндәрҙе - барыһын да Аллаһы Тәғәлә барлыҡҡа килтермәһә, нисек бар булырҙар ине? Был уйҙан малайҙың йөрәге йышыраҡ тибә. Уның ошо бөйөк илаһи затҡа тиҙерәк яҡынайғыһы, ғаләм серҙәрен белгеһе килә. Яңыраҡ әсәһе өйрәткән мөнәжәт юлдарынан ғаләм серҙәрен аңларға теләп, уны үҙ алдына инде нисәнсегә ҡабатлай.

                   Лә Иләһә Илләллаһы, 

                   Аллаһ беҙҙе яралтҡан;

                   Лә Иләһә Илләллаһы

                   Ер-һыуҙарҙы бар иткән;

                            Лә Иләһә Илләллаһы

                            Ул ғаләмдәр хужаһы;

                            Лә Иләһә Илләллаһы

                            Юҡ уның бер нужаһы.

 

 

                                     Шәжәрә - ул нәҫел ҡаны

 

         Атаһынан биш йәшендә үк уҡырға, яҙырға өйрәнгән Зәйнулла, етеһе тулғанда Ҡөрьәндең ваҡ сүрәләрен ятлап алғайны инде. Ата-әсәһен хайран итеп малай:

         - Мине мәҙрәсәгә уҡырға бирегеҙ, Ҡөрьәнде үҙ телендә уҡырға теләйем, - тине. – Ғәрәп телен белергә кәрәк миңә.

Шәрип ауылының беренсе баҫма өс йыллыҡ мәҙрәсәһенең тамамлағанда ЗәйнуллаҠөрьәнде тәджбит менән дөрөҫ  уҡый белде, ҙур-ҙур сүрәләрҙе ятлап алды. Мөғәллиме һоҡланыуын йәшермәне:

         - Башҡалар алты-ете йыл өйрәнгәнде Зәйнуллаһ өс йылда үҙләштерҙе. Бындай зиһенле шәкертте тәүләп күрәм. Уғланды артабан уҡытырға кәрәк. Уау Вәхит  дәрүиш әйткәндәр хаҡтыр, иншаллаһ, - тине. 

         Хәлфә Рәсүлев Хәбибулланың татыу ғаиләһендә ике малай ярыша-ярыша үҫте: оло улы Фәтхулла тырышып ҡурай, ҡумыҙ уйнарға өйрәнде, ә Зәйнуллаһы туғыҙ-ун йәштәр тирәһендә атаһын ғәжәпләндереп, ырыу шәжәрәһе, нәҫел-нәсәп менән ҡыҙыҡһына башланы. Төрлө һорауҙар биреп, атаһын хайранға ҡалдырҙы. Улының  етди ҡыҙыҡһыныуын күреп, бер көндө Хәбибулла һандыҡ төбөндә ҡәҙерләп кенә һаҡланған, етендән һуғылған таҫтамалға ҡәҙерләп төрөлгән күн тышлы бер китап килтереп сығарҙы һәм уландарын янына саҡырып алды:

         - Фәтхулла, Зәйнулла, тыңлағыҙ, уландарым, был шәжәрә китабы. Уны ҡулығыҙға алғанда тәһәрәтле булығыҙ, “Бисмилләһир-рахманир-рахим”, тип әйтеп кенә тотоғоҙ, унда беҙҙең ун дүртенсе быуаттан алып бөгөнгәсә ата-бабаларыбыҙҙың тарихы теркәлгән, - тине. - Атайым Рәсүл бин Муса,  шәжәрәлә – сал тарих ята, ти торғайны. – Хәбибулла  китаптың биттәрен берәмләп асып, улдарына һарғайып бөткән яҙмаларҙы күрһәтте. - Бына ҡарағыҙ, нәҫел тамырыбыҙ ун дүртенсе быуатта йәшәгән Туҡһанбей шәйехҡа барып тоташа. Тәү башлап шәжәрәбеҙҙе ул яҙып ҡалдырған. Артабан һәр быуын был йыйынтыҡҡа үҙенең йәшәйеш тарихын, йылъяҙмаһын  яҙа барған. Башҡорт халҡының иң ҙур байлығы ер булған. Шәжәрә китабында ырыуыбыҙҙың нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән ер биләмәләре теркәлгән, ул беҙҙең танытма, беҙ үҙебеҙҙең шәжәрәбеҙ аша аҫабалыҡты раҫлай алабыҙ. Туҡһанбей олатабыҙ, беҙ Аллаһы Тәғәләбеҙ бүләк итеп, өлөшөбөҙгә насип иткән ерҙәрҙе биләп йәшәйбеҙ, тип әйтер булған; уның ҡәҙерен беләйек, беҙ ошо биләмәләрҙең аҫабаларыбыҙ, тигән. Үҙе  тәғәйенләп биргән ерҙәрҙе Аллаһыбыҙ һаҡларға, ҡәҙер итергә, яратырға ҡушҡан. Әгәр һаҡлай алмаһағыҙ, уны сит-яттар баҫып алыр, мәҡам ҡорор, хужа булыр; ә кемдәр үҙ еренең ҡәҙерен белә, уны ярата, һаҡлай, ул ҡәүемгә Аллаһтан мәңгелек  бәрәкәт һәм сәғәҙәт бирелер, тигән. Беҙҙең ҡәүем Туҡһанбей олатабыҙ әйтеп ҡалдырған шул аманатҡа күп быуаттар дауамында тоғролоҡ һаҡлаған. Шәжәрәне дауам иттереүселәр: Ҡаңлы, Миңтәй, Шәйехмамай, Һеркә, Манғут, Ятабей, Яңыш, Ураҙғәли, Тупый, Моратҡол, Солтанай, Ғашиҡ, Байрамғол, Муса, Рәсүлдәр кәрәк саҡта ихтилалдарға күтәрелеп булһа ла, үҙенең илен-ерен һаҡлап ҡалған.

         Хәбибулла тағы шәжәрә китабының биттәрен аса:

         - Ҡартатайым, беҙ был яҡтарға Әй буйынан күсеп килгәнбеҙ, ти торғайны. 1736 йылда сығарылған Указға таянып, башҡорт ерҙәрен һатып алыу башлана. Исеме генә һатып алыу була, күбеһенсә талап, алдап алалар, ерен бирмәҫкә тырышҡандарҙы ауылынан һөрәләр, өйҙәрен  яндыралар, өйһөҙ, ерһеҙ ҡалған халҡын, ҡырағай йәнлек  кеүек итеп, ҡамсылап тауҙарға ҡыуалар. Бындай аяуһыҙ вәхшилек башҡорттар араһында ҡаты ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, 1736 йылдарҙа ихтилал башланып китә. “Бунтовчищьи земли отбирать” тигән указ сыға. Ерһеҙ ҡалған ҡәүемебеҙ Урал тауҙары аша төшөп, Уй һыуының һул ҡушылдығы тирәһенә урынлаша. Унан да ҡыуалар. Аллаһтың рәхмәте яуһын, ерһеҙ ҡалған Ҡыуаҡандарҙы Табын-Барындар эргәләренә  ала, Уй һыуының һул ярынан, Шәрип ауылы эргәһенән (халыҡ телендә ауыл Әүәз тип йөрөтөлә)  ҡурымтаға ер бирәләр.  Беҙ барындарға мәңге рәхмәтлебеҙ. Ни хәл итмәк, тыуған илебеҙҙе, йәмле Әй, Йүрүҙән буйҙарын ҡалдырып ошонда төпләндек. Ошо аяныслы тарихтың барыһы ла был шәжәрә китабына теркәлгән.

Хәбибулла һүҙен йәнә шәжәрә китабына күсерә:

         - Беҙ, уландарым, мәңгелек юлынан барабыҙ.  Был изге ҡомартҡы ҡулдан-ҡулға күсеп, инде миңә бирелде, ә мин уны  һеҙгә ҡалдырырмын, иншалла, һеҙ үҙегеҙҙең улдарығыҙға тапшырырһығыҙ. Бына шулай итеп, беҙҙең ырыҫлы нәҫелебеҙҙең быуындар сылбыры өҙөлмәй дауам итер, Аллаһ теләһә.

         Атай кеше иртәгәһен уландарын тағы эргәһенә саҡырып ултыртты һәм ырыу тарихын һөйләүен дауам итте:

         - Етенсе быуыныбыҙҙа бик ҡөҙрәтле, тәрән аҡыллы  Моратҡол атлы әүлиә йәшәгән, уны, Ҡыуаҡан ырыуын тотоп торған, тиҙәр. Ул әйткән: “ Беҙҙең нәҫел борон-борондан Мөхәммәт ғәләйһиссәләм тәғлимәтенә тоғролоҡло, ислам динен ҡеүәтләп йәшәүсе ҡәүем булған. Башҡорттар, айырыуса, беҙҙең төбәк, ислам динен туғыҙынсы быуат аҙағында, унынсы быуат баштарында уҡ иң беренселәрҙән булып, ихласлыҡ менән ҡабул иткән. Йәнә ул, башҡорт халҡына Аллаһтың иғтибары йүнәлтелгән, башҡорттар изге халыҡ, тигән. Шуға беҙгә тәбиғәттән суфыйҙар фиғеле һалынған. Суфыйҙар – Аллаһтың һайлам кешеләре.

Башҡортҡа матди байлыҡ беренсе урында түгел, улар рухи байлыҡҡа ынтылырҙар, шуның менән Аллаһтың ризалығына насип булырҙар, тигән.

         Уау Вәхит әүлиәнең юрамыштары иҫенә төшөп, атай кеше алмаш-тилмәш уландарына ҡарап ала, Зәйнуллаһының күҙ ҡараштары зәрә лә етди, әллә ысынлап ишан булырмы икән ни? Иншалла, юрағандары юш килһен ине, Раббием. Шулай тип уйлай ҙа Хәбибулла хәлфә бәйәнен дауам итә:

         -  Аллаһы Тағәлә теләгән кешеһенә хикмәт бирер, ти бит. Моратҡол олатайыбыҙ ҙа хикмәтле, сер ғилеменә эйә зат булған. Ҡан шәжәрәһен белеү мөһим, нәҫелен белгән - Аллаһтың һөйөклө бәндәһе, ул нәҫелгә бәрәкәт бирелер, ти торған булған. Ата-олатайҙар тарихын, шәжәрәне яҡшы белгән ҡартатайыбыҙ Муса ишан, әлеге минең һымаҡ, беҙҙе эргәһенә ултыртып ала ла гел Моратҡол  тураһында фәһемле нәмәләр һөйләй торғайны. - Хәбибулла сал сәсле, аҡ һаҡаллы, һөйкөмлө ҡартатаһын иҫләп, яманһыулап алды, уның һөйләгәндәре тере ҡуҙҙай булып, ҡабаттан хәтерен терелтте. Моратҡол олатайыбыҙ, Аллаһ ергә бәндәне һынар өсөн ебәрә, төрлө ауырлыҡ биреп, уны төрлө ысул менән һынай, тигәнен һис онотмай ул. Аслыҡ, ярлылыҡ, ауырыу, ҡулға алыу, хөкөм ителеүҙәр аша кешенең ныҡлығын белә, ҡурҡыу, балалар ҡайғыһы бирә, ергә  тәбиғәт ғәрәсәттәре ел-дауылдар, һыу баҫыуҙар ебәрә. Кемдәр ҡайғы килгәндә аҡылын юймай, уны сабырлыҡ менән үткәреп ебәрә, шулар Аллаһ һынауын үткән булыр, уларға  аҙаҡ әжер-сауаптар бирелер. Яҡшылыҡҡа шөкөр ит, ауырлыҡҡа сабыр ит, ти. Аллаһ үҙе теләгән бәндәһен тура юлға күндерер, иншалла. Бер аҙға тынып ҡалған Хәбибулла, әүлиәлек ата-бабанан етенсе быуында күсә, тигәнде иҫләп, тағы Зәйнуллаһына ҡарап ҡуйҙы. Белемде уҡып алып булһа ла, төплө аҡылды бер Аллаһ ҡына бирә бәндәгә. Иншалла, улының йөҙө нурлы, күҙ ҡараштары аҡыллы.

         Хәбибулла хәлфә ун һигеҙенсе быуат башында йәшәгән ҡартатаһы Муса хажи-хәҙрәт тураһында ла йыш  иҫкә ала. Халҡының ауыр яҙмышлы тарихын йөрәгенең түрендә һаҡлаған рухлы хәлфә уландарын Уй йылғаһы буйына алып сығып китә.

                   Уй йылғаһы - уй-хәсрәтле йылға,

                   Уйландыра уйсан ирҙәрҙе,

                   Уйландырып та ғына ҡалмай

                   Йөрәкһетә,

                   Илен, ерен һөйгән беҙҙәрҙе,

тип көйләп ала, тағы тарих төпкөлөнә сума:

         - Башҡорттар Нуғай Урҙаһы, Ҡаҙан , Себер, Әстерхан ханлыҡтары талауҙан, ғәскәр таптырыуҙан ялҡып, 16 быуат урталарында үҙҙәренең аҫаба  ерҙәрен, азатлығын, динен  һаҡлап ҡалыу шарты менән Рәсәй дәүләтенә ҡушыла. Аҡ батша башҡорттарға жалованный грамоталар биреп, берләшеүҙе нығыта. Әммә йылдар үтеү менән башта килешелгән шарттар үтәлмәй башлай. Башҡорт ерҙәрен тартып алыу, төп халыҡтың рөхсәтенән тыш  заводтар, ҡәлғәләр, редуттар  төҙөү башлана. Ул ғына етмәй, мәсеттәр төҙөү тыйыла, мосолмандарҙы көсләп суҡындырыу башлана. Һалымдар арта. Урыҫ түрәләре башҡорттарҙың эске эштәренә ныҡлап ҡыҫыла, старосталыҡ  вазифаһы урынына старшиналар ҡуя башлайҙар. Иркенләп йәшәп өйрәнгән халыҡты ылау хеҙмәтенә тарттыралар. Былар барыһы ла халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра. Айырыуса, динен мәсхәрәләү халыҡтың асыуын көсәйтә. Илдә ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа бышылдап ҡына бер исем әйтелеп йөрөй башлай: Ҡараһаҡал! Эйәгендә ҡап-ҡара ҙур миңе бар икән, шуға үҙен Ҡараһаҡал тип йөрөтә. Ислам диненә бик тоғро зат, ти.  “Ҡөрьәнде кешеләргә Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт бәйғәмбәр аша ебәргән” ти икән.  Мәккә, Мәҙинә ҡалаларына барып хажи булып ҡайтҡан, хәтәр уҡымышлы, - ти.

         Ысынлап та, илде талауға, динен мыҫҡыл итеүгә, ерле халыҡты кәмләп-хурлауға сыҙар әмәл ҡалмағас,   Ҡараһаҡал (ысын исеме Юлаев Миңдеғол) 1739-1740 йылдарҙа башҡорттарҙы ихтилалға күтәрә. Заводтар төҙөр өсөн аҫаба ерҙәрен урыҫтар тартып алып, үҙ еренән ҡыуылған Муса хәҙрәт тә ихтилалға ҡушылып китә. Ҙур яу ҡуба. Батша хөкүмәте өлөшләтә булһа ла ихтилалсыларҙың талабын үтәргә мәжбүр була. Барын-  Табындар менән бергә Муса хәҙрәт тә ошо Әй, Уй буйҙарын, Ирәмәлен һаҡлап ҡан ҡойған, меңәрләгән яугир ошо изге юлда башын һала.

         Бәйәнен Хәбибулла хәлфә гел ошондай һүҙҙәр менән тамамлай:

          - Беҙ, уландарым, ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны менән һуғарылған, йән көсө менән яуланған изге ерҙә йәшәйеҙ. Ул заман кешеләре ҡалмаған, әммә ауылыбыҙ эргәһендәге  Уйташ, Нәрәле тауҙары быға шаһит. Юҡҡа ғына ҡанбабаларыбыҙ:

         Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

         Һис бирмәгән башҡорт Уралын,

тип йырламаған.       Борон олатайҙар, айырыуса, диненә тейгәндәргә аяуһыҙ булған. – Беҙҙең нәҫел борон-борондан Мөхәммәт ғәләйһиссәләм тәғлимәтенә тоғролоҡло, ислам динен ҡеүәтләп йәшәүсе ҡәүем булған, тип гел әйтәм инде,  Ун етенсе быуат урталарында бик уҡымышлы Батырша исемле мулла булған. Беҙҙең Ахун ауылы старшинаһы Мөслим Дәүешев менән дуҫ булғандар. Йыш ҡына осрашып ике ғилем эйәһе Ҡөрьән сүрәләренең мәғәнәһе, хәҙистәр тураһында фекер алышыр булғандар.

         Фәтхулла атаһынан:

         - Ахун мәҙрәсәһенең өлкән мөдәррисе Абдулла хәҙрәт Мөслим Дәүешевтың улы буламы әллә? – тип һораны.

         - Эйе, эйе. – Хәбибулла бер аҙ уйланып торҙо ла дауам итте: - Динебеҙҙе ҡыйырһытыу, мәсеттәрҙе ябыу, көсләп суҡындырырға тырышыу башланғас, ике хаҡ мосолман кәңәшләшеп, халыҡты ихтилалға күтәрергә мәжбүр булған. Муса ҡартатайыбыҙ Мөслимдең ярҙамсыһы булып йөрөгән.

         Ун алты, ун ете, ун һигеҙенсе быуаттарҙа башҡорттар егерме-утыҙ йыл һайын баш күтәреп, азатлыҡ даулаған, меңәрләгән башҡорт шаһит киткән. Бына Рәсүл олатайығыҙ Салауат яуында ҡатнаша. Һеҙҙең һымаҡ бәләкәй саҡта ул барыбыҙҙы йыя ла Салауат батыр тураһында һөйләй торғайны: “Салауат – халҡыбыҙҙың ир арыҫланы. Ул динен, илен, ерен яҡлап бөтә халыҡты изге яуға күтәрҙе, ихтилал башлығы булды”.

         Атаһы ошоларҙы һөйләгәндә Зәйнулла  азатлыҡ өсөн көрәшкән Салауаттың оран һалып, халҡын яуға өндәүен күреп торғандай булды. Шул батыр менән ҡәрҙәш түгелбеҙме икән, беҙҙең нәҫел дә бит сығышы менән Әй буйынан, тип уйланы.

Ғазаплы хәтирәләрҙән йәне ҡайышҡан Хәбибулла ауыр хәл-ваҡиғаларҙы хәтерләүҙе дауам итте:

         - Был яуҙа башын һалғандарҙың ҡанын бергә йыйһаң, Әй һыуы ҡып-ҡыҙыл булыр ине. Күпме балалар етем ҡалып, урмандарға китеп аҙашты. Беҙҙең ҡәүемдән дә күптәр һәләк булды. Муса ҡартатайым ҡулға алырға килерен белеп ҡалып, ауыл старостаһы уны тау мәмерйәһенә йәшертә. Шулай итеп, ул үлемдән ҡотолоп ҡала. Урыҫтар ауылды үртәп, күренгән бер кешене ҡылыс менән тураҡлап, еребеҙҙе ҡанға батырып киткәнде күргәс, ҡартатайым ир башы менән ергә тәгәрәп ятып илаған. “Ниңә йәшендем, ниңә ҡаршыларына сығып баҫманым, ниңә бына мин, үлтерегеҙ, ауыл кешеләренә теймәгеҙ, тип әйтмәнем”, - тип аҙарынған.

         - Ғазапланма, бында һин ғәйепле түгел, барыбер үлтерерҙәр ине. Уларға беҙҙең еребеҙ кәрәк, - ти йыуата уны иҫән ҡалған староста.  

         Тарих яратҡан Хәбибулла ҡайҙа барһа ла, берәй эш араһында булһынмы, ял иткәндәме,  Фәтхулла менән Зәйнуллаһын эргәһенә саҡырып, халҡыбыҙҙың үткәненә ҡағылышлы берәй тарихты һөйләй һалып ала.

         - Быларҙы ҡайҙан белеп бөттөң, атый, - тип аптырай Зәйнулла.

         - Һәр башҡорт үҙ халҡының үткәнен белергә тейеш. Үткәнһеҙ киләсәк юҡ. Шәжәрә – ул ҡан тарихы. Быуындан быуынға ағылып килеп, олатайҙар рухы менән беҙҙең йәнебеҙҙе тоташтыра, илаһи ҡөҙрәт менән һуғара, беҙгә уларҙың йөрәк аманатын тапшыра. Шәжәрәне мин ағып ятҡан йылға менән  сағыштырыр инем. Йылғалар ҙа бит инеш булып  башлана ла юлында башҡа йылғалар ҡушылып, ҙурая, көсәйә. Шәжәрә - нәҫелде көсәйтеүсе аманат ул.

         Ә бер көндө Хәйбулла уландарына француз яуы тураһында һөйләне.

         - Руссия хөкүмәте башҡорттарға көн күрһәтмәй иҙеп, яһаҡ йыйып, ерҙәрен талап, ыҙа сиктерһә лә, беҙҙең халыҡ  ун алтынсы быуат уртаһындағы ике яҡлап сит илбаҫарҙары һөжүменән бер-береһен яҡларға тигән килешеүгә тоғро ҡала һәм егерме һигеҙ полкы менән һуғышҡа күтәрелә, - тип башланы үҙе лә француз һуғышында ҡатнашаҡан Хәбибулла. Ул ун һигеҙенсе полкта һуғыша, башлыҡтары Малай Муйнаҡ  кантоны Мөхәмәтйән Бүзекәев була. Кантон Бүзекәй полкы француздарҙың башҡалаһы Парижға тиклем барып етә, аҡ батша уны “За взятие Парижа” тигән көмөш медаль менән наградлай. Әлхәмдүлиллә, шул һуғыштарҙан һуң беҙҙә ундай ҡаты яуҙар, ихтилалдар булғаны юҡ, тип шатлана Хәбибулла һәм һөйләгәндәрен тәрән мәғәнәле һүҙҙәр менән йомғаҡлап ҡуя:

         - Ер шары ғәйәт ҙур, унда һәммәбеҙгә урын етерлек. Донъяға яралтҡан һәр бәндәһен Аллаһ үҙ өлөшө, үҙ ризығы  менән тыуҙыра. Әммә әҙәми заттың нәфсеһе ҡот осмалы.

Һаран, ҡомһоҙ әҙәмдәр, хәленән килһә, Ер шарын йомарлап кеҫәһенә һалып ҡуйыр ҙа уға бер үҙе генә хужа булыр, ҡояшты бер үҙенә генә яҡтыртыр, ямғырҙы үҙ баҡсаһына ғына яуҙырыр ине. Ана шул барына ҡәнәғәт булмау, көнсөллөк, ҡарунлыҡ харап итәсәк, кешелек донъяһын һәләкәткә илтәсәк. Тик барына ҡәнәғәт була белмәгән, бер көнлөк донъяға ҡыҙығып, әхирәтте, йәғни, мәңгелек йортҡа барыуын онотҡан әҙәми затҡа быны нисек аңлатырға?      Хәбибулла үҙе һөйләгәндәргә үҙе аптырап, һыны ҡатҡан кешеләй булып, бер килке һеңгәҙәп ултыра, шунан  “әстәғәфирулла тәүбә үә әтүбү иләйһи”, тип тәүбә итә, һәр ваҡыттағыса, изгеләр рухына һыйына, Аллаһтан ярҙам һорап, Ҡөрьән уҡыу менән тамамлай:

         - Сөбханаллаһи үәлхәмдү-лилләһи үә лә илаһә илаллаһу үаллаһу әкбәр, үәлә хәүлә үәлә ҡеүүәтә иллә билләһил ғалиййил-ғазым. – Өҫтәп ҡуя: - Был ожмахтың Фирдәүес ҡапҡаларын астыра торған доға, зыярат эргәһенән үткәндә гел ошо доғаны уҡып, әруахтарыбыҙға бағышлағыҙ.

         Әүлиә заттарҙың кем булыуын да аңлата ул уландарына.

         - Бәйғәмбәрҙәрҙән ҡала Аллаһҡа иң яҡын торған заттар әүлиәләр, - ти. – Улар Ер кешеләре менән Аллаһ араһында бәйләнеш булдырыусылар. Был турала Тәүүәсүль доғаһы  бар. Әүлиәләр Аллаһ ҡөҙрәте менән мөғжизә тыуҙыра ала. Уларҙың доғаһын Раббиебеҙ тәү сиратта ҡабул итә. Һәр даим Ер шарын төрлө афәт-ғәрәсәттән 124 мең әүлиә һаҡлап тора.

Мәрхүмдәргә арнап Ҡөрьән уҡып, ата-бабалар рухын шатландырып тороу, изгеләр ҡәберенә зыярат ҡылыу сөннәт ғәмәл. Намаҙ уҡыған һайын дүрт тарафты һаҡлап торған иң ҡөҙрәтле дүрт әүлиәгә:

                   Сүбөхәәнәл-лаһи халикүн-нур,

                   Сүбөхәәнәл-лаһи ғафурур-рахиим,

                   Сәләәмүң ҡауләм мир-раббир-рахиим,

тип доға сәләмдәр ебәрергә, рухтарын Аллаһ ҡаршыһында ҡыуандырып, доға ҡылырға тейешбеҙ.

         Хәбибулла хәлфә һәр әйткән-өйрәткәненә, айырыуса, Зәйнулла улының иждиһат итеүен күрә, бала ғына булһа ла тарихты күңеленә һеңдерә улы.  Уау Вәхит әүлиә әйткәндәрҙе лә иҫендә тотоп, үҙе лә һиҙмәҫтән Зәйнулла улына өҫтөнлө бирә, Бохара, Самарканд тарафтарынан килтерелгән китаптарҙы күреп ҡалһа, улына һатып алып бирергә тырыша.             

         Аталары һөйләгәндәрҙән башҡорт батырҙарының ер-һыу өсөн көрәшен ишетеп үҫкән, Зәйнуллаһтың йөрәге әрней. Ата-бабаларының михнәт-кәмһетелеүҙәрен ишетеп, хисле күңеле ғәҙелһеҙлеккә, үлем-ҡырылышҡа ҡаршы ниҙәр эшләп булыуын уйлай. Ҡасан да бер Әй буйҙарына барып, ата-бабалары  ҡалдырырға мәжбүр булған ерҙәрҙе күрергә, Салауат батыр юлдарынан үтергә ниәтләй. Үҫмерҙең күңеленә йәнә, беҙ Салауат батыр менән нәҫел түгелме икән, тигән уй килә. Ул хәҙер намаҙ уҡыған һайын уның халыҡ батры рухына доға ҡыла. Халҡының аяныслы тарихын күңеленә һеңдергән хисле малай бәндәгә ҡол булмай, бер Аллаһҡа ғына буйһоноп йәшәү тураһында уйлана. Ун ике-ун өс йәшлек үҫмер йыш ҡына серҙәшенә әүрелгән Уй буйына килә, башта битен, ҡулын сая, ап-аҡ һыуҙы усына алып эсә. Эй, тәмле лә һыуың, Уйым, рәхмәт һиңә, мәңге еребеҙҙе йәмләп шулай ағып ят, тип йылғаға рәхмәтен әйтә һәм шундағы бер дүрткел ташҡа ултырып, тәрән уйға сума. Ун ике йәшлек малай тик Аллаһ ҡушҡанса йәшәүҙең, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хәҙистәрен үҙләштереп, ул күрһәткән юлдан барыуҙың хаҡ юл булыуын аңлай башлай. Аллаһтан сәсән тел, төплө аҡыл бирелгән бала, уйлағандарын, күҙаллағандарын шиғри юлға һала:

 

                   Иман мөнбәренә күтәрелеп

                   Әйтер инем туған халҡыма:

                   Һәммәбеҙҙең ҡылған ғәмәлдәре

                   Булһын бары Аллаһ хаҡына.

                            Аллам беҙҙе хаҡ юлдан әйләһен

                            Бәрәкәттәр биреп ҙурлаһын.

                            Йәшәп киткән ҡан ҡәрҙәштәр рухы, 

                            Беҙҙе Аллаһ нуры менән нурлаһын

 

Автор:
Читайте нас