

Ғилем эстәү юлында
Хәбибулланың йыш ҡына Аҙнасура ишандың исемен телгә алыуы, уның Бохарала уҡып ҡайтыуы тураһында һөйләүе Зәйнулланы ныҡ ҡыҙыҡһындыра:
- Атый, тағы ла һөйлә әле Аҙнасура ишан тураһында, – тип ялбара ул. – Ниңә халыҡ уны суфый тип атай?
- Эйе, уны суфый тип йөрөттөләр. Суфыйҙар – Аллаһҡа яҡын торған, уның һайлам кешеләре. Суфыйҙың теләгән теләге ҡабул була. Әсәйең яғынан Аҙнасура ишан беҙҙең нәҫел. Ул да ҡыуаҡан ырыуынан. Уау Вәхит бабайыңдың остазы. Бохарала уҡыған сағында Аҙнасура Баһауетдин Наҡшбәнд шәйехтың юлын ала, уны тәриҡәт юлы тип атай торғайны. Шәйех Баһауетдин ариф һәм уэйс булған, тип әйтә торғайны.
- Ариф? Нимәне аңлата ул?
- Арифмы? Бер ерҙә лә уҡымайынса бәндә күңеленә ғилемде Аллаһы Тәғәлә үҙе һалған кешене шулай тип атайҙар.
- Ә уэйс кем?
- Иң юғары кимәлгә күтәрелгән суфый.
Баһауетдин Наҡшбәнд исемен малай шунда уҡ хәтерендә ҡалдыра. Их, шул шәйех һымаҡ Аллаһ мине лә ариф һәм уэйс итһен ине, тип уйлап ҡуя. Тағы һорашһа ла атаһы ошонан артыҡты әйтә алмай.
- Бына Малай Муйнаҡ мөғәллиме Яҡуп бән Әхмәт әл-Ахундиҙа уҡый башларһың да барыһын да белерһең. Ул да Аҙнасура олатайың һымаҡ уҡымышлы ишан. Баһауетдин Наҡшбәнд юлынан барыусы.
1845 йылдың көҙө ун ике йәшлек улын Хәбибулла Шәриптән ун биш саҡрым тирәһендә ятҡан Малай Муйнаҡ ауылы мәҙрәсәһенә алып килә:
- Яҡуп хәҙрәт, бына минең төрлө һорау биреп, Баһауетдин Наҡшбәнд кем ул тип йөҙәткән улым. Ите һиңә, һөйәге миңә, әйҙә, уҡыт, тырыштыр, - ти, алып килгән күстәнәстәрен бирә, кеҫәһенән бер-нисә көмөш тәңкә алып, мөғәллимдең алдына һала.
Шулай итеп, Зәйнулла шәкерттәр өсөн тәғәйенләнгән ятаҡҡа урынлаша һәм йөҙләгән бала уҡыған Малай Муйнаҡ ауылы мәҙрәсәһендә белем ала башлай. Яҡуп хәҙрәт үҙ ваҡытында Троицк мәҙрәсәһендә уҡып ҡайтҡан бөтә тирә-яҡта иң белемле мөғәллимдәрҙән була.
Бер көндө Зәйнуллаға:
- Атайың килгән, һине саҡыра, - тинеләр.
Зәйнулланың йөрәге “жыу” итеп ҡалды: Уау Вәхит бабаһы менән ниҙер булған.
- Бабайың мәрхүм булып ҡалды. Һине йыназаға алып ҡайтырға килдем, - тине атаһы. – Бабайың бик яратты һине. Һуңғы һулышын алғанда ла һинең исемеңде әйтте, йәш тип тормағыҙ, миңә йыназаны Зәйнулла улымдан уҡытығыҙ, тип үтенде. Шәриптә һине көтөп ҡалдылар.
Үҫмер тиҙ генә йыйынды ла атаһының санаһына сығып ултырҙы. Уау Вахитты һуңғы юлға оҙатырға бөтә ауыл сыҡҡайны:
- Ауылыбыҙҙың ҡото булды, үҙе бағымсы, үҙе кәмитсе, үҙе алдан күреүсе. Берәйһенә ярҙам кәрәк булһа, шунда уҡ юрғалап барып етер ине.
- Ғәжәп инде, ауырып та ятманы, кисә генә һин дә мин урамында йөрөп ятты лаһа.
- Аҙ ауырыу, еңел үлем бир, бәндәләргә бәндә итмә, - тине лә йөрөнө, теләге ҡабул булды.
- Тапҡыр телле, үткер фекерле, зирәк зат булды. Аллаһ изге йәненә урынды йәннәттең Фирдәүес баҡсаларынан бирһен, әмин.
Ауыл кешеләре мәрхүмдең яҡшы яҡтарын һанап сыҡты, әммә уның Аллаһҡа яҡын булыуын, Аллаһ бәндәһе икәнлеген әйтергә берәүҙең дә аң кимәле етмәне. Зәйнуллаға ғына бабаһының ниндәй ғилем эйәһе икәнлеге мәғлүм булды. Суфыйсылыҡтың иң юғары баҫҡысында торған ул, донъя ағышын, ер-һыуҙың тын алышын белгән, кешеләрҙең киләсәген күргән. Баҡый донъяла ла изге рухы ауылына бәрәкәт килтереп, илен ҡурсып ятыр, иншаллаһ.
Шул көндө үк, шәриғәт ҡушыуы буйынса, Уау Вәхит әүлиәнең мәйете Шәрип ауылының зыяратына дәфен ҡылынды. Бер аҙҙан, быуаттар буйы һаҡланырлыҡ билдә булһын, үткән бер кеше доғаһын уҡыһып китһен тип, исем-шәрифтәрен ырып яҙып, суфыйҙың баш осона яратҡан Ирәмәленән килтерелгән өҫтәл дәүмәлек ташты ултырттылар.
Зәйнулла юғалтыуҙы ауыр кисерҙе, үҙенә урын таба алмай, көндә бабаһының рухына арнап “Йәсин” сыҡты. Бер көндө бабаһы төшөнә инде лә ап-асыҡ итеп: “Минең өсөн борсолоп йөрөмә, миңә бында ерҙәгенән күпкә яҡшыраҡ, доғаларың килеп тора. Онотма, һине Аллаһ ҡотоп заман итеп яралтҡан. Суфыйҙар юлын юлларға тейешһең.” – Шулай тине лә бабаһы күҙҙән юғалды. Үҫмер, уның төшөңдө һөйләмә, тип өйрәтеүен онотмағайны, шуға бөгөн күргән хикмәтле был төшөн ҡапылда берәүгә лә һөйләмәне.
Мәҙрәсәлә уҡыу һәүетемсә дауам итте. Көнсығыш әҙәбиәтен, әҙиптәрен яҡшы белгән Яҡуп хәҙрәттең
дәрестәрен Зәйнулла көтөп алды. Дин үә сәнғәт үҙәге булған Бохараға барып уҡыу уның төп хыялына әүрелде. Ундағы гүзәллектә тиңдәше булмаған мәсет һәм мәҙрәсәләрҙе күргеһе, имам әл-Бухари, шәйех Баһауетдин Нәҡшбәндәр йөрөгән юлдарҙан атлап үткеһе килде.
Яҡуп хәҙрәттең, айырыуса, әл-Бохари хаҡында һөйләгәндәре үҫмерҙе хайран итә:
- Имам Ҡөрьән китабын көн һайын бер ҡат уҡып сыға торған булған. – Яҡуп хәҙрәт уның хәҙистәрҙе йыйыуын тәфсирләп һөйләй, аҙаҡтан хайран итерлек йәнә бер хәлде әйтеп, малайҙың һушын алды:
- Бер ваҡыт намаҙ уҡып торған сағында уны һағыҙаҡ саға. Әл-Бохари, әйтерһең, һиҙмәй, ҡымшанмай ҙа доға уҡыуын дауам итә. Намаҙ тамам булғас ҡараһа, баяғы һағыҙаҡ уны ун ете ерҙән саҡҡан була. Быны күреүселәр уның инанғанлығына, тәҡүәлегенә хайран ҡала.
Яҡуп хәҙрәт, ғәҙәттә, иң башта яңы килгән шәкерттәренән Ҡөрьән уҡытып ҡарай. Зәйнулланың тәжбит менән урыны-еренә еткереп уҡыуынан ул ҡәнәғәт ҡалды.
- Афарин, улым. - Мөғәллим уға һорауҙар бирә башланы: - Ҡөрьән китабы нисек барлыҡҡа килгән? Хәҙистәр кемдеке?
- Ҡөрьән – Аллаһтыҡы, ул Мөхәммәд бәйғәмбәр аша төшөрөлә, ә хәҙистәр – Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдеке, - тип яуап бирә малай. Шәкерте менән тағы бер ни тиклем һөйләшеп, аралашып ултыра Яҡуп хәҙрәт һәм ун ике йәшлек баланың тиҫтерҙәренән айырылып тороуын, аңының күпкә үҫешкәнерәк булыуын күрә. Был уны таңға ҡалдыра:
- Улым, белемеңә ҡарағанда, һине берәй илаһи заттың изге рухы тәрбиәләгәндер, - ти. – Ана, бөйөк ғалимыбыҙ Баһауетдин Наҡшбәнд шәйехты ла Абдулхалиҡ Гудждувани
рухы тәрбиәләгән. Ғилемде күңеленә биргән. Әҙәм балаһына тыуғанда уҡ Аллаһтан бирелеп, әлегә ойоп торған мөмкинселекте изге рух уятып ебәрә, кешелек донъяһы файҙаһына йүнәлтә.
- Уау Вәхит бабайым өйрәтә торғайны.
- “Уау” һүҙенең серле икәнен беләһеңме?
- Күк бүре булып, улар менән бергә олоғанға Аҙнасура ишан уға шундай ҡушамат биргән, тигәйне атайым.
- Юҡ, улым, “Уау” – символик тамға, йәғни, ендәрҙе ҡыуа торған символик образ ул. Бүре булып олоғанға түгел, дөрөҫөрәге, серле илаһи көскә эйә булғанға бирелгән. Моғайын, шул бабаңдың рухы аша һиңә сер ғилеменә юл асылыр.
- Улым, бынан ары икәү генә һөйләшкәндә суфыйҙарса миңә мөршид тип өндәшерһең, ә һине мөритем тип йөрөтөрмөн. Беҙҙең юл - хаҡлыҡ юлы. Был юлда дүрт баҫҡыс: шәриғәт, тәриҡәт, мәғрифәт, хаҡиҡәт. Хаҡиҡәт кимәленә күтәрелгәндәрҙе төрлө халыҡта төрлөсә атап йөрөтәләр: беҙҙә – ишан, ҡаҙаҡларҙа – шәйех, соф, үзбәктәрҙә – пир, төрөктәр – мәшаих, ҡайһы бер яҡтарҙа дәрүиш, хатта диуана тип тә йөрөтәләр.
Мөршит менән мөрит араһында бына ошондай суфыйлыҡ юлына әйләгән, бер-береһенә тәүге көндәрҙән ышаныс, йылы мөнәсәбәт урынлаштырған һөйләшеүҙәр йыш булды.
Дин ғилемен, уның закондарын өйрәнеүҙән башҡа мәҙрәсәлә математика, астрономия, биология фәндәре өйрәнелде. Бында телдәргә, тарихҡа иғтибар ҙур бирелә ине. Ғәрәп, фарсы теле уҡытылды. Дәрестәр бөтә төрки халыҡтары өсөн уртаҡ булған иҫке төрки телендә алып барылды.
Яҡуп хәҙрәт, үҙе француз яуында ҡатнашҡан сотник булараҡ, бынан утыҙ биш йылдар элек булып үткән Бөйөк Ватан һуғышы тураһында күп һөйләй. Дәрестәрҙән бушаған араларҙа:
- Бөйөк Ватан һуғышында зауряд-сотник, йәғни, йөҙ башы булдым, һалдаттар менән бергә окоптарҙа туңырға тура килде. Полководец Ҡоддос батыр беҙҙең халыҡты яратты. “Башкиры, молодцы”, - тип беҙҙе ихтирам итте, шуға сәсәндәр уға арнап йыр сығарҙы:
Полководец батыр ир Кутузов,
Уттар, һыуҙар кисте, ҡурҡманы.
Полководец, һай, Кутузов
Батыр ир икән,
Һай, баһадир ир икән!
Марш формаһындағы йырҙы хәҙрәт йырлап та күрһәтә.
- Башҡорт халҡы Рәсәй илен яҡлап даръялай күтәрелде. Ер яуып килгән ғәскәр Рустарға егерме һигеҙ полк булып барып ҡушылды.
Шул саҡтарҙа йырланған бер йырҙы һис онотолмайым, - ти ҙә Яҡуп хәҙрәт тағы йырлап ебәрә:
Ишетмәйҙәр микән француздар
Уралтауҙың йәйрәп ятҡанын.
Ниндәй яуға ҡаршы барһалар ҙа,
Булманы уның еңмәй ҡайтҡаны.
Яҡуп хәҙрәт шәкерттәренә Бүзекәй кантон тураһында ла йыш һөйләй. Кантон ун һигеҙенсе полктың начальнигы була. Яуҙа уларға осрашырға тура килмәй. Бүзекәй кантон үҙенең полкы менән Парижғаса барып етә, уға генерал-майор дәрәжәһе биреп ҡайтаралар, аҙаҡ һалдаттары уға арнап йыр сығара.
Сығып ҡына киттем, ай, юл менән,
Юлғынайым керҙе Мәскәүгә.
Мәскәүҙәргә барып кереү менән,
Депутат та булдым ғәскәргә.
- Егерме һигеҙ йәшендә беҙгә кантон итеп ҡуйғайнылар, шунан бирле утыҙ йыл буйына бер өҙлөкһөҙ кантон хеҙмәтендә тора. Тиҙҙән алтмышы тула, әле шап-шаҡтай, егеттәреңә биргеһеҙ.
Француз яуы тураһында атаһынан күп ишеткән Зәйнулла ла бер көндө мөршитенең һүҙенә ҡушылырға йөрьәт итте:
- Коддос генерал француздарҙы Мәскәүгә индереп мәскәүләгән, тиҙәр, шул дөрөҫмө? Наполеон үҙенең ғәскәрен ташлап һыпыртҡан, ти.
- Тарихты беләһең, шәкерт, был нәҡ шулай булды. Башҡорттар уларға күрмәгәнен күрһәткән. Мәргән уҡсы булғандары өсөн француздар башҡорттарҙы “төньяҡ амурҙары” тип йөрөткән. Бүзекәй кантондың: “Атҡан уғым бер унтер-офицерҙың түшенән үтеп, арҡаһынан килеп сыҡты, үҙем күрҙем”, - тигәне бар. Башҡорттарҙы, йән аямай, арыҫландай ажғырып, дошманға ташланғаны өсөн “ҡырағай азиаттар” тип тә атағандар.
Бындай һөйләшеүҙәрҙән һуң үҫмерҙең күңелендә туған халҡы өсөн ғорурлыҡ уяна, ошо үлемесле яуҙан атаһының иҫән-һау йөрөп ҡайтыуына шөкөр итә.
Бер ваҡыт Малай Муйнаҡ ауыл урамынан берәү: ”Кантон килә, кантон!”- тип һөрәнләп үтә. Бөтә халыҡ кантон күрергә тип урамға йүгереп сыға. Күп тә тормай Зәйнулла ҡыңғыраулы пар аттарҙың елдереп үтеүен, мәҙрәсәнән алыҫ булмаған ергә барып туҡтауын, семәрле кашовканан мыҡты кәүҙәле, ғорур ҡиәфәтле кешенең килеп төшөүен күрҙе. Бына ниндәй икән Мөхәмәтйән Бүҙекәев! Ҙур дәрәжәле, һауалы кеше икәнлеге тышына уҡ сыҡҡан.
- Бүҙекәй кантон килгән! Кантон килгән! – тип барыһы урамға ябрылды, ергә тиклем эйелеп, уға баш эйҙе. Кантон уларҙы күрмәгән кешеләй булып, сәләмдәрен дә алмай, үтеп китте. Зәйнулланың күңеленә кантон бик уҫал, мәрхәмәтһеҙ кеше булып тойолдо. Күңеленә, бер саҡ ғонаһһыҙ бер кешене рәнйетәсәк, шуның бәрәбәренә бер аҙҙан үҙе лә көтмәгәндә дошманы ҡулынан һәләк буласаҡ, тигән уй килде. Йүгереп барып: “Һаҡ булығыҙ, ғәли йәнәп, кешеләргә нахаҡ бәлә япмағыҙ, кейәһе төшөр”, - тип әйтергә теләне. Тик шул тиклем һауалы кеше бер малай-шалай әйткәнде тыңларға торамы ни, тип уйланы. Француз яуынан иҫән ҡайтҡан түрәне Зәйнулланың бик тә йәшәткеһе килә ине, әммә үкенескә ҡаршы, әйтер һүҙен әйтә алманы. Ахырҙа, Аллаһы Тәғәләм кантонды үҙе һаҡлаһын, тип теләк теләне.
Шулай матур ғына уҡып йөрөгәндә 1848 йылда Яҡуп бән Әхмәт әл-Ахундиҙы Ахун ауылының бер мәхәлләһенә имам-мөҙәрис итеп күсерергә булдылар. Мөршид күңеле яҡын иткән мөритен үҙе менән бергә алып китте. Бында Абдулла ахун Даушев тигән хәҙрәт тә уҡыта ине. Халыҡ араһында уны “суфый” тип йөрөтәләр. Суфыйсылыҡ нигеҙҙәрен Яҡуп хәҙрәттән байтаҡ өйрәнгән Зәйнулла Абдулла ахун менән дә бик тиҙ дуҫлашты, унан Бохара ҡалаһы мәсеттәре тураһында һорашты. Бер ваҡыт ахун уға әл-Бохари тураһында һөйләне һәм уның хәҙистәр китабын уҡып торорға бирҙе:
- Имам Әл-Бохари Мөхәммәд ғәләйһиссләм баҡыйлыҡҡа күсеп, ике йөҙ йыллап ваҡыт үткәс, донъяға килә. Бәйғәмбәребеҙ әйтеп ҡалдырған фәһемле фекерҙәрҙе бер китапҡа йыйыр өсөн ул бөтә ғүмерен бағышлай, Бохаранан Мәҙинә шәһәренә күсеп килә. Ун алты йыл эсендә барыһы 7563 хәҙис йыя, аҙаҡ шулар араһынан иң әһәмиәтле 2134 хәҙисте һайлап алып, темаларға бүлеп, китап итеп төҙөй. Ун алты йыл ғүмерен тик ошо изге эшкә бағышлай. Ул Аллаһтан: “Миңә Мөхәммәд бәйғәмбәрҙекенән артыҡ ғүмер бирмә”, - тип һорай. Теләге ҡабул була, Аллаһ уны үҙ янына алтмыш ике йәшендә ала.
- Ошо китапта уның хәҙистәре тупланғанмы?
- Эйе. Һинең хәтерең яҡшы, уҡы, теләһәң күсереп ал. Бындай хазинаның ҡулына килеп эләгеүенән самаһыҙ ныҡ тулҡынланған Зәйнулла башта телһеҙ ҡала, бер аҙҙан үҙен ҡулға ала, күҙҙәренә йәш алып, күңелендә яралған ихлас теләктәрен белдерә:
- Был изгелегегеҙҙе онотмам. Сауаптары Аллаһтан ҡайтһын. Мөхәммәт бәйғәмбәр рухы һеҙҙән риза булһын! - Үҫмер китапты ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫа.
Тыумыштан зирәк зиһенле, яҡшы хәтерле, ғилемгә ыштылышлы үҫмер хәҙистәр китабына йотлоғоп йомола, уны дәфтәренә күсереп яҙып алырға тырыша. Мөритенең иждиһадлы икәнен белгән Абдулла ахун китабын ашыҡтырмай. Бер нисә ай үтеп тә китә. Ниһайәт, шәкерт китапты үҙенә күсереп ала. Был изгелеге өсөн мөғәллименә әллә ниҙәр бирерҙәй булған ярлы шәкерт, телебеҙҙә булған иң аҫыл һүҙҙәрҙе ҡулланып рәхмәтен әйтә:
- Мөхтәрәм Абдулла ахун хәҙрәттәре, Аллаһ һеҙҙән риза булһын, Баһауетдин Наҡшбәнд рухтары һеҙгә изге доғаларын ебәреп торһон, - тип аҫыл таштарҙан ҡиммәтлерәк китапты оҫта ҡуллы әсәһе һуҡҡан ап-аҡ етен таҫтамалға төрөп, ҡайтарып бирә.
- Аллаһ, изгелектә һәм тәҡүәлектә бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ, тигән. Барыһын Аллаһ хаҡы өсөн эшләйбеҙ, мөритем. Был көндәрҙә Зәйнулланың барлыҡ уйын, хисен Мөхәммәд рәсүлуллаһ Саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм биләп алды: ниндәй һоҡланғыс затты ебәргән ергә Аллаһы Тәғәләбеҙ! Аллаһ миңә лә уның сифаттарын насип итһен ине, тип теләне үҫмер. Бәйғәмбәрҙе күҙ алдына килтерергә тырыша. Ибраһим бәйғәмбәр, уның улы Исмәғил бәйғәмбәр ерлегенән яралған был илаһи заттың алһыу йөҙөнән нур бөркөлөп торған тиҙәр. Урта буйлы, киң яурынлы, буй-һыны ҡойоп ҡуйғандай килешле булған. Ҙур ҡара уйсан күҙҙәре гел яғымлы ҡараған, бите аҡ булған, ҡаштары ҡыйылып торған. Унан һәр саҡ тәмле еҫ аңҡыған. Тәбиғәттән нескә күңелле, кеселекле, кешелекле булған. Хисләнеп киткән үҫмерҙең йөрәгендә Мөхәмәт бәйғәмбәргә шундай көслө мөхәббәт уянды, Аллаһ мине бөтә ғүмерем буйы тайпылышһыҙ ошо аҫыл заттың юлынан әйләһен ине, тип теләне ул. Иншалла, уның иманын бер кем дә, бер ҡасан да ҡаҡшата алмаҫ. Ун алты йәшлек Зәйнулла быны ап-асыҡ күҙ алдына килтерҙе. Егеттең Ҡөрьәндең тәфсирен тағы ла төплөрәк өйрәнгеһе, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең ҡалдырған мираҫын артабан ҙурыраҡ мәҙрәсәләрҙә дауам иттергеһе килә башлай. Ахун ауылы мәҙрәсәһен тамамлағас, Троицкиға барып уҡырға хыяллана. Әммә Яҡуп хәҙрәттең, байтаҡ шәкерткә дәрес биреп, яҡшы мөғәллим итеп танытҡан Зәйнулланы үҙенән һуң ошо мәҙрәсәлә өлкән мөдәррис итеп ҡалдырғыһы килә.
- Беҙҙә йөҙҙән ашыу шәкерт белем ала, уларға яҡшы дини белем бирерҙәй тәҡүә уҡытыусыны тик һиндә күрәм, яратҡан мөритем, - ти. – Мин дә, Абдулла ахун Даушев та ҡартайҙыҡ инде, ошо мәҙрәсәгә үҙең хужа булып, башлаған эштәребеҙҙе дауам иттерһәң ине, тип уйлағайным.
- Һеҙҙәрҙе бик ихтирам итәм, остазым, бында мин ғәрәп, фарсы телдәрен, тарихты өйрәндем, хәҙистәр китабын күсереп яҙып алдым, Көнсығыш аҡыл эйәләренең ижады менән таныштым. Белемемде артабан камилләштереү маҡсатында юғары белем бирә торған мәҙрәсәлә уҡырға теләйем.
- Аңлашылды, ихтыярың, юлыңа кәртә ҡуйыу гөнаһ булыр. – Оло йөрәкле Яҡуп бән Әхмәт әл-Ахунди шәкертенә изге юлдар теләп, Тоицкиҙың ҡайһы мәҙрәсәһенә төбәп барырға өйрәтеп, оҙатып ҡалды.
1851йылда ун һигеҙ йәшлек Зәйнулла, Мөхәммәт тигән шәкерт менән, Шәрип ауылынан ике йөҙ саҡрым самаһында ятҡан бай тарихлы Троицкиға уҡырға юллана.
Яҡуп хәҙрәт оҙатҡанда:
- Троицк, йәғни, беҙҙеңсә, Өстамаҡ шәһәре динебеҙҙең төп терәге, тәүгеләрҙән булып, 922 йылда уҡ, ислам динен ҡабул итә. Аллаһ унда үҙенең нурын төшөргән, бәрәкәтен биргән, шуға унда муллыҡ, байлыҡ, мәҙрәсәләр күп, - тигәйне. Әҙерәк йөрөгәс шәкертттәр бының шулай икәненә ышанды. Мәшһүр ҡала Урта Азияға, Ҡытайға, Индияға, Ғәрәпостанға бара торған юлдарҙың сатында урынлашып, Европанан Азияға, Себерҙән Көнъяҡҡа барыусы карауан юлдары ошо ҡала аша үтә икән. Бында тормош ҡайнап тора. Каруан юлы һис буш тормай. Сауҙәгәрҙәр төрлө-төрлө тауар тейәгән сыҙамлы дөйәләрен туҡтатып ял иттерә. Баҙар гөрләп тора. Бында йәнеңә теләгән әйберҙе һатып алырға була. Бакиров, Яуышов, Иҙрисов, Вәлиев, Уразаев, Ғәфүров һымаҡ абруйлы байҙар ҡаланың йөҙөн билдәләй. Бында мәсеттәр ҙә байтаҡ, унда уҡыу меценаттар бүлгән зәҡәт, хәйер-саҙаҡа иҫәбенә алып барыла. Бында һәр хәлле кеше алынған табыштарының ҡырҡтан бер өлөшөн хәйер-саҙаҡа итеп тарата, күбеһенсә саҙаҡаны мәсеттәргә бирә. Мөршите Яҡуп хәҙрәттең Бохарала уҡып, төплө ғилем алған дамелла Әхмәт бин Хәлид әл-Миңгәрәй тигән шәйех уҡытҡан мәҙрәсәгә барырға кәңәш биреүен иҫләп, Зәйнулла төбәп ошо мәҙрәсәгә килә һәм мәсет янындағы пансионға еңел генә барып урынлаша.
- Троицки ҡалаһының тәүге төп таш мәсетенә Хәлид әл-Мәңгәрәй нигеҙ һалған, - тине бында күптән уҡып йөрөгән бер шәкерт. – Ул үҙ ваҡытында Бохара шәһәрендәге данлыҡлы Күклеташ мәҙрәсәһен тамамлаған. Бик талапсан мөғәллим, беҙҙән фарыз ғәмәлдәрҙең еренә еткерелеп башҡарылыуын талап итә.
Атаһының “Нәҡбәнд - ариф һәм уэйс” тигән һүҙҙәре, мөршите Яҡуп хәҙрәттең, бөйөк ғалимыбыҙ Баһауетдин Наҡшбәнд шәйехты Абдулхалиҡ Гудждувани рухы тәрбиәләгән, ғилем күңеленә үҙенән-үҙе бирелгән, тигәндәре Зәйнулланың гел иҫендә. Хисле шәкерттең күңелен ябай тел менән аңлатып биргеһеҙ шатлыҡлы хис солғап алды, сырайына ҡартлыҡ тәрән эҙ һалған булһа ла, йөҙө һаман нур сәсеп торған Хәлид әл-Миңгәрәй янына килеүен ул Аллаһы Тәғәләгә бер аҙымдай булһа ла яҡынайыу итеп тойҙо.
Уҡыусылар өсөн бында бөтә шарттар тыуҙырылған: көнөнә өс тапҡыр бушлай ашатыу, кейендереү, өҫтәп бай китапхана улар ҡарамағында. Белемгә һыуһаған Зәйнуллаға иң оҡшағаны китапхана, ниндәй генә китаптар юҡ бында, көнө-төнө уҡыһаң да уҡып бөтөрлөк түгел. Әммә остаздары Әхмәт бин Хәлид әл-Миңгәрәй тәүге көндән үк шәкерттәренә: “Китаптар күп тип, күҙҙәрегеҙ алаңламаһын, кәрәкле китаптарҙың исемлеген бирәм, тик шуларҙы ғына уҡығыҙ”, - тип иҫкәртә.
Тәүге йома намаҙында уҡ яңы килгән шәкерттәргә беренсе мәсеттең өлкән мөдәррисе, имам-хатибы, дамоллаһы шәйех Әхмәт хажи Рахмангуловты күреү насип була. Утыҙ йәштәр тирәһендәге көс-ҡөҙрәте ташып торған баһадир кәүҙәле, киң яурынлы, түшенә миҙал таҡҡан, елән кейгән, башына сәллә ураған имам вәғәз һөйләй башлағас, Зәйнулла күреп туймаҫтай, һәр әйткән һүҙен йотоп алырҙай булып уға төбәлде. Ҡойоп ҡуйған ғәрәп илдәренең шәйехе: нур сәсеп балҡып торған сибәр йөҙ, ҡап-ҡара ҡуйы ҡаш, бер Аллаһҡа төбәлгән етди уйсан ҡара күҙҙәр, тараҡ батмаҫлыҡ көрәктәй һаҡал-мыйыҡ – былар барыһы ла шәкерткә таң ҡалдырғыс тәьҫир итте. Уның вәғәз һөйләгәндәге яңғырауыҡлы асыҡ көслө маҡамын ишетеп, тағы ла бер хайран ҡалды. Бирһә бирә икән Аллаһ бәндәһенә шундай ҙа илаһи матурлыҡты.
Яңы килгән шәкерттәрҙең барлығын иҫкә алып, буғай, ахун-хәҙрәт был вәғәзен исламдың фарыз ғәмәлдәрен аңлатыуҙан башланы.
- Ислам дине – Аллаһ ҡушҡандарға буйһоныу, бар эштәреңде Аллаһҡа тапшырыуҙы аңлата, - тип уратыбыраҡ башланы ул һүҙен. – Исламдың биш фарыз шарты бар: 1) әшшәһә – Аллаһтың берлегенә һәм Мөхәммәдтең Рәсүллегенә ышаныу; 2) әс-саләт – намаҙ уҡыу, ғибәҙәт ҡылыу; 3) әс-саум – ураҙа тотоу; 4) әз-зәҡәт – ярлылар хаҡына һалым түләү; 5) әл-хаж - хаж ҡылыу.
Зәйнулла быларҙы күптән белгән булһа ла, тәү тапҡыр ишеткәндәй булып, бар иждиһатын һалып тыңланы. Был һүҙҙәрҙе шәйех Әхмәт бин Хәлид хажи түгел, Мөхәммәт ғәләйһиссәләм үҙе килеп һөйләгәндәй хис итте.
Аҙаҡ өлкәнерәк шәкерттәрҙән һорашып Зәйнулла шәйех Әхмәттең йәш сағында Урта Азияла белем алыуын, аҙаҡ уҡыуын Төркиәлә дауам итеүен, остазы шәйех Әхмәт Йәләлетдиндә өс йыл дәрес алғандан һуң шәйехлеккә имтихан биреүен, өс тапҡыр хаж ҡылыуын белде. Был мәҙрәсәлә эшләүҙән тыш ул ҡаланың барлыҡ муллаларына, руханиҙарына баш итеп ҡуйылған икән. Шуға уны ололоҡлап ҡалала ахун-хәҙрәт тип йөрөтәләр. Ырымбур губернаһы мәсеттәрен тамамлаған барлыҡ шәкерттәр имтиханды ахун-хәҙрәткә тапшыра, уның ҡулынан танытма ала икән. Ырымбур губернаһының арҙаҡлы шәхесе, күренекле руханийы булараҡ, батша хөкүмәте уны миҙал менән дә наградлаған. Күп булһа, үҙенән ун һигеҙ-егерме йәшкә өлкән күренгән Әхмәт хәҙрәттең шул саҡлы ла ҙур дәрәжәләргә өлгәшеүе, күренекле ғалим булыуы хаҡындағы даны бөтә Рәсәйгә таралыуы Зәйнулланы хайран итте. Үҙҙәрен шәйех ахун-хәҙрәт Әхмәт хажи Рахманҡулов, шәйех Әхмәтшаһ бин Хәлид әл-Миңгәрәй кеүек арҙаҡлы дин әһелдәренән ғилем алыуына шатланып, түбәһе күккә тейә яҙҙы. Яңыраҡ, уны суфый икән, тип тә ишетеп ҡалды. Шулай булһа, нисек тә ахун-хәҙрәттең эргәһенә барып һөйләшергә, яҡындан танышырға ине, тик ҡапылда ҡыйыулығы етмәне. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тигәндәй, Зәйнулла исемле шәкерттең тырышлығы менән башҡаларҙан айырылып тороуы, барлыҡ уҡытылған фәндәрҙе тиҙ үҙләштереүе, буш сағында бер нисә шәкерткә хәлфәлек тә итә башлауы, йыш ҡына төндәрен зекерҙә ултырыуы шәйех Әхмәтшаһ Миңгәрәй хажиҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Бер осрашҡанда унан:
- Һин тәриҡәттәме? – тип һораны.
- Эйе.
Шәйех йәш шәкерткә төбәлеп иғтибар менән бер генә ҡараны ла әйтерһең уның бөтә булмышын үтәнән-үтә күрҙе. Араларында тел менән әйтелмәгән, һиҙемләү аша ғына була торған дуҫлыҡ ебе һуҙылды.
- Остазың бармы?
- Аныҡ ҡынаһы юҡ.
- Булыр, иншалла, ваҡыты етмәгән. Бының өсөн бер ни тиклем һынау үтергә тура килер.
- Ниндәй һынау?
- Әлегә сер. Һиҙемләү һәләтең бар, хикмәт аша хаҡиҡәткә юл табылыр, иншаллаһ.
Был һөйләшеүҙән һуң Зәйнулла мөршите ахун-хәҙрәт Әхмәт бин Хәлид Миңгәрәй менән йыш осрашты. Улар мәсеттә ахшам намаҙынан һуң Нәҡшбәндийә тәриҡәтенең ханафи мәзһәбенә (йүнәлеш) ҡараған “Хатмүл хуаджаған" тигән зекерен бергәләп әйттеләр. Йома көндәре был зекерҙе ике рәт ҡабатланылар. Әхмәт ахун-хәҙрәт “Хатмүл хуаджаған” зекерен Баһауетдин Мөхәммәд әл-уэйси әл-Бухариҙан килгән силсилә хуаджағанийә тип атаны һәм уға ныҡ ихтирам менән ҡарауҙы талап итте, мөриттәренән бөтә ҡушылғандарҙы еренә еткереп үтәүҙе һораны. Зекер ошонан ғибәрәт ине:
Аллаһу Тәғәләнең ризалығы өсөн Хәтем ҡылыуға ниәт итәбеҙ:
Кәлимәтүш шәһәәдәһ: Әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүүлүһ ( 3 тапҡыр)
Истиғфар: Әстәғфируллааһ ( 25 тапҡыр) Үтенес: Аллаһтан ғәфү үтенәм. Аҙағынан Әстәғфируллааһәл ғаҙыйиимәл ләҙии ләә иләәһә һүүәл хәйүл ҡаййүм үә әтүүбү иләйһи иннәһү һүүәт тәүүәәбир-рахиим. (Аллаһу Тәғәләнән башҡа илаһ юҡ: Мәңге тере, Үлемһеҙ һәм мин Уның алдында тәүбә итәм).
Әл-Фатиха (ете тапҡыр)
Саләүәәт ( ун тапҡыр)
Аллааһүммә салли ғәләә
Мүхәммәдиү үә ғәләә
әәли Мүхәммәдиү үәс-сәллим.
(Әй Аллаһ! Мөхәммәткә һәм уның ғаиләһенә разалыҡ бир һәм тыныслыҡ бүләк ит).
Зекер "Джалалааһ"
Аллааһ (100 тапҡыр)
Һүү (33 тапҡыр)
Хәҡҡ (33 тапҡыр
Хәйй (33 тапҡыр)
Аллааһ Һүү Аллааһ Хәҡҡ (10-12 тапҡыр)
Аллааһ Һүү Аллааһ Хәйй (10-12 тапҡыр)
Аллааһ Хәйй йәә Ҡаййүм (10-12 тапҡыр)
#