

Дуҫлыҡ Аллаһыға һөйөүҙән башлана.
Аҡмулла сығышы менән Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе Елдәр волосе, Туҡһанбай ауылынан ине. Ул башланғыс белемде Мәнәүезтамаҡ ауылында Ғәбдрахман мулла мәҙрәсәһендә ала, унан уҡыуын Әнәс ауылындағы Әхмәтйән хәҙрәттә дауам итә.
Стәрлебашта Бохарала уҡып ҡайтҡан Харис Биктимеров тигән шәйехтең мәҙрәсәһе барлығын, унда бала сағында уҡ күҙҙән яҙған бик талантлы һуҡыр шағир Шәмсетдин Зәки һәм дүрт тапҡыр хажға барған суфый-шағир Ғәли Соҡорой тигән мөғәллимдәр дәрес биргәнде ишетеп, Мифтахетдин шунда йүнәлә. Үҙе лә шиғырҙар яҙырға теләгән йәш егетте бигерәк тә Шәмсетдин Зәки ижады ҡыҙыҡһындыра, тома һуҡыр шағирҙың иҫ киткес белемле булыуына хайран ҡала. Ул остазына арнап шиғыр яҙа.
Маңлай күҙе күрмәү-
Ул һуҡырлыҡ түгел,
Күңел күҙе күрмәү-
Шул ул һуҡырлыҡ.
Эреләнеп хаттин ашҡандарҙы,
Харап итә мотлаҡ ҡуҡырлыҡ.
Шәкер һуҡыр остазының шиғырҙарын йыш ҡына ҡағыҙға төшөрә. Аҙаҡтан яҙғандарын бер-береһенә уҡып ишеттерәләр. Мифтахетдиндың:
Намыҫыңды ҡалдырма малға ҡарап,
Шөкөрлөктө ташлама барға ҡарап.
Тәүбә, тәүфиҡ билгеһе – ҡәнәғәтлек,
Ғәмәлһеҙ була күрмә малға ҡарап, тигән шиғри юлдарын тыңлағас, Шәмсетдин Зәки:
— Һин талантлы, Мифтахетдин, ижад итеү юғарынан тәғәйенләнешең, - ти. — Шиғырыңдың һәр юлында аҡыл-нәсихәт. Һин яҙғандарҙан Аллаһыбыҙ риза булыр, иншалла. - Бындай һүҙҙәр шәкерт күңеленә ҡанаттар ҡуя.
Стәрлебаш мәҙрәсәһендә шағир үҙенең әсәһе яҡлап өс туған ҡустыһы Ғабдулла осратты. Бөрйән ырыуының Муллаҡай ҡәрйәһенән Сәйетбаттал тигән шәкерт заманында Стәрлебашта уҡый, шунда уҡ Шәмсейыһан тигән ҡыҙға өйләнә. Аҙаҡ ауырыу атаһының үтенесе буйынса ауылына ҡайта. Ғабдулла тыуа. Бер аҙҙан малайҙың атаһы ла, әсәһе лә бер-бер артлы мәрхүм булып ҡуя. Стәрлебашта йәшәгән олатаһы етем баланы алып ҡайтып уҡытырға итә. Үкһеҙ етем ҡалған баланы Әфләтүн тигән улын ебәртеп үҙ янына алдырта һәм мәҙрәсәгә уҡырға бирә. Мифтахетдин менән Ғабдулла, ике етем, тиҙ дуҫлаша, тик уларҙы күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү, бойоғоу түгел, ә Аллаһыға һөйөү, ислам диненә ихтирам, Ҡөрьән серҙәрен белеүгә ынтылыш, суфыйсылыҡ тураһында һөйләшеүҙәр берләштерә. Етемдәр Аллаһыға һыйынып күңелдәрен баҫа. Ике йыл бергә булыу туғандарҙы ғүмерлек дуҫ итте, береһе данлыҡлы шағир, икенсеһе шәйех булып илдә дан ҡаҙанғас та юлдары бик йыш осрашты.
Мифтахетдин ғилемгә ҡомһоҙ була, ер йөҙөндә кешелек донъяһы уйлап сығарған барлыҡ ғилемде белгеһе килә, күңеле гел ҡайҙалыр ашҡына, хәленән килһә, байлығы булһа, ул бөтә Ер шарын гиҙеп сығыр ине. Әле лә Стәрлебаш мәҙрәсәһен нисек кенә яратмаһын, туғаны Ғәбдулланы нисек кенә һөймәһен, күңеле тағы иреккә осорға талпынды, был юлы ул суфыйҙар төбәге Троицк тарафтарына юлланды. Бәхетенә күрә, бында үҙе һымаҡ ғилемгә ынтылған Зәйнулланы осратты. Мифтахетдин унан ике йәшкә өлкән ине, әммә был уларҙың дуҫлығына ҡамасауламаны. Йәш егеттәрҙең танышып китеүе уларҙың көнсығыш әҙәбиәтенә булған һөйөүенән башланды. Уларҙы үҙенә ғашиҡ иткән “Ҡотадғу белек” (беҙҙеңсә “Бәхетле булыу ғилеме”) китабын баштан алып аҙағына тиклем ятлап алғылары килде, айырыуса, тел һәм уның көсө хаҡындағы бүлекте оҡшатып, үҙҙәренә күсереп алдылар.
“Аҡыл күрке – тел, тел күрке – һүҙ, кеше күрке – йөҙ”.
“Кешене юғары күтәргән дә тел, түбән төшөргән дә тел; тел арҡылы бәхеткә ирешергә лә, башыңды юғалтырға ла мөмкин”.
“Һүҙеңде белеп әйтһәң, башың һаҡланыр; телеңә хужа була белһәң, тештәрең һаҡланыр”.
“Кеше ике нәмә арҡаһында ҡартаймай: береһе – уның яҡшы эше, икенсеһе – яҡшы һүҙе”
Йософ Баласағунлының “Ҡутадғу билиг” китабының Һәр бер һүҙе - саф алтын! Булған бит донъяла аҡыл эйәләре!
Тәүге уҡыған “Кәлилә үә Димнә”китабына ингән әҫәрҙәр күберәген кешенең үҙен уйланырға, йомғаҡҡа йомолған уйҙың әтнәкәһенә төшөнөргә өйрәтһә, “Ҡотадғу белек” әйтергә теләгәнен сәйнәп бирә. Кешелек донъяһына, йәшәйешенә ҡағылышлы, бәндәгә юғарынан һынау өсөн бирелгән барлыҡ юҫыҡты айҡап, байҡап сыға: яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡ, йыуашлыҡ һәм уҫаллыҡ, изгелек һәм яуызлыҡ ... Көн менән төн, ер менән күк, ут менән һыу... Хатта таяҡ та ике осло. Аҡыллы кеше донъяла алтын урталыҡты табыр. Яман булһаң аҫырҙар, йыуаш булһаң баҫырҙар, уртаса булһаң ил ағаһы яһарҙар. Һәр нәмәлә сама белеү, артығын ҡыланмау мөһим. Кешене иман биҙәй. Аллаһ ҡушыуы буйынса яҙылған “Ҡотадғу белек” китабында һүҙ бына ошондай төшөнсәләр тураһында бара. Был китапта нәфсеһенә баш була алмаусылар, ҡомһоҙланып байлыҡ артынан ҡыуыусылар ныҡ тәнҡитләнә. Әҙәм балаһын яралтҡанда Аллаһыбыҙ кешене төрлө дәрәжәләр менән бүләкләй, тиелә унда: берәүҙәргә - һоҡланырлыҡ матурлыҡ, икенселәренә - талант, өсөнсөләренә бәхет бирә, яралтыусыбыҙ берәүҙе лә бүләкһеҙ буш ҡалдырмай. Шуныһы яҡшы: Аллаһ бүләген, иншалла, берәүҙән - берәү һис тартып ала алмай. Ә бит нәфселе көнсөлдәр хәленән килһә, матурҙарҙың - матурлығын, батырҙарҙың- батырлығын, бәхетлеләрҙең - бәхетен, талантлыларҙың - талантын, һау-сәләмәттәрҙең сәләмәтлеген үҙенә алыр ине. Әммә бәндәһенә биргән ҡиммәттәрҙе Аллаһ үҙе һаҡлай. Кешенең малын, аҡсаһын, алтынын алып була, әммә юғарынан бирелгәнде алыу берәүҙең дә ҡөҙрәтенән килмәй, иншалла. Был юлдарҙы уҡып Зәйнулла уйланды, бәләкәй сағында атаһының әйткәндәре иҫенә төштө.
“Ер шары ғәйәт ҙур, унда һәммәбеҙгә урын етерлек. Донъяға яралтҡан һәр бәндәһен Аллаһ үҙ өлөшө, үҙ ризығы менән тыуҙыра. Әммә әҙәми заттың нәфсеһе ҡот осмалы. Һаран, ҡомһоҙ әҙәмдәр, хәленән килһә, Ер шарын йомарлап кеҫәһенә һалып ҡуйыр ҙа уға бер үҙе генә хужа булыр, ҡояшты бер үҙенә генә яҡтыртыр, ямғырҙы үҙ баҡсаһына ғына яуҙырыр ине. Ана шул барына ҡәнәғәт була белмәү, көнсөллөк, ҡарунлыҡ кешелек донъяһын һәләкәткә илтәсәк” – тигәнен иҫенә төшөрҙө лә, әллә атайым да “Ҡотадғу белек”китабын уҡынымы икән, тип уйланы. Ә ниңә был турала әйтмәне? Бәлки үҙ аҡылы менән был ғиллемгә өлгәшкәндер. Ошоларҙы дуҫы Мифтахетдинға әйткәс ул:
- Һинең бала сағың ҡайһылай бәхетле булған. Эргәңдә яратҡан атай, әсәйең, Уау Вәхит бабайың булған, - тип үҙенең бала сағын хәтерләне: - Беҙ ғаиләлә ун алты бала булдыҡ. Ярлы йәшәнек. Әллә шуға, атайым һәр беребеҙгә иғтибар бирә алманы. Миңә бөтөнләй илтифаты булманы. Мин аяҡ аҫтындағы әрһеҙ күгүлән кеүек булдым. Тапап торалар, бирешмәйенсә үҫеп торам.
Ә Зәйнулла ата-әсә һөйөүенә сорналып, ғаиләлә ҡәҙерле бала булып үҫте. Әле, “Ҡотадғу белек”китабын уҡығанда булһынмы, остазы вәғәз һөйләгәндәме гел атаһы әйткәндәрҙе, өйрәткәндәрҙе иҫенә төшөрә. Бер шулай Бүзекәй кантондың хаттин ашып шашыныуын, яһаҡ түләмәгән ауылдаштарын мөгәзәйгә бикләтеүен ишетеп, атаһының йәне көйҙө: “Батша биргән дәрәжә менән маһайырға ярамай, ул бер көнлөк, Аллаһы Тәғәлә биргән дәрәжә генә мәңгелек, улар араһындағы айырма ер менән күк”, - тигәйне. Был китапта ла дәрәжә тик Аллаһ тарафынан бирелә, тийелгән. Үҙ нәҫеленең шәжәрәһен, тарихын яҡшы белеүе өҫтөнә, аҡыл эйәһе лә икән атаһы! Зәйнулла үҙенең атаһы менән генә түгел, ата-бабалары менән дә хаҡлы ғорурлана ала. Бик һирәк ғалимдәр генә шулай барыһын яҙып теркәп бара, атаһы һымаҡ ентекле тикшеренә ала. Шундай аҡыллы атай биргәнгә Раббиена рәхмәт әйтле Зәйнулланың күңеле илаһи хискә тулышты, ғаилә йылыһын татымай үҫкән ҡәҙерле дуҫын йәйгә үҙҙәренә алып ҡайтып, уға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп йөрөтөргә ниәтләне.
“Ҡотадғу белек” икеһен дә тәрән уй-фекергә төшөрҙө, ә Мифтахетдинде ныҡ хисләндерҙе, бал ҡортттары сәскәләрҙән бал йыйып, уны кәрәҙгә тултырғандай булып, уның фәлсәфи аҡылы китаптағы фекерҙәрҙе үҙ йөрәге аша үткәреп, ынйы бөртөгөләй итеп, бер епкә теҙҙе һәм шиғри юлдарға һалды.
Иң әүүәл кәрәк нәмә – иман, тигән,
Ахирәт эштәренә инан, тигән.
“Хоҙай, кисер!” – тигән менән эш бөтмәйҙер,
“Иман шарты”н өйрәнмәһә – Иван, тигән.
Икенсе ҡиммәт нәмә –күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән...
Өсөнсө ҡиммәт нәмә аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән...
Дүртенсе ҡиммәт нәмә – шөкөр, тигән,
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр тигән...
Бишенсе ҡиммәт нәмә – әҙәп, тигән,
Әҙәп тигән – мөхәббәткә сәбәп, тигән...
Алтынсы ҡиммәт нәмә – сабыр, тигән,
Сабыр кеше моратын табыр, тигән...
Етенсе ҡиммәт нәмә – ихлас, тигән,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән ...
Көндәрҙән бер көндө Мифтахетдин юл тоғонан оҙон тотҡалы думбыраһын килтереп сығарҙы ла сыңғыратып сиртеп ебәрҙе, “Нәсихәт”ен көйгә һалып әйтә лә башланы. Зәйнулланың иҫе-һушы китте:
- Сөбханалла машалла, һин бит торғаны сәсән! Ҡайһылай оҫта яҙғанһың, ыңғайы көйөн дә сығараһың, думбырала ла уйнайһың, әйтеп тә бирәһең. Быларҙың барыһын ҡайҙан белеп бөттөң?
- Йәтимлек мәжбүр итә, туған. Башыңа төшһә, барыһына ла өйрәнәһең, балта эшен дә беләм, тура килһә, һауыт-һаба ла ҡоршайым, итек-фәлән дә ямайым, быйма ла төпләйем. Эштән бәхет бар.
Дуҫының бай рухлы, бөтә яҡлап килгән булыуына ҡыуанған Зәйнулла “Нәсихәт”те тәү ишетеүҙән йөрәге менән ҡабул итте, уны шунда уҡ ятлап алды һәм гел генә көйләп йөрөр булды.
Ике шәкертенең башҡаларҙан айырылып тороуын, рухи камиллыҡҡа ынтылыуын күреп, шәйех Әхмәтшаһ бин Хәмит әл-Миңгәрәй уларға “Тутыйнамә”(“Тутыйғош китабы”) тигән әҫәрҙе уҡырға биреп торҙо.
- Заманында ике ат хаҡы биреп Бохаранан һатып алдым. Ҡәҙерләп тотоғоҙ. Һиндтәрҙең тормошон сағылдырған етмешләгән хикәйәнән торған был ҡулъяҙма китап Урта Азияла алтын бәрәбәренә йөрөй. Бында барлыҡ хикәйәләрҙе лә аҡыл эйәһе ҡарт тутыйғош бәйән итә. Киләсәктә һеҙгә, буласаҡ имамдарға, файҙалы булыр, - тине шәйех.
Шәкерттәр китап күсереп яҙыусы хаттаттарҙан кәм түгел, “Тутыйнамә”не тиҙ генә уҡып сыҡтылар ҙа оҡшаған хикәйәләрҙе, дастандарҙы үҙҙәренә күсереп тә алдылар. Уларға “Ете һорауға ете яуап” дастаны оҡшаны.
Бер хаҡ мосолманға ете һорау биргәндәр, ти, яуабы ошолай булған:
- Эй, әҙәм балаһы, дуҫың кем?
- Күҙ терәгән дуҫым – бер Аллаһым!
- Кем һиңә йәшәргә хаҡ юлды күрһәтә?
-Ҡөрьән китабы һәм хәҙистәр.
- Был донъяла кемдән үрнәк алаһың?
- Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдән.
- Иң файҙалы шөғөл нимә?
- Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу, уның ҡушҡандарын үтәү, тыйғандарынан тыйылыу.
- Байыу өсөн нимә эшләргә?
- Барына ҡәнәғәт була белергә.
- Кешенең иң яуыз дошманы нимә? Унан нисек ҡотолорға?
- Нәфсе. Нәфсе ҡоло булмаҫҡа, шашҡын теләктәрҙе тыя белергә.
- Ҡайҙан һәм ниҙән ғибрәт алырһың?
- Маҙарҙан(ҡәбер) һәм Үлемдән. Әлегә тиклем бер кем дә йыйған байлығын үҙе менән әхирәткә алып китә алғаны юҡ. Унда барыусылар тик иманын юлдаш итә.
Тутыйғоштоң етмеш дастаны ла тапҡыр мәғәнәле аҡыллы һүҙҙәргә, ғибрәтле телмәрҙәргә бай булыуы менән шәкерттәрҙе хайран итте.
Их, Бохараға бара алманы. Ошондай китаптарҙы алып ҡайтырға хыялланғайны бит ул. Мәсеттәре, мәҙрәсәләре, аҡыл эйәләренең китаптары менән дан тотҡан, ғилем үҙәге булған ошо мәшһүр ҡалаға бара алмауы мәңгелек үкенес булып йөрәгендә уйылып ҡалды. Ниңә был шулай булды? Был һорауға яуапты ул күп йылдар үткәс кенә, үҙенә яңы мөрит тапҡас ҡына аңланы. Тәҡдире шулай булған.
Рухи ихтияждарын ҡәнәғәтләндереүгә бағышланған бер йыл шулай үтеп тә китте. Бер-береһенән айырылғыһы килмәгән ике шәкерт йәйҙе быйыл бергәләп үткәрергә булды. Дуҫы менән тыуған ауылы Шәрипкә алып ҡайтып төштөләр. Ата-әсәһе уларҙы шатланып ҡаршы алды.
- Йәйге айҙарҙа өҫ-башҡа алырлыҡ аҡса эшләргә ине. Һеҙҙә урман өҫкә ауып тора икән, ә мин балта оҫтаһы. Бура буратыусылар, өй һалыусылар юҡмы? - тине Мифтахетдин. – Атайыңа әйтәйек, беҙгә эш табышһын.
Ике йөҙ саҡрымдай араны ҡайҙа ат менән, ҡайҙа йәйәүләп, арып-талып саҡ ҡайтып йығылған шәкерттәр, хәл алдылар ҙа иртәгәһенә Уау Вәхит әүлиә ерләнгән ауыл зыяратына килделәр:
- Бында минең ҡәҙерле кешем ята, ул суфый булды, рухына арнап “Йәсин” сығайыҡ, - тине Зәйнулла. Был эште тамам иткәс, дуҫын ул Уй йылғаһы буйына алып төштө, бабаһының бик хикмәтле кеше булыуын, бала сағында уны Ирәмәлгә, Әүештаға алып барыуҙарын һөйләп бирҙе.
- Һинең бала сағың ҡайһылай бәхетле үткән! - Был һүҙҙәрҙе гел ҡабатлай дуҫы. - Ә минең менән өйҙә йүнләп һөйләшеүсе лә булманы. Үҙем дә шуҡ булдым шул. – Мифтахетдин апаһын күҙләргә килгән ҡаҙаҡтың кеҫәһенә һарыҡ ҡолағы һалып, нисек мәрәкә иткәнен һөйләп алды:
- Ҡаҙаҡтар, ниңәлер, башҡорт ҡыҙҙарын ярата. Кәләш күҙләргә гел беҙҙең яҡҡа киләләр. Атайымдың таныш ҡаҙағының улы апайымды һоратырға килгән. Үҙе һынһыҙ ғына. Ҡунаҡҡа һарыҡ һуйҙылар. Кеше күрмәгәндә генә һарыҡтың бер ҡолағын киҫеп алдым да, абайламағанда ғына кейәү егетенең кәзәкей кеҫәһенә һалдым. Ниҙер алырға тип кеҫәһенә ҡулын тыҡҡайны, ҡолаҡ килеп сыҡты. Ҡайҙан килеп ятҡан, тине лә ҡунаҡ ҡолаҡты алып ырғытты. Ҡарап ҡына торҙом да тағы теге ҡолаҡты барып алып, һиҙҙермәй генә кеҫәһенә һалдым, бер аҙҙан ҡаҙаҡ ҡолаҡты тағы алып ырғытты. Табынға ултырғайнылар, ҡарап торам, теге тағы кеҫәһенә ҡулын тыҡты, тағы ҡолаҡ ята. Тамам аптыраған егеттә ҡыҙ ҡайғыһы китте, меҫкен, енләнгән кешеләй булып, урынынан һикереп торҙо ла бер кемгә бер һүҙ әйтмәҫтән, атына ултырып, саптырып сығып китте. Шулай итеп, апайым беҙҙән йөҙ саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән ҡаҙаҡтарға килен булыуҙан ҡотолоп ҡалды, аҙаҡ миңә рәхмәт әйтте. Эштең ниҙә икәнен белеп ҡалған атайым:
- Биғылый, мөртәт, һинең генә эшең. Ҡыҙ китә – ҡый китә, тиһәм, эште боҙҙоң, хәйерһеҙ. Миңә бер көтөү баланы ҡарауы еңел тиһеңме әллә, - тип ыштанымды систереп, үсе ҡанғансы тал сыбығы арт һанды ярҙы. Өйҙән ҡасып сығып киттем дә шунан бирле атайым йортона ҡайтҡаным булманы. Ялланып урман эшендә йөрөнөм, әҙерәк аҡса туплағас, мәҙрәсәгә барып, уҡырға индем. Гел эшләп уҡыным. Минән эш ҡурҡып тора, дуҫҡай, “һә”тигәнсе самауырын да ҡайнатам, утынын да ҡырҡам, тегенен дә тегәм.
Ниәттәрен белгәс, Хәбибулла хәлфә шәкерттәргә эш эҙләшергә тотондо:
- Аҙнаш ауылында берәү өй һала, балта оҫтаһы кәрәк тигәндәй була ине, барып һөйләшеп ҡарармын, - тине. – Ана, ул ауыл, түбәләстән күренеп ята.
Аҙнаш ауылы Шәриптән йыраҡ түгел, ҡайтып йөрөргә лә йәтеш. Бында улар Нуретдин тигән байға ялланды. Бураһы күтәртелгәйне, ҡыйығын ябыу, тәҙрәләрен уйыу, ишек, тәҙрә ҡуйыу кеүек эштәре ҡалған. Бында эш күп, тип ҡыуанды Мифтахетдин. Барыһына илле һум бирһәләр, көҙгә тиклем тырыштырырға булыр. Был аҡса уларға өҫ-башына кейем, китаптар алырға етәсәк. Ысынлап та, дуҫы булдыҡлы икән, балта тоторға ҡулы килешеп тора. Ҡай саҡ Зәйнулла уның эш рәтен белеүенә хайран ҡалып ҡарап тора. Балта эшенең нескәлектәренә өйрәнергә була бынан, тип уйлай. Йәтимһерәп, мин бәхетһеҙ, тип зарланып йөрөмәгән, хеҙмәт һөйгән, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Бар йәһәттән булдыҡлы, ижад эшенә лә маһир, уҡымышлы ла. Бындай дуҫың булыу үҙе бер бәхет.
Нуретдин бай ҡыйығын яптырырға таҡтаһын йыштырып алдан әҙерләп ҡуйған икән, эштәре ырамлы барҙы. Хәбибулла үҙе лә килеп йәштәргә ярҙам иткеләне. Шәкерттәр көнө буйы төҙөлөштә эшләй, ә кистәрен халыҡты мәҙрәсәгә йыйып, вәғәз һөйләй, үҙҙәре уҡыған китаптарҙан фәһемле хикәйәләрҙе бәйән итә, халҡыбыҙҙың тарихына төшөп китәләр. Һуңыраҡ Зәйнулла ҡурай уйнай, Илсура тигән бер ил ҡарты йөрәкһеп йырлап ебәрә:
Башҡортомдоң ғына, һай, ҡоралы
Мөгөҙ генә һаплы уҡ икән.
Күп донъялар йөрөп, мин байҡаным,
Башҡортомдан батыр юҡ икән.
Иң аҙаҡтан Мифтахетдин думбраһын алып, мөнәжәтен көйләп ебәрә, Зәйнулла уға ҡурай, йә ҡумыҙ менән ҡушыла. Шәрип, Аҙнаш, Ҡужай ауылы кешеләре бындай сараларҙан бик ҡәнәғәт булып ҡала.
Бер көндө Ғәлиулла тигән диндар кеше тирә яҡта яҡшаты таралған шәкерттәрҙе Ҡөрьән ашына саҡырҙы. Шунда Зәйнулла бер йәш кенә сибәр ҡыҙыҡайҙы күреп ҡалды. Гөлбәҙиғә һылыу түгелме? Троицкиға киткәндә бала ғына ине, ҡайһы арала үҫеп өлгөргән? Ынйы - мәрйен теҙеп тегелгән сит-сите суҡлы маңлайсаһы, ҡупшы итеп тегелгән алһыу күлдәге өҫтөнә таҡҡан сигеүле алъяпҡысы нескә билле сибәр ҡыҙҙы ялан сәскәһенә оҡшата. Бындай илаһи матурлыҡты бер ҡасанда күрмәгән егерме өс йәшлек егет тәү күреүҙән ҡыҙға ғашиҡ булды. Йөрәге күкрәгенән ырғып сығырҙай булып типте. Эш араһында бер уңайлы ваҡыт табып, кисен ҡыҙҙы әхирәттәре менән мәҙрәсәлә үткән сөбхәткә саҡырҙы. Гөлбәҙиғә килеүен килде, әммә ул яңғыҙы түгел ине, Зәйнулланың вәғәзен, Аҡмулланың мөнәжәттәрен тыңларға атаһын, әсәһен дә алып килгәйне. Гөлбәҙиғә яғына нисек кенә ҡарамаҫҡа тырышһа ла Зәйнулла унан күҙҙәрен айырып ала алманы. Ҡыҙ ҙа үҙенә төбәлгән ҡарашты тойҙо, керпектәре дерелдәп, тәненән ток үткәндәй булды, тертелдәп ҡуйҙы. Хәҙер егет Ләйлә менән Мәжнүндең мөхәббәтен аңлай. Яратыу бына шулай була икән, йәнең һөйгән кешенән күҙҙәреңде айырып ала алмайһың, гел генә уны күргең, гел бергә булғың килә. Ғашиҡ егет өйгә ҡайтҡас, серен дуҫына һөйләмәй булдыра алманы.
- Әҙәми зат шул тиклем дә матур булыр икән, әллә ергә төшкән хур ҡыҙымы? – Был төндә Зәйнулланы йоҡо алманы. Дуҫының яҙышып булышма тигәненә лә ҡарамай, шиғыр сығарҙы:
Гөлбәҙиға һылыу, Уй буйында
Уй һыуҙарын эсеп үҫтеңме?
Һуш китәрлек сихри матурлығың
Әллә хур ҡыҙынан күстеме?
Егет яҙған шиғырҙарын нисек тә аулаҡта осратып, йән һөйгәненә уҡып ишеттерергә хыялланды. Дуҫының мөхәббәт утында янып-көйөп йөрөгәнен һиҙгән Мифтахетдин уларҙы осраштырыу әмәлен хәстәрләне Оҫталар эшләгән өй янында ҡоро тап йыйырға килгән Гөлбәҙиғәне күреп:
- Һылыу, беҙгә айран һыулап алып килһәңсе, көн эҫе, сарсатты, - тигән булды.
Күп тә үтмәне бер ижау ҡымыҙ тотҡан ҡыҙ күренде. Дуҫы уларҙың икәүһен генә ҡалдырып, ситкәрәк китте. Шунда Зәйнулла ҡыҙҙы тотоп алды. Яҙған шиғырын уҡыны ла:
- Һинһеҙ йәшәүҙең ҡыҙығы юҡ, яусы ебәрһәм, миңә кейәүгә сығаһыңмы? – тине.
- Әлләсе. Атайымдар ни әйтер. Малай Муйнаҡтан бер бай икенсе бисәлеккә һоратҡайны, көндәш өҫтөнә барғым килмәй.
- Яусы ебәрәм, ҡаршы түгелһеңме?
Ҡыҙҙың да сөм-ҡара күҙҙәрендә ялҡын ҡабынды, теле менән әйтергә ҡыйманы буғай, ризалығын баш ҡағып белдерҙе.
Бүҫкәрмәгән тәүге саф хистәр шундай ҡайнар ине, хисле егет ҡыҙҙың ҡулынан тотоп алды:
- Гөлбәҙиғә, гүзәлем, вәғәҙәме?
- Вәғәҙә.
Берәйһенең күҙенә эләгеүҙән ҡурҡҡан ҡыҙ оҙаҡ һөйләшеп тора алманы, утлы ҡарашы менән егеттең йөрәген өтөп, ижауын алырға ла онотоп, өйөнә табан йүгерҙе.
Ҡыҙҙың тын алышын шәйләгән егет өйләнергә ниәт итеүе хаҡында ата-әсәһенә әйтте. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булдылар. Хәбибулла хәлфә үҙе менән яусылыҡҡа сәсән телле Мифтахетдинды ла эйәртте. Аҙнаш ауылы Шәрипкә терәлеп торһа ла, ата-олатайҙар йолаһын йолалап, ат егеп алдылар. Саталы таяҡҡа таянып, уң балағын һалындырып, билен быуып инеп килгән Хәбибулланы күреп, ҡыҙҙың атаһы барыһын да аңланы. Егеттәр былай насар түгел, тик ҡайһыныһына һората икән? Зәйнуллаһының атаһы ярлы. Ерһеҙ Хәбибулланың ауыҙын асһа, үпкәһе күренергә торған ярлы. Кәмендә бер-ике көтөү йылҡыһы булмаған ҡоҙаны Ғәлиулла мөрхәтһенмәй. Мифтахетдин тигәне нисектер?
Яусылар һүҙҙе уратып башланы, хәл-әхүәл һораштылар, “юҡты юллап йөрөйбөҙ, юғалған аҫыл ҡош һеҙҙә түгелме”, тип кинәйәләп алдылар. Ғәлиулла бер аҙ ялындырырға уйланы, “һеҙ эҙләгән ҡош беҙҙә юҡ”, тип яуап бирҙе.
- Сибәр ҡыҙ бар тип ишеттек, - тине Мифтахетдин. – Беҙҙең Зәйнулла атлы егетебеҙ бар.
Шәкерттең исеме әйтелеү менән хужаның йөҙө ҡомһораны, әммә тотҡан ерҙән һындырмаҫҡа булды:
- Ҡыҙыбыҙ әлегә йәшерәк, тағы берәй йыл атай йортонда ҡунаҡ булһын Гөлбәҙиғәбеҙ, - тине.
- Көсләшмәйбеҙ, ихтыярығыҙҙа, ғәйепләштән булмаһын. - Хәбибулла урынынан ҡуҙғала башланы, әммә дуҫының ҡайнар хистәрен, мөхәббәт ялҡынында яныуын белгән Мифтахетдин тиҙ генә сигенергә йыйынманы, өгөтләүгә күсте:
- Бәй, ағай, беләһегеҙ бит, бесәнде ҡасан сабалар? Йәшел сағында. Көҙ еткәс, һарғайып ҡатҡан бесәндән фәтүә юҡ. Ҡыҙҙарҙы ла, ана шулай, кейәүгә йәшләй биреү кәрәк. Ҡыҙҙар ун алтыға етһә, кейәү, кейәү тип әйтә, тигәнде ишеткәнегеҙ юҡмы ни?
Тинтәктән тура хәбәр, тигәндәй Мифтахетдиндың бындай һүҙҙәренән уңайһыҙланған әҙәпле Хәбибулла, тел сәйнәүҙән фәтүә юҡ, көсләп асҡан күҙҙең нуры булмаҫ, тип тағы урынынан ҡуҙғалды.
Дуҫының Ләйләгә ғашиҡ булған Мәжнүн һымаҡ булыуын белгән егет һаман бирешергә теләмәне:
- Һайланған һаҙға, осраған таҙға. Тәүге һоратыу Аллаһтан, икенсеһе шайттандан, тиҙәр, уйлағыҙ.
Тирә яҡта берәү булған сибәр ҡыҙына ҡалымға кәмендә бер көтөү йылҡы, бер көтөү ваҡ мал алырға өмөт иткән Ғәлиулла:
- Уйлашырбыҙ, - тигән булды. – Ашыҡмайыҡ, улығыҙ уҡыуын тамамлаһын әле.
Ҡыҙҙы уларға бирергә теләмәүен һиҙҙе яусылар, күңелһеҙләнеп ҡайтып китте. Егетте оҡшатҡан Гөлбәҙиғә бының сәбәбен аңланы, һоратҡан Милләтша атаһына ҙур ҡалым вәғәҙә иткән, малға ҡыҙығып, атаһы уны шул һөмһөҙгә һатырға йыйына. Ни эшләргә? Зәйнулланың нурлы йөҙө, яғымлы күҙ ҡарашы, ихласлығы ҡыҙҙың күҙ алдынан китмәне. Егетте яратыуын аңланы, үҙен унан башҡа йәшәй алмаҫтай хис итте. Ҡыҙ яҙмышҡа бирешмәҫкә булды. Атаһының ҡырға киткәнен ҡарап ҡына торҙо ла бер көндө оҫталар эшләгән ергә килде. Егеттәрҙең эше ырамлы бара, йорттоң ишеген ултыртып бөткәндәр, тәҙрә яңаҡтарына тотонғандар. Гөлбәҙиғә егеттең әҙерәк бушағанын көтәүәлләп торҙо ла янына килде:
- Атайым мине Милләтшаға бирергә итә. Беҙгә килгәндә һөйләшкәндәрен тыңлап торҙом, ул һөмһөҙгә барғансы ҡаянан ташланып үлеүем артыҡ. Ҡылысын тағып алған була ла йөрөй ауылда кеше ҡурҡытып. Ҡотҡар мине шул уҫал бәндәнән, Зәйнулла, - тине.
- Һылыуым, әйт, нимә эшләйек? Әллә йәшерен генә никах уҡытайыҡмы?
- Никахта атай-әсәйҙәрҙең ризалығын һорайҙар түгелме?
- Мифтахетдин менән кәңәшләшеп ҡарайым әле. Гөлбәҙиғә һылыуым, бел, мин һине шул тиклем яратам, ҡауышыуыбыҙ хаҡына барыһын да эшләрмен. – Егет вәғәҙә билгеһе тип әҙерләгән бүләк хушбуйын һөйгәненә бирҙе, ҡыҙ ҙа буш ҡул килмәгән ине, сиккән ҡулъяулығын бүләк итте.
- Вәғәҙәме?
- Вәғәҙә!
Мифтахетдин был хәлдәрҙе белгәс, беҙгә, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмаған шәкерттәргә, бата уҡыу лазым тине, йәштәргә никахты үҙе уҡырға булды. Шулай итеп, көтмәгәндә Гөлбәҙиғә һылыу Зәйнулланың никахлы хәләл йәмәғәте булды ла ҡуйҙы. Ғәлиулла быны белгәс, ни хәл итһен, ризалашты. Шәкерт бик тәртипле, уҡымышлы, ҡыҙымды кәм-хур итмәҫ, тип уйланы. Бигерәк тә, берҙән-бер ҡыҙыбыҙҙы үҙ тиңенә бирәбеҙ, тип ҡыуанған, уны бәхетле иткеһе килгән әсәһе шатланды. Ана, Яҡуп хәҙрәт, донъя малы - дуңғыҙ ҡаны, ти торғайны. Ҡыҙыбыҙ үҙе оҡшатҡан кешеһе менән, әйҙә, бәхетле булһын.
Хәбибулла хәленән килгән тиклем ҡалым биреп, туйлап, өйөнә килен төшөрҙө.
Зифаф кисәһендә, йәғни, ҡыҙ менән егет ҡауышылған төндә бәхетле Зәйнулла һөйгәнен ҡосаҡлап, һин минең ғүмерлек рафиҡам(тормош юлдашым) булырһың, тине.