Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иман нуры
14 Сентябрь 2023, 16:40

Зайнулла ишан ( 7) Лира ЯҠШЫБАЕВА

- Мин ошо шағир-думбырасы егетте  төшөмдә күрҙем дә ғашиҡ булдым. Кәләше бармы? – тип белеште һәм  серен әшкәртте.- Ҡыҙҙарға мөхәббәте тураһында башлап әйтеү гөнаһ түгелдер, Хәдисә лә Мөхәммәтте яратыуын, уға кейәүгә сығырға теләүен Нәфисат тигән әхирәте аша әйттерә бит.  

Зайнулла ишан ( 7) Лира ЯҠШЫБАЕВАЗайнулла ишан ( 7) Лира ЯҠШЫБАЕВА
Зайнулла ишан ( 7) Лира ЯҠШЫБАЕВА

Рәсүлевтар ғаиләһендә был никахтан барыһы ла ҡәнәғәт ине: бер-береһен күреп туя алмаған йәштәр үҙҙәренсә бәхетле; уландарын эйәле-башлы итеп, Аллаһ ҡаршыһындағы бурысы үтәлеүгә шөкөрана ҡылған Хәбибулла хәлфә иһә, һоҡ тейеүҙән ҡурҡып, хатта килен-балаһы яғына ҡарарға ла баҙнат итмәй; үҙенең ҡыҙ балаһы булмаған Мәлихә абыстайҙың да күңеле бөтәйҙе, тәүге көндән үк  киленен үҙ күреп, “балам” тип өндәште. Барыһы ла йәштәргә хәйерле ғүмер теләне. Дуҫы өйләнгәс, эшкә лә яҡын булыр тип, Мифтахетдин Аҙнашҡа күсте. Туйҙан һуң дуҫына кәләше менән бергә булырға мөмкинселек биреп, бер-нисә көн яңғыҙы маташты. Өй һалыуҙың нийе бар, мүкләйһе лә сутлайһы, тиһәләр ҙә, эстә ваҡ эштәре күп була. Тәҙрәләрҙең яңаҡтарын, төптәрен дөрөҫ ултыртыуға, ҡашағаларын йәтешләп ҡуйыуға ҙур оҫталыҡ кәрәк. Шөкөр, балта эшенә ҡулы сымыры Мифтахетдин алынған эште урыны еренә еткереп теүәлләп ҡуйҙы.

- Юҡҡа өйҙөң эсен сутлауҙы ла һөйләшмәгәнмен, - тип үкенде Нуретдин бай. – Осһоҙға төшөр ине, хәҙер яңы оҫта ялларға тура килер. Башҡалар хаҡты былар ише генә һорамаҫ. Шәкерттәрҙең  эшенән ҡәнәғәт ҡалған Нуретдин бай егеттәргә алдан һөйләшелгәнсә түләне, өҫтәп бер һарыҡ биреп оҙатты.

Троцкиға китергә лә күп ҡалманы. Бер көндө бура бурау оҫталарын эҙләп,  Ҡужайҙан Хәбибулланың бер танышы килде.

- Өмәләп бура күтәртәйем тигәйнем, егеттәреңде бер-ике көнгә биреп торсо әле, - тине.

Өмәнең ни икәнен белә егеттәр, өмә - тамаҡ хаҡына эшләү. Шулай ҙа шәкерттәр ярҙам итергә риза булды. Бүрәнәләрҙең баш-башы киртелеп әҙерләнгән ине, ике көн эсендә  мүкләп күтәреп тә ултырттылар. Кистәрен Ҡужайҙа ла сөхбәт үткәрҙеләр. Тирә-яҡҡа яҡшыаттары таралған шәкерттәрҙе тыңларға бөтә ауыл ихлас йыйылды. Үҙе шағир, үҙе сәсән, үҙе балта оҫтаһы һыу һөлөгө кеүек буйҙаҡ Мифтахетдинға ауылдың барлыҡ ҡыҙҙар ғашиҡ ине. Гөлбәҙиғәнең әхирәте Даһинур ҙа шулар иҫәбендә. Бер көндө ҡыҙ юҡ йомошон бар итеп әхирәтенә килде:

- Мин ошо шағир-думбырасы егетте  төшөмдә күрҙем дә ғашиҡ булдым. Кәләше бармы? – тип белеште һәм  серен әшкәртте.- Ҡыҙҙарға мөхәббәте тураһында башлап әйтеү гөнаһ түгелдер, Хәдисә лә Мөхәммәтте яратыуын, уға кейәүгә сығырға теләүен Нәфисат тигән әхирәте аша әйттерә бит.

Гөлбәҙиғә шул көндө үк Мифтахетдинде күреп:

- Һине бер сибәр ҡыҙ һорашты, - тине. – Күреп һөйләшергә теләй.

Даһинурҙың исемен ишетеп, егеттең күңеле елкенде, сөхбәттәрҙә күреп, үҙе лә ҡыҙға күптән инде  битараф түгел ине.  Тик минең һымаҡ өйһөҙ-йортһоҙ, илгиҙәр дәрүишкә кем ҡараһын, тип үҙен тыйып ҡуйғайны. 

Йәшлек – йәшлек инде, Даһинурҙың үҙенә күҙе төшөүен белгәс, хисле шағир йөрәге ярһып аҡҡан тау йылғаһындай ашҡынды,  күңеле ярһыу тойғоларҙан осҡан ҡоштай талпынды.

- Уй буйында үҫкән ҡыҙҙар әллә урман, ҡырҙарҙың, сәскәле болондарҙың матурлығын үҙенә йыйғанмы, береһенән—береһе сибәрерәк. Миәкәлә лә матурҙар бар, әммә Табын-Барындарға етмәй, - тине дуҫына Мифтахетдин. – Башта мөғжизәле Ирәмәл тауына, йәмле Уй йылғаһына хайран булғайным, инде Даһинур һылыу йөрәгемде әсир итте. Әлегә тиклем бындай матур ҡыҙҙы осратҡаным юҡ ине.

Өйләнергә мәле еткән егет уйланды: 

- Ата-әсәһе ярлы дәрүишкә бирерме һуң ҡыҙҙарын? - тип борсолдо.

- Миңә бирҙеләр бит. – Зәйнулла дуҫын йыуатырҙа тырышты, - иң мөһиме, ҡыҙ һине үҙе ярата.

Бер көндө Хәбибулла абыстайы менән Малай Муйнаҡҡа ҡунаҡҡа китте, өй йәштәргә ҡалды. Гөлбәҙиғә тиҙләтеп, әхирәттәрен кис ултырыуға аулаҡ өйгә йыйҙы. Барыһы ла ҡул эштәрен алып килгән, ҡаһыһы шәл, бейләй бәйләй, икенселәре сигеү сигә. Аулаҡ ҡалған ҡыҙҙар уйнап-көлөп һөйләште, бер-береһе менән кәңәшләшеп, шәлдәренә биҙәктәр һайланы, серләшеп тә, йырлашып та алды.

         Шәл бәйләйем, шәл бәйләйем,

         Бәйләмгә күҙҙәр теҙәм.

         Ай нурындай яҡты йөҙөң,

         Тик һине генә һөйәм. 

Бер аҙҙан өйгә егеттәр килеп тулды. Башланды уйын-көлкө. Зәйнулла ҡурай тартты, ҡыҙҙар бейергә төшөп китте. Мифтахетдин думбыраһын алып, уйнай башланы, уға  ҡушылып йырлап ебәрҙеләр.

         Йырлайыҡтар әле, йырлайыҡтар,

         Тәсбих булмаһа ла йыр Аллаға.

         Һеҙ дуҫ-иштәремде оҡшатамын

         Бохарала бешкән алмаға.

                   Сәхрәләргә сығып йөрөгәндә

                   Күҙем төштө шифа үләнгә,

                   Күҙем генә төшһә, күңелем төшмәй

                   Һинән башҡа, дуҫым, бүтәнгә.

Бөгөнгө аулаҡ өйгә йыйылыуҙың төп сәбәбе - Мифтахетдин менән Даһинурҙы осраштырыу ине. Бер-береһен оҡшатып йөрөгән егет менән ҡыҙ башта оялышып, ҡарашын йәшерҙе.  Биш-алты ҡыҙ араһында тулған айҙай нурлы йөҙлө Даһинур Мифтахетдинға иң матуры булып күренде. Ҡыҙ үҙе лә уның яғына өҙҙөрөп ҡарап ала ла тиҙ генә ҡарашын аҫҡа йәшерә. Бына уйындар башланды. “Үгеҙ йөҙөк”, “Һуҡыр тәкә”не уйнанылар. “Алырым-бирмәм” уйынында Мифтахетдин Даһинурҙы тотоп алды ла ҡосағына ҡарманы. Ҡыҙ ысҡына алһа - ирекле, ысҡына алмаһа - тотҡон. Ҡосаҡтағы тотҡон ҡотолоу өсөн тыпырсынып ҡырталашты. Әммә ҡыпсып тотоп алған көслө ҡулдарҙан нисек ысҡынырға? Бына ул егеттең ирендәре наҙлы ғына итеп сәсенә ҡағылыуын тойҙо. Бер аҙҙан ҡолағына эҫе тыны бәрелде, һаҡ ҡына бышылдау ишетелде:

 - Сәсеңдән болон сәскәләре еҫе килә, буйың зифа ҡайындай, матурлығың хур ҡыҙыныҡы. Бындай сибәр ҡыҙҙы тәүләп күрәм.

Даһинур төшөндә күреп яратҡан егетте бер күрергә зар-интизар булып йөрөнө, әле килеп шуның ҡосағына аймалған. Аллаһы Тәғәлә уларҙы әллә үҙе осраштырҙымы? Көслө ҡулдар уны тағы нығыраҡ ҡосто.

Йөҙөң тулған ай, күҙҙәрең йондоҙ, 

Тештәрең ынйы, сәстәрең болот.

Йылмай әле бер, бер генә йылмай

Беҙ икәү генә, ҡалғанын онот.

Сәсән егет шулай тип, һөйгәненә арнап шиғыр ҙа сығара һалды. Бындай матур һүҙҙәрҙе ишеткән ҡыҙ бер мәлгә генә донъяһын онотто, йәне, тәне менән егеткә һыйынды. Ошо минуттар тураһында күпме хыялланғайны бит ул. 

- Исемең бигерәк матур – Даһи һәм нур! Бындай исемде лә беренсегә ишетәм. Һин барыһынан айырылып тораһың, үҙеңә бер башҡа, һиндә бер ни ҙә башҡаларҙыҡы һымаҡ түгел. Әллә һин Ирәндек илаһиәһеме?

- Ирәндек илаһиәһе? - Ҡыҙ көлөп ебәрҙе. – Бәлки шулайҙыр. Беҙ йыл һайын йәйен унда туғандарыбыҙ менән барып, тау башында ҡыуыш ҡороп, шунда йоҡлап ҡайтабыҙ. – Ҡыҙ төшөндә  күреп, Мифтахетдинға ғашиҡ булыуы хаҡында әйтергәме, юҡмы тип, бер мәлгә уйланып торҙо. Тағы ҡасан осрашабыҙ әле, тип хистәрен белдерергә булды: - Йософ менән Зөләйха бер-береһен төшөндә күреп яратҡан, мин дә шулай булдым.

- Даһинур, берҙән-бергенәм! Уҡып бөткәс, һине килеп алам, көт, йәме, һылыуым.

Бына ниңә егеттең күңеле был ғәжәйеп ҡыҙға тартылған икән. Уларҙың бер-береһенә әйтер һүҙҙәре күп ине, башҡаларҙан айырылып, бер ситкәрәк барып торҙолар.  Мифтахетдинға ҡыҙ серле әкиәт донъяһынан килгән фәрештә булып тойолдо. Уйын ваҡытында шаярып ҡосаҡлап алыуына оялып, әле ҡулына ҡағылырға ла тартынды. Егет Даһинурҙы берсә Ирәндектауҙың аҡ ҡайынындай күрҙе, берсә ғәҙәти булмаған һөйөү илаһиәһендәй  хис итте.

- Иртәгә осрашабыҙмы? – Егет һөйгәненә күреп туймаҫтай булып ҡараны.

- Уй буйына кил, мин кер йыуырға төшөрмөн.

Мөхәббәт утында янған ике йәш йөрәк осрашыуға ашҡынып килде. Бына Даһинур ялғашындағы ике-өс бөртөк керен йыуып, йылға ярындағы талға киптерергә элде. Сибәр ҡыҙҙың һәр  хәрәкәтен сикһеҙ һоҡланыу менән күҙәткән ғашиҡ егет, абау, бындай матурлыҡҡа күҙем тейеп ҡуймаһын, тип һөйгәне яғына ҡарап, доғалар уҡып өрҙө. Ҡапыл ҡабынған көслө мөхәббәт ғүмерһеҙ була, тиҙәр. Ә Мифтахетдин һөйөүенең  мәңгелек булыуын теләй. Егет һаман кисәге һүҙен ҡабатланы:

- Көт, йәме, һылыуым. Уҡып бөткәс, берәй мәсеткә имам-хатип итеп ебәрерҙәр, абыстайым булырһың. Мин һине бер ҡасан, һис кемгә алыштырмам, берҙән-берем генә булырһың.

Мифтахетдин үҙенең ошо тиклем наҙлы һүҙҙәр әйтергә һәләтле булыуына аптырап ҡуйҙы. Мөхәббәттең теле татлы икән шул.

- Беҙ иртәгә таңдан юлға сығабыҙ. Һинең һөйөүең миңә ҡанаттар ҡуйҙы. Уҡыуҙар тамам булыу менән яныңа осоп килеп етермен. Даһинурым, йәнем, мин һине өҙөлөп яратам. Ышан, беҙ бергә булырбыҙ.

Ҡыҙ бер генә һүҙ әйтте: “Көтөрмөн!” Егет ҡәҙерлеһен күкрәгенә ҡыҫты. Һыу буйына көйәнтә күтәргән ҡатындың килеүен күреп, ҡыҙ тиҙ генә ҡайнар ҡосаҡтан һурылып сыҡты ла әйберҙәрен йыя һалып, ҡайтыу яғына йүгерҙе. Мөхәббәттең утлы һулышын тойоп, йөрәккәйе дөпөлдәп типкән, ярһыу хистәрҙән йөҙө таң нурындай алланған сибәркәйҙең ошо мәлдә ниҙәр кисергәне бер Аллаһҡа мәғлүмдер. Даһинур ҙа уны ярата, ярата, ярата! Гел Мифтахетдиндың ҡайнар тынын тоя, һәр әйткән һүҙе хәтерендә. Ҡасан  ғына мәҙрәсәне тамамлар һуң һөйгәне? Ҡасан бергә булырҙар? Был көндө көтөп ала алмаҫтай тойоп, ҡыҙ моңһоуланды. Күңелен яманһыу тойғо биләп алды.

Зәйнулланың да йәш кәләшен ҡалдырып киткеһе килмәй ине. Тик ни хәл итергә? Мәҙрәсәне тамамлау – Аллаһ алдындағы мөҡәддәс бурыс. Уны үтәү мотлаҡ.

- Сабыр итәйек, сабыр иткән, мораҙына еткән. – Кәләшенән бигерәк үҙен йыуатыу өсөн әйтте быны шәкерт. - Икенсе йыл Аллаһ теләһә, имтиханланып, ҡулыма указ алһам, берәй мәҙрәсәгә мөҙәррис итеп тәғәйенләрҙәр, шунан гел бергә булырбыҙ. Хәҙергә беҙҙә тор, көт мине, йәме, ҡәҙерлем.

Шәкерттәр юлға сығып киткәс, Даһинур әхирәте янына килде. Улар йән һөйгәндәрен хәтерләп, оҙаҡ серләште.

- Күңелем, ниңәлер, хәүефле, Мифтахетдинды башҡаса күрә алмам һымаҡ тойола.

- Юҡты һөйләмә, әхирәт. Ул һине ныҡ ярата.

- Эш унда түгел. Аңлата ла алмайым. Хафаланам, күңел тыныслығым юғалды.

- Миңә анһат тиһеңме? Йә, ярай, тыныслан. Әйҙә, Уй буйына төшөп, бөрлөгән ашап киләйек. Һағыштарыбыҙ баҫылыр.

Уй йылғаһы көҙ һулышын тойоп, ахрыһы, моңһоу ғына аға. Ҡарағусҡыл тулҡындар һалмаҡ ҡына бәүелеп, бер-береһенә һыйынып, ниндәйҙер сер һөйләй кеүек. Яр буйлап сырмалып түшәлгән ҡара бөрлөгән күптән өлгөргән. Ике серҙәш туйғансы бөрлөгән йыйып ашаны, аҙаҡ оҙаҡ итеп аҡҡан һыуға ҡарап ултырҙы. Аҡҡан һыуҙар һағыштарҙы үҙе менән алып китә тиҙәр. Әйҙә, беҙҙең хәсрәт-хәүефтәрҙе лә алып китһен Уй һыуы, тип ҡайтырға сыҡтылар.

... Мәҙрәсәлә уҡыуҙар башланғансы Мифтахетдин менән Зәйнулла баҙарға сығып, ауылда эшләп алған аҡсаларына баштан-аяҡ кейенде. Өҫ-баштары бөтәйгәс, күңелдәре лә күтәрелде. Һөйгән йәрҙәренең әхирәт булыуы уларҙы тағы нығыраҡ яҡынайтты. Кистәрен береһе Гөлбәҙиғәһен, икенсеһе Даһинурын һағынып, һөйләшеп алалар. Уҡыуға икеһе лә тырыш, әммә Зәйнуллаға ғилем, әйтерһең, юғарынан бирелә, ул ғәрәп, фарсы телдәрен һыу кеүек белә, Ҡөрьәнде тулыһынса ятлап алды. Шәйех Хәмит әл-Мәңгәрәйҙең өйрәткән көнсығыш әҙәбиәтенән “Әбүғәлисина хикәйәте”н, “Шифа китабы”н ентекләп уҡып сыҡты. Бер көндө остазы уның табиблыҡҡа иждиһат итеүен күреп, таджик ғалимы Әбүғәлисинәнең ун ете томлыҡ китабын табып бирҙе. “Хазина лаһа  был!”- тип уйланы Зәйнулла, дәрестән ҡалған ваҡытын тик китап күсереүгә бағышланы.

- Үәт исмаһам ҡара тырыш, күсергән китаптарың тиҙҙән бер арба булыр, - тип һоҡланды уға бергә уҡыған шәкерт дуҫтары. Һәр китабың бер-нисә ат хаҡы. Беҙҙең арала иң байы һин.

- Әлхәмдүлилләһ. –Был китаптар беҙҙә булмағас, күсереп алырға тура килә. – Зәйнулланың йәнә Бохараға бара алмауы иҫенә төшөп, йәне әрнене, ошо китаптарҙы табып алып уҡып, белемен арттырғыһы килгәйне бит уның. Уау Вәхит әүлиәне тағы иҫенә төшөрҙө. Ҡайҙан белде ул Бохараға юл ябыҡ икәнде?

Шәкерттәр тормошо гел баш баҫып уҡыуҙан ғына ғибәрәт түгел, йәшлек үҙенекен итә. Ике ғашиҡ ауылда ҡалған йәрҙәрен дә һағынып һөйләшеп ала, мөхәббәт тураһында ла уҡый. “Хосрау менән Ширин”, “Баҡырған китабы”, “Ләйлә менән Мәжнүн” әҫәрҙәре уларға йән һөйгәндәрен хәтерләтә: Зәйнулла өйҙәренә хаттар яҙып, кәләшенә сәлдәм ебәреп торҙо, Мифтахетдин да Даһинур һылыуға арнап бер дәфтәр шиғыр сығарҙы.

 Дамелла шәйех Әхмәт хажи  Рахмангулов мөриттәренән Наҡшбәндиә суфыйҙары вазифаларын ентекле өйрәнеүҙе талап итә.        Абдул Халиҡ әл-Гудждувани нигеҙләгән “хатмул-хуаджаган” намаҙын уҡыу, кистәрен зекерҙә булыу мотлаҡ, ти. Мөршит һәр мөритенә “Ҡиссас әл-әнбиә”не уҡыға, бәйғәмбәрҙәр тарихын белегә ҡуша, имтиханда Чәләбиҙең “Мөхәммәдиә” китабынан һорауҙар буласаҡ, ти. Мәүләнә Джәләлетдин Румиҙың 43 йыл буйына яҙған, бар йыһан һыйған алты томлыҡ “Мәснәүи-и-Мәғнәүи” китабын да яҡшы белергә ҡуша. Дини ғилемдән тыш донъяуи белемде лә үҙләштерергә кәрәк. Биш ваҡыт намаҙға һәр саҡ тәһәрәтле булыу фарыз. Шәкерттәрҙең буш ваҡыты юҡ. Уҡыу араһында улар үҙҙәренән түбән синыфтарға дәрес тә бирә башланылар.

Бер көндө Зәйнулла өйҙән хат алды, атаһы унда: “Киленебеҙ әсә булырға йыйына, һин ҡайтыуға бәпес көтәбеҙ”, - тип яҙғайны. Көтөлмәгән шатлыҡтан шәкерт аҙап ҡалды. Их, ҡанаттары булһа, осоп ҡына ҡайтып килер ине. Шул тиклем һағынды ул Гөлбәҙиғәһен. Шул көндө үк үҙе лә хат яҙып һалды. “Указлы имам булып ҡайтһам, гел бергә булырбыҙ, хәҙергә сабыр итәйек, - тине һәм кәләшенә һаулығын һаҡларға ҡушты.

Уҡыу йылы бөтөп килгәндә Зәйнулла атаһынан тағы хат алды. Унда Даһинурҙың ҡапыл эстән ауырып китеүе, оҙаҡ та тормай гүр эйәһе булыуы тураһында яҙылғайны. Зәйнулла хатты бер аҙналай кеҫәһендә йөрөттө. Быны нисек Мифтахетдингә әйтергә? Ҡайғылы хәбәрҙе еткерергә йөрьәт итмәй йөрөгәндә, дуҫы уға үҙе башлап өндәште:

- Ниңә йөҙөңдө ҡара болот ҡаплағандай кәйефһеҙ йөрөйһөң?  -       -        - Атайымдан хат алдым, әйтә алмайым, мә, үҙең уҡы, - тине.

Иң ҡәҙерле кешеһен юғалҡан егет өс көн буйы ашамай эсмәй, һөйләшмәй ҡайғырҙы.

- Мин бүтән бер ҡасанда бер кемде лә Даһинурҙы һөйгәндәй  итеп һөйә алмам, - тине егет. – Бәхет ҡояшым мәңгелеккә һүнде. Ап-аҡ фәрештәм мине ташлап китте. Мифтахетдин барлыҡ эшен, уҡыуын ташланы ла, Зәйнулла менән бәхилләшкәндәй хушлашып, Ҡужайға тип сығып китте. һөйгәненә барып зыярат ҡылырға сығып китте. Шул китеүенән  уҡыуҙары тамамланғансы Зәйнулла уны Троицкиҙа башҡа күрмәне, ҡайҙа, ни эшләп йөрөүен дә белмәне. Ул һыуға төшөп батҡандай юғалды.

... Хәләл ефетен оҙатҡанда Гөлбәҙиғә үҙенең буйға уҙыуын белмәгәйне. Бер көндө ашап улттырғанда ҡапыл күңеле болғанды,  уҡшып тышҡа сығып йүгерҙе.

- Ни булды, киленкәйем? – өлтөрәп артынан сыҡҡан Мәлиха бер ҡарау менән барыһын да аңланы: - Собханалла машалла, киленкәйем, гөманлыһың бит. Бына ҡыуаныс! Зәйнуллабыҙ белһә, эй, шатланыр инде.

Ҡатын-ҡыҙҙың бындай хәлен яҡшы аңлаған Мәлиха килененән күҙ яҙлыҡтырманы. Теге саҡта Уау Вахит әүлиә үҙен нисек ҡурсалаған, шулай итеп тәрбиәләргә тырышты йөклө киленен. 

- Нимә ашағың килә, оялма, әйт, был тыуасаҡ бала өсөн кәрәк,- тине. - Беҙҙә аш көҫәгән ҡатынға теләгән ризығын табып ашатыу мотлаҡ. Зәйнуллама ерегәндә минең сейә ашағым килде. Август айҙары ине, ҡартым мине Әүештауға алып китте. Уң яҡ битләүендә минең бәхеткәлер инде, ҡыҙарып көрәнәйә башлаған бер өйкөм сейә ултырып ҡалған, күреп ҡалдым да барып йомолдом. Туйғансы ашаным. Хәбибуллам бер бөртөгөн дә өҙөп ҡапманы, мин ашаһын тигәндер инде. Әлхәмдүлилләһ, улым бына тигән.

Ҡәйнә менән килендең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, серләшһә, серҙәре килеште. Мәлиха киленен йорт эштәренә, аш-һыу тәрбиәләүгә өйрәтте. Гөманлы саҡта ярамай тип, ҡул эше, бәйләм тотторманы. Бер аҙҙан Гөлбәҙиғә аш көҫәй башланы. Әллә теге саҡ ҡәйнәһенең сейә тип һөйләгәндәре күңеленә инеп ҡалған, тәҡәт иттермәй сейә ашағыһы килде. Әйтергә ҡыйманы, ҡыш өҫтөнән сейәне ҡайҙан алһындар? Ә йәш ҡатындың сейә тәлгәштәре төшөнә инде,  көндөҙ күҙ алдынан китмәне. Шулай йонсоп йөрөгәндә бер көндө Гөлбәҙиғә картуф алырға тип баҙға төштө. Ни күҙе менән күрһен, унда Әүештау битләүе ине, өйкөм-өйкөм булып сейә бешеп ултыра. Уны-быны уйлап тормай, буласаҡ әсә күптән хыял иткән емеште ҡомһоҙланып ашарға кереште. Бер аҙҙан:

- Күңелең булдымы, киленкәйем? – тигән тауыш ишетте. Алдында аҡ һаҡаллы ҡарт пәйҙә булды. - Юғары көстәр Зәйнулла тыумаҫ элек үк, уны тәрбиә ҡылыуҙы, һаҡлауҙы миңә тапшырҙы. Әле һиңә ярҙам итеүем уның хаҡына. Ҡыҙың һау-сәләмәт тыуыр, иншалла. Әммә башҡа бала күрә алмаҫһың, барын һаҡла. – Был хикмәтле хәлдән ни аңларға белмәй тирә-яғына ҡаранғайны, теге ҡарт күренмәне. Кем булды был? Гөлбәҙиғә көтөлмәгән хәлдән иҫен йыя алмай торҙо. Ниндәй хикмәт? Ниндәй серле көс уларҙы  һаҡлай? Кем уға баҙҙа сейә әҙерләп ҡуйған? Был һорауҙарға күпме уйлаһа ла яуап таба алманы. Ҡәйнәһенә һөйләргә лә тартынды, әллә аҡылға бер төрлө булып барамы беҙҙең килен, тип уйлауынан ҡурҡты. Бына Гөлбәҙиғәнең ап-аҡ тәнле һау-сәләмәт ҡыҙ балаһы тыуҙы. Ҡорбан салып, аҙан әйттереп, балаға Кәримә тип исем ҡуштырҙылар.  Йәш ҡатын хәләл ефетен өс айлыҡ ҡыҙы менән ҡаршыланы.

- Кәримә ҡыҙым, бына һин ҡайһылай үҫкәнһең! – Зәйнулла бәпәйен һаҡ ҡына ҡулына алып, күкрәгенә ҡыҫты. – Ниңә атайым һаман ҡайтмай тип көттөңмө? Бына ҡайттым. - Тәүгә атай булған  йәш ир йөрәгендәге барлыҡ наҙлы хистәрен белдереүҙән тартынды буғай, ҡыҙын күреп тә, һөйөп тә туя алмай, нескә күңеле шатлыҡтан осҡан ҡоштай талпынһа ла бәпесте әсәһенә тотторҙо.

Имтихандар тапшырып, алыҫ юлдан арып-йонсоп ҡайтҡан Зәйнулла ата-әсәһе менән күреше, шатлығын уртаҡлашты.

- Аҡҡужа ауылына имам-хатип, мәҙрәсәнең мөдәррисе итеп тәғәйенләнеләр, бына указ алып ҡайттым. Әҙерәк ял иткәс, эш башларға тейешмен. Торорға йорт хәстәрләгәс, ғаиләмде лә күсереп алырмын.

Икәүһе генә ҡалғас, Зәйнулла кәләшен ҡосаҡлап алды:

- Ҡәҙерлем, һиңә әсә булыу килешкән, элеккенән дә  матурыраҡһың, - тине. –Туптай бер малай табып та бирһәң, минән дә бәхетле атай булмаҫ.

Шул ваҡыт Гөлбәҙиғә гөманлы сағында баҙға төшөүен, сейә ашауын иҫләне. Иренә барыһын түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Кем булды икән ул ҡарт, тине.

- Уның кем икәнен беләм, ҡурҡма, ул изге йән - Уау Вәхит әүлиәнең рухы булған. Минең тәүге остазым, тәрбиәсем.

- Ишеткәнем бар ине, дәрүиш тип тә йөрөттөләр.

- Шул үҙе. Ул хикмәт эйәһе ине. Рухы тере. – Зәйнулла ҡатынына әүлиәнең ҡайһы бер хикмәттәрен әйтеп ишеттерҙе.

- Улай булғас, беҙҙең башҡа балабыҙ булмаҫмы икән ни?

- Уның өсөн ҡайғырма, Гөлбәҙиғәм, барыһы Аллаһыбыҙ ҡулында.

Зәйнулла кәләшенән Мифтахетдин тураһында белеште.

- Аҡҡужала Даһинурҙың туғандарына барыуын, аҙна буйы ҡәберендә булып, мүрхүмә рухына Ҡөрьән сығыуын ғына ишеттек. Беҙгә килмәне, - тине кәләше.

- Ах, Даһинур, әрәм булдың йәшләй. Мифтахетдин уны мәңге онота алмаҫ, өйләнмәҫ тә инде.  Мин дуҫымды беләм, ул бер һүҙле, ныҡ тоғро кеше.

Дуҫын юҡһынып, уйланып алһа ла бер аҙҙан тағы Зәйнулланың  күңелен шатлыҡлы хис биләне. Бөгөн бит уның иң бәхетле көнө: ете йыл буйы Троицкиҙа уҡып, уны уңышлы тамамланы, эшкә тәғәйенләнде, янында йәнендәй күреп яратҡан кәләше, Кәримәкәйе сәңгелдәктә мышнап йоҡлап ята, ата-әсәһе иҫән-һау. Әлегә уның донъяһы түп-түңәрәк, иншалла, ә алда ниҙәр булыры бер Аллаһыға билдәле. Әлегә уға  Аҡҡужа ауылында ун йыл дауамында эшләйәсәге лә, унда бер нисә ҡат өйләнергә тура килеүе, хаж ҡыласағы, Төркиә шәйехы Көмөшханауи йөҙөндә үҙенең мөршитен табыуы, ишан дәрәжәһе алыуы, төрмәгә ултырыуы - быларҙың береһе лә уға мәғлүм түгел ине.

 

 

Автор:
Читайте нас