Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иман нуры
27 Октябрь 2023, 17:21

Туғандарҙың ҡәҙерен бел

Өс кеше йәннәткә инмәйәсәк:

Туғандарҙың ҡәҙерен белТуғандарҙың ҡәҙерен бел
Туғандарҙың ҡәҙерен бел

Хөрмәтле йәмәғәт! Беҙҙең алда хаҡы ҙур булған кешеләр күп. Мәҫәлән, атай-әсәйҙәребеҙ, балаларыбыҙ, туған-тыумасабыҙ, мосолман ҡәрҙәштәребеҙ,  күршеләр...

Ғөмүмән, үҙебеҙҙе уратып алған бар донъяға, һәр йән эйәһенә, хатта үҫемлектәргә, тупраҡҡа ла иғтибарлы булырға тейешбеҙ. Ошо мөнәсәбәтебеҙ өсөн, һис шикһеҙ,
Ҡиәмәт көнөндә яуап тотасаҡбыҙ.
Бөгөн иһә мин һеҙгә иң оло бурыстарҙың береһе булған туғанлыҡ хаҡы тураһында һөйләргә теләйем.

Йәә әййүһә-ннәсү-ттәҡуу раббәкүмү-лләҙии халәҡакүм мин нәфсиү-үәәхидәтиү-үә халәҡа минһәә зәүджәһәә үә бәҫҫә минһүмәә риджәләң кәҫиирау-үә нисәә’әү-үә-ттәҡу- ллааһа-лләҙии тәсәә’әлүүнә биһи үәл-архәәмә иннә-ллааһа кәәнә ғәләйкүм раҡиибәә.

«исеме менән бер-берегеҙгә ялбара торған аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм ҡәрҙәшлек бәйләнештәрен һаҡлағыҙ!» – тиелгән Ҡөрьәндә («Ән-Ниса» сүрәһе, 1-се аят). Бында Аллаһ Тәғәлә туғандар менән татыу йәшәүҙең, улар менән аралашып тороуҙың мөһимлеге хаҡында иҫкәртә. Изге Китапта шулай уҡ:

фәһәл ғәсәйтүм иң тәүәлләйтүм әң түфсидүү фил-ардыи үә түҡаттыиғүү архәәмәкүм. 23. үләә’икә-лләҙиинә ләғәнәһүмү-ллааһу фә’әсаммәһүм үә әғмәә әбсаараһүм.

Йәә әййүһә-ннәсү-ттәҡуу раббәкүмү-лләҙии халәҡакүм мин нәфсиү-үәәхидәтиү-үә халәҡа минһәә зәүджәһәә үә бәҫҫә минһүмәә риджәләң кәҫиирау-үә нисәә’әү-үә-ттәҡу-ллааһа-лләҙии тәсәә’әлүүнә биһи үәл-архәәмә иннә-ллааһа кәәнә ғәләйкүм раҡиибәә.

«...әгәр имандан кире ҡайтһағыҙ, ерҙә боҙоҡлоҡ таратырһығыҙ һәм туғанлыҡ бәйләнештәрен өҙөрһөгөҙ. бындайҙар – аллаһ тарафынан ләғнәтләнгән кешеләр.
ул уларҙы һаңғырау һәм һуҡыр итте», – тигән аяттар ҙа бар («Мөхәммәт» сүрәһе, 22-23-сө аяттар). Ә бөгөн ошолар тураһында күпме кеше белә икән? Белгәндәренең дә һәр ҡайһыһы ҡан ҡәрҙәштәре менән яҡын мөнәсәбәттәме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге мәлдә йәмғиәтебеҙҙә тарҡаулыҡ хөкөм һөрә. Хатта уртаҡ өйҙә йәшәп тә йылдар буйы бер-береһенә һүҙ ҡушмаған йәки һәр көнөн иртәнән кискә тиклем ирешеп-талашып үткәргән кешеләр бар. Ундайҙарҙың күңелен шайтан көнсөллөк, тәкәбберлек, һаранлыҡ ҡуҙҙары менән бер туҡтауһыҙ өтөп, көйҙөрөп то-
ралыр.

Пәйғәмбәребеҙҙең : «Туғанлыҡ ептәрен өҙөүсе Йәннәткә инмәҫ!» – тигәне билдәле (әл-Бүхарий һәм Мүслим йыйынтыҡтарынан). Икенсе бер хәҙистә: «Өс кеше Йәннәткә инмәйәсәк: хәмергә һалышҡан, туғанлыҡ бәйләнешен өҙгән, сихырсыға ышанған», – тип әйтелгән (имам Әхмәд риүәйәт иткән). «Әҙәм балаһының эштәре һәр кесе йомала, йома алдындағы кистә Аллаһҡа күрһәтелә. Туғанлыҡ ептәрен өҙгәндәрҙең ғәмәлдәре ҡабул ҡылынмай», – тигән хәҙис тә бар (имам Әхмәд риүәйәт иткән). Ошоларҙы һәр саҡ иҫтә тотоп, тәкәбберләнмәй, тупаҫлыҡҡа бармай, бәхәстәрҙән тыйылып, ҡан ҡәрҙәштәребеҙ менән яҡшы мөғәмәләлә генә йәшәүгә ынтылырға кәрәк. Халҡыбыҙҙа «Таш менән атҡанға ла аш менән ат» тигән мәҡәл бар. Ҡайһы бер туғандарығыҙ үҙҙәре ҡоторонһа ла, сабыр итегеҙ, низағтарҙы нисек тә булһа тиҙерәк бөтөрөргә, үҙ-ара ярашырға тырышығыҙ. Бер-берегеҙҙе Аллаһ Тәғәлә хаҡына яратығыҙ.
Яҡындарын һөймәгән әҙәм балаһы яҡшы кеше була алмаҫ. Ерле юҡҡа үпкәләп, бер-береңдең кәйефен төшөрөү, күңелен ҡырыу мосолмандарға хас түгел. Ғаиләләребеҙ, нәҫелдәребеҙ, өммәтебеҙ туған-тыумасаның татыулығы менән ҡеүәтле.
Ата-бабаларыбыҙ элек һәр ваҡыт йәшерәктәргә нәҫелдәштәре тураһында һөйләп, кемдең ҡайһы яҡтан нисә туған булыуын ҡат-ҡат иҫтәренә төшөрөп, хәтер яңыртып торор булған. Затыңды таныуҙың, туғандарҙы хөрмәтләүҙең оло бурыс икәнен һүҙмә-һүҙ әйтмәһә лә, нәсихәт орлоҡтарын күңелгә һала белгән улар. Ашъяулыҡ ҙурлығындағы ҡағыҙға яҙылған шәжәрәләрҙе алдарына йәйеп һалып, ҡарап алыр,
күмәкләп фекер алышыр булған олатайҙар. Нәҫелдең был яҙмаһы заттағы иң оло кешелә һаҡланған, шулай артабан ҡулдан-ҡулға күскән. Яңы тыуған һәр баланың исемен өҫтәй барғандар.
Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа шәжәрә байрамдары үткәреү киң ҡолас алды, был бик ҡыуаныслы хәл. Ундай саралар, һис шикһеҙ, күркәм мөнәсәбәттәргә нигеҙ булып тора, нәҫелдәштәрҙең араһын тағы ла яҡынайта. Ҡайһы бер туғандар тап ошондай байрамдарҙа бер-береһен таба, тәүге тапҡыр күрешкәс, бынан ары айырылмаҫҡа һүҙ бирешә.
Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанды үтәп, шәжәрәбеҙҙе өйрәнәйек, уны балаларыбыҙға ла күрһәтеп торайыҡ, ятлатайыҡ. Шулай уҡ, мөмкинлек табып, нәҫелгә бәйле тарихи мәғлүмәттәрҙе йыйып, яҙа барыуығыҙ, хатта айырым китап итеп сығарыуығыҙ бик яҡшы буласаҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Шәжәрәбеҙҙе тергеҙеп, ата-бабаларыбыҙҙың эш-ғәмәлдәре хаҡында яҙып ҡалдырһаҡ, был киләсәк быуын өсөн ҡиммәтле мираҫ буласаҡ. Берәй оло кеше ҡапыл вафат булһа, әллә күпме тарих, тәжрибә, аҡыл баш- ҡаларға тапшырылмай ҡала. Шуға ла һәр беребеҙ белгән-күргәндәребеҙҙе яҙып барырға тырышһаҡ ине.

https://dumrb.ru

Фото: Изображение от <a href="https://ru.freepik.com/free-photo/person-holding-holy-bracelet-on-full-moon_5524151.htm#page=3&query=%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B0%D0%BC%20%D1%80%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%B3%D0%B8%D1%8F&position=38&from_view=search&track=ais">Freepik</a>

Автор:
Читайте нас