Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Иман нуры
28 Октябрь 2023, 06:30

Балаңдың хаҡын үтә

Бына ошо миҫалдарға ҡарап ҡына ла Исламда балаға иғтибарҙың ни тиклем мөһим булыуын аңларға мөмкин.

Балаңдың хаҡын үтәБалаңдың хаҡын үтә
Балаңдың хаҡын үтә

Хөрмәтле йәмәғәт!

[ғән әби Һүрайратә, ғән расүлилләһи салләллаһү ғәләйһи үә сәлләмә ҡаалә: иҙәә мәәтәбнү әәдәмәнҡатәғә ғәмәлүһү иллә мин ҫәләәҫин: садәҡатин джәәрийәтин, әү ғилмин йүнтәфәғү биһи, әү үәләдин саалихин йәдғүү ләһү]

“Дауамлы саҙаҡа, файҙа килтерә торған ғилем, үлгән ата-әсәһе өсөн доға ҡылып торған изге бала ҡалдырғандарҙан башҡа бөтә кешеләрҙең дә ғәмәл дәфтәрҙәре үҙе үлгәндән һуң ябыла”, – тигән хәҙисте күбегеҙҙең ишеткәне барҙыр (Әбү Һүрайранан тапшырылған).
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт шулай уҡ: “Ата-әсәнең балаһына ҡалдырған иң ҙур мираҫы – күркәм тәрбиә”, – тигән.

Эйе, йәмәғәт, бала тәрбиәләү мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бирергә бурыслыбыҙ.
Юғиһә ҡайһы берәүҙәр баланы табыу, ашатып-кейендереп үҫтереү генә шарт тип
уйлай. Тап шундай ҡараш булыуы арҡаһында йәмғиәтебеҙҙә ғәҙелһеҙлек, золом
арта, бик күптәр бәхеттән мәхрүм ҡала. Балаларын тәкәббер, ҡаты бәғерле, битараф,
аңһыҙ итеп үҫтергән һәм харап иткән өсөн иң тәүҙә атай-әсәйҙәр үҙҙәре ғәйепле. Бер
хәҙистә әйтелеүенсә: “Кешегә гонаһҡа батыу өсөн үҙе ҡараған кешеләрҙе юҡҡа
сығарыуы ла етә”.
Баланы сәңгелдәктән алып тәрбиәләй башлайҙар. Уны әсә һөтө имеҙеп үҫтерергә тырышыр кәрәк. Әсә һөтө – бәпәй өсөн иң яҡшы аҙыҡ. Ул туйындырып ҡына ҡалмай, баланың һаулығын нығыта, мейе үҫешен яҡшырта һәм, иң мөһиме, әсә менән баланың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен яҡынайта.
Был мәсьәләгә динебеҙ бик етди ҡарай. Ҡөрьәндә хатта шундай бойороҡ бар:

“имеҙеүҙе тулыһынса үтәргә теләгән әсәләр үҙ балаларына теүәл ике йыл имсәк
бирһен” (“Әл-Бәҡара” сүрәһе, 233-сө аят).
Баланы имеҙеү шул ҡәҙәрем мөһим – Аллаһ Тәғәлә был турала Ҡөрьәндәге ете сүрәлә 14 тапҡыр ҡабатлаған!
Тәрбиә биреү йәһәтенән Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошо – бик яҡшы үрнәк.
Ул балалар менән гел үҙе башлап иҫәнләшкән, хәл-әхүәлдәре менән ҡыҙыҡһынған,
уйнаған, шаярған. “Балаларға бүләк бирегеҙ. Тәрбиәгеҙ ҙә яҡшы булһын”, – тип
өйрәткән. Риүәйәт ителеүенсә, Пәйғәмбәребеҙгә бер мәл яңы уңыштың тәүге
емештәрен алып килгәндәр. “Илгә бәрәкәт бир, Раббым. Уңыштарыбыҙ мул булһын!”
– тип теләп, Аллаһ Рәсүле емештәрҙең иң яҡшыһын эргәһендә торған сабыйға
тотторған. Бер мәл Пәйғәмбәребеҙ , хөтбәһен ҡапыл туҡтатып, минбәрҙән төшөп,
ейәндәрен күтәреп алған да кире менгән.
Тағы бер хәҙискә иғтибар итәйек. Йәмәғәт менән уҡылған намаҙ ваҡытында

Пәйғәмбәребеҙ сәждәнән оҙаҡ тормағас, сәхәбәләрҙән берәү башын күтәреп ҡараған да уның арҡаһында бала ятыуын күргән. Намаҙҙан һуң кешеләр: “Эй, Аллаһтың илсеһе! Намаҙҙың уртаһында һин оҙаҡ сәждәлә ҡалғас, берәй нәмә булып киттеме, әллә һиңә вәхи киләме икән, тип хәүефләнә башланыҡ”, – тигәс, Пәйғәмбәребеҙ :
“Быларҙың береһе лә булманы. Ейәнем өҫтөмә менеп ултырҙы ла, мин уны, уйнап туйһын тип, ҡабаландырмаҫҡа тырыштым”, – тип аңлатҡан.

Бына ошо миҫалдарға ҡарап ҡына ла Исламда балаға иғтибарҙың ни тиклем мөһим булыуын аңларға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ бөгөн балаларыбыҙға йыш ҡына ҡаты бәреләбеҙ, уларҙы хатта башҡалар алдында кәмһетәбеҙ. Үҙебеҙ менән
[үәлүәәлидәәтү йурдиғнә әүләәдәһүннә хәүләйни кәәмиләйни лимән әраадә ән йүтиммәррадаағәһ] алып йөрөү түгел, буш ваҡытта һөйләшеп, хәлдәрен һорашып ултырырға ла
ҡыйынһынабыҙ.
Балаға бәләкәй сағынан уҡ дөрөҫ йүнәлеш бирергә кәрәк. “Үҫә төшкәс, өйрәтермен
әле”, – тип, ҡайһы бер ата-әсәләр ныҡ яңылыша. Бала барыһын да күреп, ишетеп
йөрөп күңеленә һеңдерә. Әгәр ата-әсәһе тәрбиәле, иманлы икән, бер-береһен ярты
һүҙҙән аңлап, татыу йәшәйҙәр икән, уларҙың балаларына хатта өгөт-нәсихәт тә
кәрәкмәй. Үҙегеҙ өлгө булығыҙ, ҡәрҙәштәр. Балаларығыҙҙы гел өйҙә ултыртып ҡуймағыҙ, телефон, компьютер һәм телевизор ҡоло итмәгеҙ, Ураҙа, Ҡорбан байрамдарына, йома намаҙҙарына бергә алып йөрөгөҙ, туғандары менән аралаштырығыҙ.

Ҡайһы берәүҙәр: “Балам әле мәктәпкә йөрөй башламаған, шулай ҙа, китаптар
уҡып, бөтөн динозаврҙарҙың исемдәрен яттан белә!” – тип ҡыуанған була. Бер яҡтан,
баланың китап уҡыуы һәйбәт, әммә уның башын ниңә юҡ-бар менән тултырырға
һуң? Ниндәйҙер уйлап сығарылған йән эйәләрен танып белеүҙән кеше йәшәү мәғәнәһен,
әхлаҡ ҡанундарын яҡшыраҡ аңлай башламай.

Балалар менән шөғөлләнергә кәрәк, тик бөтөнләй икенсе юҫыҡта. Мәҫәлән, пәйғәмбәрҙәр тарихын һөйләргә, Ҡөрьән сүрәләрен, Мөхәммәт пәйғәмбәр өйрәткән

доғаларҙы ятлатырға була. Сабый күңеле – аҡ ҡағыҙ, нимә яҙһаң, шул ҡала, тип
юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Мосолман кеше балаларын фани донъяға ғына әҙерләмәй,
Ахирәттә лә файҙа килтерерҙәй эштәргә өйрәтә.

Балалар баҡсаһындағы, мәктәптәге дәрестәр менән генә сикләнмәй, баланы ата-
әсәһе үҙ аллы донъя көтөүгә әҙерләргә лә тейеш. Мәҫәлән, ҡыҙҙар әсәһе менән аш-
һыу әҙерләшһә, өй йыйыштырһа, малайҙар атаһы эргәһендә йөрөп бысырға, ҡағырға,

йышырға, машина йүнәтергә, атта һыбай йөрөргә һәм башҡа эштәргә өйрәнә. Шул
уҡ мәлдә туған телдә күберәк аралашаһығыҙ, бүтән телдәрҙе лә уҡытһағыҙ – йәнә
бер ҙур файҙа.
Балаларығыҙ өсөн гел генә доға ҡылып тороғоҙ. Мәҫәлән: “Йә Раббым, уларҙың ғүмерен оҙайт, һаулыҡ-сәләмәтлектән айырма, уларҙы Һиңә буйһоноуҙа һәм ғибәҙәт ҡылыуҙа ныҡлы ит”, “Эй Аллаһ, миңә балаларҙы юғары әхлаҡлы һәм тәҡүәле итеп үҫтерергә ярҙам ит”, – тип. Сөнки балаға һаулыҡты һәм яҡшы холоҡто һеҙ түгел, ә Аллаһ бирә.

https://dumrb.ru/diyanat


Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор:
Читайте нас