Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
29 Октябрь 2023, 20:07

Зина – оло гонаһтарҙың береҺе

“Беҙ Ҡиәмәт көнөндә зина ҡылыусыға махсус уттан яһалған күлдәк кейҙерербеҙ, ул күлдәктән хатта ҙур тауҙар ҙа туҙанға әйләнер”.

Зина – оло гонаһтарҙың береҺе
Зина – оло гонаһтарҙың береҺе

Беренсе хөтбә

Хөрмәтле йәмәғәт! Был донъяла гонаһһыҙ кеше юҡ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт
“мин гонаһһыҙ” тигәндәрҙе, йылға аша йөҙөп сығып, кейемем ҡоп-ҡоро, тип алдаусы кеше менән сағыштырған. Был донъяла йәшәгәндә кешенең, кейеме керләнгән шикелле, белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарҙан йәне лә бысрана. Гонаһтар оло һәм кесегә бүленә. Кем өсөндөр уҡылмай ҡалдырған нәфел йәки сөннәт намаҙ, ураҙа күңел борсолоуына сәбәп булһа, икенселәргә ғәйбәт һөйләү, зина ҡылыу, хәмер эсеү ҙә – ғәҙәти күренеш. Бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙҙы иң ҙур гонаһтарҙың береһе булған зина мәсьәләһенә
йүнәлткем килә. Беҙ был күренешкә хәҙер бик еңел ҡарайбыҙ: мәктәп йәшендәге балаларыбыҙ мөхәббәт уйындары менән мауыға, йәштәребеҙ никахлашмаған көйө ғаилә булып бергә йәшәй; ирҙәр – ҡатындарына, ҡатындар ирҙәренә хыянат итә...
Асыҡтан-асыҡ зина ҡылалар, бер-береһе алдында нисә мәртәбә ситкә йөрөгәндәре тураһында һөйләп маҡтаналар. Ә бит гонаһлы булыу өсөн ярамаған нәмәләргә күҙ һалыу ҙа етә! Зина ҡылыу әҙәм балаларын бик түбән дәрәжәгә төшөрә. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай ти:

“Зина ҡылыу кеүек әшәкелектәрҙең асыҡ эшләнә торғандарына ла, йәшерен эшләнә торғандарына ла яҡын бармағыҙ...” (“Әл-Исра” сүрәһе, 32-се аят). Бында оло һәм кесе зина тураһында һүҙ бара. Пәйғәмбәребеҙ әйтеүенсә, ҡулдар, аяҡтар һәм күҙҙәр ҙә зина ҡыла ала. Аллаһ Тәғәлә ирҙәргә лә, ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡарарға ярамай торған нәмәләргә күҙҙе йоморға, ғәүрәттәребеҙҙе йәшерергә ҡушҡан. Хатта уйҙарыбыҙға ла иғтибарлы булыу мөһим. Кешенең башында ниндәй генә фекерҙәр йөрөмәй бит. Мәҫәлән, берәй ҡатын менән зина ҡылыу тураһында хыял булырға мөмкин. Был осраҡта, енси яҡынлыҡ ҡылмаһаң да, уйың өсөн гонаһ яҙыласаҡ. Бысраҡ уйҙарҙан арынырға кәрәк. Никахлашмаған килеш енси бәйләнешкә инеп йөрөүселәрҙе, хәләл ефетенә хыянат итеүселәрҙе, берәүҙәрҙе аҙҙырып, ғаиләләрҙе тарҡатыусыларҙы бик ҡаты яза көтә.
Муса пәйғәмбәрҙең хәҙисендә бәйән ителеүенсә, Аллаһ Тәғәлә былай тип әйткән:
“Беҙ Ҡиәмәт көнөндә зина ҡылыусыға махсус уттан яһалған күлдәк кейҙерербеҙ, ул күлдәктән хатта ҙур тауҙар ҙа туҙанға әйләнер”.
Пәйғәмбәребеҙ : “зинанан йыраҡ булығыҙ, сөнки ул үҙе менән алты афәт алып килә: өсәүһе – был донъяла, өсәүһе – Ахирәттә. Донъялағы афәттәргә килгәндә, ризыҡтың аҙайыуы, ғүмерҙең ҡыҫҡарыуы, йөҙҙөң ҡарайыуы булыр. Әхирәт афәттәре

 

[үә ләә тәҡрабүззинәә иннәһү кәәнә фәәхишәтәүүә сәә’ә сәбиилә]


иһә – Аллаһтың асыуы, ҡаты һорау алыныуы һәм ахыр сиктә тамуҡҡа эләгеү”, – тип иҫкәрткән. “зина киң таралһа, афәттәр күбәйер һәм дауалай алмаҫлыҡ ауырыуҙар барлыҡҡа килер”, – тигән хәҙис тә бар. Әле бына донъяла дауаһы булмаған сирҙәр арта, төрлө афәттәр йыш килә. Бының төп сәбәбе ғәүрәттәрҙе ҡапламау, оятһыҙ һүҙҙәр һөйләү, фәхеш кеүек әшәкелектәр икәнен күптәребеҙ аңламай. Раббыбыҙ әлегә беҙҙе ныҡ ғазапламай, сабыр итәлер. Тәүбәгә килеп, гонаһлы ғәмәлдәрҙән тыйылып, яҡын кешеләребеҙҙе лә иманға ҡайтарып өлгөрәйек, ҡәрҙәштәр!

Бер хәҙистә бәйән ителеүенсә, Пәйғәмбәр :

“Һәләкәткә илтеүсе ете гонаһтан һаҡланығыҙ: Аллаһҡа тиңдәш тотоуҙан, сихыр-сылыҡтан, Аллаһ тыйған гонаһтарҙан – хаҡһыҙға кеше үлтереүҙән, рибә ашауҙан, етемдең малын ашауҙан, һуғыш ваҡытында яу яланынан ҡасыуҙан, иманлы һәм гонаһ тураһында хатта уйламаған саф ҡатындарҙы зинала ғәйепләүҙән”, – тигән
(Әл-Бүхаарий, Мүслим, Әбү Дәүүд һәм Ән-Нәсәә’ий). Ошоно иҫтә тотоп, кемдеңдер зина ҡылыуы тураһында һөйләп йөрөүҙән дә тыйылығыҙ. Мосолман кешегә ғәйбәт таратыу, буш хәбәрҙәр менән мауығыу бөтөнләй ят булырға тейеш.

Бер ваҡыт Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән : “Кешене Йәһәннәм әһелдәре рәтенә эләгеүгә нимә этәрә?” – тип һорағандар. “Тәндең ике өлөшө: ауыҙ (йәғни тел) һәм бот араһындағы ағза”, – тип яуаплаған Аллаһ рәсүле (Әт-Тирмиҙий риүәйәтенән).

Тағы бер хәҙистә шулай тиелгән:

“Кем яңаҡ араһындағыһын (йәғни телен) һәм аяҡ араһындағыһын хәрәмдән һаҡлай, мин уға ожмах вәғәҙә итәм” (Мүслим һ.б.).
Йәштәргә һәм балаларға зинаның ҙур гонаһ булыуын аңлатырға, уларҙы яңылыш юлдарҙан һаҡларға кәрәк. Динде өйрәнһендәр, намаҙ уҡыһындар. Юҡҡа ғына Ҡөрьәндә:


[иджтәнибүссәбғәлмүүбиҡаат. ҡаалүү: йәә расүүләллааһи үә мәә һүннә? ҡаалә: әшширкү билләәһи, үәссихру, үә ҡатлүннәфсилләтии хәррамәллааһү иллә билхәҡҡи, үә әклүррибәә, үә әклү мәәлилйәтиими, үәттәүәллии йәүмәззәхфи, үә ҡаҙфүлмүхсанәәтилғаафиләәтилмү’минәәт]

[үә сү’илә ғән әкҫәри мәә йүдхилүннәәсәннәәра фәҡаалә: әлфәмү үәлфәрдж]

“...намаҙға баҫ. намаҙ фәхешлектән һәм ярамаған башҡа эштәрҙән тыя бит...” – тиелмәгән (“Әл-Ғәнҡәбүт” сүрәһе, 45-се аяттан). Ғөмүмән, Аллаһты, пәйғәмбәрҙәрҙе, фәрештәләрҙе, изге китаптарҙы танымаған кеше бәхетле була алмай. Диндән йөҙ сөйөргән әҙәм заты үҙенә зыян ғына килтерә.

Фото: Иhttps://ru.freepik.com/free-photo

https://dumrb.ru/diyanat-magazine/

Автор:
Читайте нас: