Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
30 Октябрь 2023, 21:31

Тыйылған никах

Ҡайһы саҡта егет менән ҡыҙға үҙ-ара өйләнешеү тыйыла. Түбәндә ошондай осраҡтарҙы ҡарап үтербеҙ.

Тыйылған никах
Тыйылған никах

Ҡайһы саҡта егет менән ҡыҙға үҙ-ара өйләнешеү тыйыла. Түбәндә ошондай осраҡтарҙы ҡарап үтербеҙ.
Ислам дине күҙлегенән яҡын (ҡан) туғандар араһында никах тыйылған. Яҡын туғандар тип түбәндәге кешеләр атала: әсәһе һәм атаһы, үҙ ҡыҙы һәм улы, бер туғандары, атаһының һәм әсәһенең бер туғандары, бер туғандарының балалары. Күреүебеҙсә, бында ике туғандар инмәй,
тимәк, шәриғәтебеҙ ике туғандар араһындағы өйләнешеүҙе тыймай. Шулай ҙа ислам дине белгестәре өйләнешә торған егет менән ҡыҙҙың яҡын туғандарҙан  булмауы хəйерлерəк тигəн фекерҙə. Быны улар ике сəбəп менəн аңлата: əгəр ҙə туған булмаған кешелəр өйлəнешһə, уларҙың балаһына ике төрлө ген һалынып, уның киләсәктә абруйлы шәхес булып үҫеү ихтималлығы арта, шулай уҡ ике туғандар үҙ-ара өйләнешһә, һәм улыр арһында бәхәс килеп сыҡһа, был үҙ иҫәбендә туғанлыҡ ептәрен өҙөүгә килтерә.

Өйләнешә торған егет менән ҡыҙ һөт туған булмаҫҡа тейеш, сөнки һөт туғандарға үҙ-ара өйләнешергә шәриғәтебеҙ ҡушмай. Һөт туған тип сабый сағында бер әсәнең һөтөн имгән кешеләр атала. Бигерәк тә ауылдарҙа, төрлө сәбәптәр менән бәйле, бер әсәнең һөтөн имгән
кешеләр була. Шуға күрә лә бындай осраҡты әсә кеше иҫендә ҡалдырырға тейеш, сөнки уның һөтөн имгән балалар, үҙ-ара һөт туған булып, бер-береһенә өйләнешә алмай.
Ҡатын-ҡыҙ ауырлы булған саҡта, балаһы тыумайынса, кейәүгә сыға алмай. Әгәр ҙә ул
быға тиклем кейәүҙә булған һәм ул иренән аурыға ҡалған икән, ул бала тыумайынса бер нисек
тә яңынан кейәүгә сыға алмай. Әгәр ҙә быға тиклем кейәүҙә булмаһа, һәм әле ул кейәүгә сығырға
теләгән ир кеше, был минең балам, тип һанаһа ла, улар никах үткәрә алмайҙар. Ғөмүмән, ауырлы
саҡта ҡатын кеше бер нисек тә кейәүгә сыға алмай.
Шулай уҡ ҡатын кеше ғиддә осоронда кейәүгә сыға алмай. Ғиддә тип, ҡатын кеше иренән
айырылғас, йә ире вафат булғас, өс күрем циклы (өс ай) дауамында була торған ваҡыт мөҙҙәте
атала. Ошо мөҙҙәт тамамланмайынса уның кейәүгә сығырға хоҡуғы юҡ.
Ир кеше түбәндәге кешеләр менән никахҡа инә алмай:
үҙенең әсәһе булмаһа ла, уның атаһында кейәүҙә булып, уның менән атаһы айырылған
ҡатынға; улына кейәүгә сығып, унан айырылған ҡатынға;
ҡатыны менән айырылған осраҡта ла, уның әсәһенә;
ҡатыны менән айырылған осраҡта, ул ҡатындың ҡыҙына (элекке үгәй ҡыҙына).

 

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/happy-couple-holding-hands-together-as-forever

Автор:
Читайте нас: