Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
31 Октябрь 2023, 21:51

СИХЫРСЫЛАРҒА БАРМАҒЫҘ!

Иғтибар итһәгеҙ, рекламаларҙағы сихырсылар мөләйем, яулыҡ ябынған, аҡыллы ҡарашлы ҡатындар...

СИХЫРСЫЛАРҒА БАРМАҒЫҘ!
СИХЫРСЫЛАРҒА БАРМАҒЫҘ!

Хөрмәтле мосолмандар! Раббыбыҙҙың шәриғәте кешеләрҙең динен, йәндәрен,
малын, намыҫын, аҡылдарын һаҡлар өсөн ебәрелгән, шуға ошо биш әйбергә
ҡаршы ҡылынған теге йә был ғәмәлдәрҙе тыйған. Хәҙерге мосолмандар араһында
кешеләрҙең динен дә, йәндәрен дә, малдарын да, намыҫтарын да, аҡылдарын да
боҙоусы бер йәмһеҙ күренеш таралды, һәм ул – сихырсылыҡ. Сихырсы (шулай
уҡ: күрәҙәсе, киләсәкте һөйләүсе ) – ул ендәр менән әңгәмә ҡороп, уларҙан төрлө
мәғлүмәттәр алып, йә уларҙың үҙҙәренә төрлө эштәр ҡушыусы кеше. Әлбиттә ки,
ендәр менән бындай “дуҫлыҡ” диндән тулыһынса, йә өлөшләтә баш тартыу аша
ғына мөмкин (Аллаһ һаҡлаһын!). Был гонаһтың ни тиклем ҡурҡыныс булыуын,
хатта диндән сығарыуын аңлатып китмәксебеҙ. Әүәл замандарҙа сихырсыларҙың
бер ҡасан да һәм бер ҡайҙа ла яҡшы ҡабул ителмәүенә ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә
уларҙы рәсми рекламалайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кешеләр уларҙы ниндәйҙер
файҙа килтереүсе изге ҡатындар тип күрәләр, ә уларҙың ләғнәт аҫтында булыуҙарын
белмәйҙәр. Беҙгә Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә сихырсылар һәм уларҙың әшәке эштәре
тураһында күп нәмәләр аңлатып биргән. Ҡөрьәндә Раббыбыҙ Үҙе еп төйнәп сихыр
ҡуйыусы ҡатындарҙан һаҡланыу юлын өйрәткән:

“Әйт: “Таң Раббыһына һыйынам, Ул барлыҡҡа килтергәндең яуыз-
лығынан, ҡараңғылыҡтың ҡаплаған ваҡытындағы яуызлыҡан, төйөн-
дәргә өрөүсе ҡатындарҙың яуызлығынан, хөсөттөң хөсөтләшкән ваҡы-
тындағы яуызлыҡтан!” (“Таң” сүрәһе, 113).

Бер хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ әйтте: “Ете һәләк итеүсе гонаһтан һаҡ булығыҙ:
Аллаһҡа тиңдәш ҡушыуҙан, сихырсылыҡтан, Аллаһ тыйған гонаһ –
хаҡһыҙға кеше үлтереүҙән, рибә ашауҙан, етемдең малын ашауҙан, һуғыш
ваҡытында яу яланынан ҡасыуҙан, иманлы һәм гонаһ тураһында хатта
уйламаған таҙа ҡатындарҙы зинала ғәйепләүҙән” (“Әл-Бухари” һәм “Мүслим”
йыйынтыҡтарынан).
Тимәк, теге йә был юл менән ҡатын йә ир сихыр ҡуйып маташа икән, ул ислам
динендәге иң ҙур гонаһтарҙың береһен ҡыла. Шуны әйтеп үтәйек: сихырлаған
әшәке бәндәнең “Хәҙер беҙ һинең иреңдең (ҡатыныңдың) кәрәген бирәбеҙ!” – тип
тура әйтмәүе лә бар. Иғтибар итһәгеҙ, рекламаларҙағы сихырсылар мөләйем, яулыҡ
ябынған, аҡыллы ҡарашлы ҡатындар булып күренәләр, ләкин ысынбарлыҡта
улар – Аллаһ Тәғәләнән иң йыраҡ, иманһыҙ әҙәмдәрҙең бер төрҙәре. Улар, ошо

донъяла кешеләргә зарар килтереп аҡса эшләү өсөн, Иблискә һәм уның шайтандарына һатылғандар, уларҙың бышылдауын тыңлайҙар, ҡушҡандарын үтәйҙәр, ә шайтандар, уларҙы төрлөсә ҡулланып, кәмһетә һәм мәсхәрә итә. Сихырсылар ни тиклем тырышһа ла, был донъяла уңышлы була алмайҙар, сөнки улар донъя малын йыйыу өсөн урлашыу, рибә, фәхишәлектән дә ҡурҡынысыраҡ юл һайлағандар. Ер йөҙөндә сихырсылыҡ өйрәнгән иң беренсе кешеләр тураһында Аллаһ Тәғәлә
шулай ти:

"Әммә улар Аллаһтың рөхсәтенән башҡа бының менән бер кемгә лә
зарар килтермәнеләр. Улар, үҙҙәренә зыян килтереп, файҙа бирмәй торған нәмәгә өйрәнделәр, ә бит улар быны һатып алған кешенең әхирәттә өлөшө булмаясағын белделәр. Үҙ йәндәре бәрәбәренә һатып алған нәмәләре ни
тиклем насар булды! Әгәр улар быны белһә ине... Әгәр улар иман килтереп,
тәҡүәле булһалар, Аллаһ ҡаршыһындағы сауап яҡшыраҡ бит, әгәр улар
быны белһә ине!”(“Һыйыр” сүрәһе, 2: 102-103).
Ағай-эне, ҡатындар! Сихырсылыҡ кеүек гонаһтан ҡасығыҙ, бының менән
шөғөлләнгән кешегә яҡын да килмәгеҙ. Телевизорҙан теләһә ниндәй “Экстрасенстар
яуы”, Вангалар кеүек сихырсыларҙы күрһәткән тапшырыуҙарҙы ҡарап ултырмағыҙ.
Сихырсыларҙың был донъялағы тормоштары – хурлыҡ, ә теге донъяла уларҙың
өлөштәре юҡ, йәғни уларға йәннәт түгел, ә йәһәннәм әҙерләнгән. “...Сихырсы
ҡайҙа ғына барһа ла бәхетле булмаҫ”. (“Та-һә” сүрәһе, 20: 69).

https://dumrb.ru/diyanat-magazine/

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/numerology-concept-still-life_38171528.htm#query

Автор:
Читайте нас: