ТАМУҠТАН КЕМДӘР СЫҒАСАҠ?
Аллаһ рәсүленән ﷺ шундай хәҙис риүәйәт ителә:
«Ҡиәмәт көнөндә мөьминдәр, Тамуҡҡа эләккән ҡәрҙәштәре өсөн доға ҡылып, “Эй Раббыбыҙ, улар беҙҙең менән бергә ураҙа тотто, намаҙ ҡылды, беҙҙең менән бергә хаж ҡылды” тип, Аллаһҡа ялбарасаҡ. Уларға: “Кемде таныйһығыҙ, шуларҙы Уттан сығарығыҙ”, – тип әйтәсәктәр. Тамуҡҡа ундай мосолмандарҙың йөҙөнә ҡағылыу тыйыласаҡ, һәм мөьминдәр унан тубыҡ аҫтына һәм тубыҡҡа тиклем утта торған бихисап ҡәрҙәштәрен алып сығасаҡ. Хаҡ дуҫтар шулай була: үҙҙәре рәхәтлектә булып, һин уларҙың ярҙамына мохтаж булғанда һине онотмайҙар.
Әммә Аллаһтың мәрхәмәте тағы ла ҙурыраҡ һәм киңерәк. Тамуҡта мөьминдәр таныған кешеләрҙең береһе лә ҡалмағас, Раббыбыҙ: “Кире боролоғоҙ ҙа, кемдең йөрәгендә динар ауырлығындай иман табаһығыҙ, шуларҙы Уттан сығарығыҙ”, – тип әйтәсәк. Шул рәүешле Уттан йөрәгендә тәүҙә – динар ауырлығындай, артабан – ярты динар ауырлығындай, иң һуңынан саң бөртөгөндәй иманы булған кешеләр сығарыласаҡ.
Шунан һуң Аллаһ: “Фәрештәләр шәфәғәт ҡылды, пәйғәмбәрҙәр ҙә шәфәғәт ҡылды, мөьминдәр ҙә шәфәғәт ҡылды. Рәхимлеләрҙән Рәхимле генә ҡалды”, – тип әйтәсәк тә, һис бер изгелек ҡылмаған, инде күмергә әүерелгән кешеләрҙе ҡуш услап алып, Тамуҡтан сығарасаҡ. Ожмах йылғаларының береһенә сумдырғас, улар ташҡындан һуң ятып ҡалған орлоҡтар күтәрелгән шикелле күтәреләсәк. Шунан ынйыға оҡшап ҡаласаҡтар, муйындарында муйынсаҡ буласаҡ. Бер ниндәй изге эш ҡылмаған килеш Аллаһ тарафынан Ожмахҡа индерелгән был кешеләрҙе бүтән Ожмах әһелдәре танып-белеп торасаҡ».
Мөслим риүәйәте.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo