Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
11 Ноябрь 2023, 20:47

Ҡазаларҙан доға һаҡлар

Был күркәм доғаның мәғәнәһе былай:

Ҡазаларҙан доға һаҡлар
Ҡазаларҙан доға һаҡлар
 

* "Күңелдә ҡурҡыу хисе булғанда Аллаһы Тәғәләнең "Әл- Ҡуддүүс" исемен 100 мәртәбә ҡабатлау килешер";

* "Транспортҡа ултырғанда Аллаһы Тәғәләнең күркәм исемдәренең береһе - “Ән-Нәәфиғ” (файҙалар биреп, Мрәхәмәт итеүсе, Бәрәкәт килтереүсе) исемен уҡырға кәңәш ителә. Ул төрлө бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай, сәфәрҙе, эштәрҙе уңышлы итә. Берәй эш башлар алдынан иһә 41 мәртәбә ҡабатлау изге маҡсаттарыңа өлгәшергә ярҙам итер. Балаға уҙыр алдынан ҡабатлаһаң, донъяға изге бала ауаз һалыр”;

* "Һыуға батыуҙан, янғында йә башҡа фажиғәле хәлдәргә тарып һәләк булыуҙан ҡурҡҡанда иһә Аллаһы Тәғәләнең 99 исемдәренең береһе – “Әл- Үәкиил”  (Үҙенә һыйындырыусы, йән эйәләре бары тик Уға ғына таянырға, тәүәккәләргә тейеш)  тип даими ҡабатлау яҡшы” тиелә “Доғалар” китабында.

 Был гүзәл исемде ҡабатлаған кешене бәлә-ҡазалар ситләтеп уҙыр, тиҙәр.

“Дәғүәт” нәшриәтендә донъя күргән “Доғалар” китабы, моғайын да, күптәрҙә барҙыр. Бына шул китаптағы Аллаһы Тәғәләнең исемдәренең ҡыҫҡа аңлатмалары бирелгән. “Сөннәттә дәлилдәре булмаһа ла, тәжрибә әһелдәренең күп тапҡыр ҡабатлап, белеүҙәре сәбәпле килтерелде” тиелә унда.

Һәр хәлдә сәфәрҙәребеҙ хәйерле-бәрәкәтле, имен булһын өсөн Аллаһы Тәғәләгә һыйынып, юлға сығыр алдынан нәфел намаҙҙары уҡырға кәңәш ителә.

 “Аятел-Көрси” уҡығандан һуң “Сүбханәлләҙи сәххара ләә һәҙә күннә ләһү муҡъириниә үә иннә раббинә ләмүнҡалибун. Бисмилләһи мәжраәһә үә мүрсаһа иннә рабби ләғафурур рахим” доғаһын уҡып ҡуҙғалыу яҡшы булыр.

Был күркәм доғаның мәғәнәһе былай: “Йә Аллаһым, һинеү исемеңде телгә алып юлға сығам. Миңә биргән сәләмәтлек һәм эш өсөн һиңә шөкөр итәм. Сәфәрҙә мине, машинамды (атымды), юлсыларҙы бәлә-ҡазаларҙан һәм бөтөн ҡурҡыныстарҙан Һин һаҡла, ярҙамыңдан ташлама.  Беҙ күпме генә гонаһлы булһаҡ та, Һин беҙҙе ғәфү ит. Барасаҡ еребеҙгә һау-сәләмәт етеүебеҙҙе насип ит. Балаларыбыҙҙы ата-әсәһеҙ ҡалдырма. Әйләнеп ҡайтҡанда ғаиләләребеҙҙе ҡайғы-хәсрәтһеҙ күрергә насип ит. Һинең һәр нәмәгә көсөң етәлер, Аллаһым! Амин”

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор:
Читайте нас: