Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
13 Ноябрь 2023, 20:47

Шөкөр итә беләйек

“Ниңә шул ҡәҙәр тир түгеп, көндө төнгә ялғап эшләп йөрөйөм әле?

Шөкөр итә беләйек
Шөкөр итә беләйек

“Бәлки, тура юлға ҡайтырҙар, тип, Беҙ уларҙы яҡшылыҡтар һәм яуызлыҡтар
менән һынаныҡ”, – тиелгән Ҡөрьәндә (“Әл-Әғраф” сүрәһе, 168-се аяттан).
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең иман килтергән замандаштары, йәғни сәхәбәләр, әгәр
ауырлыҡтар оҙаҡ ҡына килмәй торһа, Аллаһ ниңә беҙгә һынауҙар бирмәй икән, тип
борсола башлар булған. Бәләләр бит бәндәгә Уттан һаҡлаусы ҡалҡан кеүек кәрәк:
улар гонаһтарҙың кәмеүенә булышлыҡ итә. Ауыр ваҡытта шөкөр итеп, таҙарына
белгәндәр алтынға әйләнә, ә булдыра алмағандар йыш ҡына вәхшигә әүерелә. “Был
донъялағы һынауҙар, бәндәгә файҙа бирә алмаһа, улар Ахирәткә ҡала”, – тип өйрәтә
дин. Тимәк, тормоштоң төрлө имтихандарын лайыҡлы үтеп, артабан иман менән
йәшәһәк, Ҡиәмәт көнөндә язаларҙан ҡотҡарылыуға өмөт итә алабыҙ.
Шөкөр итә белмәү – бик йәмһеҙ, хатта ғибрәтле күренештәрҙең береһе. Күренекле
сәсән Мифтахетдин Аҡмулла үҙенең “Нәсихәттәр” тигән әҫәрендә әҙәм балаһының
тормошондағы иң ҡиммәтле ете төшөнсәне билдәләгән һәм шөкөр итә белмәүҙе
көфөрлөккә тиңләгән:
“Дүртенсе ҡиммәт нәмә – шөкөр, тигән,
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр, тигән...”
Мосолман кешегә һынауҙарға түҙә белеү, үҙ-үҙеңә хужа булыу һәм йәмһеҙ, яҙыҡ,
ашығыс ғәмәлдәрҙән тыйылыу зарур.

“...хәҡиҡәттә, сабырҙар үҙ әжерен тулыһынса хисапһыҙ алырҙар”, – тиелгән
изге Ҡөрьәндә (“Әз-зүмәр” сүрәһе, 10-сы аяттан). Аллаһ Тәғәлә түҙемлеләрҙе хатта
шулай тип һөйөнсөләгән:

шӨкӨр итә Беләйек

[үә бәләүнәәһүм билхәсәнәәти үәссәййиәәти ләғәлләһүм йәрджиғүүн]

[иннәмә йүүәффәссаабируунә әджраһүм биғайри хисәәб]

[үәләнәблүүәннәкүм бишәй’имминәлхауфи үәлджүүғи үә нәҡсимминәльәмүәәли

үәл’әнфүси үәҫҫәмәраати үә бәшшириссаабириин]

13 сентябрь өсөн

62

Йома хөтбәләре
“Беҙ һеҙҙе берәй нәмә менән – ҡурҡыныс, аслыҡ йәки малдарҙың, йәндәрҙең һәм
емештәрҙең кәмеүе менән – мотлаҡ һынаясаҡбыҙ, шуға сабыр иткән кешеләрҙе
һөйөнсөлә...” (“Әл-Бәҡара” сүрәһе, 155-се аят).
Ошо урында бәләкәй генә бер хикмәтте иҫкә төшөрөп үтәйек. Бик үк еңел булмаған
шарттарҙа йәшәгән ҡатын һәр таңды шөкөр итеүҙән башлай, ти: “Бәхетлемен, Аллаһ
Тәғәләм! Аҡсаны ул тиклем таба алмаһа ла, ирем бар, бәләкәй, әммә уңайлы өйҙә
йәшәйбеҙ. Эш булмаһа ла, үҙ кәсебемдән аҡса килеп тора. Балаларым һау-сәләмәт:
йүгерә лә һикерә...” Аллаһ Тәғәлә бер саҡ: “Бәхеттең нимә икәнен белмәйһең. Мә,
уны ысынлап той!” – тигән дә был ҡатынға хыялында ла булмаған ниғмәттәрҙе
биргән, ти.

“Сабырлыҡтың төбө – һары алтын”, тигәндәй, шөкөр итә белеүҙең әжере икһеҙ-
сикһеҙ. Ә инде тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсатына килгәндә, әлбиттә, әҙәм

балалары, бигерәк тә ирҙәр, барына риза булып, ғаиләһен мохтажлыҡта йәшәтергә
тейеш түгел. Алда әйтелгәнсә, ҡыйынлыҡтар кешегә һынау өсөн бирелә. Әгәр ғаилә
башлығы ауырлыҡҡа һылтанып, зарланып, көсө еткән хәлдә лә барыһына ҡул
һелтәп, “булғанына шөкөр итәйек” тиһә, уның тормошонан бәрәкәт китәсәк. Шөкөр
итә белеү менән бергә туҡтауһыҙ хеҙмәт итеү ҙә кәрәк.
Ошоға бәйле тағы бер хикмәтте иҫкә алып үтәйек. Аллаһ Тәғәләнең һәр бәндәгә
ризыҡ биреүе тураһындағы аятты уҡыған егет: “Ниңә шул ҡәҙәр тир түгеп, көндө
төнгә ялғап эшләп йөрөйөм әле? Булғанына шөкөр итеп, барыһын да Аллаһтан көтөп
кенә ултырырға мөмкин бит”, – ти ҙә, ҡаланан ситкә сығып, ағас башына менеп
ултыра. Бер аҙҙан шул ергә ауырыу төлкө килә лә, ағастың төбөндә өң ҡаҙып, инеп
ята. Күп тә тормай, шул уҡ урынға арыҫлан килеп, аулаған кейеген ашай ҙа, туйғас,
ситкә китә. Төлкө иһә, өңөнән сығып, ҡалған ит менән туҡлана. Башҡа йәнлектәр ҙә
өлөшһөҙ ҡалмай. Ағас башында ултыра торғас, егет йоҡлап киткән була, шунда аҡ
һаҡаллы бабай төшөнә инә. “Һин бит һау-сәләмәт. Арыҫлан шикелле йылғыр, тырыш
булырға тейешһең, – ти ул. – Күрҙеңме, ул үҙенең табышын яңғыҙы ғына ашаманы,
башҡаларға ла өлөш сығарҙы. Ә һин әлеге ауырыу төлкө һымаҡ юғарынан ризыҡ
көтөп ултыраһың. Төш, эшлә!”
“Мәңге йәшәрмен, тип донъя тупла, иртән үләрмен, тип, доға ҡыл”, – тигән бик
матур фекер бар. Унан аңлашылыуынса, тормошто көндәлек ғибәҙәттәрҙән айырырға
ярамай. Был донъя эштәрен дә яҡшы итеп алып барған, Ахирәтте лә онотмаған
кеше уңышҡа өлгәшәсәк.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Сығанаҡ: https://drive.google.com/file/d/1_ErPw63O2ImZzx6Zu-H2AwgthopLX6QW/view

Автор:
Читайте нас: