Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
11 Март , 21:28

Нимәләр ураҙаны боҙа?

Шуға күрә гонаһтан арынырға кәрәк. Бының өсөн нимә эшләйбеҙ?

Нимәләр ураҙаны боҙа?
Нимәләр ураҙаны боҙа?

► Тәмәке тартыу.

► Белә тороп ашап-эсеү.

► Енси бәйләнешкә инеү.

► Тура эсәккә йәки алғы яҡтан дарыуҙар ҡуйыу.


НИМӘЛӘР УРАҘАНЫ БОҘМАЙ?

► Үҙ теләгеңдән тыш ҡоҫоу.

► Яңылыш ҡына һыу эсеп ебәреү, ниҙер ашау.

► Һыу инеү, йыуыныу.

► Әммә был ваҡытта ауыҙға ингән һыуҙы йоторға ярамай.

► Теш таҙартыу.

► Әммә теш пастаһын йоторға ярамай.

► Мисүәк менән теш таҙартыу.

Әммә төштән һуң уны ҡулланмау яҡшыраҡ. Сөнки, хәҙистән билдәле булыуынса, ураҙа тотоусының ауыҙынан килгән еҫ Аллаһ өсөн хушбуйға ҡарағанда ла яҡшыраҡ.

► Үҙеңдең төкөрөгөңде йотоу.

► Ҡаҡрыҡ йотоу.

Әммә ул ауыҙ ҡыуышлығына сығырға тейеш түгел. Сыға ҡалһа, уны төкөрөргә кәрәк.

► Үбешеү.

Әммә сит кешенең шайығын йоторға ярамай. Һәр хәлдә лә ураҙа ваҡытында көндөҙ үбешеүҙәрҙән, төрлө иркәләүҙәрҙән баш тартып тороу хәйерлерәк.

► Укол һалдырыу.

Әммә организмды туҡландырыусы витаминдар, глюкоза һалдырырға ярамай.

► Ҡан биреү.

Төрлө анализдар бирергә, хиджама эшләтергә ярай. Әммә ҡан сығыу арҡаһында үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, быларҙан да баш тартып тороу хәйерле булыр.

* ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, хиджама эшләгән кешенең дә, эшләткән кешенең дә ураҙаһы боҙола. Шуға күрә кемдер ураҙа ваҡытында хиджама менән булышыуҙы ярамаған ғәмәл тип иҫәпләй икән, уны ғәйепләргә ашыҡмағыҙ. Динебеҙҙә ҡайһы бер мәсьәләләргә ҡағылышлы ихтиләфтәр (төрлө фекерҙә булыу) бар.


КЕМДӘРГӘ УРАҘА ТОТМАҪҠА РӨХСӘТ ИТЕЛГӘН?

► Бәлиғ булмаған балалар.

► Психик яҡтан сирле булған өлкәндәр.

► Ауырыу кешеләр.

Бында дауалап булмаҫлыҡ сир менән ауырығандар инә. Улар ураҙа тота алмаған көндәрен мохтаждарҙы ашатыу иҫәбенә ҡаплай. Бының өсөн бер ултырғанда күпмелек ашауҙарын иҫәпләп сығарырға кәрәк. Һәм аҙаҡ шул иҫәптән сығып, мохтаждарҙы ашатырға.
Көн һайын бер мохтажды ашатып торорға, йәки бер көндә 30 йәки 29 мохтажды ашатырға мөмкин.

► Бала имеҙеүсе йәки ауырлы ҡатындар.

Ғөмүмән, улар ҙа ураҙа тоторға тейешле кешеләр араһына инә. Баланың йәки әсәнең һаулығына зыян килерҙәй булһа ғына, ураҙанан баш тартып торорға мөмкин. Әммә аҙаҡтан ҡалған көндәрҙе тотоп ҡуйырға кәрәк буласаҡ.

► Күрем йә нифас (бала тапҡандан һуң була) күргән ҡатындар.

Таҙарынғас та ураҙаны дауам итәбеҙ. Ҡалдырылған көндәрҙе Рамаҙан айынан һуң тотоп ҡуябыҙ. Бурысты йыл дауамында ҡаплап ҡуйырға була. Тотолмай ҡалған ураҙа көндәрен киләһе Рамаҙан айы башланғанға тиклем тотоп ҡуйыу мотлаҡ.

► Мосафирҙар (юлға сыҡҡан кешеләр).

Юлға сыҡҡан бөтә кеше лә мосафир булмай. Бының өсөн өйөңдән алып барған ереңә тиклем булған юл 80 километрҙан күберәк булырға тейеш. Мосафир иҫәбенә ингән кешегә, ауырымаған хәлдә лә, ураҙаһын боҙорға рөхсәт ителә. Хәленән килһә, ураҙаһын дауам итһә лә була.


БЕЛӘ ТОРОП УРАҘАҺЫН БОҘОУСЫЛАРҒА НИ ЭШЛӘРГӘ?

Белә тороп та ураҙа боҙоу ярамаған ғәмәлдәргә инә. Йәғни, был – харам, гонаһлы ғәмәл. Шуға күрә гонаһтан арынырға кәрәк. Бының өсөн нимә эшләйбеҙ? Рамаҙан айында нәфсеһен тыя алмайынса белә тороп ашап-эскән, енси яҡынлыҡ ҡылған кеше 60 көн дауамында туҡтамаҫтан ураҙа тоторға тейеш. Бер генә көнгә булһа ла ял итеп алырға ярамай. Бер көн тотмайһың икән, тимәк, яңынан башлайһың. Мәҫәлән, ҡырҡ көн буйы ураҙа тоттоң да, киләһе көн ураҙаңды тағы ҡалдырҙың ти. Ул сағында киренән 60 көн ураҙа тота башлайһың. Сөнки төп шарт ошо ваҡыт арауығында ураҙаны туҡтамаҫтан тотоу.

Нәркәс Алсынбаева.

Автор:
Читайте нас: